Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡынылар. Бер ваҡиға хәтерҙә ҡалған: бала саҡта ауылыбыҙға кемдер уның “Һайлап алған яҙмыш” тигән китабын килтергәйне. Ошо аҙнала – был өй, киләһе аҙнала теге өй уҡый, тип һәр береһенә ваҡыт бүлделәр. Китаптың ҡайһы өйҙә икәнен белеүе еңел ине: унда төнө буйы тиерлек ут һүнмәне. Бына шулай яҙыусының әҫәре кешеләр йөрәгендә усаҡ тоҡандырып, күңелдәренә яҡтылыҡ бөркөп сыҡты. Ноғман Сөләймән улы Мусин – башҡорт әҙәбиәтендә иң емешле эшләгән әҙиптәрҙең береһе. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Һайланма әҫәрҙәр”енең X томы донъя күреүе лә – быға асыҡ дәлил. Ошо шатлыҡлы ваҡиға айҡанлы олпат яҙыусыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарап, әңгәмәләшеп алырға булдыҡ.– Ноғман ағай, яҙыусы ижад итһен өсөн ниндәйҙер уңайлы шарттар булдырыу кәрәкме? Һәр хәлдә, совет осоронда ҡәләм эйәләренә етәкселек тарафынан иғтибар булғанлығын беләбеҙ.
– Яҙыусының тормошо бер осорҙа ла тигеҙ һәм ыңғай ғына бармай. Уның йәмғиәткә ҡарашы, етәкселек алып барған сәйәсәткә мөнәсәбәте арҡаһында төрлө ҡытыршылыҡтар килеп тыуа. XIX быуатты ғына алып ҡарайыҡ. Пушкин, Лермонтов, Чернышевский кеүек данлы әҙиптәр ниндәй генә ҡатмарлы юл үтмәгән, хатта төрмәлә ултырғандар, вафат булып ҡалғандар. Ә бит улар шундай шарттарҙа ла һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙған, фекерҙәрен еткереү өсөн көрәшкән. Ошолар хаҡында уйлап ҡарамайбыҙ. Тормош хәҙерге ваҡытта ла шулайыраҡ бара ул. Донъяға, йәмғиәткә ҡарата ныҡлы ҡарашың булып, уны тайпылышһыҙ яҡлау, саф намыҫта ҡалыу өсөн төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтергә тура килә. Уйлап ҡарайым да, әле үҙемдең үткән ижад юлымды тулыһынса күрһәтеү мөмкин түгел, ҡайһы бер мәлдәрен аңлап та етмәйем һымаҡ. Бына шундай ҡатмарлы һәм оҙон юлдың бер ҡыуаныслы күренеше булып, “Һайланма әҫәрҙәр”емдең X томы донъя күрҙе.
– Беҙҙең әҙәбиәттә бындай хәлдең булғаны юҡ. Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
– Рәхмәт! Эйе, булғаны юҡ шикелле. Киләсәктә булыр тип өмөтләнәйек. Шулай ҙа томдарҙың һаны ижадымдың кимәлен күрһәтә торған “бизмән” түгел.
– Ноғман ағай, ижадығыҙҙың кимәлен халыҡ билдәләгән инде: әҫәрҙәрегеҙҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтәләр. Әҙип өсөн ошонан да ҙурыраҡ баһа юҡтыр ул.
– Әҫәрҙәремдең китап кәштәләрендә туҙан йыйып ятҡаны юҡ, сыҡҡан береһен алып торалар. Был йәһәттән, әлбиттә, үҙемде бәхетле һанайым.
Томдарҙың сығыуына өйрәнеп киткән һымаҡ булһам да, һәр береһен ҡулға алған һайын ижадым яңы башланған кеүек хис итәм үҙемде. Олоғайғас, яҙғандарыңа төрлө яҡтан ҡараш ташлайһың да ҡәнәғәтлек тойғоһо менән бергә, шундай уйҙар ҙа килә: туҡта әле, мин бында барыһын да эшләп бөткәнменме һуң?
– Бер саҡ Мостай Кәрим менән һөйләшкәндә, күңеле төшөнкө мәл булдымы икән, былай тип әйтеп ҡуйғайны: “Мин нимә яҙҙым инде?” “Мостай ағай, һеҙ үҙегеҙ өйгән бейек тау башында тораһығыҙ. Шуға ла уның бейеклеге тойолмайҙыр. Тау башынан алыҫ тарафтар күренә. Ә беҙ ошо мәғрур тауҙың бейеклегенә һәм текәлегенә хайран ҡалып, уның төбөндә торабыҙ”, – тинем.
