Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтылыҡты тойған бер мәлдәрҙә
Яҡтылыҡты тойған бер мәлдәрҙә Ул – профессионал. Эйе, үҙе был һүҙҙе, ғөмүмән, һөнәри эшмәкәрлекте дипломда яҙылған һүҙ менән генә бәйләргә яратмай. Шулай ҙа уның Башҡортостандағы, бигерәк тә Рәсәй кимәлендәге ижади хеҙмәте, багажы беҙҙә ихтирам тойғоһо уята. Күптән беләм танылған кинооператор Даян Ғәйетҡоловты. “Йәшлек” гәзитендә эшләгән йылдарҙа ла ижад юлына аяҡ баҫҡан йәш ижадсының ғаилә ағзалары менән танышып, Һарытау башҡорттары хаҡында ҙур мәҡәлә сығарғайныҡ. Хәҙер Даян – үҙе айырым ҙур ижади донъя. Төшөргән фильмдарының исемлегенә генә күҙ һалыу ҙа етә – “Память осени” (2015), “Чужая война” (ТВ, 2014), “Ч/Б” (2014), “Розыск” (сериал, 2013), “Наружное наблюдение” (сериал, 2012), “Сорок третий номер” (сериал, 2010), “Услышь мое сердце” (ТВ, 2010), “Метель” (мини-сериал, 2010), “Эффект домино” (ТВ, 2009), “Всё могут короли” (2008), “Код апокалипсиса” (2007), “Ночь на Земле” (2006), “Русский перевод” (сериал, 2006), “Игра на выбывание” (сериал, 2004), “Красная площадь” (сериал, 2004), “Ундина” (сериал, 2003). Ҡайһы берҙәрен кино ҡарарға яратыусылар танығандыр ҙа әле. Һәр хәлдә икһеҙ-сикһеҙ Интернет селтәрендә ул төшөргән фильмдарҙағы оператор эшенең юғары кимәлен билдәләгән фекерҙәр байтаҡ.
Ә бөгөн Даян менән сәнғәттең ошо йылға бағышланған төрө, ижади мөмкинлектәребеҙ, юл ыңғай тыуған башҡа һорауҙарға яуаптар эҙләйем.

Яҡтылыҡты тойған бер мәлдәрҙә– Гәзит уҡыусыларҙы тыуған яғың, тамырҙарың менән таныштырып китәйек әле.
– Атай-әсәйем сығышы менән Һарытау өлкәһенән. Әммә атайым Булат Өфөлә авиация институтын тамамлаған да Пермь өлкәһенең Лысьва ҡалаһына практика үтергә ебәрелгән. Шунан аҙаҡ ул әсәйемде ҡайтып алған, һәм улар өйлә­нешкән. Бер-бер артлы беҙ тыуғанбыҙ, ҡустым Дамир менән. Аҙаҡ Башҡортос­танға күсенеп килгәнбеҙ, һәм атай-әсәйем 1977 йылдан бирле шунда йәшәй. Бөгөн Өфө райо­нының Нижегородка ауылы беҙҙе, балаларын, тартып торған иң изге урын, тип әйтһәк тә була.
– Бала сағыңа әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Оператор сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу шул йылдарҙа башландымы?
– Бөтә нәмә беҙгә атай-әсәйҙәрҙән “йоға” бит инде. Мин берәй алты йәштәр тирәһендә фотоға төшөрөү менән мауығып киттем, сөнки атайым да шөғөлләнә ине. Ҡайҙа барһаҡ та, көндәлек тормошта ла йыш ҡулланды ул фотоаппаратты. Шуға күрә беҙҙең ғаилә альбомында, архивында тип әйтергә лә була, бала саҡтың, үҫмер йылдарҙың фотоһы бик күп. Походтарға, экскурсияларға сыҡҡанда тәбиғәтте, ҡыҙыҡлы күренештәрҙе фотоға мәңгеләш­терә бара торғайныҡ. Үҙебеҙҙең фото­ларҙы ҙурайта торған аппарат та булды, дөрөҫөрәге, бер ҙур оҫтахана. Шунда үҙебеҙ фотоларҙы сығарып та ала инек. Минең өсөн ул йылдар шундай яҡты хәтирәләр булып күңелгә уйылып ҡалған.
Ә инде Өфөнөң 20-се башҡорт гимна­зияһында уҡый башлағас, Пионерҙар йортона фототүңәрәккә йөрөнөм. 3-сө кластан башлап профессионалдарса шөғөлләнергә тырыштым, тип әйтергә була (көлә. – Авт.). Берәй 7-се кластарҙа уҡығандамы икән, шул тиклем үҙемә оҡшаған бер клип күреп ҡалдым да оператор булыу теләге бермә-бер артты. Был хыялым хатта тормоштағы маҡсатыма әйләнде, тиһәм дә булалыр. Был хаҡта йыш уйлай, бөтә теләктәремде ошо ниәтем менән бәйләй башланым. Шуға күрә мәктәптән һуң туп-тура “Баш­ҡортостан” киностудияһына эшкә килдем. Мине махсус төркөм менән Мәскәүгә тауыш режиссерына уҡырға ебәрергә теләнеләр, әммә баш тарттым. Сәбәптәре лә аңлашылып торалыр. Мин киностудияға килгәндә унда Рияз Исхаҡов, Малик Нәсихович, Роберт Булгаков эшләп йөрөй ине инде. Йәнһүрәт төшөрөүселәр ара­һына техник хеҙмәткәр булараҡ урынлаштым, ә мине һаман да тауыш операторҙары янына тығырға тырышалар. Әлбиттә, унда эшләге килмәй. Күңелде кино төшөрөү, видеорәттәр, яҡтылыҡ менән эш итеү ижады йәлеп итә бит инде. Йәнә лә тәҡдим иттеләр тауыш менән эшләргә – тағы ла баш тарттым.
