Флүр Ғәлимовтың трилогияһы баҙыҡ характерҙар һынландырылған ҡатлаулы сюжеттарға ҡоролған. Яҙыусы төрлө көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә, тормошсан темаларҙы яҡтырта: мөхәббәт, тәрбиә, ата-әсә һәм балалар мөнәсәбәте, ер һәм дәүләтселек, хоҡуҡ һәм бурыстар, йәшәү һәм эшҡыуарлыҡ, яугирлек һәм ижад, намыҫ һәм хыянат, әхлаҡ һәм иман, эскелек, ришүәт, мәрхәмәт, магия, эзотерика, күрәҙәселек, сихыр, никах һәм ғаиләләрҙең тарҡалыуы, “артабан беҙгә нисек йәшәргә”, “кешелек ҡайҙа бара”... Был әҫәр тураһында киң матбуғат сараларында йәмәғәтселек һәм китап уҡыусыларҙың фекере күп булыр әле. Сөнки үҙенә йәшәү мәғәнәһен асҡан Салауат Байғазин образы, заманса һәм уйландырырлыҡ тормош ваҡиғаларына бай был трилогия бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.Башта уҡ шуны иҫкә төшөргөм килә: башҡорт халҡы – тәбиғәт балаһы. Ауыл кешеһенең күңеле ҡатмаған, йомшаҡ холоҡло, күңелендә уҫаллыҡ юҡ. Ә ҡала кешеһе башҡасараҡ: ҡорораҡмы, йомоғораҡмы шунда, әллә күңел ҡатылығы ла һиҙҙерә торғандыр; тормошта бөтәһен дә үлсәп, самалап, бизмәнләп тороуымы... Хатта күршеһендә кем йәшәгәнен белмәгәндәр ҙә бар бит.
Бөгөн һүҙ алып барыласаҡ китап – ҡала кешеһе тураһында. Әҫәрҙәге геройҙарҙың элекке тормошо ауылға бәйле иҫкә алынһа ла, хәл-ваҡиғалар, дөйөм алғанда, ҡала мөхитендә бара. Билдәле булыуынса, ундай тормош кешене тиҙ арала аҙҙыра ла, туҙҙыра ла... Әгәр үҙең бешмәгәнерәк булһаң, аҡылдан да яҙҙыра.
Салауат Байғазин – тормоштоң әсеһен күп татыған ауыр яҙмышлы кеше. Атайһыҙ бала саҡ, аслы-туҡлы йәшәү, тәрбиәһеҙлек, тәртипкә буй бирмәүе арҡаһында күп бәләгә юлыға. Бына ул үҙе ошо болотло бала сағын нисек хәтерләй:
“Алтынсы кластан һуң йәйге каникулда киоскылар талап йөрөгән Салауаттың компанияһы, һигеҙҙе тамамлап, ПТУ-ға кергәс, кеше талаған өсөн төрмәгә эләкте... Дүртеһенә лә өсәр йыл сәпәнеләр... Салауат йәшлек дуҫтарының аяныслы яҙмыштары тураһында аҙаҡ ҡына уйланды: “Уларҙың барыһы ла, шулай уҡ үҙем дә, имен булмаған ғаиләләрҙән инек бит...”
Әрме хеҙмәтендә Салауат “ҡыҙыу нөктә”гә эләгә – ике йыл Афғанстанда һуғыш ғәрәсәтендә “күрмәгәнен күрергә насип була”. Ҡаты йәрәхәтләнгәс, хәрби госпиталдәрҙә бик оҙаҡ ятырға, туғыҙ операция кисерергә тура килә. Дауаханала ятҡанда күҙ алдынан китмәгән Афғанстан тәбиғәте күренештәрен этюдҡа төшөрә. Этюдтар яҙыу теләге уның бөтөн булмышын биләп ала, хатта һыҙланыуҙарын да онота. Тап шул мәлдә ул ижад тылсымының иң юғары ләззәтен кисерә. Афғанстан өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, икенсе группа инвалиды таныҡлығы, бер төргәк этюдтары һәм ҡултыҡ таяғы – бына уның госпиталдән сыҡҡандағы бар мөлкәте.
Бына шундай ауыр тормош һынауҙары аша башлана Салауаттың ижад донъяһына килеү юлы. Үҙендә рәссамлыҡҡа һәләт барлығын асҡас, уҡырға инә, белем ала, янып-бирелеп ижадҡа тотона... Әммә илдә бөйөк үҙгәртеп ҡороу башлана. СССР-ҙың тарҡалыуы, донъяның аҫтын-өҫкә әйләндереүҙәр, йәшәүгә, ғөмүмән, тормошҡа ҡараштарҙың да ҡырҡҡа алмашыныуы, инанған идеяларҙың юҡҡа сығыуы, идеалдарҙың ҡыйралыуы, рухи ҡиммәттәребеҙҙең арзанайыуы, селпәрәмә килеүе – быларҙың барыһы ла Салауат Байғазин ише мәҙәниәт-сәнғәт әһелдәрен ижади мөхиттән айырҙы, оҙаҡ ваҡытҡа унан китергә мәжбүр итте.
* * *
Романдың прологында уҡ, рәссам Салауат Байғазин – Салауат Юлаев тоҡомонан, тиелә. Был, әлбиттә, “яр башында уҡ” бик ҙур “вәғәҙә” (заявка). Китапты ҡулына алған уҡыусы ҡапыл уйланып та, бер аҙ ғына ғәжәпләнеп тә ҡала: “Ысынлап та, Салауат Юлаевтың тоҡомонанмы икән?..” Салауат Юлаев – беҙҙең өсөн тарихи шәхес кенә түгел, ә милли батырыбыҙ, шағир һәм изге кеше лә. Шуға күрә уға ҡағылышлы һәр яңылыҡ беҙҙе ҡыҙыҡтырмай ҡалмай.
