Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Гармунда уйнап уята ине атай...”
“Гармунда уйнап уята ине атай...” Гөрләтеп ауыл урамын,
Гармун байрамы уҙа.
Гармунсылар гармун тарта,
Моңлолар йыр-моң һуҙа.
Ошо көндәрҙә Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡырҡ-өйлө мең ырыуы башҡорттары ойошмаһы Гармун байрамы үткәрҙе. Сарала Дәүләкән районының Көрмәнкәй, Соколовка, Яңы Яппар ауылы, хужаларҙан Ябалаҡлы, Әлибай, Яңы Уҫман ауылы гармунсылары ҡатнашты.



Ябалаҡлы ауылы мәсетенең имам-хатибы Салауат Вәликәев хәҙрәт, ауыл халҡының бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында һөйләп, фатихаһын бирҙе. Ҡор башы Филүс Хәлиуллин байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, был байрамдың йәйгеһен үтәсәк Ҡырҡ-өйлө мең ырыуының йыйынына әҙерлек икәнен билдәләп үтте.
Байрамға ағинәйҙәр ҙә килгәйне. Ябалаҡлы ауылынан Клара Фәтҡуллина сараның мәҙәниәтте күтәреүҙәге әһәмиәте хаҡында һөйләһә, Дәүләкән районы ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе Гөлниса Нәғимйәнова уның йәш быуынды тәрбиәләүҙең, ырыуҙаштар араһында дуҫлыҡ ебен нығытыуҙың бер юлы, тип әйтте үҙ сығышында. Ҡорҙо саҡырылған ҡунаҡтар – Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия уҡыу­сылары асты. Шәфҡәт Баязитовтың ҡурай моңона, Карина Латипованың өҙҙөрөп бейеүенә, Элина Вахитованың йырына һәм Айсаф Назаровтың баян көйҙәренә тамашасылар дәррәү ҡул сапты.
Артабан гармунсылар менән танышыу башланды. Беренсе булып сәхнәгә иң оло гармунсы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нурғәле Мөхәррәмов күтәрелде. Ул бөгөн Дәүләкән ҡалаһында йәшәй. Райондың хөрмәтле кешеһе, биш улан атаһы. Ҡатынын күп йылдар элек ерләһә лә, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләсәләренә шатланып, 92-се йәшен ҡаршылай. Буш ваҡытында гармун уйнап, һуғыш мәленә тура килгән йәшлеген иҫкә алып, йөрәк һағышын баҫа. “Биш улыма ла юғары белем биреү маҡсатына ирешкәс, үҙемә гармун бүләк иттем”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты хөрмәтле ветеран. Нурғәле ағай “Иң оло йәштәге гармунсы” исеменә эйә булды.
Көрмәнкәй ауылы егете Илфат Ғүмәров иң тәүҙә мандолинала уйнарға өйрәнә. Гармунға күскәс, ауылдағы һәр сараның алмаштырғыһыҙ музыкантына әйләнә. Ҡумыҙ сиртеүҙең бар нескәлектерән белгән тормош иптәше Әлфиә апай менән ауылдың “Йәшлек” фольклор ансамблендә лә күп йылдар шөғөлләнәләр. “Ун биш гармундың башына еттем!”– тип йылмайып һөйләй Илфат.
Ә Ильяс Шәрипов гармунында дәртле итеп уйнап, йырлап та алды. Көрмәнкәй ауылы старостаһы, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнаусы булараҡ, бындай сараларҙың йәштәр өсөн фәһемле икәнен һәм йышыраҡ үткәрелеүен теләне. Уның тормош иптәше Гөлнур Камил ҡыҙы ауыл мәктәбе директоры булып эшләй. Үрнәкле ғаиләне ауылдаштары хөрмәт итә, шуға ла Шәриповтар һәр сарала ҙур теләк менән ҡатнаша.
Соколовка ауылынан килгән Надия Миңлебаева гармунда уйнарға атаһынан өйрәнгән. “Иртәнге йоҡонан атайым гармунда уйнап уята торғайны”, – тип иҫкә алды ул бала сағын. Уның моңло тауышын, оҫта уйнауын тамашасылар бик йылы ҡабул итте.
Яңы Уҫман ауылынан килгән Мөхәррәм Мәхмүтов гармунды ҡулына алты йәшендә алған. “Ауылда шофер булып эшләп, йәшлегебеҙ кистәре гармун менән үтте. Хәҙер инде телевизорҙың тауышын баҫып, танылған йырсыларға уйнайым”, – тип мәрәкәләне ул.