– Мин ул тауҙың башына менеп еткәнмен тип уйлағаным юҡ. Әлеге шул яҙғандарға ҡарайһың да, нимәлер аҙағынаса эшләнеп бөтмәгән һымаҡ. Мәҫәлән, Сәйет батыр тураһында яҙырға теләйем. Алдар батыр тураһындағы әҫәргә материалдар йыйған саҡта, Сәйет батыр хаҡында мәғлүмәттәргә тап булдым. Алдар батырға тиклем Сәйет батыр күтәрелеше булған. Үкенескә ҡаршы, тарихыбыҙҙа уның тураһында телгә алынмай. Башҡорттарҙың үҙ ере өсөн көрәшен ул беренсе булып күтәреп ебәргән. Әлбиттә, тарихи әҫәр яҙыр өсөн күпте өйрәнергә, эҙләнергә тура килә. Тарихи дөрөҫлөктән тайпылмаҫҡа, хәҡиҡәткә хыянат итмәҫкә кәрәк. Әйтәйек, Алексей Толстойҙың “Петр Беренсе” тигән романын өлгө итеп ҡуйыр инем. Автор данлыҡлы шәхес тураһында яҙһа ла, шул осорҙағы Рәсәй тормошон художестволы алымдар аша ысынбарлыҡта сағылдырған. Ә беҙҙә ҡайһы бер тарихи әҫәрҙәр фәҡәт тарихи ваҡиғаларҙы һанап сығыуға ҡоролған.
– Ҡыҫҡаса әйткәндә, яҙыусы уҡыусыны шул осорҙа йәшәтергә тейеш.
– Эйе. Алдар батыр тураһындағы “Шунда ята батыр һөйәге...” романын мин бик оҙаҡ яҙҙым – 1980 йылдарҙа башлағайным, XXI быуат башына ғына килеп сыҡты. Был әҫәр өҫтөндә күп эшләнде: яҙаһың-яҙаһың да бер һорауға килеп төртөләһең һәм тағы архив донъяһына сумырға, документтарға күҙ һалырға тура килә. Ғөмүмән, тарихи әҫәрҙәрҙе яҙыуы еңел түгел. Йыш ҡына абынып йығылған, ҡәләмдәштәрең менән бәхәскә ингән саҡтар була. Ҡайһы берәүҙәр ҡәләмдәштәренән йәки юғарынан тәнҡит һүҙҙәре ишеттеме, быны үҙҙәрен кәмһетеүгә тиңләй. Хатта “шәп яҙғанға күрә алмайҙар” тип ебәреүселәр ҙә була. Төрлө ҡыҫымдарҙы миңә лә кисерергә яҙҙы. Ул ваҡиғаларҙы иҫкә алыуҙың кәрәге юҡ, һәр ижадсының башынан үтә торған хәлдәр.
– Шулай ҙа берәй ваҡиғаны иҫегеҙгә төшөрөп үтһәгеҙ, фәһем булыр.
– Улай булғас, тыңла. Хәтерем яңылышмаһа, 80-се йылдарҙың башы ине шикелле. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының киңәйтелгән ултырышында “Ағиҙел” журналында сыҡҡан әҫәрҙәрҙе тикшереү булды. Элек шундай матур йола бар ине, хәҙер онотолдо инде. Шунда проза әҫәрҙәре буйынса сығыш яһауымды һоранылар. Ныҡ итеп әҙерләндем, журналда баҫылған әҫәрҙәрҙе ентекләп уҡыным. Ултырышта иң башта яҡшы тип табылған әҫәрҙәрҙе телгә алдым, һәйбәт кенә бер-ике роман бар ине, повестар, хикәйәләр тураһында һөйләнем. Шулай уҡ, “ура” ҡысҡырып ҡабул итмәҫтәрен белһәм дә, етешһеҙлектәргә лә төртөп күрһәттем. Мәҫәлән, бер яҙыусының романын “Ағиҙел” журналының мөхәрририәт ағзалары, журналға бирерлек түгел, тип тапты. Әҙип быны ҡабул итмәне, юлын табып, әҫәрен баҫтырып сығарҙы. Бер ҙә насарлыҡ уйламай, романдағы етешһеҙлектәр тураһында ла әйтеп үттем.