Әҙәп, әхлаҡ, иман дәүләттең һәм милләттең рухи тамырҙары икән, Салауат Юлаев – башҡорт иленең дәүләт тамғаһы, милләт символы.
Салауат Юлаев образына башҡорт әҙәбиәтендә байтаҡ яҙыусыларҙың мөрәжәғәт иткәне булды. Шуларҙың береһендә – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһының финалында, мәҫәлән, Салауат батыр һыу төбөнә атлап төшөп китә (батмай), йәғни диңгеҙ мөхитенә күсә.
Яҙыусы Флүр Ғәлимов үҙенең трилогияһында Салауат Юлаевтың яҙмышын икенсе төрлө хәл иткән: Салауат батыр үҙенең ҡанатлы Аҡбуҙатында күктәргә ашып бара.
Ике дәүерҙә тыуған ике әҫәрҙең финалдарында Салауат Юлаев образы ике төрлө художестволы сиселеш аша күрһәтелһә лә (тәүгеһендә – Һыу Тәңрегә китеү, икенсеһендә – Күк Тәңрегә ашыу), асылда уларҙың икеһендә лә легендар батырҙың Мәңгелеккә китеүе, Мәңгелек менән ҡушылыуы тип аңлап (аңлатып) булалыр.
Һәм бына яҙыусы Флүр Ғәлимовтың ижад фантазияһы менән романдың башында уҡ Салауат батырҙан түл алыу (түл ҡалдырыу) йолаһы башҡарыла: “Пугачев яуы тамамланыуға барған осорҙа карателдәр бөйөк батырҙың ҡатындарын, балаларын ҡулға ала... Бөтөн башҡорт иле күҙ терәп торған батырыбыҙҙың тоҡомон ҡороторға самалайҙар, тип фараз ҡылған аҡһаҡалдар батырҙан түл алыу йолаһын атҡарырға ҡарар итә. Салауаттың нәҫел ебен дауам иттереү өсөн... ырыуҙарынан Көнһылыу исемле иң һылыу ҡыҙҙы һайлап алып, батырға никахлап бирҙертәләр”.
Батырҙан түл алыуҙы боронғоларҙың оло сер итеп һаҡлауҙарына ла ишара яһай автор. Был деталь дә (түл алыу – нәҫел һаҡлау) – әһәмиәтле факт, сөнки аҡһаҡалдар илдең киләсәген ҡайғыртып эш итер булған. Илдә ир-азаматтың тотҡан роле бәхәс, шик йә икеләнеү тыуҙырмаған. Боронғо ҡобайырҙарыбыҙҙа ла:
Бейек тауҙың үлгәне –
Башын монар алғаны,
Ир-егеттең үлгәне –
Илен дошман алғаны... –
тип юҡҡа ғына әйтелмәгән, ир-егеттәрҙең ил алдындағы олуғ яуаплылығын һүҙ сәнғәтендә мәңгеләштергәндәр.
* * *
Автор трилогияһының беренсе китабында бер мифты, дөрөҫөрәге, легенданы яҙып үтә. Өс бер туған ағай-эне тураһындағы был миф тәрән мәғәнәгә эйә. Быларҙың өлкәне аҡ тәнле, икенсеһе африкандарға тартым, өсөнсөһө ҡытай кешеһенә оҡшаған. Улар, ҡан-ҡәрҙәштәр булыуға ҡарамаҫтан, ғүмер буйына ыҙғышып-талашып йәшәй. Бер-береһенә үсләшеүҙәренең сәбәбен Салауат былайыраҡ аңлата: “Бүре олатайға йәрәшелгән Зөләйха исемле әбейемде йөҙ йыл тирәһе элек Ҡытай ҡартҡа биргәндәр. Ошоноң арҡаһында ҡытай-бүре һуғышы тоҡанып китеп, хәҙер бер быуатҡа яҡын дауам итә...” Әммә аҡ тәнле Бүре бабай нәҫелдәре һары тәнле Ҡытай ҡарт тоҡомдарын күпме үлтерһә лә, тегеләр йылдан-йыл арта, ә аҡ тәнлеләр, киреһенсә, күҙгә күренеп кәмеп, юҡҡа сығып бара.
Яҙыусының был миф-легендаһы – бөтөн кешелек донъяһына пародия булғандай ғибрәтле хәл. Был йөҙ йыл элекке тарих – трилогияның нигеҙ таштарының береһе, сөнки Флүр Ғәлимовтың әлеге геройҙары – ана шул өс бер туған Бүре бабайҙың, Ҡытай ҡарттың һәм Ҡашыҡ бабайҙың бишенсе-алтынсы быуын балалары.
Миф – ул әкиәт тә, уйҙырма ла түгел, ә тормошта ҡасандыр булған хәл, ысынбарлыҡ, ти Салауат Байғазин һәм миф, дин, тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе тураһында юрист, Юғары Суд судьяһы Әнүз Япҡаровҡа “лекция уҡый” – үҙенең “ҡан дошманы”ның күҙен аса.