Яҡтылыҡты тойған бер мәлдәрҙә– Ә ни өсөн? Ошо хаҡта ентекләберәк һөйлә әле? Ижадсы булараҡ һине нығыраҡ асҡы килә.
­– Барһам, бары тик оператор ярҙамсыһы булараҡ ҡына барам, тинем, сөнки ул эш минеке, күңелгә яҡын, уны нығыраҡ тоям төҫлө.
– Оператор режиссер, актерҙар артында ҡала, ә һине ни өсөн барыбер ошо эш тартҡан?
– Улайтып фекер йөрөтһәң, иҙән йыуыусы ла, башҡа техник хеҙмәткәрҙәр ҙә ситтә тороп ҡала...
– Юҡ, мин ул хаҡта түгел, ә ни өсөн тап оператор?
– Миңә һүрәт менән эшләү оҡшай. Бына экранда ошо фекерҙең нисек итеп картина аша бирелеүе ихтимал? Ошо хаҡта уйлау, шуны тормошҡа ашырыу процесы яҡын, ҡыҙыҡлы миңә. Режиссер ҙа, актер ҙа түгел, ә оператор эшләй ул һүрәтте. Йәғни һәр кемдең үҙ шөғөлө. Үҙемә нимә ҡыҙыҡлы, нимәне нығыраҡ тоям, нимә ҡулымдан килерҙәй, шуны башҡарырға теләйем. Кинола картинаны оператор ғына яһай, һәм минең дә шуның менән шөғөлләнгем килде.
– “Башҡортостан” кино­сту­дия­һында беренсе төшөргән фильмдарың ниндәй?
– Унда миңә әллә ни ҙур эштәр күрһәтергә насип булманы. Рияз Исхаҡовтың ярҙамсыһы булып йөрөнөм. Хәйер, ниндәй генә эштәр башҡарырға тура килмәне, сөнки киностудия саҡ аяҡҡа баҫа ине. “Врата свободы” тигән таҫманы, Зәки Вәлиди хаҡында фильмды төшөрөүҙә ҡатнаштым.
– Үҙең айырым эшләгән беренсе фильмың хаҡында ни әйтерһең?
– Тәүгеһе Бөтә Рәсәй кинематография институтында уҡығанда атҡарылды. Унда һәр студент икенсе курстан үҙаллы фильм­дар төшөрә башлай. Сирҡанысты документаль фильмдар эшләгәндә шунда алдым.
Яҡтылыҡты тойған бер мәлдәрҙә– Ә һиңә ниндәй фильмдар төшөрөү ҡыҙыҡлыраҡ: нәфис­ме, әллә документалме?
– Миңә икеһен дә эшләү оҡ­шай. Бая алда әйткәнемсә, доку­мен­талистиканан башланым юлымды. Уның үҙенең ҡыҙыҡлы яҡтары бар. Ә шулай ҙа нәфис фильм төшөрөү күңелгә яҡыныраҡ.
– Нимәһе менән?
– Сөнки режиссер, рәссам, актерҙар менән яңы картина, яңы мөхит тыуҙы­ра­һың. Документаль фильмдан айырмалы рәүештә, яңы донъя, уйлап табылған донъя, тыуҙыраһың. Был эш миңә бик оҡшай. Бер яҡтан ҡараһаң, документаль фильм менән нәфис ижадты сағыш­тырырға ла ярамай, сөнки һәр береһенең үҙенең талаптары бар. Әммә нәфис фильмда ижадҡа күберәк мөмкинлек ҡала, минеңсә.
– Бөгөн һин ҡайҙа йә­шәй­һең? Ғаиләң менән таныштырып китмәҫһеңме?
– Мин әле һинең менән үҙ өйөмдән, Сергиев Посадтан алыҫ түгел ерҙән һөйләшәм. Әле миндә ҡунаҡта – режиссер Айсыуаҡ Йомағолов.
– Айсыуаҡҡа күп сәләм! Мин уның яңы телефон номерын таба алмай йөрөй инем. Әсәһе Рәмзиә апай бирҙе инде. Рәсәй киноһы йылы уңайынан уның менән дә әңгәмә ҡорорға теләк ҙур.
– Айсыуаҡ та һеҙгә сәләм күндерә. Ғаи­ләм тураһында һорағайның бит әле. Ҡатыным һәм ҡыҙым менән бына ошонда йәшәп ятабыҙ. Әле улар Таиландта, иртәгә ҡайтып төшөргә тейештәр.
– Бала сағыңа йәнә әйләнеп ҡайта­йыҡ әле. Иҫеңдә ҡалған кино һәм һине ғүмерлеккә был сәнғәт төрөнә ғашиҡ иткән әҫәр хаҡында һорарға теләйем.
– Ныҡ хәтеремә уйылып ҡалған фильм – ул Роберт Земекстың 1985 йылда төшөрөлгән “Назад в будущее” киноһы. Мәскәүҙә уҡығанда ла, аҙаҡ та йыш ҡына иҫкә төшөрөп, шул әҫәрҙе ҡарап ала торғайным. Уның операторы – Дин Канди.
