Мин тыуғандан алып өс йыл да үтеп киткән икән. Әсәйем шулай тине. Әҙме, күпме был – әйтә алмайым. Шулай ҙа ошо өс йыл ғүмеремдә күп нәмә күрҙем, байтаҡ аҡыл туплап өлгөрҙөм. Һауалағы анау эҫе шарҙың ҡояш икәнен дә беләм мин. Әсәйем: “Ҡояш иртән ҡалҡа, кис ҡыҙарып байый”, – ти. Ул тиклеменә үк зиһенем етмәй. Мин күргән-белгәндә һәр саҡ һауала эленеп торған була. Әммә өләсәйемдең, ҡояш ул офоҡ аръяғынан килеп сыға, тигәне мине тағы аптырауға һала.Офоҡтоң күк йөҙө икәнен беләм-белеүен. Ә бына уның аръяғы ла буламы икән ни? Булалыр инде, ололар белмәй әйтмәҫ. Ана бит, анау самолет тигәндәре лә ҡайҙандыр тырылдап килеп сыға ла, баш өҫтөнән гөрөлдәп үтеп, тағы юғала. Өләсәйем уны яраплан тип тә әйткеләй. Элегерәк шул нәмәне күрһәм, ҡурҡып ышыҡҡа боҫа торғайным. Хәҙер ҡурҡмайым инде. Улай ғына ла түгел, шул тырылдыҡтың тәгәрмәстәренә йәбешеп кенә офоҡ аръяғы тигәндәрен күреп әйләнәһе ине тигән дәрт тә уянып ҡуя күңелдә. Тик әлегә был теләкте тормошҡа ашырырҙай дарман ғына етеңкерәмәй.
Бигерәк бейектән оса шул самолет тигән нәмә. Былай әсәйемдең өй башына менеп, мөрйә һылап ағартҡанын ҡарап торғаным бар. Ғәжәп бейек икән дә ул өй башы. Әллә, мәйтәм, шунда менеп, самолеттың ҡанатына һиҙҙермәй генә тотоноп йөрөп килергәме? Юҡ шул, миңә унда менергә ярамай. Өләсәйем рөхсәт итмәй. Хәйер, ер аяғы, ер башы тиклем бейеклектән үҙем дә шөрләңкерәйем. Миңә әле анау ҡапҡа беркетелгән бағана башы ла ярап тора. Ҡапҡа тигәндән, улары ла бер төрлө генә түгел икән. Өләсәйем: “Шәрифуллалар ҡапҡаларын яҫы таҡтанан яһатып, зәңгәргә буяп ҡуйған”, – ти. Ундай таҡтанан яһалған ҡапҡаны әйтәм, бик уңайһыҙҙыр инде ул. Үтә лә күренмәйҙер… Ул саҡта алда тағы бихисап йыл үтеүен шаһит ҡыласағым, шул арала тормоштоң йөҙгә төрләнеп үҙгәрәсәге уйға ла килмәй.
Донъя шулай мин белгәнсә генә торор ҙа торор һымаҡ. Өләсәйем һоҡланған таҡта ҡапҡаларҙы, ҡоймаларҙы тимер ҡалайҙар алыштырыр, кешеләр шул тимер ҡорғандар эсенә кереп бикләнер ҙә, кемдең ни хәлдә булыуын, ниҙәр ҡылыуын да белмәйенсә, битарафлыҡҡа сумыр, тип тә кем уйлаһын. Миңә уларҙан да бейегерәк булмаҫ төҫлө тойолған өйҙәр урынына күккә олғашҡандары ҡалҡырын да күңелем әлегә ҡабул итмәй. Хәҙергә миңә иң мөһиме – үҙебеҙҙең өй ҙә үҙебеҙҙең ҡапҡа…
Юҡ, барыбер беҙҙең ҡапҡаға етмәйҙер. Урамдан ихаталағы, ихатанан урам тышындағы бөтә нәмә ап-асыҡ күренеп тора. Төп-төҙ кәртәләрҙән әрсеп яһалған ҡапҡабыҙ. Хәмит бабай яһаған уны. Ни тиһең, шәп ҡапҡа инде. Асып тороп хитланаһы ла түгел, кәртә араһынан ғына эйелеп, шылт итеп сығаһың да китәһең, киләһең дә керәһең. Шул кәртәләргә баҫып, бағана башына үрләү ҙә минең кеүек ир-егеткә һис ҡыйын эш түгел. Хәйер, бер нисә мәртәбә, аяҡтарым тайып китеп, ергә лап итеп килеп төшкән саҡтар ҙа булды-булыуын. Егет кешегә ни бындай нәмә, өләсәйем әйтмешләй, сүп кенә.
