Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңел юл ҡәнәғәтләндермәй
Еңел юл ҡәнәғәтләндермәй йәки Башҡорт эстрадаһындағы яңы стиль ни өсөн сәйер тойола?
2002 йылда башҡорт эстрадаһында барлыҡҡа килгән “ЕвроАзия” төркөмө (тәүге исеме – “Ала ҡарға”) тамашасыны үҙенсәлекле ҡатын-ҡыҙ вокалы һәм романтик рок стилендә башҡарылған йырҙары менән әсир иткәйне. Тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, радио аша, телевидениела уларҙың тауышы һирәк яңғырай. Был хәл рок стилендәге музыканың ҡайһы берәүҙәрҙең ҡолағына ятышлы булмауына бәйлелер. Әле “ЕвроАзия” төркөмө өр-яңы проект өҫтөндә эшләй, көн дә репетициялар үткәрә. Ошо тығыҙ графиктарына ҡарамай, әңгәмәләшеүгә ихлас ризалаштылар. Төркөмдөң солисы Линара ШАБАЕВА һәм гитарист, аранжировкалаусы Айрат ВӘЛИУЛЛИН менән йәнле һөйләшеү килеп сыҡты, әйтерһең, беҙ – күптәнге дуҫтар.

— Һеҙ – рок стилендә ҡа­тын-ҡыҙ вокалы менән баш­ҡортса йырҙар баш­ҡарған бер­ҙән-бер төркөм. 14 йыл элек ниндәй маҡсаттар менән яна инегеҙ? Ижади берләшмә нисек барлыҡҡа килде?
Айрат: Ул ваҡытта Сибай филармо­ния­һында эшләп йөрөй инем. “Еврови­дение” конкур­сын­да ҡатнашам тип, миңә Линара килде. Ҙур амбициялы ҡыҙҙың тауышы ла көслө, үҙенсәлекле. Мерайя Кэри, Уитни Хьюстон, Тони Брэкстон, Крис­тина Агиле­ра кеүек йырсыларҙы, ғөмүмән, сит ил музыкаһын тыңлап үҫ­кәнгә, ул йыр башҡарыуҙы икен­серәк аң­лай, минеңсә. Мин Ли­нараға башҡортса йырларға тәҡдим иттем. Тәүәк­кәлләп, төр­көм ойошторҙоҡ. Ысынында, Ли­на­ра үҙен үҙе ошо музыка юҫы­ғында тәрбиә­ләне, быға шаһитмын.
Линара: Баймаҡ ҡалаһынан­мын. Баш­ҡорт йырҙарына, ши­ғыр­ҙарына һөйөү уят­ҡан өлә­сә­йемә рәхмәтлемен. Уға бар­ған саҡта миңә: “Ҡыҙым, шиғыр һөйләп ебәр йә йырлап, бейеп күрһәт”, — ти тор­ғайны. Өләсәйемде шатландырам тип, шиғырын да ятлай, йырын да көйләп ебәрә инем. Әле баш­ҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә сығыш яһайбыҙ.
Айрат: Беҙҙең баш­­ҡорт теле инглиз­дәрҙеке менән ауаз­даш. Тартынҡы, һу­ҙынҡы өндәрҙе ике телдә сағыштырып ҡараһаң, улар тап килә, яңғырашы бер төрлө. Был йүнә­леште өйрәнеп, ниңә әле инглиз йырҙа­рын башҡортса башҡарып ҡарамаҫ­ҡа тигән уй килде. Мәскәүҙәге дуҫтар үҙҙәре менән булған бер ҡыҙыҡ хәлде һөйлә­гәйне. Маши­наларында беҙ­ҙең төркөм башҡарыуында йыр яңғырай. “Беҙҙе­ке­ләр инглизсә йырлай белмәй ине, һаман өйрәнмәгән­дәр ҙә”, — тигән бер кеше, ҡулын һелтәп. “Был бит башҡорт йыры!” — тип әйтә һалғандар уға. Теге кеше ап­тырашта ҡа­лып, йырҙың инглиз телендә түгел икәнлеген иғтибар­лап тың­лағас ҡы­на аңлаған. Аҙаҡ, “шәп, шәп, айырыр­лыҡ түгел” тип ыңғай фекер әйткән. Ғөмү­мән, инглиз телендә йыр башлап, баш­ҡортсаға күскәнебеҙ бар. Икенсе йә өсөн­сө куплетҡа етһәк тә, айырманы тиҙ тоймайҙар.