– Ә нимәһе менән йәлеп итте һуң?
– Беренсенән, бик ҡыҙыҡлы оператор эше. Фильмдың рәссамы Стивен Спил­бергтың да оҫталығы күренә. Был – бала саҡ тәьҫораттарынан. Аҙаҡ инде үҙем анализлап, ентекле өйрәнеп ҡарай баш­лағас та, һоҡланыуым кәмемәне. Һүрәтләү, яҡтылыҡ сығанаҡтарының бирелеше лә бик оҫта уйнатылған. Дин Канди, ысынлап та, һоҡланғыс оператор. Хатта ошо фильм рәүешендәге кино төшөрөргә лә хыялланып йөрөнөм. Ул бер ни тиклем комикс­тарға тартым стиль менән эшләй, әммә тап операторҙың оҫталығы мине был алымға ғашиҡ итте.
Яҡтылыҡты тойған бер мәлдәрҙә– Бала сағың теләге тормошҡа аштымы һуң? Тап шундай фильмдар төшөрөргә буламы?
– Эйе, барыһы ла тормошҡа ашты, нәҡ үҫмер саҡтарҙа хыялланған эш менән шөғөлләнәм. Эҙләнеп, уйланып, һис ҡайҙа ла булмаған яңы тормош мөхите тыу­ҙырыу бәхетенә эйә кино төшөрөүселәр. Хәҙер инде, уҡып белем алғас, апаруҡ ваҡыт ошо сәнғәт төрө менән шөғөлләнгәс, башҡа бик төрлө стилдәр, алымдар барлығын да беләһең. Ниндәй стилдә эшләүеңә ҡарамаҫтан, кино төшөрөү һәр саҡ ҡыҙыҡлы минең өсөн. Сәнғәттең башҡа төрөндәге кеүек үк, кино төшөрөүҙә лә ака­демик, классик, ҡатнаш, клип һәм башҡа стилдәр бар. Һәр операторҙың үҙ алымы, бер генә төр стиль менән фильм төшөрөлмәй ул, ғәҙәттә.
– Һин кемдәрҙе донъя, Рәсәй кимә­лендәге ысын профессионалдар тип атайһың? Башҡортостанда ундай оҫ­талар бармы? Әлбиттә, оператор эшен күҙ уңында тотоп һорайым.
– Профессионал тигән һүҙгә ниндәй мәғәнә һалып әйтәһеңдер, белмәйем, әммә шул һөнәр буйынса уҡығандар бары­һы ла профессионал инде ул. Ә бына оҫта итеп кино төшөрөүселәр араһында бөтөнләй операторлыҡҡа уҡымағандар ҙа бар. Нимәнең оҡшауы-оҡшамауы хаҡында фекер йөрөтөргә була.
“Дитя человеческое” фильмын төшөргән операторҙың исеме бына хәтерҙән сыҡты инде. Кем һуң әле? Ә, иҫкә төштө – Эммануэль Любецки. Сит ил операторҙа­ры­нан миңә уның эшләү рәүеше оҡшай. Робби Мюллерҙың үҙ стиле бар. Режиссер Джим Джармуш менән бергә төшөргән “Вне закона” фильмындағы операторҙың эше әллә ҡайҙан күҙгә салынып тора. Робби Мюллер, стилдәрҙе бутап, “раздолбайский” ысул менән кино төшөрә ти­һәк тә була. Нисектер яҡтылыҡтың, төҫтәрҙең, тондарҙың башҡаса бирелгәнен күрәһең, әммә тап шул яңыса ҡараш әҫәргә йәлеп итә лә ҡуя.
Ә Рәсәй операторҙарынан Сергей Мачильский, Александр Симонов бик ҡы­ҙыҡлы эшләй. Һуңғыһы “Груз-200” тигән фильмды төшөргән. Мачильскийҙың “Свои”, “Человек у окна” фильмдары иғ­тибарға лайыҡ. Саша Симоновтың әҫәр­ҙәге мөхитте тыуҙырыу өсөн бөтә һәләтен, оҫталығын һалып эшләүе бик яҡын миңә.
Яҡтылыҡты тойған бер мәлдәрҙәӘ өфөләрҙән Рияз Исхаҡов, Илдар Бикмәтовтың эштәре менән генә танышмын. Илдар аҙыраҡ эшләне, әлбиттә. Рияз – бик ҙур оҫта.
– Үҙең оҡшай, оҡшамай, тип һөй­ләһәң дә, күрәһеңме, һөнәргә бәйле сифаттар буйынса баһа бирәһең. Шуға күрә сәнғәт өлкәһенә ҡағылышлы һөйләшкәндә, минеңсә, киреһенсә, “оҡшай, оҡшамай” һүҙҙәренән ҡасырға тейеш профессионал. Даян кеүектәр!
– Профессиональ штукатурсылар була, ә мин художество юғарылығы хаҡында һөйләйем бит.
– Беҙ бер үк нәмә тураһында уйлайбыҙ, әммә төрлө исемдәр менән атайбыҙ, ахырыһы!
– Ярай, улайһа, нисек теләйһең, шулай ата! Бына, мәҫәлән, шундай миҫал килтерәм: бала һүрәт төшөргән, һәм ул һинең күңелеңә ятты, ти. Ул бит профессионал түгел, әммә төшөргәне оҡшай, был осраҡта нимә тип атайбыҙ?