“Аҙғын тәүбәһе” трилогияһында автор глобаль маҡсат ҡуя – йәшәү мәғәнәһен асыу. Әҫәрҙең төп геройы Салауат Байғазин йәшәү мәғәнәһенең айышына төшөнөүгә бер рухи хәлдән икенсеһенә әкренләп, эҙмә-эҙлекле рәүештә, бар булмышы аша килә: йәшәү мәғәнәһе иң тәүҙә үҙ-үҙеңде, үҙ юлыңды табыуҙа тип уйлай ул; тапҡас, ижад итеүҙә, тип ҡанатлана; эшҡыуарлыҡҡа мөкиббән китеп, ижад шатлыҡтарынан мәхрүм ҡалғас, йәшәү мәғәнәһе – бәхетле ғаиләләлер, тип күңелен йыуата; һуңынан – мөхәббәттәлер, тип үрһәләнә; торараҡ инде, бер ниндәй ҙә хаҡын һорап тормайынса, кешегә изгелектәр эшләүҙә, тип ҡарай һәм, ахыр сиктә, иманға ҡайтыуҙа, тип таба.
Ошоларҙан сығып күҙаллаһаң, Флүр Ғәлимов үҙенең трилогияһында аҙғынлыҡтың тамырҙарын аса, аҡса ҡоло булыу һәм кәйеф-сафа ҡороу, бер көнлөк мәнфәғәттәр менән генә йәшәү, иманды юғалтыу тормош төпкөлөнә тәгәрәү икәнлеген күрһәтә, аҙғынлыҡ тигән һәләкәт упҡынынан иҫкәртә, батҡандарға унан сығыу юлдарын да өйрәтә. Улай ғына ла түгел, хатта ысын йәшәү мәғәнәһен аса: кеше нимә өсөн йәшәй? Йәшәү мәғәнәһе нимәлә? Ҡайҙа бара был донъя? Гонаһ шомлоғонан ҡотолоу юлдары бармы? Донъяны нимә ҡотҡарыр? Артабан беҙгә нимә эшләргә? Дөрөҫ йәшәйемме мин?..
Былар бөтәһе лә – бөгөнгө замандаштарыбыҙ өсөн иң зарур, иң мөһим һорауҙар. Тормошта һәр кем үҙенә ошондай һорауҙар ҡуйһа һәм яуабын эҙләп тапһа, тимәк, ул әле үҙенең кешелек сифаттарын юғалтмаған. Тәүбә ҡылып, иманға ҡайтырға бер ваҡытта ла һуң түгел икән, баҡһаң.
* * *
Мөхәббәт темаһы – трилогияла иң үҙәктәгеләрҙең береһе, хатта, әгәр ағасты уның ҡеүәтле олоно тотоп тора, тибеҙ икән, Салауат Байғазиндың мөхәббәт мажаралары барлыҡ әҫәрҙе тотоп тора.
Флүр Ғәлимовтың “мөхәббәт лирикаһы” һоҡландыра. Ул һүрәтләмәләр – яҙылыш кимәле яғынан әҫәрҙең иң нескә, иң хисле, иң моңһоу, иң яҡты, иң һағышлы биттәре. Аһәңле йырҙар, лиро-философик шиғырҙар менән ҡаймаланған, хис-тойғоларға мөлдөрәмә эпизодтар менән биҙәлгән “мөхәббәт сәхнәләрен” уҡыу үҙе бер кинәнес. Шуныһы билдәле: Салауат Байғазин өсөн һөйөү – йәшәү сығанағы, йәғни ул мөхәббәтһеҙ йәшәй алмай. Салауат ҡатын-ҡыҙ менән бары тик саф, изге ниәттәрҙән сығып осраша, уны буласаҡ балаларының әсәһе статусына күтәрә, ә ҡатыны Лилит әйткәнсә (“нәҫел үгеҙе”), ирлек теләген ҡәнәғәтләндерер өсөн генә йөрөмәй. Бына был – иң мөһиме. Ғашиҡ кеше нимәгә һәләтле булһа, Салауат шуларҙың барыһын да булдыра, һөйгәне өсөн һәм саф мөхәббәте хаҡына бөтәһен дә эшләргә әҙер. Һәм һүҙендә тора ла: эшен дә аса, аҡсаһын да таба, йортон да һала; йырлай ҙа, шиғыр ҙа яҙа, һүрәт тә төшөрә (триптих яҙа!). Салауаттың ташып торған егетлек дәрте, артабан – ысын ир сифаттары бигерәк тә дүрт балаһына ғүмер биргән ҡатыны Лилиә (Лилит, элекке Зөләйха) менән үткән йылы, йырлы, хисле, иң бәхетле йәшлек йылдары, икенсе бисәлеккә алырға ниәтләгән йәш кәләше Зөлфиә менән булған йөрәк яндырғыс хистәргә тулы тамашалары (ресторан-клубта сығышы, сәйәхәттәрҙә), юғалтҡан беренсе мөхәббәте Земфираны утыҙ йылдан һуң осратҡас кисергән үкенес-әрнеү ҡатыш яҡты хәтирәләре (мәктәптә, паркта, урамда), инде ҡатыны Лилит менән (“эт менән бесәйгә әйләнеп”) айырылышҡас, башта Аннаға әүрәп йөрөүҙәр, унан бер аҙға ғына Зәлифәне осратыуы һәм, аҙаҡ килеп, бер күреүҙә ғашиҡ булған ике балалы Көнһылыуға уянған иң һуңғы ҡайнар мөхәббәте (көҙгө күкрәүҙәй татлы һөйөүҙәренең аҫыл емеше – ҡыҙҙары Исменаздың тыуыуы!) – барыһы ла авторҙың йөрәк хистәре тыуҙырған һоҡланғыс сәхифәләр.
Был тиклем күп ҡатын-ҡыҙ менән “күпмөйөшлө” бәйләнештәрен уҡығас, ҡайһы бер фекерҙәштәр Салауат Байғазинды Дон-Жуанлыҡта ла ғәйепләр.
