Башҡорт хөкүмәте 1917—1918 йылдарҙа “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”, “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” тип аталған гәзиттәр сығара. Ошо баҫмалар, Х. Ғәбитов, Ғ. Фәхретдинов хаҡында белешмәләр, Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”енән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
“Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”
Башҡортостан өлкә бюроһы гәзитенең берҙән-бер һаны 1917 йылдың 14 июнендә иҫке башҡорт телендә Ырымбурҙа сыға. Унда Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Башҡорттарҙың алдында торған эштәре” тигән ҙур күләмле мәҡәләһе баҫыла. Ул асылда милли декларация характерындағы мәҡәлә. Автор башҡорттарҙың XVII—XVIII быуаттарҙағы азатлыҡ өсөн көрәш тарихын хәтергә алып, хәҙер Февраль революцияһы килтергән мөмкинлектәрҙән файҙаланып, милли азатлыҡ яулау, ер, мәғариф, мөлкәт мәсьәләләрен күтәрә, шанлы Башҡорт дәүләтен төҙөргә саҡыра. Беренсе Бөтөн Рәсәй мосолман съезына ҡағылышлы һәм Беренсе Бөтөн башҡорт ҡоролтайын әҙерләүгә бәйле материалдар баҫыла. Ошо уҡ йылдың июлендә баҫманың исеме “Башҡорт” тип үҙгәртелә. Мөхәррире — Сәғит Мираҫ.
“Башҡорт”
Башҡортостан үҙәк шураһы гәзите 1917 йылдың 20 июленән Ырымбур ҡалаһында, 1918 йылдың 6 июленән Силәбе ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр иҫке башҡорт телендә баҫыла.
Гәзит башҡорттарҙың үҙаллы милли автономияһы өсөн көрәш лозунгы аҫтында сыға. Территориаль-милли автономия, ер, ирек өсөн көрәш мәсьәләләре үҙәктә тора. Башҡорттарҙың Беренсе һәм Икенсе ҡоролтайҙарын әҙерләү һәм үткәреү хаҡында материалдар ҙур урын ала. Рәсәй күләмендә, Башҡортостанда, Өфө, Ырымбур губерналарында, төбәк шураларҙа барған хәл-ваҡиғаларҙы даими сағылдыра бара. Гәзит биттәрендә Ә. Вәлиди, С. Мираҫ, Х. Ғәбитов, Ф. Сөләймәнов, З. Камали һ. б. сығыш яһай.
1918 йылдың 20 авгусында гәзит сығыуҙан туҡтай. Уның нигеҙендә Башҡорт Хөкүмәте “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәзитен ойоштора. Мөхәррирҙәре — Х. Ғәбитов, Ғ. Ғисмәти, С. Мираҫ.
“Башҡорт тауышы”
Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге гәзите 1918 йылдың 17 июленән 19 авгусына тиклем аҙнаһына бер тапҡыр Ырымбурҙа “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителә.
Башҡорт ғәскәрен төҙөү, Рәсәйҙәге хәл, граждандар һуғышы тураһында хәбәрҙәр баҫыла. Мөхәррире — Х. Ғәбитов.
“Башҡортостан хөкүмәтенең теле”
Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бюроһы гәзите Силәбе ҡалаһында аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт телендә (материалдарҙың бер өлөшө — урыҫ телендә) сыға. 1918 йылда “Яңы ваҡыт” типографияһында “Хеҙмәтсәндәр төҙөгән йәмғиәт йәшәһен!”, “Башҡорт автономияһы йәшәһен!” тигән лозунгтар менән баҫыла. Гәзиттә Башҡорт хөкүмәтенең ҡарарҙарына, бойороҡтарына, большевиктарға ҡаршы материалдарға ла урын бирелә.
Гәзиттең ябылыу ваҡыты билдәһеҙ. Мөхәррирҙәре — Х. Ғәбитов, Ғ. Фәхретдинов.
Хәбибулла Ғәбитов
(1886—1939)
Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитов 1886 йылдың майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Ғәбделкәрим ауылында (хәҙер Баймаҡ районы) тыуған. 1909—1912 йылдарҙа “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡығас, Верхотур, Иркутск һәм Верхнеуральск мәҙрәсәләрендә дәрестәр бирә. 1917—1919 йылдарҙа — Башҡорт үҙәк шураһы ағзаһы. 1918 йылда Үҙәк мосолмандар комиссариатының Башҡортостан бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләнә, “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәзиттәрен мөхәррирләй. 1919 — 1920 йылдарҙа — Башҡортостан хәрби-революцион комитетында, утыҙынсы йылдарҙа “Южураллес” тресында эшләй.
1918 йылда “Башҡорт моңдары”, 1923 йылда “Урал йырҙары” тигән шиғри йыйынтыҡтарын сығара. “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” пьесаһы Башҡорт драма театрында ҡуйыла. Башҡорт теле мәсьәләләре менән шөғөлләнә, башҡорт фольклорын йыя. 1935 йылда репрессия ҡорбаны була, 1964 йылда аҡлана.