Башҡортостан Өлкә комитетының идеология буйынса секретары Таһир Ахунйәнов та әҙәби ижад менән шөғөлләнде. Хатта уның “Ғәлиә” тигән повесы буйынса спектакль ҡуйылып, ҙур уңыш менән барҙы. Бер саҡ ул: “Егеттәр, һеҙ минең нисек ижад иткәнде белмәйһегеҙ бит. Эштән һуң ҡалып, ошонда яҙышам”, – тине. Шулайҙыр. Аңлайым уны. Ләкин ҡайһы бер “иптәштәр” уның яҙғанын һағалап ҡына торҙо, 20-30 бит булдымы, алдынан тартып алып, баҫтырыу яғын ҡаранылар. Мәҫәлән, уның “Буранлы көндәр” тигән повесы ике йыл буйы өҙөк-өҙөк булып журналда донъя күрҙе. Ул әҫәрҙең башы-аҙағы ҡайҙа, фекере бармы – тотоп алыуы ҡыйын ине. Ултырышта ошо хаҡта ла әйттем: “Таһир Исмәғил улына ярҙам итәбеҙ, тип уға зыян ғына килтерҙек. Ниңә уның яҙып бөткәнен көтөп, аҙаҡ әҫәргә ҡарата фекерҙәребеҙҙе әйтһәк, яҡшыраҡ булмаҫ инеме ни?! Үҙебеҙҙең хатаны аңларға тейешбеҙ”, – тинем. Былар, әлбиттә, бәғзеләргә оҡшап етмәне.
Тағы бер хәл тураһында һөйләйем әле. Ул йылдарҙа бер нисә кредит магазины асылғайны. Цюрупа урамының бер мөйөшөндә лә бар ине шундай кибет. Бер ишеге – урам яғынан, икенсеһе артҡы яҡтан асыла. Артҡы ишек юғары органдарҙа эшләгәндәргә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, дуҫ-иштәргә тәғәйенләнгән. Улар шунан инеп, яңы килтерелгән сифатлы кейем-һалымды һайлап ала. Магазин директоры – Абдулла Моратов тигән кеше. Бер көн редакцияға (ул саҡта китап нәшриәтендә эшләй инем) танылған яҙыусыбыҙ килеп хәбәр һалды: “Егеттәр, мин бик шәп автор таптым, шул тиклем шәп әҫәр яҙған. Уны әле Мирзаһитов уҡый, тиҙҙән һеҙгә килеп етер”.
Аптырап ҡалдыҡ, ниндәй автор икән һуң ул? Бер нисә көн үткәс, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов килде: “Бына һеҙгә бер ҡулъяҙма. Оҙаҡлатмай сығарығыҙ!” – тине. Бер иптәшебеҙ ул әҫәрҙе уҡырға алды. Ҡулъяҙманы китап итеп сығарырға әҙерләгән мәлдә ул “Ағиҙел” журналында килеп тә сыҡты. Уҡып ҡарағайным, сәс үрә торорлоҡ, мәғәнәһеҙ әллә нимәләр яҙып бөткән был. Ниндәй әҙәби әҫәр булһын инде, иҫтәлектәр тиһәң, иҫтәлектәргә тартмай, очерк тиһәң, очерк түгел. Быны ниңә маҡтап йөрөнөләр икән тип аптырайым. Баҡһаң, ул теге магазин директорыныҡы, имеш...
Тиҙҙән был “әҫәр” китап булып баҫылып сыҡты. Ултырышта мин ошо хаҡта ла әйттем: “Беҙ ниндәй көнгә төштөк? Сепрәк-сапраҡҡа алданып, булдыҡһыҙ кешене яҙыусы дәрәжәһенә күтәрәбеҙ, әҙәбиәтебеҙҙе бысратабыҙ”. Тегенең әшнәләре урындан ҡысҡыра башланы: “Һин нимә, аңламаған көйө һөйләп тораһың! Ауыҙыңды үлсәп ас!” – тиҙәр.
Ултырыш тамамланғас, Назар Нәжми шарҡылдап көлдө лә: “Ноғман, былай булғас, премия менән хушлаш”, – тине. Ул ваҡытта минең бер әҫәрем Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгәйне. Назар ағай ошо хәл тураһында көндәлегендә лә телгә алған.