Донъяның ағын-ҡараһын айырған, әсеһен-сөсөһөн татыған, тормош тәжрибәһе туплаған Салауаттың һөйөү хистәрендә яныуҙары, айырған ҡатыны Лилиттың даими атып торған нәфрәт уҡтарынан яфаланыуҙары аша фәһемле һығымталарға ла килә: “Эй, был ҡатын-ҡыҙ! Һеҙҙең серегеҙҙе асҡан ир заты әлегә яҡты донъяға тыумағандыр. Һәм киләсәктә лә тыумаҫ... Ҡатын-ҡыҙҙы бер ҡасан да еңеп булмай, уны яратырға ғына кәрәк...”
Салауаттың һәр береһе үҙаллы характер кимәленә еткереп “һырланған” хәләл ефеттәре (Лилит, Көнһылыу) һәм һөйәркәләре (Зөлфиә, Анна...) аша яҙыусы беҙгә шундай таныш булған бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе киң палитралы ысынбарлығында һәм бөтә тулылығында һүрәтләп бирә түгелме?!
Автор бәғзе бер осраҡта хатта кире геройын да, эмоцияларға бирелеп, хис-тойғо ҡойононда күрһәтергә тотона. Инде ҡатыны Лилиттан суд аша айырылышҡас һәм һуңғы мөхәббәте Көнһылыу менән йәшәп ятҡанында, “Юнона менән Авось” рок-операһын (композитор Алексей Рыбников, шағир Андрей Вознесенский, 1981 йыл) ҡарап ҡайтҡан ваҡытта Салауатты йән әрнеткес күңелһеҙ хәтирәләр биләп ала: “Каучук” мәҙәниәт һарайынан ҡайтышлай төнгө паркта ҡулға-ҡул тотоношоп, йырлашып йөрөгәндәрен бер ҡасан да онота алмаҫ улар. Лилиттың (ул саҡтағы Лилиәнең) ҡайнар устарын ҡулына алып, ниндәйҙер эске тетрәнеш, эйфория кисереп йырлап ебәрә Салауат. Ә Лилиә (аҙаҡ Лилит), уға күҙҙәрен тултырып ҡарап, яуап итеп йырлай: “Заслонивши тебя от простуды, / Я подумаю: “Боже Всевышний.” / Я тебя никогда не забуду, / Я тебя никогда не увижу...” Һуңғы куплетын улар икәүләп йырлай... “Утыҙ йыл ғүмер үткәндән һуң, Көнһылыу менән шул уҡ “Каучук” мәҙәниәт һарайынан ҡайтып барышлай, яңы һәм һуңғы йәренең устарын нығыраҡ ҡыҫып, Салауат (был юлы) эсенән генә көйләне.... Зәңгәр томандар артында ҡалған йәшлек иленән Лилиттың тауышы ишетелгәндәй булды:
Я тебя никогда не увижу,
Я тебя никогда не забуду...”
Был матур лирик алым роман туҡымаһының төҫөн аса, төп геройҙың ыңғай һәм кире характер һыҙаттарын тулыландыра, киңәйтә генә төшә.
“Юнона менән Авось” рок-операһы күңеленең аҫтын-өҫкә килтергән, илауҙан буҫығып бөткән һәм өнһөҙ генә атлаған кәләше Көнһылыуҙы етәкләп, Салауаттың өйөнә ҡайтып килеү картинаһы, минеңсә, әҫәрҙең өс китабындағы тасуирлау-һүрәтләүҙәр араһында иң яҡтыһы һәм иң уңышлыһылыр. Салауаттың хәтирәләренең моңло йырҙар менән үрелеп барыуы, татлы хыялдарға сорналған йәшлек һөйөүенең йөрәкте семетеүе лә берсә күңел ҡылдарын иңрәтә, берсә йәшенле күкрәү булып асмандарға бәрелә. Йөрәгендә, гүйә, юғалтыу (Лилит) һәм табыштар (Көнһылыу) бәрелеше!
Төп геройының күңел болоҡһоуҙарын, күңел тетрәнеүҙәрен автор тәбиғәт күренеше (ҡапыл ҡоторған буран) аша ла бик уңышлы бирә. Буран эсенә инеп күҙҙән юғалған балалары өсөн йәне һыҙланыуы, тәбиғәттең көйһөҙләнеүе үтәһенән, гүйә, Салауаттың бөтә ғүмерен һәм барлыҡ кисерештәрен тейәп-осороп, күҙ алдынан уҙа...
Әҫәрендә Флүр Ғәлимов күп ҡатынлылыҡ һәм матриархат проблемаларына ла бер ни тиклем ҡағылып үтә.
Салауат Байғазин, ҡатыны Лилитты һәм балаларын ташламай ғына, йәғни улар менән бергә йәшәп, йәнә йәш ҡатын алырға теләй. Әммә бисәһе лә, һөйәркәһе Зөлфиә лә Салауаттың уртаҡ ир булыуына риза түгелдәр. Салауат үҙе лә Лилиттан һис кенә лә киткеһе килмәй, әлбиттә. Балаларын үҙе үҫтерергә, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләргә теләй. Лилит менән Зөлфиәгә ул күп ҡатынлылыҡтың ҡайһы бер сит илдәрҙә, туғандаш төрки телле республикаларҙа ла ыңғай хәл ителеп, законлаштырылғанын да аңлатып ҡарай. Әммә... Ҡатындар Салауатты бүлешергә теләмәй. “Ир бирмәк – йән бирмәк” тигән халыҡ әйтеме үҙ көсөндә ҡала.