Ғабдрахман Фәхретдинов
(1887—1937)
Ғабдрахман Ризаитдин улы Фәхретдинов 1987 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Шилселе ауылында (хәҙер Татарстандың Әлмәт районы) тыуған. Юғары белемле. “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” һәм “Башҡортостан” гәзиттәренең мөхәррире була. “Башҡорт тарихы” (1925) тигән китаптың авторы.
Ғ. Фәхретдинов — милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Башҡортостандың Истихбарәт шөғбәһе (мәғлүмәт министрлығы) мөдире итеп тәғәйенләнә, Һамарҙағы Учредительный Йыйылыш Комитетында (Комуч) ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы ағзаһы.
1937 йылда, нахаҡҡа хөкөм ителеп, үлем язаһына тарттырыла.
Әхмәтзәки Вәлиди ТУҒАН
“Башҡорт” исемле гәзит сығара башланыҡ
Башҡортостан йөмһүриәтен ҡороусы, бөтөн донъяға танылған шәрҡиәтсе, Бонн, Геттинген, Истанбул университеттарының профессоры, күп кенә Европа һәм Азия университеттарының почетлы докторы Әхмәтзәки Вәлиди Туған — гәзитебеҙгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Быны уның “Хәтирәләр”енән килтерелгән өҙөктәр ҙә раҫлай.
Мәскәүҙән Ташкентҡа китешләй Ырымбурҙа туҡталдым, һәм беҙ “Башҡорт Өлкә шураһы”н төҙөнөк. “Ваҡыт” гәзитенең 19 майҙа (1917 йыл. — Ред.) сыҡҡан һанында, Башҡорт Мәркәз шураһының ҡоролоуы һәм 20 июндә Ырымбурҙа Башҡорт Ҡоролтайы йыйылыуы хаҡында иғлан итеп, мөрәжәғәт баҫып сығарҙыҡ. “Башҡорт” исемле гәзит сығара башланыҡ. Уның тәүге һанындағы имзаһыҙ мәҡәләне мин яҙҙым. Был мәҡәләлә башҡорттарҙың Төркөстан менән Волга араһында күпер ролен уйнаясағы хаҡында әйттем, Башҡортостандың мөхтәриәткә өлгәшеүе был маҡсатҡа ҡаршы сыҡҡан ҡазандарҙың да аҙаҡҡы сиктә Рәсәйҙең көнсығышында ҡупҡан бөйөк азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуына сәбәп буласаҡ, тип яҙҙым.
(Хәтирәләр / Төрөксәнән тәржемә. — Өфө: “Китап, 1996. 173 — 174-се биттәр).
Ҡыҙылдар 6 июлдә (1918 йыл. — Ред.) Өфөнө, 8 июлдә Ырымбурҙы ҡалдырырға мәжбүр булды. Ырымбур казактар атаманы Дутов ҡулына күсте. Башҡортостан хөкүмәте, Силәбелә ойошторолған башҡорт ғәскәре, поездарға тейәлеп, Ырымбурға күсенде. Беҙ башҡорттарҙың боронғо милке булған Каруанһарай бинаһында һәм баҡсаһында урынлаштыҡ. Сәйетғәзим Ҡыҙырбаев Ҡаҙағстан хөкүмәтенең көнбайыш бүлеге вәкиле ине. Ул боронғо Турғай вәкиллеге бинаһында урынлашты. Шулай итеп, Ырымбурҙа өс хөкүмәт булды: казак хөкүмәте, башҡорт хөкүмәте, Көнбайыш Ҡаҙағстан вәкәләте. Ҡалаға казактар идара итте. Беҙ Башҡортостандың һәр тарафында идара вәкәләттәрен булдырҙыҡ. Хәрби мәктәп астыҡ. Үҙебеҙ Ырымбурға ташынғас, Силәбелә ҡаласаҡ зыялыларҙан Фәтхелҡадир Сөләймән менән Таҡи Ғисмәти етәкселегендә мәғариф һәм нәшриәт идараһы ойоштороп ҡалдырҙыҡ. Фәтхелҡадир — бөгөн Анкарала йәшәгән арҡадашым профессор Абдулҡадир Инан. Ул бында баҫылған “Башҡорт” гәзитенең баш мөхәррире ине. Был гәзит беҙ киткәс тә сығыуын дауам итте.
(Шунда уҡ. 233-сө бит).
Бөйөк ғалим Ризаитдин Фәхретдиндең улдары матбуғатыбыҙҙа эшләне. Уның өлкән улы Ғабдрахман Фәхретдинов “Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир ине. Ғәскәребеҙҙә офицер булған урыҫтар һәм поляктар ҙа, Башҡортостан автономияһы өсөн хәрәкәтте хуплап, ҙур теләк менән был эшкә ярҙам итте.
(Шунда уҡ. 244-се бит).