— Музыкағыҙҙың үҙенсәле­ген тағы ла нимәлә күрәһегеҙ?
Линара: Беҙ романтик рок стилендә йырҙар башҡарабыҙ. Уның фонында ҡу­райҙы яңыса яңғыратабыҙ. Әлегә был тың­лау­сыларҙың ҡолағына ятышлы тү­гел. Шуның өсөндөр, беҙҙең музыка ан­деграунд кеүек ҡабул ителә һәм хатта сәйер тойола. Радиола, телевидениела ла йыр­ҙарыбыҙ бар, тик уларҙы эфирға бигүк сығарып бар­май­ҙар, тап шул кеше ҡолағы өйрәнмәгәнлектәндер.
— Тамашасы күңелен нисек яулай­һығыҙ?
Линара: Роман­тик рок сти­лендә эшләү менәндер. Был иһә – эс­тра­дабыҙ өсөн яңы күренеш. Кеше­нең аңы үҙгәреү процесы менән бергә икен­серәк яңғы­раған музыка ла яҡшы ҡабул ителә тигән фекерҙәмен. Ха­лыҡ­ҡа яҡыныраҡ булыу өсөн репер­туары­быҙҙа халыҡ ижа­дын да ҡуллана­быҙ. “Бала ҡар­ға” йырына клип та тө­шөр­ҙөк, ул Ай­сыуаҡ Йомағоловтың “Етегән” фильмы­ның финалында яңғы­рай.
Айрат: Беҙҙең үҙенсәлек – һәр йырҙы яҙыр, башҡарыр ал­ды­нан анализ яһау һәм ҡалып­лашыуҙан ҡасыу. Аран­жи­ров­калауҙа, башҡарыуҙа үҙебеҙгә юғары талаптар ҡуя­быҙ. “Ярай, былай барыр, ошо­лай еткән”, тип эште еренә еткермә­йенсә туҡтамайбыҙ.
Линара: Һәр эштә лә нисек бар, шулай ҡалдырыу “ысулы” – иң еңеле, әммә ижа­ды­быҙ менән сәнғәткә ниндәйҙер яңылыҡ ин­дергебеҙ килә. Ғөмүмән, әлегәсә та­ныл­­ған йырҙарҙы бөтөнләй икенсе яңғы­раш­та күрһәтәбеҙ. Шулай яңы аран­жи­ров­ка менән яҙҙырылған “Күбә­ләк” халыҡ йырын ишеткәндәр бик тә хупланы.
— Дима Билан, OTTAWAN, REFLEX төркөмдәре менән бер сәхнәлә сығыш яһаға­нығыҙ ҙа бар...
Айрат: Эйе, ҙур танылыу алған ар­тистар, төркөмдәр ме­нән сығыш яһа­ғанда йырҙарҙы ике телдә лә тере тауыш менән башҡарҙыҡ.
— Сығыш яһауҙа үҙегеҙгә ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?
Линара: Йырлағанда рәхәт­лек тойғоһо кисерәм һәм шул хисте тамашасыма ет­керергә тырышам. Фонограммаға ҡушы­лып йырлауҙы аңламайым, ҡы­ҙығын күр­мәйем. Коллектив ме­нән сығыш яһа­ғанда, ысын мәғәнәһендә энергия алма­шы­ны­уы тойола. Бас-гитарист, ги­тарист, барабансы, йырсы ла бар энергияны тышҡа сығара, бирелеп уйнай, йырлай. Был көстөң тамашасыларға тәьҫир итеүе бигерәк тә стадион, клуб майҙанында сығыш яһағанда һиҙелә. Улар көй ыңға­йына бейей башлай, ә залдағы тама­шасы­ның, ултырғанға күрә, хис-тойғоһо бигүк тойолмай.