Авторҙың матриархат тураһындағы фекерҙәре ҡыҙыҡ та, фәһемле лә (һабаҡ алыусылар табылһа). Ҡатын-ҡыҙ күптән инде – әле Совет власы тарафынан уҡ – йәмғиәттә ир кеше менән бер тигеҙ хоҡуҡи шарттарға ҡуйылһа ла, авторҙың фекеренсә, бөгөн хәл бик ныҡ үҙгәрҙе. Ҡатындар ил менән дә, ир менән дә идара итә икән. Был хәл ғаилә тормошонда була торған төрлө сетерекле осраҡтарҙа үҙенең донъяуи ҡануниәте йәһәтенән камил түгеллеген белгертә, бер яҡтың ғына мәнфәғәтен күҙәтеүгә (һаҡлауға) ҡоролғанлығы асыҡлана.
* * *
Флүр Ғәлимовтың Салауаты картиналар яҙғанында “ижадтың татлы ғазаптарын, илерткес шатлыҡтарын” кисергән, әйтеп бөтмәҫлек ҡәнәғәтлек, эске кинәнес, рухи күтәрелеш тойған. Һәм әле лә, ғүмеренең уртаһына еткәндә, үҙенең иң мөһим, иң ҙур хеҙмәте булырлыҡ “Тәүбә” триптихын яҙғанында әллә күпме кисерештәр, тау ҡәҙәрле йән әрнеүҙәре аша үтә: “Их, бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса, кеше һүҙенән дә өркмәйенсә, ни теләйем – шуны яҙа алһам ине! Минең өсөн иң хәтәр цензор, әлбиттә, Лилит инде... Әҫәрҙәремде үҙенсә аңлап, ул көнләшәсәк һәм үсегәсәк. Был көн кеүек асыҡ. Әҫәрҙәрем менән ҡатынымды ҡыйырһытыуҙан ҡурҡам икән, тимәк, тулыһынса ижади азатлыҡҡа ирешеп етмәгәнмен. Эске азатлығы ҡыҫылған рәссам ысын ижадсы бейеклегенә күтәрелеп, бөйөк әҫәрҙәр яҙа аламы һуң?..”
Рәссам Салауат Байғазиндың кисерештәрен яҙыусының үҙенә ҡарата ла әйтеп (күсереп) була торғандыр. Флүр Ғәлимов “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһын ҡыйыу рәүештә, бөтә уй-фекерҙәрендә лә ихлас, бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса-йәшермәйенсә яҙған. Беренсе китаптың башында уҡ ҡуйылған “Аллаһы Тәғәләнән генә ҡурҡырға хоҡуғым бар” тигән эпиграф үҙен аҡлай. Ижадта эске азатлыҡ бына шулай була торғандыр.
Бөйөк рус яҙыусыһы Валентин Распутин үҙенең повестары һәм хикәйәләре геройҙарының уй-фекерҙәре, ҡылған эш-ҡылыҡтары аша көндәлек ысынбарлыҡты һүрәтләй. Ни өсөн был яҙыусыны бер тапҡыр уҡығандан һуң йәнә уҡығы килә? Сөнки ул һүрәтләгән образдар йән әрнеүҙәре, йөрәк һыҙланыуҙары менән – ысын кешеләрсә беҙҙе арбай, хәтерҙә ҡала.
Флүр Ғәлимовтың трилогияһы ла тап ошо “асҡыста” – ҡырыҫ реализм менән авангардизм стилендә яҙылыуы менән уҡыусының күңел донъяһын тиҙ яулай. Уйлай китһәң, ысынлап та, замана әҙәм балаһын ни тиклем үҙгәртте! Кем әйтмешләй, һәр кемдең эсендә шайтан ултыралыр ки, күренһен өсөн уны төрткөләп ҡуҙғатырға ғына кәрәк тигәндәй, аҙғынлыҡ ғәләмәте бер кемде лә уйландырмай ҡалмаҫ.
Автор әҫәрендә һүрәтләр тормош материалын бик ныҡ һәм оҙайлы өйрәнгән (трилогия ун биш йыл һуҙымында яҙылған!), күп уҡыған, күп аралашҡан. Ул иҡтисадты, сәйәсәтте, юриспруденцияны, эшҡыуарлыҡ серҙәрен яҡшы белә. Шул уҡ ваҡытта трилогия баштан-аяҡ авторҙың үҙ биографияһына таянып яҙылған тип раҫлау ҙа урынһыҙ булыр ине. Әммә үҙенең кисереш-юғалтыуҙары һәм бай тормош тәжрибәһе уға әҫәренең төп геройы Салауат Байғазин образын сағыу буяуҙарҙа күп яҡлы итеп һынландырыуға һис һүҙһеҙ ныҡ булышлыҡ иткән.
Икенсенән, Флүр Миңлешәриф улы – киң мәғлүмәтле, юғары эрудициялы шәхес, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; һынлы сәнғәтте, донъя һәм рус әҙәбиәтен, гуманитар фәндәрҙе, мифология, ислам дине тарихы, йәмғиәт үҫеше, йәшәйешебеҙгә фәлсәфәүи ҡараш тәңгәлендә лә белгестәр, ғалимдар менән әңгәмәләшер кимәлдәге әҙип. Трилогияла атҡаҙанған рәссам Салауат Байғазиндың республика гәзите хәбәрсеһе Әлфиә Мөхәмәтова менән әңгәмәһе (365 – 380-се биттәр), әҫәрҙең финалында Юғары Суд судьяһы, юридик фәндәр докторы Әнүз Япҡаров менән киҫкен фекер алышы (453 – 458-се биттәр) – авторҙың үҙе өсөн дә бик етди һынау, һыналыш. Был эпизодтар – ҡоро һүҙ түгел, ә рәссам Салауаттың донъяға ҡарашын билдәләй торған, ышандырғыс кимәлдәге әңгәмәләр.