Бөтә яҡтан да уңған хужабикә, ҡул эштәре оҫтаһы Тәлиә Ғәйнанованың да сығышын яратты тамашасы. Ул Шөңгәккүл ауылында йәшәй. Өйө үҙе тотош бер музей, тип һөйләне уның хаҡында ауылдаштары. “Нисек өлгөрәһегеҙ?” тигән һорауға Тәлиә апай: “Ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәң, барыһына ла өлгөрөргә була. Беҙ туғандар менән йыйылһаҡ, беребеҙ – мандолинала, икенсебеҙ – ҡурайҙа, өсөнсөбөҙ ҡумыҙҙа, һыҙғыртҡыста уйнап, батмус сиртеп, бер ансамбль булабыҙ”, – тип һөйләне.
Ябалаҡлы ауылы егете, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәп, яуаплы вазифа башҡарған Рауил Дәүләтшин ағай ҙа гармунсы булып сыҡты. “Беренсе гармунымды IX класты бөткәс, комбайнда эшләп тапҡан аҡсаға алғайным”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты. Күп конкурстарҙа ҡатнашып, маҡтаулы исемдәр ҙә яулаған. Сәнғәт юлынан китергә хыялланһа ла, тормош үҙ яғын ҡайырып, икенсе юҫыҡҡа әйҙәй. Әммә бөгөн дә уның өҙҙөрөп гармунда уйнауы, моңло итеп йырлауы күптәрҙе һоҡландыра. Сығышының аҙағында ул моң йәнле кешеләрҙе берләштергән Ҡырҡ-өйлө мең ырыуы башҡорттары ойошмаһына, сараны ойоштороусыларға оло рәхмәтен әйтте.
Байрамдың иң йәш гармунсыһы Яңы Яппар ауылынан 11 йәшлек Алмас Сәлимов, баянда уйнап, тамашасы һөйөүен яуланы, ҡайнар алҡыштарға күмелде. Уға “Иң йәш гармунсы” тип исемләнгән диплом тапшырылды.
Халыҡ һөйөүен яулаған гармунсы Рамай Муллағәлиевте Шишмә районы ғына түгел, бөтә республика белә тиһәк тә, яңылыш булмаҫ. Уның сығышы күп сараларҙы биҙәй, был юлы ул ауылдаштарына “Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам” исемле йыр бүләк итте.
Гармун моңдары төрлө сығыштар, ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы. Шишмә мәҙәниәт йортонан һәүәҫкәр йырсы Ризида Әхмәтшинаны тамашасылар сәхнәгә саҡырып ҡабат-ҡабат сығарҙы. Ә Гөлшат Хөснөтдинова Әнғәм Атнабаевтың “Гөлән­дәм” поэмаһынан өҙөк һөйләне. Шишмә районы китапханаһы методисы Сәлимә Байбурина ла – ошо сараға үҙ өлөшөн индергән кеше. Ул китапхана эше менән таныштырҙы, эшләп килгән “Илһам шиш­мәләре” әҙәбиәт түңәрәге авторҙарының шиғырын уҡыны, йыр бүләк итте.
Ябалаҡлы ауылы эргәһендә эшләп килгән теплица хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы был байрамдан. Мәйсәрә Ярманова ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән үзбәк халыҡ бейеүен тәҡдим итте.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҙерләнһә лә, байрамдың йөкмәткеле, бер тында үтеүе хаҡында яҙғанда, сараны ойошторған Ябалаҡлы ауылы клубы мөдире Рафаил Вилданов менән китапханасы Рәшиҙә Сафинаның тырышлыҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә. “Бындай халыҡсан сараларҙы алып барыуы һис ауыр түгел, киреһенсә, ҡәнәғәтлек хисе уяна, күңелдәргә рух өҫтәлә”, – тип үҙенең бер нисә йырын бүләк итте байрамдың сценарий авторы, һәүәҫкәр композитор Гөлүзә Арыҫланова.
Гармун байрамы аҙағында Ҡырҡ-өйлө мең ырыуы башҡорттары, Ябалаҡлы ауылы мәсете мәхәлләһе исеменән һәр ҡатна­шыусыға дипломдар тапшырылды, бүләк­тәр таратылды. Һуңынан бағыусы — “Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Йәмил Арыҫланов: “Башҡорттар элек-электән ошондай байрамдарға йыйылып күңел асҡан, төрлө мәсьәләләрҙе бергәләшеп хәл иткән. Берҙәм булайыҡ! Ата-бабаларыбыҙҙың йолаларына тоғро ҡалайыҡ!” – тине.
Ауыл халҡына тормош мәшәҡәттәрен бер аҙға булһа ла онотторған Гармун байрамы дәртле гармун көйҙәренә күмеп, һәр береһен дәртле бейеүгә саҡырҙы.
Әллә ҡайҙарҙан килгәндәр –
Гармунсылар күп икән.
Халыҡ моңға һыуһағанды
Ҡайҙан белделәр икән?






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545