Бына әле лә шул ҡапҡа башына ҡунаҡлап, тирә-йүнде байҡап ултырыуым. Хәбәр һөйләйем дә һөйләйем, ә үҙем менән таныштырырға ла онотоп торам да баһа. Онотоуын-онотоу ҙа түгел инде. Ғәҙәттә, кешенең кемлеген һорашып беләләр бит. Мин дә шуға күнеккәнмен. Һорамаһалар, кемлегемде әйтеп ваҡланаһым юҡ. Ана, Ҡәйеп бабай ҙа беҙгә табан килә. Керле кәпәс тә тиҙәр үҙен. Кәпәс кейеүен-кейә, керлеме-юҡмы, уныһын әйтә алмайым. Кәпәсенең ниндәй төҫтә булыуын бабай хәҙер үҙе лә аныҡ ҡына әйтә алмаҫтыр, моғайын. Бынауындай ҡояш уттай ҡыҙҙырғанда ла һалмаҫ икән кеше кәпәсен. Йөрө бына минең һымаҡ ялан баш кинәнеп. Үҙемдең тормош тәжрибәмдән әйтәм, ҡапланмаған баш һәләк шәп эшләй бит ул.
Ана шундай шәп башлы малай булғаныма Ҡәйеп бабай минең янда туҡталып, мине һөйләндермәйенсә китмәй инде. Шәп кеше ул, мәҙәк кеше. Шәп тигәнем былай ғына, ә ниңә мәҙәк тинем һуң? Эш бына нимәлә: көн һайын тиерлек минең янда туҡталып, донъя хәлдәрен уртаҡлашыуына ҡарамаҫтан, исемемде ҡабат һорай ҙа һорай торған. Юҡ, һис кенә лә үпкәләмәйем. Ҡарт кеше бит, хәтере лә туғарылып китәлер инде… Әле мин, ҡапҡа башында ултырған малай, алдағы ғүмеремдә үҙем дә олоғайып, бабай булырмын тигән уйҙы яҡын да юлатмайым. Әлегә мин ҡартайыу тигән нәмәне белмәйем. Кешеләрҙе бәләкәйҙәргә һәм ололарға ғына бүлеп ҡарайым. Ҡайһы ваҡыт өләсәйем, бына һинең кеүек саҡта, тип хәтирәләргә бирелеп киткәндә, кит инде, һин дә минең кеүек инеңме, тип аптырайым. Был минең кескәй аңыма һис кенә лә һыйыша алмай. Улайға ҡалһа, бынау Ҡәйеп бабай ҙа малай булғандыр әле. Булды, ти, әкиәткә ышана торғандарҙан түгел мин. Бабай тек бабай. Ҡарт булғанға шулай тиҙәр уны. Ә ҡарттарҙың хәтере лә ҡарттарса инде. Шуға ла уның менән ихлас булырға тырышам. Хет көнөнә… биш ҡабат һораһын, һис йыбанмай ҡабатлаясаҡмын: “Мин – матур малай”. Эй, ошо ауыҙымда һүҙ торамы һуң. Һораманығыҙ-нитмәнегеҙ, исемемде әйттем дә ҡуйҙым. Шулай итеп, бына таныштыҡ та.
– Улым, исемең нисек әле һинең?
Шул арала Ҡәйеп бабай ҙа килеп еткән икән. Әйҙә, күңеле булһын:
– Мин ни матур малай инде.
– Ә-ә-ә, шулай бит әле. Мин ни һине матур малай икән тип торам да баһа. Йә, хәлдәр нисек?
– Бына, ултырам әле.
– Һәйбәт. Тик ирмен тигән ир кешегә тик ултырыу килешмәйерәк бит әле.
– Ә ни эшләргә һуң?
– Ни эшләргә тип ни… Бына минең кеүек балыҡ ҡармаҡларға була.
Минең былай ҙа ҡарпыш ҡолаҡтар тағы ла ҡарпайып киткәндәй:
– Бабай, мине лә үҙең менән алырһыңмы?
– Алырмын. Тик күлдә балыҡ ваҡ. Шуға күрә бөгөн ауылдың үрге осондағы ҡоҙоҡта ғына ҡармаҡларбыҙ. Унда, исмаһам, балыҡ… анау йөрөгән ата ҡаҙ ҙурлыҡ.
Вәт, шәп! Эре-эре балыҡтар күҙ алдына килә. Кире уйлап ҡына ҡуймаһын бабай. Шуға ла:
– Ә ҡасан барабыҙ? – тигән һорау үҙенән-үҙе атылып сыға.
