Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әкиәти тамаша Баш ҡала халҡының һорауы буйынса Гия Эрадзеның Король циркы Өфө дәүләт циркында 17 апрелгә тиклем эшләйәсәк. Өс сәғәткә тиерлек һуҙылған әкиәти тамашаның үҙенсәлекле, иғтибарҙы яуларлыҡ яҡтары бихисап: киң ҡоласлылыҡ, донъяла тиңе булмаған һоҡланғыс декорациялар, артистарҙың иҫ киткес оҫталығы, өйрәтелгән йәнлектәрҙең шаҡтай күплеге...

Гастролгә килеп, Башҡортос­тандың сәнғәт һөйөүселәрен үҙ иткән Король циркының был программаһы – беҙ күреп ғәҙәтләнгән алымдар, биҙәлештәр, жанрҙар ҡулланылмаған өр-яңы тамаша ул. Спектакль өсөн, көмбәҙ кимәленәсә күтәреп, бәрхәт һәм кристалдар менән биҙәп, мөһабәт алтын һарай ҡоролған; зиннәтлелек бөркөп тороусы ике меңдән ашыу костюм тегелгән; гәлсәр люстралар, тотош манежды ҡап­ларлыҡ махсус шаршауҙар эленгән. Талантлы, таһыл­лы, сағыу цирк оҫталары манежда төрлө амп­луала пәйҙә була: бына гимнаст ҡыҙ цирк көмбәҙе аҫтында һауала эленеп торған килеш ҡурсаҡтар менән идара итә; аренала ниндәйҙер мөғжизә менән аҫылташтар һырытылған рояль барлыҡҡа килә, унан фонтан һиптерелә башлай... Балериналар тарафынан ҡамап алынған эквилибрист уйға ла һыймаҫлыҡ трюктар яһай. Ҡырағай ҡәбилә кешеләре һәм йылы яҡ ян­уарҙары – ламалар, скунстар, лемурҙар, көнгөрәләр, дө­йәғоштар, зебралар – килеп сыға. Испандарҙың һыбай йөрөү мәк­тәбендә шөғөлләнгән оҫталар үтә, уларҙы яҡ үгеҙҙәре оҙатып бара. Гүзәл фрейлиналары һәм мәрмәр төҫөндәге эттәре менән ғорур Бат­шабикәне, фриз тоҡомло ҡара аттар егелгән ике тәгәрмәсле арбаларҙа Рим императорын, гладиаторҙарҙы күрәбеҙ. Изгелек менән яуызлыҡты әкиәти аҡ һәм ҡара пегастар һынландыра. Акробат-жон­глер­ҙар, шуттар, клоундар дәртте ҡуҙғытҡыс Бразилия карнавалы ойоштора... Барыһын да һөйләп бөтөп булмай – барып күрергә кәрәк.
Ҡырағай донъяға әйҙәүсе арыҫ­ланлы, юлбарыҫлы аттракцион да һушты ала. Африка һәм Суматра утрауы йыртҡыстары менән бер ситлектә – Грузияның халыҡ артисы Гия Эрадзе һәм уның партнеры, цирктың титуллы принцессаһы Людмила Суркова. Берсә тән зымбырҙатҡыс, берсә һынды ҡатырып көлдөргөс күренештәр!.. Юҡҡа ғына был тамаша ике йыл элек “Алтын фил” фестивалендә төп бүләкте яула­маған, Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, федераль телеканалдар, илдең билдәле шәхестәре тарафынан юғары баһаланмаған икән. Каникул осоронда Башҡортостан балаларына шундай мөғжизәне күреү мөмкинлеге бирелде.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780