Өсөнсөнән, авторҙың кешелектең үҫеш тарихы, бөгөнгө ижтимағи-сәйәси хәлебеҙ, бәндәләрҙең киләсәкке яҙмышы хаҡында төплө фекер йөрөтөүе был тәңгәлдә философия фәндәре докторы, БДУ профессоры Айтуған Йәнғужиндың ҡараштары менән дә тап килә: “Человечество ныне находится на таком рубеже своей истории, когда от него самого зависит решение поистине гамлетовского вопроса: быть или не быть?” (А. Янгузин. Философия и наука: перспективы взаимодействия. – ж. “Ватандаш”, 2009, №4, 155-се бит.)
“Быть или не быть?” – был фраза беҙгә әҫәрҙән таныш инде. Салауат Байғазиндың эскелек арҡаһында ҡырҡ йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашҡан атаһы – тирә-яҡта иң яҡшы физика һәм математика уҡытыусыһы – балаларға класс сәғәттәрендә ысын артистарса илһамланып һәм мауығып В. Шекспирҙың “Гамлет, принц датский” трагедияһын яттан һөйләй торған булған. Класс етәксеһенең “Быть или не быть? Вот в чем вопрос!” тигән яратҡан һорауы уның тәрбиәләнеүселәренең күңелендә яҡты хәтирә булып уйылып ҡалған: берәүҙәренә ул бары лаҡапҡа әйләнгән рефрен-һорау ғына, икенселәренә ул ысынлап та уйландырыр тормош һабағы ла. Ә Салауат өсөн атаһының ҡабатларға яратҡан был һүҙе – ҡасандыр уның тормош девизы – хәҙер инде улына атаһының берҙән-бер аманаты ла, васыяты ла булып яңғырай.
* * *
Китаптың һуңғы биттәрен япҡас, күңелде әллә ниндәй йәнде һыҙып ҡына торған һағыш биләп алды. Әҫәр тамам, ә ни өсөн миңә еңел түгел? Күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо ла, Салауаттың, үҙ-үҙен еңеп, бөйөк маҡсатына ирешеүенән аҙ ғына тантана итеү ҙә тоймайым... Нилектән бындай билдәһеҙлек биләп алды һуң? Яҡында ғына “Нимәгә өйрәтәбеҙ йәштәрҙе? Ошо аҙғынлыҡ тураһындағы китаптан яңы аҙғынлыҡҡамы?..” тигән битәрләү һүҙҙәре лә ишетелеп ҡалғандай ҡолағыма.
Минеңсә, улай бер яҡлы ғына ҡарарға ярамай был ифрат ҙур мәсьәләгә. Әҫәр бит туранан-тура аҙғынлыҡ хаҡында түгел, ә аҙғынлыҡ һаҙлығына батып барған кешенең унан сығыу юлдарын табыуын һүрәтләй, уйланырға саҡыра: кеше, әгәр иманына ҡайтмаһа, алда уны ниндәй хәтәр яҙмыш көтә, ғүмер юлында ниндәй яңы упҡындар һағалай? Бына бит хикмәт нимәлә! Булдыра алабыҙмы, юҡмы? Салауат Байғазиндың атаһы әйтмешләй: “Быть или не быть? Вот в чем вопрос!..”
Әле инде, китапты уҡып сыҡҡандан һуң байтаҡ ваҡыт үткәс, тойғо-хистәр бер аҙ һыуына төшкәс, ҡапыл ғына башҡа шундай уй йүгерҙе: әҫәрҙе уҡып бөткәс тә хасил булған шом, борсолоулы һағыш ул беҙҙең бөгөнгө хәлебеҙҙә Салауат Байғазин һымаҡ була ла, булдыра ла алмауыбыҙҙы тойоп әсенеүҙәндер, йә иһә ул кисергәндәрҙе, ул үткән ут-һыуҙарҙы, юғалтыу-фажиғәләрҙе үтә алмаясағыбыҙҙы аңғартҡан көсһөҙлөгөбөҙҙәндер? Салауат бит – хыялдағы кеше бейеклеге, ижадсы фантазияһы һәм яҙыусы оҫталығы менән тыуҙырылған йыйылма образ.
Салауат Байғазин тураһында күпме генә һөйләһәк тә, бәхәсле фекер алышһаҡ та, бөгөнгө беҙҙең мөхиттә уны күптәр ҡабатлай ҙа алмаясаҡ түгелме? Ләкин бит ул – бөгөнгө генә түгел, ә яңы заман геройы! Һәм бына тап уның ижад итеү һәм йәшәү өлгөһөндә яңы быуаттың яңы быуыны Салауаттың тәүбәгә килеп, иманға ҡайтыу батырлығын ҡабатлай алмаҫтар инеме ни?! Әлбиттә, иманға ҡайтыу – һәр кемдең үҙ ихтыярындағы ирекле эш. Шулай булһа ла, был тормошта, иманһыҙ бәндә булыуға ҡарағанда, иманлы кеше булып йәшәүең мең алтындан артыҡтыр ул!