– Хәҙер әйләнеп киләм. Һин ошонда ғына көтөп тор.
Шатлығымдан өйгә йүгерәм.
– Өләсәй, өләсәй! Ҡәйеп бабай балыҡ ҡармаҡларға алып барам тине, – тип һөрәнләйем соландан уҡ инеп барышлай.
Төпсөнмәһә, энәһенән-ебенә тиклем төшөнмәһә, өләсәй булмай инде ул:
– Ҡайҙа тотмаҡсыһығыҙ һуң ул балығығыҙҙы?
– Әлбиттә, күлдә түгел инде. Ундағы балыҡ балыҡмы ни ул. Вәт, анау ҡоҙоҡта балыҡ зерә лә эре икән. Ҡәйеп бабай үҙе шулай тине.
Өләсәйем бер килке башын сайҡап торҙо ла, мине ҡосаҡлап, башымдан һыйпап алды.
– Эй, улым, улым. Ҡәйеп бабайыңды ла әйтер инем инде, бала кешене юҡҡа ҡотортмаһа. Белеп ҡуй, балаҡайым, ҡоҙоҡта балыҡ булмай ул.
Бына һиңә, иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ, тигәндәй. Күлдә лә, ҡоҙоҡта ла һыу бар. Әммә береһе балыҡлы, икенсеһендә юҡ, имеш. Ҡәйеп бабайҙың шулай елле генә итеп төп башына ултыртыуына ғәрлегем килде-килеүен. Әммә ултырып илап булмай бит инде. Ни тиһәң дә, ир кеше бит әле мин. Һис зыян юҡ, уның ҡарауы, аҡылға байыным да баһа. Киләсәктә аңым уны тағы үҫтерер ҙә, шундай хәҡиҡәт күңелемдә ныҡлы урын алыр: һәр йылтыраған нәмә алтын булмай ул.
Тр-р-р! Ҡапҡа алдына ат килеп туҡтаған икән. Бәй, әсәйем дә баһа. Кисә тирмәнгә барырға кәрәк, тип өләсәйем менән һөйләшеүҙәрен ишетеп ҡалғайным шул. Тирмән тигәнен былай яҡындан күргәнем юҡ-юғын. Шулай ҙа унда бойҙайҙан он яһауҙарын беләм. Өләсәйем әйтеүенсә, элегерәк һыу тирмәндәре булған. Он тарттырырға шунда йөрөгәндәр. Тарттырыу тигәндән, бигерәк ҡыҙыҡ инде ул кеше. Ҡайһы ваҡыт ерле ҡолаҡҡа ятмаҫтайҙы һөйләй ҙә ҡуя. Минең аңлауымса, батып йәки ватылып ултырған машинаны тарттыралар, бесән күбәһен ат менән һөйрәтеүҙе тарттырыу тиҙәр.
Беҙ, малайҙар, үҙебеҙ ҙә батҡан, ватылған булып, бер-беребеҙҙе тарттырышып уйнайбыҙ. Ә бына тирмән, өләсәйем һөйләүенә ҡарағанда, тарттырыуға яҡын ғына ла килмәй. Үҙегеҙ күҙ алдына килтерегеҙ әле: бер-береһенә лыпа һалынған ике ғәләмәт ҙур түңәрәк таштың береһе икенсеһенең өҫтөндә дөбөр-шатыр килеп әйләнә, имеш.
Ә инде юғарыла махсус эшләнгән мөшкәнән ҡойолған бойҙай бөртөктәренә ике таш араһына килеп эләккәс, иҙелеп он булыуҙан башҡа сара юҡ. Бына бит яп-ябай ғына, бер нәмә лә тарттырмай. Бары тик таш ҡына бер туҡтауһыҙ әйләнә лә әйләнә. Уныһын йылғаның быуылған урынында бейектән төшкән һыу ағымы хәрәкәтләндерә, ти. Шуға күрә һыу тирмәне тиҙәр ҙә инде. Ҡарлыман йылғаһы буйында Йәгүр (Егор була инде), Нөғәмән тирмәндәре эшләгән. Хәҙер уларға ихтыяж юҡ. Үҙебеҙҙең Ҡыҙылғы буйына тирмән ҡороп ҡуйғандар. Тик йылға буйында булһа ла, һыу тирмәне түгел, сөнки электр тогы менән эшләй икән. Нисегерәк икән уныһы? Күрергә кәрәк әле. Бына форсаты ла сығып тора. Ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Башта тыуған уйҙы ярып һалырға тел әҙер генә:
– Мин дә барам тирмәнгә.
– Ярай, улым, барырһың, – ти өләсәйем. Ул әйттеме – закон, башҡаһы миңә кәрәкмәй ҙә.