– Был бит баланың эше!
– Ә бала профессионал була алмаймы ни?! Бала тип атау һинең яҡтан яңы критерий уйлап сығарыу була түгелме?
– Улайһа, әйҙә, бала саҡта һәлә­тебеҙҙе үҫтермәйек, мәктәпкә йөрө­мә­йек, махсус рәүештә Бөтә Рәсәй кинематография институтына инмәйек. “Профессионал” һүҙе – үҙе үк махсус белемгә эйә булыу күрһәткесе тип аңлайым!
– Уныһы шулай, әммә махсус белемдең үҙ эшеңдә ике процент ҡына кимәлдә ярҙам итеүе ихтимал, ҡалғаны һиңә Күктәр тарафынан бирелгән һәләткә, күңел ынтылышына бәйле. Бик күп оператор таныштарым бар, уларҙың береһе лә Бөтә Рәсәй кинематография институтын тамамла­маған, әммә иҫ киткес оҫталар. Вуз бөтөр­гәндәр уларҙан өйрәнергә килә. Кинола бары тик ике процент ҡына профессионал ижад итә, бөгөн телевидениеларҙа махсус уҡыу йорттарын тамамлағандар эшләй. Ҡайҙа уларҙың ижады, ғөмүмән, ҡайҙа улар? Шуға күрә “профессионал” тигән һүҙ мине ҡайһында юл бар саҡта юлһыҙ итә!..
– Бәлки, кино сәнғәте үҙе шундай ауыр хәлдәлер?
– Юҡ, улай түгел, кино сәнғәте бик яҡ­шы хәлдә ул. Йыл һайын шундай шәп кинолар сығып тора, һәм мин уларҙы ҙур кинәнес менән ҡарайым. НТВ каналындағы милиционерҙар хаҡындағы сериалдарҙы ҡарарға һәм кино юҡ тип фекер йөрөтөргә мөмкин. Нәфис фильм ҡарарға теләгән кеше бынамын тигән әҫәрҙәр таба ала.
– Был осраҡта, бәлки, сериалдың ижадтан ситләштереүе хаҡында һүҙ алып барырғалыр?
– Ситләштерәме-юҡмы, уныһы икенсе мәсьәлә. Ул бит барыбер – етештереү, кино төшөрөү процесы.
– Башҡортостандағы кино төшөрөү эшмәкәрлеге хаҡында нимә әйтә ала­һың? Мәҫәлән, Даян Ғәйетҡолов Өфөгә ҡайтып тороп берәй шәп фильм ижад итһә, ни була инде?
– Әлбиттә, Мәскәүҙән ҡарап респуб­ликалағы фильм төшөрөү эше хаҡында фекер йөрөтөү килешеп тә етмәҫ төҫлө. Ә үҙемә килгәндә, мине берәүҙең дә, әйҙә, кино төшөрәйек, тип саҡырғаны юҡ.
– Ә ниңә шундай идея менән сыҡ­маҫҡа, мәҫәлән?
– Мин продюсер түгел, ә оператор. Өфө­гә ҡайтып, майҙанға сығып, Зәки Вәлиди хаҡында фильм төшөрөргә теләйем, тип әйтә алмайым да инде. Камера һәм сценарий көтәм.
– Бәлки, көтөп тормаҫҡалыр?
– Ярай, улайһа иртәгә үк ҡайтам да, Өфөнөң уртаһына баҫып, фильм төшөрә башлайым (көлә. – Авт.).
– Көтәбеҙ, ҡайһы рейс менән сыға­һың юлға? Ниндәй сәскәләр яратаһың?
– Юлда, бәлки, берәй продюсер тап булыр, кем белә, шунда уҡ самолетта, бәлки, сценарий авторы ла табылыр... Артистарҙы ғына һайларға ҡала.
Көлөп һөйләшәбеҙ ҙә ул, әммә башҡорт халҡының тарихи шәхесе хаҡында фильм күреү теләге республика халҡында ҙур ул.
Был мәсьәләне һин әйткән профессионалдар ғына түгел, ошо өлкәгә куратор булған дәүләт ойошмалары ла күтәрергә тейеш. Ә былай тарихи темаға кино төшө­рөү – ул бер ни түгел. Режиссер, рәссам, оператор уртаҡ тел табып, уртаҡ маҡсатлы булып эшкә тотонһа, килеп сыға ул.
– Ижад иткән фильмдарыңдың ҡай­һыһын иң уңышлыһы тип иҫәпләйһең?
– Улар төрлө йылдарҙа төшөрөлгән, төрлө жанрҙа, төрлө стилдә эшләнгән, шуға күрә быныһы шәп, тегенеһе яҡшы, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ кеүек. Бөтәһе лә алда әле. Күҙ күрер. “Код апокалипсиса” фильмы тураһында айырып шуны әйтә алам: мәҫәлән, техника, фактура буйынса бик күп нәмә эшләргә мөмкинлек бирелде, рәссам бик оҫта ине, режиссер ҙа “картинка”лар яратты, шуға күрә был боевикта нимә теләйбеҙ, шуны эшләй алдыҡ. Фильмдың бюджеты ла беҙҙең мөмкин­лектәрҙе ҡыҫманы.
– Бюджет тигәс, шуны һорамай булдыра алмайым. Башҡортостанда кеше ҡарарлыҡ нәфис фильм төшөрөү өсөн аҡса бүленмәй, тип әйтәләр. Ысынлап та, барыһы ла шулай финанслауға бәйлеме ни?
