Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижады бай Ғәйетбай
Ижады бай Ғәйетбай3 ноябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт “Сулпан” балалар театрында билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың пьесаһы буйынса “Теүәтәй һәм Өфө” спектакленең премьераһы булды. Ошо уңайҙан беҙ яҙыусыға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Наил Әсғәт улы, өлкәндәр өсөн ижад итеүегеҙҙе яҡшы беләбеҙ. Ә бына балалар өсөн пьеса яҙғанығыҙҙы тәүгә ишетәбеҙ.
— Мин бит балаларҙы яратам. Юҡҡамы ни минең алты балам бар! (Көлә). Етди әйткәндә, улар өсөн яҙмайым йәки һирәк яҙам тип әйтә алмайым.
— Балалар өсөн проза яҙғанығыҙҙы беләм. Ваҡытында “Ҡара ҡумта” исемле повестар серияһын улар кинәнеп уҡыны.
— Балалар өсөн тиҫтәнән ашыу повесым донъя күрҙе. Ә инде пьесаларға килгәндә, үҫмерҙәр өсөн яҙылғандары тиҫтәгә яҡын. Улар ҡурсаҡ һәм йәштәр, шул уҡ “Сулпан”да, Туймазы татар дәүләт театрында ҡуйылды.
— Исемдәрен атап китегеҙ әле.
— Ҡурсаҡ театрында “Ҡара ҡумта” повесы буйынса эшләнгән пьесам сәхнәләштерелде. Йәнә “Ике һайыҫҡан”, “Әтәс батыр”, Йәштәр театрында — “Кем эшләмәй, шул ашамай”, “Ҡурай моңо”, “Сулпан”да — “Ике һайыҫҡан”, “Ҡурай моңо”, “Батыр Әтәс”, “Алыш бармы, атыш бармы?” Барыһын да хәтерләмәйем хәҙер.
— “Теүәтәй һәм Өфө” Мостай Кәримдең бала сағы тураһында тип ишеттек. Ни өсөн ул темаға тотондоғоҙ?
— Был пьеса өс-дүрт йыл элек яҙылды. Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы драма әҫәрҙәре өсөн конкурс иғлан иткәйне. Ике йүнәлештә — өлкәндәр һәм балалар өсөн пьесалар араһында. Мин икеһенә лә яҙырға булдым. Мостай Кәримдең мәрхүм булыуына бер йыллап ваҡыт үткәйне. Уны һағыныу сәбәпсе булдымы, Мостайҙың бәләкәй сағында Өфөнө күрергә теләүе хаҡында яҙҙым әҫәрҙе. Ул балалар өсөн пьесалар конкурсында беренсе урын алды. Шунда уҡ бер нисә театр ҡуйырға теләгәйне, режиссеры табылмай торҙо. Ниһайәт, “Сулпан” балалар театрының художество етәксеһе, режиссер Гөлнара Вәлитова был эшкә тотондо һәм бик матур спектакль ҡуйҙы. Балалар тып-тын ултырып, яратып ҡарай.
— Өлкәндәр өсөн пьесалар конкурсында ла ҡатнаштығыҙ...
— Эйе, өлкәндәр өсөн дә яҙғайным. Ул икенсе урын алды. Аҙаҡ шул “Күңелле йәшәйбеҙ” тигән пьесамды Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында йәш режиссер Азат Йыһаншин сәхнәләштерҙе.
— Пьесаларығыҙҙың йыш сәхнәләштерелгәнен ишеткеләп торабыҙ. Ошо арала ҡайҙарҙа премьераларығыҙ булды?
— Эйе, премьералар булып тора. Күптән түгел Әлмәт татар дәүләт драма театрында бер юлы ике комедиямдың — “Әйҙәгеҙ, өйләнешәйек” һәм “Ауылға ҡыҙҙар килде” — премьераһы булды. Үткән миҙгелдә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры “Санаторийҙа” исемле драмамды сәхнәләштерҙе.
— “Санаторийҙа”? Исеме ҡыҙыҡ, нимә тураһында ул?
— Бер ҙур түрә ваҡытында күптәргә данлыҡлы исемдәр, миҙалдар биргән, шелтәләр ҙә сәпәгән. Пенсияға сыҡҡас, санаторийҙа шул кешеләрҙең ҡайһы берҙәре менән осраша. Күңел ҡатылығы, кешеләрҙең бер-береһенә мәрхәмәтһеҙлеге хаҡында ул әҫәр. Бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ, изгерәк булайыҡ тип әйтергә теләнем мин пьесам менән.
— Тағы ниндәй премьераларығыҙ булды?
— Быйыл яҙ Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында “Түрә ҡабул итмәй”, Өфө “Нур” татар дәүләт театрында “Ғашиҡтар көнө” исемле комедияларым сәхнәләштерелде. Тағы бер нисә әҫәрем ҡуйылырға тора.
— Әле ниндәй әҫәрҙәр тамамланығыҙ, ниндәйҙәрен яҙаһығыҙ?
— Ер менән ни эшләргә, тигән һорау борсой хәҙер ауыл кешеләрен. Һатырғамы, ҡуртымға бирергәме, әллә үҙҙәренә эшкәртергәме? Һәр варианттың кире яҡтары бар. Бер нисә театр ошо темаға пьеса һораны. Яңыраҡ тамамлаған “Ауылым биҙәктәре” драмаһы шул хаҡта. Саҡ ҡына алдараҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында “Һуғыштың йөҙө икәү” исемле публицистик драма яҙҙым. Ул әҫәр шул темаға арналған пьесалар конкурсында беренсе урын алды. Хәҙер 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған пьеса өҫтөндә эшләйем. Унан төрлө премьераларға рецензиялар яҙып барырға тырышам. Сөнки театрҙарҙың, актер-режиссерҙарҙың эшенә баһа биреү, тәнҡит етешмәй. Ваҡыт булғанда, юмористик скетчтарға тотонам.
— Һеҙ күберәк комедия жанрында эшләйһегеҙ.
— Мин, ысынлап та, комедия яҙам. Ләкин уларҙы ижад иткәндә тамашасыны фәҡәт көлдөрөүҙе маҡсат итеп ҡуймайым. Һәр комедияның төбөндә бөгөн барыбыҙҙы борсоған проблема ята. Тамашасы ике сәғәт буйы спектакль барышында көлһөн-көлһөн дә өйөнә ҡайтып барышлай ҡапыл уйға ҡалһын: “Туҡта-туҡта! Көлөүен-көлдөк тә ул, был әҫәр бик етди проблема күтәрә лә баһа! Уны нисек тә хәл итергә кәрәк бит!” Тамашасынан ана шундай һүҙҙәр әйттереү өсөн яҙам мин комедияларымды.
— Һеҙгә ижади уңыштар теләйбеҙ.
С. НӘЗИРОВ әңгәмәләште.

Ижады бай Ғәйетбай




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 730

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 842

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 582

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779