Был ваҡиға эҙһеҙ үтмәне. Мине иртәгәһенә “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Гәрәев саҡыртып алды ла баҫырға әҙерләнгән “Яралы кеше тауышы” романының 2-се китабын алдыма һалды: “Быны әлегә һалып тор инде”, – тине ул. Әлбиттә, мин сәбәбен һорап торманым – теге ултырыштың һөҙөмтәһе икәнен шунда уҡ төшөндөм. Шулай итеп, роман бер йылға яҡын өҫтәл тартмаһында ятты. Үҙемдең дә кәйеф юҡ, яҙышырға ҡул бармай. Аптырағас, ҡулъяҙманы тоттом да Таһир Ахунйәновҡа индем. Романды уның алдына һалып, былай тинем: “Таһир Исмәғилевич, ошо ҡулъяҙмаға йә баҫырға, йә баҫмаҫҡа тип ҡул ҡуйһағыҙ ине”. Егет кеше ине ул. “Ярай, ҡарарбыҙ”, – тип әҫәрҙе алып ҡалды.
Бер аҙнанан Ҡәҙим Аралбаев шылтырата: “Ноғман ағай, романыңды “Ағиҙел”гә алып бар, Таһир Исмәғил улы баҫырға рөхсәт бирҙе”, – ти. Роман шундай юлдар үтеп донъя күрҙе. Ләкин ултырыштың “дауамы” бының менән генә бөтмәне. Минең 50 йәшлек юбилейымды үткәреү күҙ уңында тотола ине. Әсғәт Мирзаһитов: “Юбилейыңды үткәрергә урын юҡ бит әле. Актерҙар йортонда ремонт бара, филармония буш түгел. Нишләйбеҙ һуң?” – ти. “Улай икән, үткәрмәгеҙ”, – тинем. Аҙаҡ белдем: Актерҙар йортонда бер ниндәй ремонт бармай, филармонияла ла ул көндә саралар ҡаралмаған. Бер-ике көн үткәс, Әсғәт Мирзаһитов тағы шылтырата: “Һинең юбилейыңды Матбуғат йортоноң залында үткәрергә һөйләштек. Афишалар әҙер”. Ризалаштым.
Ул саҡта Зөфәр Хисмәтуллин литфонд директоры ине. Ул былай тине: “Беҙ һиңә шундай яҡшы бүләк әҙерләнек – бик шәп радио алдыҡ. Ләкин юбилейыңда Яҙыусылар союзынан бер кем дә булмай. Барыһы ла командировкаға киткән”. Тоттом да өлкә комитетына Таһир Ахунйәновҡа шылтыраттым: “Юбилей кисәһенә һеҙгә саҡырыу билеты ҡалдырғайным, килә алаһығыҙмы?” – тим. “Ноғман, саҡырыуыңа рәхмәт! Эштең бик тығыҙ сағы бит әле, барып булырмы, юҡмы”, – ти. “Ярай, Таһир Исмәғилович, – мин әйтәм. – Унда мин дә барып тормайым. “Башҡортостан” ресторанында 150 кешелек табын әҙерләгәнмен, юбилейҙы шунда үткәрермен. Барыбер Яҙыусылар союзынан бер кем юҡ, командировкаға таралып бөткәндәр”. Ул бер ни тиклем уйланды ла: “Тороп тор, хәҙер...” – тип телефонды һалды. 10-15 минут үттеме, юҡмы, өлкә комитетының мәҙәниәт бүлегендә инструктор булып эшләгән Ҡәҙим Аралбаев шылтыратып: “Кисәңдә Әсғәт Мирзаһитов менән Мостай Кәрим дә була, ағай, тиҙ генә килеп кит әле, бер ҡағыҙға ҡул ҡуйырға кәрәк”, – тине. Барҙым, уҡып та тормай, бөтә ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып сыҡтым. Иртәгәһенә, минең юбилей кисәһе була торған көндә, радионан хәбәр итәләр: яҙыусы Ноғман Мусинға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай итеп, Матбуғат йортонда ла юбилейым гөрләп үтте.
– Ноғман ағай, былтыр Рәсәйҙә, республикабыҙҙа Әҙәбиәт йылы үтте. Ул һеҙҙә ниндәй тойғолар ҡалдырҙы?
– Әҙәби процесс туҡтауһыҙ дауам итә. Ул бер ниндәй йәмғиәт тормошонда ла туҡтап ҡалмаған. Бөгөн дә, ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, әҙәбиәткә иғтибар һыуынмай. Йылды уға арнау ғына ла күңелгә йылылыҡ бирҙе. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы менән “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Әҙәби нағыш” марафоны ҙур әһәмиәткә эйә булды. Шағир-яҙыусылар республикабыҙҙың барлыҡ райондарына барып, халыҡ менән осрашты, йәш ҡәләмдәштәренең ҡулъяҙмаларын тикшерҙе, кәңәштәрен бирҙе. Ҡыҙыҡ өсөн һанап ҡарағайным, мин дә ете урында осрашыу үткәргәнмен икән. Был сара беҙҙе уҡыусыға яҡынайтты, халыҡты әҙәбиәткә ылыҡтырҙы...