– Нимә тип әйтергә лә белмәй торам әле. Был бары тик минең фекерем генә бит инде, бәлки, яңылышамдыр, әммә үҙ ҡарашым итеп ҡабул итерҙәр, тип ышанам. Ысынын әйткәндә, бындай хәл менән тап булғаным юҡ, шуға күрә баш ҡаланан тороп башҡорт фильмының ни өсөн төшө­рөлмәүе хаҡында фекер йөрөтөү бик үк дөрөҫ тә булмаҫ, тип уйлайым. Күптән булғаным юҡ тарихи ватанымда, кино төшөргәнгә лә ни ғүмер үткән, аралашҡан кешеләр ҙә бик һирәк. Ә шәхсән үҙемде, әйҙәгеҙ, фильм төшөрәбеҙ тип саҡырыусы булманы. Ысынлап та, юғары сифатлы әҫәр күрергә теләһәк, финанслауҙы ла уйларға кәрәк. Унһыҙ булмай.
– Ҡуйыусы режиссер менән ҡуйыусы оператор араһындағы айырма хаҡында һөйләшәйек әле.
– Режиссер – идея, ә оператор идеяның һүрәттәрҙә, “картинка”ларҙа сағылышы өсөн яуаплы.
– Кино ҡарағандар араһында уны режиссер төшөрөүе хаҡында белмә­гәндәр ҙә бар икән. Камера менән оператор эш итеүе тураһында ла хәбәрҙар булмағандар юҡ түгел...
– Бәлки, шулай дөрөҫтөр ҙә. Кешеләр бит фильмды эстетик ләззәт алыу өсөн ҡарай. Кемдер яратҡан артистарын күрергә бара. Режиссер менән операторҙың кемлеген белеү кәрәк түгел, минеңсә. Иң мө­һи­ме – фильмдың уңышлы килеп сығыуы. Кемдер – Тарковскийҙы, икенселәр Сталлонены ҡарарға ярата.
– Ә һиңә кем ҡыҙыҡлы?
– Миңә бөтәһе лә ҡыҙыҡлы, һәр актер үҙенсә аса бит фекерҙе.
– Һөнәрең тормошта ла оҙатып йөрөй торғандыр. Мәҫәлән, ҡайһы саҡ үҙеңдең һәр нәмәне сәнғәтсә күрә башлауыңды тойғаның юҡмы?
– Бар, әлбиттә. Һәр ижадсы шулайҙыр ул. Бына, мәҫәлән, ҡояш ҡалҡҡан ваҡытта йорт эсендә яҡтылыҡтың нисек булыуы ҡыҙыҡлы миңә. Ишек алдында шул тиклем күп ҡар ята, һәм унда ҡояш төшөү менән тәҙрәнән өй эсенә яҡтылыҡ тула. Үҙенсә бер картина барлыҡҡа килә, һәм шуны күреп ҡыуанам. Дуҫтар менән осрашҡанда ла, мәҫәлән, уларҙың йөҙөнә яҡтылыҡ төшөү һөҙөмтәһендә портреттары нисек үҙгәреүен күҙәтәм. Был – һөнәри мауығыу, быны бер нисек тә үҙеңдән алып ташлап булмай.
– Ә һин профессионал булараҡ “тикшереп” ҡарамаған фильмдар бармы? Әллә һәр саҡ кинолар һинең энә күҙе­нән үтәме? Сәнғәт әҫәре иҫ киткес булһа, уны онотолоп ҡарай алаһыңмы?
– Эйе, онотолоп китеп ҡараған фильм­дар бар, әлбиттә, әммә мин барыбер нисек төшөрөлгәнен, нисек монтаж яһалғанын күрәм.
– Ә шулай ҙа... үҙәгеңә үткән фильм юҡмы ни?
– Был йәһәттән Фон Триер бик ҡыҙыҡлы эшләй, эстетика менән алдыра, стиле башҡаларҙыҡынан айырыла. “Танцующие в темноте” фильмын хәтерегеҙгә төшө­рөгөҙ әле. Ул – “тере камера” эстетикаһын тыуҙырған кеше. Фильмды ҡарағанда ундағы мөхиткә тәрән инеп китәһең, әйтерһең, үҙең ваҡиғалар барышында ҡатнашаһың. Күңелгә үтеп инерлек фильм ул, айырыла алмай ҡарайһың. Эйе, бына тора камера, бөтәһе лә төшөрөлгән, яҡтылыҡ, күләгәләр эшләнгәнен дә белә­һең, әммә иҫ киткес әҫәр тыуҙырылған!
Бер туған режиссерҙар Дарденндарҙың үҙ стилистикаһы бар. Улар фильмын “йәлләтеү” принцибына нигеҙләп эшләй, шуны аңлайһың, әммә барыбер кинолары тын да алмайынса ҡарала.
Джеймс Кэмерондың үҙ стиле бар. Уның киң билдәле әҫәрҙәрен ҡарамаған кеше һирәктер. Ул тамашасыға йоғонто яһауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Бик күп стилдәрҙә меңәрләгән фильм төшөрөлгән, һәм шулай булыуы яҡшы ла, сөнки һайлап алыу мөмкинлеге бар. Кешегә әле оҡшамаған бер фильм йылдар үткәс яратҡан киноһына әүерелеүе ихтимал.