Әсәйем менән өләсәйем бер нисә ҡапсыҡ бойҙайҙы арбаға һалғас, ҡуҙғалып киттек. Әсәйем менән икәү генә барабыҙ. Мин булғас ни, беҙгә бүтән кеше кәрәкмәй ҙә. Йә, ярай, уныһы мөһим түгел. Һүҙем бит тирмән хаҡында ине. Ана шул тирмәнде эшләтеүсе кеше тирмәнсе була. Өләсәйем әйтеүенсә, тирмәнсе булып Әхтәр бабай эшләй икән. Тулы исеме – Әхтәрйән, тик кем уны оҙонайтып мәшәҡәтләнә инде. Әхтәр тек Әхтәр. Дөрөҫөрәге, тирмәнсе Әхтәр. Беләм мин ул бабайҙы. Бер аяғы юҡ. Һуғыштан шулай имгәнеп ҡайтҡан. Беҙҙең ауылда тағы бер нисә кеше һыңар аяҡлы. Ғимай ҡарт, Ғәфүрйән, Ғәйфи, Хәким ҡарттар… Йылдар үтер. Зарланмайынса ғына йәшәп, ҡулдан килгәнсә емертеп эшләп, матур итеп донъя көтөп, ул-ҡыҙҙар үҫтереп, улар ҙа баҡыйлыҡҡа күсер. Ауыр тупраҡтары еңел булһын, тип әйтерҙәр уларҙы белгән-иҫләгәндәр… Ә әлегә имен-һауҙар. Ана, ауылдың түбәнге осонан Ғимай бабай килә. Уның һыңар аяғы ағастан. Нисек көсө етәлер? Хәйер, үҙе лә ныҡлы кәүҙәле шул. Йыраҡтан ҡарағанда, ҡулдарын һелтәп атлап килеше бесән сабып йөрөүсе кешене хәтерләтә…
Ә анау өй түбәләренә етә яҙған ҡар һырынтыһынан ултырып шыуып төшкәне кем һуң? Бәй, тирмәнсе Әхтәр бит. Тимер аяғы ҡарға батып ҡамасаулағанға шулай итә икән… Ҡара әле, тимер аяғын тоҫҡалған пулемет көбәге һымаҡ велосипедының руленә һалып, икенсеһе менән педалдәрҙе ышаныслы әйләндереп, был яҡҡа елдерә берәү. Магарис Ғәфүрйән дә баһа. Пар атҡа егелгән һабан йәптәрен көслө ҡулдары менән тотоп, ҡара тиргә батып, ер һөрөп йөрөүсе бабайҙы ла төҫмөрләйем: Ғәйфи ул. Өләсәйем әйтмешләй, Ғәйфетдин… Тр-р-р!
Уйҙарым ошо ерҙә өҙөлә. Килеп еткәнбеҙ икән. Егеүле аттар тора, кеше-маҙар күренмәй. Тирмән тигәндәре эре ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынып, икегә бүленгән ҙур ғына бурама икән. Бер яғынан бойҙайҙы махсус яйланмаға (мөшкә тиҙәр уны) һалып ебәрһәң, икенсе яғынан он булып тоҡтарға тула. Урталыҡта он яһаусы ҡоролма ҡолаҡ тондорғос итеп гөрөлдәй. Барлыҡ кейеменә он һеңгән, хатта ҡалын ҡуйы ҡаштарына, мыйыҡтарына ап-аҡ саң ҡунған тирмәнсе Ҡыш бабайҙы хәтерләтә. Һуңғы кешенең бойҙайы тарттырылып бөткәс, Әхтәр бабай тирмәнде һүндереп ҡуйҙы. Буран тынғандан һуң була торған һиллек урынлашты. Ҡолаҡтарға йән инде. Донъя ҡәҙимге тормошҡа ҡайтты.
– Ну, улым, тирмәнгә килдеңме? Маладис. Исемең нисек әле? – Миңә өндәшә булыр бабайым. Яуап ни әҙер:
– Мин – матур малай.
– Исемең былай шәп. Исемең шәп булғас, үҙең дә шәпһеңдер. Мә, әле, шуның өсөн һыйлап ебәрәйем үҙеңде.