Ә йәштәрҙә дәрт тә, дарман да, белем дә етерлек. Трилогияла ла бит Салауат Байғазиндың улы Рөстәм, йәнә уның элекке төрмәләш дуҫтары – бөгөнгө мәҙрәсә шәкерттәре – ислам дине юлына баҫа лабаһа! Был, һис шикһеҙ, өмөт уятырлыҡ факт. Тормошта ла ундай хәлдәр тулып ята. Ә әҙәбиәтебеҙ ғүмер баҡый ыңғай герой проблемаһы менән йәшәне, үҫте. Дөрөҫөрәге, китап уҡыусы ыңғай геройға һыуһап, сарсап йәшәне, ыңғай герой эҙләне, тапты. Бына беҙ, бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килгән быуын, кескәй саҡтан уҡ батырҙар өлгөһөндә үҫтек, гел дә уларға оҡшарға тырыштыҡ. Чапаев булып уйнаныҡ, Павлик Морозов, Зоя Космодемьянская, Олег Кошевой, Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) өлгөләрендә, пионер, комсомол сафында тәрбиәләндек.
Эйе, заманалар үҙгәрҙе, күп нәмәне иләгенән елгәрҙе... Әммә бөгөн инде яңы заман геройҙары кәрәк. Һәм бына ул – ижадсы, юғары белемле эшҡыуар, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев тоҡомонан Салауат Байғазин!
Әлбиттә, Салауат бөтә кешегә лә бер юлы ярап бөткәндәй идеаль герой ҙа түгелдер тәү ҡарауға. Әммә донъяла һәр яҡлап камил кешене табыуы ла ҡыйын. Ә Салауат Байғазиндан өйрәнер, холҡонан үҙеңә өлгө итеп алыр ыңғай сифаттары бик күп. Бына уның характер һыҙаттарының иң мөһимдәре:
– ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ, бер нимәгә ҡарамай үҙ маҡсатыңа өлгәшеү;
– ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, яугирлек (Салауат – Афған һуғышы геройы);
– ниндәй генә сетерекле хәлдәргә тарығанда ла, үҙ-үҙен яҡлай алыу һәләте;
– милли ғорурлыҡ тойғоһо, һынмаҫ рух көсө, сыҙамлыҡ (туғыҙ операция үткәреп тә бирешмәй һаулығын һаҡлап ҡалыуы);
– үҙ туған теленең һәм йыр-моңоноң патриоты, юғары интеллектуал-ижадсы;
– ниндәй генә эшкә тотонһа ла булдыра: башы ла эшләй, ҡулынан да килә;
– кешеләргә ярҙамсыл, ҡулы йомарт, күңеле киң;
– тынғыһыҙ эшҡыуар, кәсепкәр: мал уны эҙләмәй, ул малды таба. Малһыҙ ир – һанһыҙ.
Өлгө алыу, әлбиттә, уның күсермәһе (копияһы) булыу тигән һүҙ түгел, ә геройҙың көслө характер һыҙаттарын, алдына ҡуйған бәләкәй һәм оло маҡсаттарына ирешеү ысулдарын өйрәнеү, үҙләштереү, үҙеңде шуға әҙерләү, бары изгелеккә, яҡшылыҡҡа илтеү юлдарын үҙең тәртәгә егелеп үтеү ҙә, илең, тыуған ерең, халҡың алдындағы кешелек бурысыңды намыҫ менән үтәү ҙә ул!
“...Әммә иң мөһиме – беҙ төп маҡсатыбыҙға өлгәшергә тейешбеҙ. Төп маҡсат – ҡасандыр атабыҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауа Иблис ҡотҡоһона бирелеүҙәре арҡаһында ҡыуылған ожмахҡа әйләнеп ҡайтыу. Нәҡ ошо – йәшәү мәғәнәһе, нәҡ ошо – төп маҡсатыбыҙ, нәҡ ошоноң өсөн генә беҙ яҡты донъяға килгәнбеҙ...” – Яҙыусы Флүр Ғәлимовҡа бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә ошондай иҫ киткес ҙур асыл хәҡиҡәтте тәүләп күтәреү өлөшө яҙғандыр, ахыры. Был бит бурыс ҡына ла түгел, ә ҙур яуаплылыҡ, ижад бәхете. Әҫәр ошо әсе хәҡиҡәтте бер кешенең (Салауат Байғазиндың) тормошо, мөхәббәте, ижады һәм эшмәкәрлеге, икеләнеүҙәре һәм хаталары, уйланыуҙары һәм кисерештәре аша тасуирлап та, һөйләп тә, көйләп тә, йырлап та, илап та, һүрәтләп тә беҙҙең күҙ алдынан үткәрә.
Беҙ тәпәй баҫҡан, көн дә атлап йөрөгән, һәр беребеҙгә үтә лә яҡын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз тыуған ер төшөнсәһе әҫәрҙә донъя кимәленәсә үҫтерелә: “Салауаттың тыуған ауылындағы бәләкәс кенә Стәрле йылғаһы – Ашҡаҙарға, Ашҡаҙар – Ағиҙелгә, Ағиҙел – Камаға, Кама – Оло Иҙелгә, Оло Иҙел диңгеҙгә ҡоя. Диңгеҙ океандар менән тоташҡан, ә океандар бөтөн Ер шарын ҡосағына алған...”
Сикһеҙ даръяны иңләп-ҡосаҡлап ағылған тынғыһыҙ тулҡындар булып, бихисап һорауҙар беҙ баҫып торған текә ярға аяуһыҙ ябырыла:
l• “Ниндәй хәлгә төштөк һуң?!
l• Әҙәм менән Һауа ожмахтан ҡыуылған икән, Ер йөҙөндә бәхеттең булыуы мөмкинме?
l• Юғалтылған ожмахҡа нисек әйләнеп ҡайтырға?..”
Был – трилогияның эпилогында яңғыраған иң һуңғы, иң ауыр, әммә иң мөҡәддәс аккордтар...