– Һуңғы арала ниндәй фильмдарҙы ҡарайһың?
– Әле миңә комедиялар оҡшай. Кисә генә Айсыуаҡ менән бер нисә фильм ҡараныҡ. Комедия көлкөлө, еңел жанр тойолһа ла, уны төшөрөүе бик ҡатмарлы.
– Ни өсөн?
– Кешене илатыуы күпкә еңел, әммә бер ниндәй оятһыҙ күренешһеҙ, мыҫҡыл­лауһыҙ көлдөрөүе, ихлас көлдөрөүе бик ауыр ул. Эйе, ҡатмарлы уны төшөрөүе, әммә ҡыҙыҡлы.
– Һиңә ҡатмарлыраҡ булған һайын ҡыҙыҡлыраҡ инде?
– Юҡ, яратам тип әйтмәҫ инем ҡат­мар­лыҡтарҙы, әммә комедияларҙа эшлә­гәнем булды. Һуңғы төшөргән фильм­дарымдың береһе – “Ч/Б” тип атала. 2014 йылда тамашасы хөкөмөнә сыҡты. Шул тиклем ҡыҙыҡлы булды уны төшөрөүе, хатта ки майҙансыҡта көлөшөп хәл бөтә торғайны. Ә был бик һәйбәт күренеш, сөнки эш барышында ыңғай мөхит барлыҡҡа килә. Бөтәһе лә көлөшә, коллектив һәйбәт. Ижади процестың күңелемә үҙ булған мәле – ошо.
– Актерҙар һайлағанда режиссер операторҙың һүҙенә ҡолаҡ һаламы? Ғөмүмән, был кәрәкме?
– Ҡолаҡ һалмай, бының кәрәге лә юҡ. Мин унда тығылмайым, һәр кем үҙ эшен башҡарырға тейеш. Аҙаҡ үҙ фекеремде әйткәнем бар, әммә эш барышында ижад менән мауығып китәм.
– Фильмдарҙы анализлағанда һин кем: тәнҡитсеме, фекер алышыусымы? Үҙеңдең юлыңды эҙләүсеме?
– Эйе, мин ҡәтғи ҡараш белдермәйем, сөнки режиссер менән оператор шулай кәрәк тип тапҡан һәм шуға ошондай әҫәр төшөргән. Аңлауҙан бигерәк, фильмды тойорға тырышам. Был минең өсөн мөһимерәк. Әгәр фильмда шул осор, шул мөхит, шул мәл сағылған икән – минең өсөн шул еткән. Әммә быны эшләүе еңел түгел. Нимәнелер аңларға тырышҡанда беҙ тоймай башлайбыҙ. Шуға күрә әҫәрҙе тойоу яғындамын!
– Башҡорт мәҙәниәте, холҡо, тарихы һинең өсөн иң тәүҙә нимәлә сағыла? Бала сағыңдан берәй картина тасуирлап күрһәт әле?
– Милли мәҙәниәт минең өсөн иң тәүҙә атай-әсәйем йөҙөндә сағыла. Бала саҡ күренештәре, йомшаҡ, яғымлы телле башҡорттоң асылы күренә минең өсөн. Үкенескә ҡаршы, республиканан ситтә йәшәгәс, кино төшөргәндә күберәк урыҫса аралашҡас, туған телемдә һөйләшеү бәхете бик һирәк эләгә. Әммә телдең моңо һәр саҡ күңелгә йылылыҡ биреп тора.
Бала сағым күренеше тиһең инде. Хәҙер бына төшөрөп күрһәтәм, һин күҙ алдыңа баҫтыр. Икһеҙ-сикһеҙ дала, ҡылғандар, түбән ҡояш яҡтылығы, трусикта ғына йүгерешеп балалар йөрөй, ә йыраҡта йөк машинаһы килә, һәм унан бағаналай булып саң күтәрелә. Аҙаҡ ул туҙан шул тиклем оҙаҡ итеп ултыра. Был – минең алыҫта ҡалған бала сағым күренеше. Һарытау өлкәһендә йәйен һәр саҡ шулай була торғайны.
– Эйе, күрәм мин һинең ул бала сағыңды. Матур итеп һүрәтләнең... Ҡырғыҙ фильмдарындамы, ҡайҙалыр күргән дә һымаҡ булам хатта.
– Эйе, барҙыр, ҡаҙаҡ фильмдарында, бәлки. Һарытауға яҡын бит ул яҡтар. Ошоно тағы ла бер күрһәтке килә. Үҙемә лә бик оҡшай был ҡылғанлы, туҙанлы дала һулышы. Бала саҡ картиналары күпселек осраҡта бәхетле була бит. Бына был йыйылма образ күптәрҙең күңеленә яҡын булыр ине.
– Милли фильмдарҙа һине нимә йәлеп итә? Бына хәҙер ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, яҡут фильмдары барлыҡҡа килде бит инде. Ни әйтерһең был хаҡта?
– Әлбиттә, милли колорит, фактура оҡшай. Ҡырғыҙҙарҙың “Санжыра” фильмын атап әйтергә була. Режиссеры үҙенең бала сағы хаҡында һөйләй кеүек миңә. Шул тиклем тәмле итеп бирә ул Ҡырғыҙ­стандың мөхитен.
Корея фильмдарына ла битараф түгелмен.