– Көйҙө, йырҙарығыҙҙың һүҙен кем яҙа?
Линара: Көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙем ижад итәм. Иң тәүҙә шиғырым йыр өсөн урыҫса яҙы­ла, аҙаҡ шуны башҡортсаға ауҙарам. Һеңлем – филолог, уның менән дә кәңәшләшәм. Ә көй үҙенән-үҙе ба­шы­ма килә, һуңынан уны Айратҡа ишет­терәм. Ул аранжировка яһай. Яңы әҫәр өҫтөндә бергәләп эшләйбеҙ.
Һәләт миңә тыумыштан би­рел­гәндер. Нәҫелебеҙҙә бөтәһе лә тиерлек йырлай. Ғөмүмән, Баймаҡта моңһоҙ кеше юҡтыр. Тормош иптәшем тәүге тапҡыр беҙгә ҡу­наҡ­ҡа килгәс, табында апайҙарым моңло итеп йыр һуҙғанда бик аптырағайны (көлә).
Айрат: Элек тынлы уйын ҡоралдары оркестрында уйна­ғас, музыка үҙенсә­лек­тәре ме­нән танышмын. Гитараға ак­корд­тар яҙам. Төркөмөбөҙҙә ҡулланылған һәр музыка ҡора­лында уйнау нескәлек­тәрен әҙ-мәҙ беләм. Йыр һүҙҙәренә кил­гәндә, уны поэзия менән бутамау мөһим. Ғөмү­мән, йыр өсөн шиғыр хис-тойғоно сағыл­ды­рырға, кеше күңелен ҡуҙғы­тырға тейеш.
– Тимәк, музыка тамаша­сыға ны­лы йоғонто яһарға тейеш тигән фекергә баҫым яһайһығыҙмы? Йыр аша бе­рәй мәсьәләне халыҡҡа етке­реү маҡсаты юҡмы ни? Бе­леүемсә, һеҙҙең “Интер­нет селтәренән ҡыҙыҡай” ти­гән йыры­ғыҙ бар, унда ысын тор­мош сағыла, проблема күтә­релә...
Линара: Эйе, был йырҙа мәсьәлә күтә­релһә лә, күбеһенсә ул шаяртыуға тар­тым. “Әсәйем менән дә хәҙер Ин­тернет аша һөйләшәм” тигән фекер бар унда. Ни тиһәң дә, был тор­мошта осрай торған хәл. Ә бына Олимпиадаға ар­налған “Еңеү­се­ләр” йыры ҡапыл тыуҙы, ошо ваҡиғаға ҡағылышлы йыр яҙыр­мын тигән уй ҙа юҡ ине.
— Төркөм булараҡ йәшәүе нисек? Ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осра­шырға тура килә? Йырлап ҡына аҡса эшләп булмайҙыр?..
Линара: Әсәйем миңә элек­тән: “Радио, телевидение аша ҡәҙимге йырҙар менән сығыш яһаһаң, күптән аҡса эшләр инең”, — ти. Мин уға: “Әсәй, әгәр улай башҡар­һам, мин үҙем булмаясаҡмын”, – тип дө­рө­ҫөн әйтәм. Бик принципиаль кеше­мен. Ниндәй юҫыҡта эшләйем, шул йүнә­леш­тән тайпылмаған музыкант булғым килә.