Нимә-нимә, ә һыйҙан баш тартыу юҡ инде. Ниндәйерәк икән һыйы? Бабай тоҡсайынан ярты икмәк сығарып, миңә ҙур ғына киҫәген һындырып тотторҙо. Икмәктең дә ниндәйе! Күпереп бешкән ап-аҡ икмәк!.. Килер замандағы йәштәштәрем минең аҡ икмәк тип иҫем китеүенә ғәжәпләнер, сәйерһенеп китер. Һис тә аптырарлыҡ түгел. Мин тал сыбыҡҡа атланып ғүмер иткән мәлдәрҙә ҡара икмәк менән хушһына инек әле. Ҡаласты өләсәйем Өфөгә барғанда ҡәҙерле күстәнәс итеп алып ҡайта торғайны. Шуға күрә йыш татымаған ризыҡты тиҙ үк төйөп тә ҡуйҙым. Эх, тәмлелеге һуң!
…Ҡапҡа алдыбыҙҙа матай тора. Беләм: Өфөлә йәшәүсе Фәрғәт бабайым килгән икән. Ул – әсәйемдең бер туған ағаһы, ә өләсәйемдең өлкән улы. Кесеһе лә бармы ни тип ҡыҙыҡһыныр бәғзеләр. Булған, тик бик кескенә сағында был донъянан китеп барған. Әлеге ваҡытта өләсәйемдең өлкән ҡыҙы Йәмлегөлө бар. Ә минең әсәйем төпсөктәре урынында. Миңә килгәндә, әсәйемдең берҙән-беремен. Шәп бит ул берҙән-бер булыу. Барлыҡ иғтибар, ҡәҙер-хөрмәт, тәм-том, кейем-һалым тик һиңә генә. Һинең һүҙҙе йығыусы юҡ, нимә һораһаң, шул үтәлә…
Был иркә малай икән, тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Аллам һаҡлаһын. Мин бит сүтәки ир-ат затынан. Ана, бабайым да хатта “абзый” тип кенә тора. Бына әле лә иң беренсе булып минең менән ҡул биреп күреште: “Нихәл, абзый?” “Мах биргән юҡ”, – тип сирттерәм эре генә. Бабайым шулай килгеләп, ихаталағы таушалып барған йорт-ҡура эштәрен көйләштереп киткеләй. Әлбиттә, мин дә ярҙам итәм. Нисек инде ирмен тигән ир булып, ҡыл да ҡыбырлатмай торайым, имеш. Ҡыл ҡыбырлатмайым тигәне өләсәйем һүҙҙәре. Тағы ла ҡыл өҙөрлөк тә хәлем ҡалманы тигәнен дә ишеткәнем бар. Ҡылын тартып ҡарарға кәрәк әле, тип тә ебәрә ҡайһы саҡта. Ниндәй бөтмәҫ ҡылдыр инде ул тиклем. Бик үк төшөнөп етмәһәм дә, ишеткәндәремде башыма һалып барам. Кәрәге тейер әле. Ваҡыты менән ҡулланырға йәтеш тә инде.
Йә, ярай, күп һүҙ китапҡа яҡшы. Ҡыл ҡыбырлатып алайыҡ әле. Бабайым эште нимәнән башлар икән? Сүкеш, балта кеүек кәрәк-яраҡ алған был. “Йә, абзый, тотондоҡмо эшкә?” – тип миңә күҙ ҡыҫа. Мин ни ҡушҡуллап. Әзмәүерҙәй ир кеше эштән ҡурҡа буламы? Бабайым менән эшләүе күңелле. Һөйләнә-һөйләнә, мине дәртләндерә-дәртләндерә башҡара ул һәр эште.
Ана шулай бабайым мине ир-ат эшенә өйрәтергә тырышҡанлығын аҙағыраҡ аңлармын. Үҙаллы булырға, һәр нәмәне таһыл менән эшләргә ҡайһылай оҫта итеп, көйләп-сөйләп күндергән бит ул. Донъя көткәндә ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән әйтемдең мәғәнәһе ҡайһылай ысынбарлыҡҡа тап килә. Күп тапҡыр ошо хәҡиҡәткә инанырмын да бабайыма мең-мең рәхмәттәр уҡырмын… Ә әлегә мин берсә тал сыбыҡҡа атланып ҡайҙалыр сабам, берсә ҡапҡа башына ҡунаҡлап тирә-яҡты күҙәтәм йә иһә, өләсәйемә эйәреп, тыңлауһыҙ кәзәне эҙләшергә йүгерәм. Һис ниндәй ҡайғыһыҙ, ғәмһеҙ саҡтарым. Ә зиһенем һәр күргәнде, ишеткән-белгәнде энәһенән-ебенә тиклем күңелемә һеңдерә бара. Бер саҡ шуларҙы барлап, кино кадрҙары кеүек күҙ алдынан үткәреп, ҡабатланмаҫ бала саҡ мәлдәремә хыялымда ғына яңынан ҡайтыр өсөн…