Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матурлыҡ тиһегеҙме, юҡ, донъяны мәрхәмәт ҡотҡарыр!
Матурлыҡ тиһегеҙме, юҡ, донъяны  мәрхәмәт ҡотҡарыр! Борон-борондан сәнғәтте юҡҡа ғына кешене күңел һыҙланыуҙарынан арындырыр, ә театрҙы изге ҡорам тип һанамағандар, күрәһең. Сәхнәнән йөрәк һиҫкәндерер һүҙ ишетһәм, ошо фекерҙе үҙем өсөн ҡабат-ҡабат асам. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында яңыраҡ “Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр!” (Я. Пулинович) спектаклен ҡараным. Тәү ҡарашҡа әҫәрҙә әллә ни әһәмиәтле нәмәләр хаҡында һөйләнелмәй ҙә кеүек. Әммә режиссер Айрат Абушахмановтың һәр саҡ үҙенсә ҡарашы, пьесаны асыу стиле була.

Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә исеме киң билдәле драматург, театр белгесе Николай Коляданың уҡыусыһы Ярослава Пулиновичтың был әҫәре илебеҙ сәхнәләрендә генә түгел, сит тарафтарҙа ла уңышлы бара. Программаны ҡулға алып, кемдәр сәхнәләштереүен ҡарап сыҡҡандан һуң, моғайын, Айрат та үҙенең асылына тоғро ҡалып, ҡуйған проблеманы юғары дәрәжәгә күтәреп, тамашасы күңелен тетрәндерер юлын тапҡандыр, тип өмөт иттем. Әйткәндәй, шағирә Гөлназ Ҡотоева­ның тәржемә оҫталығын да билдәләп үтергә кәрәк. Был спектакль барышында телдең шымалығында, артистарҙың һөрлөкмәй фекерен еткереүендә күренде.
Пьесаның тәүге өлөшөндә тамашасы көлдө, төп героиняның ҡылыҡ­тарынан мәрәкә тапты. Башҡорт­остандың халыҡ артисы Эльвира Юнысованың һөнәри оҫталығы был юлы ла тормошо гел генә илаһи минуттарҙан тормаған героиняны яраттырҙы, йәлләтте, хатта уны аҡларға мәжбүр итә башланы.
Күптәр ижад юлынан тайпылып ситтә эшләп алғандан һуң яңынан үҙ һуҡмағын таба алмай ыҙалай. Эльвира Әхтәм ҡыҙының депутат булараҡ та дәүләт эшмәкәрлегендә вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, сәхнәнән ситкә китеп тороуы бөтөнләй һиҙелмәй ҙә. Бәндәнең бар һыҙланыуҙарын, үҙенә үҙе баһа биргән, хаталары, сауаптары менән күҙгә-күҙ осрашҡан мәлдәрен ана нисек оҫта итеп һүрәтләй ул.
Баҡтиһәң, яҙмышын үҙ ҡулына алған, һәр саҡ үҙенә “Мин көслө!” тип ҡабатларға яратҡан гүзәл заттың күңеле үтә лә нескә, ул да яҡлауға мохтаж икән дә! Спектаклдең беренсе өлөшөндә көлгән тамашасы ла үҙенең истерик көлөүҙең ҡорбаны икәнен аңлап ҡала бер мәл, күрәһең.
Вадимдың үҙ тормошо хаҡында һөйләгән шаяртыулы хәтирәләре лә һис кенә көлкөлө хәлдәр түгел. Кеше ниндәй генә дәрәжәләргә ирешһә лә, әллә күпме байлыҡ туплаһа ла, ул мөхәббәткә, йылы, ихлас мөнәсәбәткә мохтаж. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтең уны йәнә лә үҙенең элекке амплуаһында аса. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев менән Эльвира Әхтәм ҡыҙы байтаҡ спектаклдәрҙә бергә сәхнәгә сыҡты. Был юлы ла уларҙың ижади дуэты йәнле образдар тыуҙырҙы. Нисек тәмләп, ролен бары тик үҙенсә генә асып уйнай Хөрмә­тулла Ғаззали улы. Бай, күңеле аҙып барыусан ирҙең тәүбәләренә, йөрәк һүҙенә ышандым. Бишектә ятҡан сабый баланың ябай ауазы әллә кемдәрҙең күңелендә рухи ихтилалдар яһауы ихтимал!
Икенсе шаршауҙағы драматик күренештәр беҙҙе тормоштоң ысын­барлығына алып ҡайта. Төп герои­няның тәрән кисерештәре тирәһендә барған ваҡиғалар үҙенең кульмина­цияһына етә. “Ә артабан нимә һуң, Жанна?” тигән һорауға ул: “Йәнем, ә иртәгә яңы көн тыуыр!” – тип яуап ҡайтара. Ошо бер һөйләм һәм өмөт нурҙарына ҡойонған тамашасының күҙҙәренән тәгәрәп йәштәр аға. Артистар Руслан Хайсаров, Лилиә Ғәлина, Гөлфиә Рафиҡова, Зилиә Ситдиҡова һәр береһе үҙ образын асҡанда бөтә ижади мөмкинлектәрен файҙаланып, ысынлап та, яҙмышын үҙ ҡулына алған көслө ҡатын тирәһендә үҙ урынын табырға тырыша килеп сыға түгелме?
Бәхетле булыр өсөн, баҡтиһәң, күп тә кәрәк түгел икән! Бының өсөн бары үҙеңә, күңел талпыныштарыңа хыянат итмәү генә кәрәк! Теләгән теләктәреңә ирешеп тә, күңелеңдә бөртөк кенә лә өмөт нуры ҡалмаһа, ерҙә йәшәүеңдең мәғәнәһе бармы һуң? Һуңғы сиккә килеп терәлгән Жаннаны йәнә лә көслө булыуы ҡотҡарып ҡала: өмөт үҙе уның ишеген шаҡый. Өмөт – яңы тыуған сабый, һөйәркә­һенең үтенесе булып баға уның күҙенә! Әгәр дөйөм артистар коллективы ошо хаҡта һөйләһә, актриса Эльвира Юнысова яҙмыш атын ҡулына эйәләштереп тә, бәхет таба алмаған ҡатын хаҡында әрнеүле һүҙен әйтте кеүек миңә.
Уҙған быуатта башҡорт сәхнәһендә барлыҡҡа килгән күренекле режиссер Рифҡәт Исрафиловтың профессиональ алымдары актриса Э. Юнысо­ваның уйнау алымында, манера­һында асыҡ сағыла. Профессионализм! Бер һүҙ менән аңлатыла был оҫталыҡ. Был стилде башҡаһы менән бутап булмай. Тыуған саҡта бөтәбеҙгә лә бер төрлө старт бирелә, әммә тормош ҡуйған һынауҙар һөҙөмтәһендә финишҡа беҙ, бәндәләр, барыбыҙ ҙа бер үк сүрәттә барып етмәйбеҙ. Ниндәй генә көслө, бай, уңышлы булһаҡ та, һиңә баш эйеп килгән кешеләргә “Иртәгә яңы көн тыуыр” тип өмөт бүләк итеү үҙе үк яңы рухи күтәрелеш, үҙ-үҙеңде еңеү, донъяға мәрхәмәт күҙе менән бағыу тигән һүҙ бит! Шуға донъяны матурлыҡ ҡына түгел, ә мәрхәмәт, миһырбанлы аҙым, ихлас йөрәк һүҙе ҡотҡарыр, тип әйткем килде был тамашанан һуң.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780