– Айсыуаҡ төшөргән “Ел аулаусы” фильмына туҡталғым килә. Унда бит “һин – башҡорт, мин – башҡорт” тип әйтелмәй, әммә холоҡ-фиғел аша милләттең асылы сағыла.
– Эйе, тап шулай. Шуның менән ҡыҙыҡ­лы ла ул әҫәрҙәр. Миңә Айсыуаҡ менән эшләүе оҡшай, беҙ уның менән “Төндә мөмкин” тигән бер фильм төшөргәйнек. Бәлки, күргәнһегеҙҙер?
– Ҡараным, әлбиттә. Ул хаҡта яҙғаным да булды.
– Айсыуаҡ менән төшөргән тәүге фильмым шикелле. Бик алыҫ йылдарҙа булған кеүек инде ул ваҡиға (йылмая. – Авт.). Был киноның да үҙ мөхите, үҙ тын алышы бар. Бына ошондай фильмдар төшөрөү оҡшай миңә.
– Башҡорт режиссерҙарынан тағы кемде билдәләр инең? Ғөмүмән, улар­ҙың эштәре менән танышһыңмы?
– Ҡарарға тырышам. Миңә режиссер булараҡ та, оператор булараҡ та Рияз Исхаҡовтың ижади эштәре бик оҡшай. Музыкаль клиптарҙы ла ул бик уңышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп төшөрә. Риязды үҙем­дең беренсе уҡытыусым тип иҫәпләйем. Бөтә Рәсәй кинематография институтына тиклем мин уға барып эләктем. Дүрт фильм эшләнек. Бергә уҡырға индек, опе­раторлыҡ эшендә ул мине бик күп нәмәгә төшөндөрҙө, күҙемде асты, дөрөҫ итеп, ижади ҡараш менән фотоға төшөрөргә өйрәтте. Артабан эшләргә этәргес көс бирҙе, тиһәм дә яңылыш булмаҫ.
Флүзә Фархшатова менән бер нисә проектта эшләнем. Рәсәйҙең перспективалы, һоҡланғыс режиссерҙарының бере­һе. Уның менән эшләүе бик күңелле. Ысын мәғәнәһендә профессионал: барыһы ла аңлайышлы, ул операторҙан, актерҙарҙан нимә талап иткәнен, нимә күрергә телә­гәнен яҡшы белә. Флүзә менән эшләүе еңел, тип әйтер инем хатта.
– Халҡың, республикаң, милләтең өсөн ниндәй фильм төшөрөргә теләр инең? Был һинең өсөн мөһимме?
– Беҙ Айсыуаҡ менән ошо арала ғына был хаҡта һөйләшеп алдыҡ. Мин уға үҙемдең идеяларымды һөйләнем. Белмә­йем, улар Айсыуаҡҡа оҡшанымы икән, юҡмы, әммә мин күптән “Барака” киноһы стилендә Башҡортостан хаҡында фильм төшөрөргә хыялланам. Ҡарамаған булһаң, Интернет селтәренән табып, күҙ һал әле. Тик яҡшы сифатта булһын, сөнки был – фильм. Мин уны оператор булараҡ кәңәш итәм. Минең эшем – һүрәттәрҙе шәп сифатлы итеп күрһәтеү.
Бына ошо кимәлдә Башҡортостан хаҡында документаль-нәфис фильм тө­шөр­гөм килә. Унда республиканың тәби­ғәтен, тарихын, тотош үҫеш юлын, мәмер­йәләрен, балын, ҡымыҙын, әлбиттә, кеше­ләрен күрһәтергә була. Музыкаль яҡтан яҡшы биҙәлергә тейеш ул фильм. Бәлки, беҙгә был эштә Урал Иҙелбаев ярҙам итер ине. Унда бөтөнләй бер нәмә лә тауыш аша бирелмәй, ә бары тик картинкалар һәм моң аша әйтелә. Был – ысын мәғәнәһендә реаль, тормошҡа ашырлыҡ проект. Әлбиттә, сығымдар талап ителәсәк, әммә декорация, актерҙар өсөн түләүгә ҡарағанда, был фильмдың финанс яғы башҡа төрлөрәк булыр ине. Был бер көндә, айҙа төшөрөлә торған кино түгел, ул – йыллыҡ проект, сөнки фильмда йыл миҙгелдәре лә сағылыш табырға тейеш. Техниканы ла бынан, Мәскәүҙән, алып барырға кәрәк буласаҡ. Әлбиттә, постпродакшены ла шәп булырға тейеш!
– Ял иткәндә китаптарға ваҡытың табыламы?
– Китап уҡырға ваҡыт юҡ, тигәндәй. Әммә һуңғы арала Ошоны уҡыным.
– Рәсәйҙә Кино йылы икәне тойоламы?
– Әллә ни тойолмай шул. Ни сәбәптәндер мин генә түгел, бик күп таныш кино төшөрөүселәр, режиссерҙар, операторҙар эшһеҙ ултыра. Кемгә генә шылтыратһам да, шул уҡ хәл. Мәскәүҙә, әлбиттә, берәү ҙә эшһеҙ ҡалмаған, хәл-торош шулайыраҡ. Барыһы ла иҡтисади хәлдәргә бәйле, бөтәһе лә юҡ-бар нәмә төшөрөргә риза булырға мәжбүр. Шулай ҙа йылдың тәғәйенләнеше беҙгә ошо хәлдән сығырға ярҙам итер, тип ышанам.
– Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге гранттарға идеяларыңды тәҡдим иткәнең бармы?