Ҡыйынлыҡтар күп, әлбиттә. Коллектив туплау ғына ни тора, музыканттар табыуы ла ауыр. Аҡса түләнмәгән ерҙә оҙаҡ йөрөү күптәр өсөн отошһоҙ. Иң еңеле — кавер-проекттарҙа ҡатнашыу. Мәҫәлән, берәй байрамда фә­лән төркөм танылған йырға ка­вер башҡара, ти. Бынан һуң уларға ялған “йондоҙлоҡ” хисе килә. Йәнәһе, кешеләр улар йырлағанда бейей, ҡул саба, шатлана. Кем байрамда таныл­ған йыр тыңлап, тик кенә, бо­йоғоп ул­тырһын инде? Ә бына үҙең ижад иткән йырҙы еренә еткереп, баҙнат итеп тама­шасы хөкөмөнә сығарыу күп көс талап итә. Шулай уҡ бөтә башлан­ғыстар ҙа матди хәлгә ҡайтып ҡала.
Айрат: Ҡайһы саҡта, бер нә­мә лә ки­леп сыҡмай, ҡул һелтәр­гәме икән, тигән уйға ҡалаһың. 2009 йылда төркөмөбөҙ тарҡа­лып та торҙо хатта. Шулай ҙа, өс-дүрт йыл үткәс, яңынан берләшеп, үҙебеҙ өсөн музыка, ижад менән шөғөлләнергә кәрәк, тигән ҡарарға килдек. Әлбиттә, яңы маҡсаттар бар, уларҙы тор­мошҡа ашырыр өсөн көн дә эшләйбеҙ. Башҡорт йырҙары­ның икен­се стилдәрҙә лә отошло яңғыраш алыуын йәмәғәт ишет­һен ине, тигән теләктәбеҙ.
— Йыр-моң һөйөүселәргә яҡын ара­ла һеҙҙән нимә көтөргә?
Айрат: 27 мартта “Rock’s Cafe”ла концерт ҡуйырға әҙер­ләнәбеҙ. Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә танылған һәм яңы йырҙарыбыҙҙы яңғыратасаҡбыҙ. Баш­ҡорт­остан буйлап бәләкәй турға сығырға ниәтләйбеҙ.
— Линара, һин, рок стилен­дә баш­ҡарыусы ҡатын-ҡыҙ булһаң да, әле ҡиәфәтең ме­нән был образға яҡын түгел­һең. Тормошта һин ниндәй кеше?
Линара: Бала саҡтан ди­зайнер булыр­ға хыялландым. Әле концерттар өсөн һәм көн­дәлек кейем тегәм. Һәр нәмәгә ижади ҡараш менән йәшәйем. Аш-һыу әҙерләү ҙә – минең өсөн кинәнес. Тормош иптәшем рек­лама өлкәһендә эшләй, рок-музыкант та. Биш йәшлек улы­быҙ Роберт ижади мөхиттә тәрбиәләнә, фестивал­дәргә беҙҙең менән йөрөй. Айрат — иң яҡын дуҫым. Ул асыҡ, йомшаҡ кеше, ә мин талапсаныраҡ.
— Уҡыусыларға ниндәй теләк­тә­ре­геҙ бар?
Линара: Нимәгәлер өйрәнә башлау бер ҡасан да һуң түгел. Балам бар, ваҡы­тым юҡ, тип бө­тә шөғөлдәрҙе ташлап ҡуйыр­ға ярамай. Тормошто өйрәнеү­ҙән, үҙ-үҙеңде камил­лаш­ты­рыуҙан туҡта­маҫ­ҡа кәрәк. Мәҫәлән, икен­се стилдәге му­зы­каны ла тыңлап ҡарағыҙ. Һеҙҙең йыр­ҙар күңелемде асты, ғәҙәти күре­нештәргә яңыса ҡараш барлыҡ­ҡа килде, тип әйтеүселәр күп булды.
— Ысынлап та, ижадсыға, ғөмүмән, ябай кешегә лә ваҡы­тында йылы һүҙ ишетеү кәрәктер... Эстрадала үҙ йөҙө­гөҙҙө булдырғанһығыҙ, уны юғалт­май, үҙенсәлекле йырҙа­рығыҙ менән арбағыҙ тамаша­сыны!

Динара КӘРИМОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 061

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 421

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 411

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576