Яҙыусы Ф. Ғәлимов үҙенең трилогияһында мигранттар проблемаһын да урап үтә алмаған. Үҙ тыуған ереңдең тейелгеһеҙлеге, бөтөнлөгө һәм халҡыңдың тыныс тормошо иң әүәл рухи берҙәмлегенә, күп милләтле дәүләт булараҡ тупланғанлығына бәйле икәнлеге көн кеүек асыҡ.
* * *
Флүр Ғәлимов үҫтергән өс айырса тарбаҡлы мөһабәт ағастың ҡыу ботаҡтары ла, һулыған япраҡтары ла юҡмы ни? Булыуы ла ихтимал, сөнки тормошта ла наҙлап, иркәләп тәрбиәләп үҫтергән баланың да ҡайһы мәл ул-был кәмселектәре килеп сыҡҡылай бит.
Шундай баҙыҡ характерҙар тыуҙырған, ҡатмарлы сюжеттарҙан туҡылған ҙур күләмле әҫәрҙә ваҡ-төйәк етешмәгән, йә артыҡ яҡтары ла булырға мөмкин. Авторҙың төп герой Салауаттың йөрөмтәллеген һүрәтләүҙә артыҡ мауығып китеүе һөҙөмтәһеме, бәләһеме, әммә мөхәббәт сылбырында артыҡ быуын бар һымаҡ: ул – шәхси эшҡыуар Зәлифә. Ғәҙәттә, йомшаҡ, көсһөҙ быуынды уйындан төшөрөп ҡалдыралар. Бында ла ана шул “көсһөҙ быуын”ды (Зәлифәне) автор башта уҡ уйынға ҡыҫтырмаһа, сюжет ыҡсымлыҡта отҡан булыр ине.
Флүр Ғәлимов телде яҡшы белә, халыҡ ижадына ныҡ таяна, йыр һәм шиғырҙарҙың хикәйәләргә бик органик рәүештә инеп китеүе хәл-ваҡиғаларҙы йәнле һәм уҡымлы итә, лирик ағымды көсәйтә. Ундай эпизодтар трилогияла етерлек, һәм уларҙы уҡыуы – үҙе бер ләззәт.
Әммә геройҙарын сағыуыраҡ итеп күрһәтеү теләгенәнме, уларҙың телмәренә теләһә ниндәй оятһыҙ һүҙҙәр килеп инә. Уларҙы бында миҫалға килтереп тороу ҙа урынһыҙ. Уҡыған кеше үҙе күрер, һығымта яһар. Минеңсә, художестволы әҫәрҙә һәр төрлө әшәкелекте, бысраҡлыҡты, оятты аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҡулланыу әҙәбиәттең бөйөк тәрбиәүи көсөн кәметә. Телде тупаҫландыра һәм оятһыҙлыҡты үҫтерә.
* * *
Ни өсөн кеше китап уҡый? Уның сере ябай ҙа кеүек: күңел талабы, йәнебеҙҙең рухи аҙыҡҡа мохтажлығы. Әгәр кеше китап уҡымаһа, ғалимдарҙың берҙәм билдәләүенсә, уның йәне тиҙ ҡартая, йән үҙенә йомола (бикләнә) башлай, ҡыҫылыуҙан тарая һәм бик кесерәйеп ҡала, тиҙәр. “Йәнһеҙ кеше” тигән һүҙ ҙә ана шул рухи донъяһыҙ, йыр-моңһоҙ, китапһыҙ йәшәүҙән килеп сыҡҡандыр әле.
Йән аҙығы булырлыҡ нәфис әҙәбиәт өлгөләрен эҙләй бөгөнгө интеллектуаль уҡыусы. Кеше психологияһын, әҙәмдең үтә лә ҡатмарлы, бик тә нескә эске донъяһын бөтә тулылығында, аҡ һәм ҡара, ыңғай һәм тиҫкәре, ғибрәтле һәм фәһемле, яҡшы һәм шаҡшы яҡтары менән асып биргән ҡәләм оҫталары әҙәбиәтебеҙҙә булған һәм бар ул, Аллаға шөкөр. Өмөт уятҡан һәм киләсәктә ҡыуандырырлыҡ йәштәребеҙ барлығын уҙған Әҙәбиәт йылы ла бик матур күрһәтте.
Кешелекте иман ҡотҡарырына инандыра яҙыусы Флүр Ғәлимов үҙенең таланты, ихласлығы, асыҡлығы, эске азатлыҡ тойғоһо һәм халыҡсан бай, һутлы теле тыуҙырған “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы менән.
Кешеләрҙең иманға Салауат Байғазин кеүек аҙғынлыҡ аша ғына килерҙәр тигән тезистан алыҫ тора китаптың идеяһы. Киреһенсә, ниндәй генә аҙғынлыҡ һаҙлығына батҡанда ла Имандың кешене ҡотҡара алыр ҡөҙрәте барлығына ышандыра яҙыусы. “Яңы башҡорт” романы кеүек үк, “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы ла йәшәү өсөн көрәшкә гимн, кешенең һынмаҫ рухын раҫлаусы оҙон ғүмерле әҫәр буласаҡ.
Авторҙарын атамайынса ла меңләгән уҡыусыбыҙҙың хәтерендә һаҡланыр “Ырғыҙ”, “Емеш”, “Мәңгелек урман”, “Бөйрәкәй” кеүек үлемһеҙ әҫәрҙәр традицияларын үҙенсә, яңы заман талаптары юғарылығында дауам итә “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы. Улар – беҙҙең рухи байлығыбыҙ, башҡорт һүҙ сәнғәтенең аҫыл хазиналары.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.