– Юҡ, мин бит оператор, эште атҡарыу­сы, ә идеяларҙы туплаусы түгел. Режис­серҙың яҙыуы ихтимал, продюсерҙың да, ә был эштәр минекенән айырыла, шуға күрә тығылмайым. Оператор булып эшләп йөрөйөм һәм киләсәктә лә ошо үҙем белгәнемде башҡарырға ине иҫәп.
– Операторҙың үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында фильмдар бармы? “Оператор” фильмы тулыһынса асып бөтәме һинең һөнәрҙе?
– Ул фильмды, дөрөҫөн әйткәндә, ҡарағаным юҡ, әммә “Жизнь в забвении” киноһы тап беҙҙең эш хаҡында. Ҡарап ҡара, моғайын, оҡшатырһың. Уны күргән һәр кеше кино хаҡында барыһын да аңлаясаҡ. Фильм үҙе үк кино төшөрөүсе бер төркөм хаҡында – режиссер, оператор, актерҙар...
– Әйткәндәй, ҡайһы актерҙың уйыны һиңә яҡын?
– О-о-о! Бик күптәрҙеке. Кристофер Ллойд бик оҡшай. Джонни Деп, Ди Каприо кеүек актерҙарҙың уйыны ҡыҙыҡлы. “Ч/Б” фильмында Мераб Нинидзе уйнаны. Белһәң уның ниндәй актер икәнен! Иҫ киткес!
– Актерҙың “иҫ киткес”леге, һинеңсә, нимәлә сағыла?
– Мәҫәлән, шул уҡ Мераб – пластикалы актер. Режиссерҙың “бына ошондай эмоциялар күргем килә” тип әйтеүе була, ул шуны уйнай. Яңыраҡ Айсыуаҡ менән “Афоня” фильмын ҡарап ултырҙыҡ. Унда шундай урын бар: Симонова уйнаған героиня менән Куравлев уйнаған герой эскәмйәлә ултыра. “Афоня” ҡыҙҙы кире ҡаға, ул баш­та йылмая, шунан бойоға, шунан уйсанлана. Хәйер, бөтәһен дә һөйләп тә бөтөрөп булмай. Бер кадрҙа күпме хәл-ваҡиға күр­һәтелде, ниндәй генә хис-тойғо сағылманы, нисек кенә кеше күңеле асылманы – бына был, исмаһам, оҫталыҡ! Класс! Бер минут эсендә.
Әйткәндәй, Симонова, Чурикова менән эшләнем һуңғы проекттарҙың береһендә. Иҫ киткес актерҙар. Режиссер ҡуйған маҡсатҡа ла өлгәшәләр, үҙҙәре лә эшенән ҡәнәғәт ҡала төҫлө. Һоҡланғыс актерҙар!
– Операторҙың эше нимә ул, һинең­сә?
– Ул – яҡтылыҡты тойоу. Төрлө ракурс­тан бер үк кешегә яҡтылыҡ төрлөсә төшә, һөҙөмтәлә “картинка” ла үҙгәрә. Кадрҙа яҡтылыҡтың структураһы алышыныуын аңлағас, һин быларҙың барыһына ла йөкмәтке бирә алаһың. Яҡтылыҡты фай­ҙаланып, йөкмәткелә үҙеңә кәрәкле, ре­жиссерға ҡыҙыҡлы мөхит тыуҙыра алаһың. Был бит бик ҡыҙыҡлы! Һәр хәлдә, миңә ошолай эшләү, уйлау, тойоу оҡшай!
– Кеше булараҡ, операторҙа ниндәй сифаттар сағылырға тейеш: аралашыу­санлыҡмы, күҙәтеүсәнлекме, йомоҡ­лоҡмо?
– Әлбиттә, оператор күҙәтеүсән булырға тейеш. Уртаҡ тел таба белеү ҙә мөһим, бергә эшләгән команданы ихтирам итеү, хатта улар менән дуҫ булыу ҙа кәрәк. Минең бер етешһеҙлегем бар – тиҙ эшләргә яратам. Яйлап, уйлап башҡарырға тырышам, әммә килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Иң мөһиме – идеаль итергә тырышырға кә­рәкмәй, шулай тип уйлай башлаһаң, ниндәйҙер бер диуарға барып терәләһең дә артабан ижад итеп китеүе ауыр. Һөҙөм­тәлә хатта режиссер менән мөнәсәбәттәр ҙә боҙолоп ҡуйыуы ихтимал.
– Һеңлең Зәкиә лә, ҡустың Дамир ҙа кино өлкәһендә эшләй. Улар хаҡында һөйләп китһәң ине?
– Зәкиә режиссер Гүзәл Киреева менән сериалдар төшөрҙө, оператор булып эшлә­не. Әле балалар менән ауылда, әсәй-атай янында. Кино өлкәһенән күптән китте инде. Дамир Башҡортостанда фильм төшөрөү менән шөғөлләнә: үҙе үк режиссер ҙа, монтажлаусы ла, оператор ҙа...

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.


Фотолар ғаилә архивынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гөлбаныу
    Гөлбаныу от 02.04.2016, 14:26
    Кино йылында данлыҡлы йәштәребеҙ менән таныштырып барыу хуп был егетте үҙем өсөн астым ишеткәнем дә юҡ ине ана шулай күпме талантлы башҡорттар хаҡында белмәй йәшәйбеҙ






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780