Марафондың төп маҡсаты йәш таланттарҙы табыу булды. Был – бик һәйбәт күренеш! Союзыбыҙға йәштәрҙең килеүе мөһим, сөнки уның ағзаларының уртаса йәше 60-ты үтеп китте. Әлбиттә, яҙыусыны әҙәбиәткә сыбыҡ менән ҡыуалап килтереп булмай. Юрий Бондаревтың шундай һүҙе бар: “Кешене яҙырға өйрәтергә мөмкин, ләкин ижад итергә өйрәтеп булмай”. Үкенескә ҡаршы, йәштәребеҙҙең яҙғандарын уҡыйым да, тормошто, әҙәбиәтте аңлап етмәүҙәре тойола. Шуға күрә әҫәрҙәрендә яһалмалылыҡ күҙгә бәрелеп тора, уҡыусыға тәьҫир итеү көсө лә бик самалы.
Дөйөмләштереп әйткәндә, үткән йыл әҙәбиәтебеҙ күкрәк тултырып һулыш алды: матур әҫәрҙәр баҫылып сыҡты, гәзит-журналдар әҙәбиәткә ҙур иғтибар бирҙе. Бигерәк тә “Башҡортостан” гәзите Әҙәбиәт йылын сағыу яҡтыртты.
Йәштәрҙең яҙмаларын даими уҡып барырға тырышам. Мәҫәлән, Рият Вәлиев тигән бер үҙенсәлекле автор бар. Уның “Күләгәле утрау” тигән китабы ла сыҡты. Мин Рияттың “Кисеү белмәй Еҙем яҙҙарын” исемле хикәйәһен уҡып ҡыуандым. Уның хаҡында, талантлы яҙыусы килде, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Автор кеше яҙмышын, ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшен шул тиклем сағыу һәм ҡалҡыу итеп һүрәтләй, күңелгә һеңеп ҡала.
Тағы бер автор тураһында әйткем килә. Ул – Әхтәм Абушахманов. Әлбиттә, театр һәм кино донъяһы аша уны бик яҡшы беләбеҙ. Миңә Әхтәм “Сәхнә артындағы тормош” тигән китабын бүләк итте. Йыйынтыҡта шәп хикәйәләр бар. “Көтөүсе” тигән хикәйәһе, мәҫәлән, йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө кеүек, тормошобоҙҙо хайуандар образы аша шул тиклем оҫта асып бирә. Бер ниндәй яһалмалыҡ юҡ. “Әҙәм менән Һауа”, “Әтәстәр”, “Бирелмәгән исем” һәм башҡа әҫәрҙәре лә мауыҡтырғыс.
Айгиз Баймөхәмәтов тигән йәш яҙыусы тураһында ла бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләге килә. Үҙенә лә асығыраҡ әйтермен тип йөрөйөм. Мин уны “Ҡалдырма, әсәй!” исемле тәүге әҫәре өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бирелеүе менән дә ҡотланым. Китабын урыҫ телендә лә сығарған икән өлгөр егет. Аҙаҡ “Урам балалары” тигән повесынан өҙөктәр баҫтырҙы. Уны уҡығас, был әҫәреңде уйлап бөткәнһеңме, бер төрлөрәк тема түгелме, уйлабыраҡ эшлә, тинем. Ғөмүмән, быны бер Айгизгә генә әйтмәйем: яҙыусы үҙ кимәлен белергә, һәр әҫәренә ҡарата талапсан булырға тейеш. Үҙ-үҙеңә дөрөҫ баһа биреү – бигерәк тә йәш саҡта яҙыусы өсөн иң мөһим сифаттарҙың береһе.
Бының менән шуны әйтергә теләйем: өҫтәл артында ғына ултырып яҙыусы булып булмай, тормошта ҡайнап, уны аңлап һәм йөрәгең аша үткәреп кенә уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ, уйландырырлыҡ әҫәрҙәр яҙырға мөмкин.
Ләкин шатлыҡлы күренештәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәлә кеүек яҙмаларҙы ла хикәйә тип атай башланыҡ. Был йәһәттән гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Әҙәбиәттең бәҫен төшөрмәйек.
– Башҡорт әҙәбиәтендә һеҙҙең кеүек уңышлы эшләгән кеше юҡтыр, Ноғман ағай. Хатта баҫылып сыҡҡан романдарығыҙҙы ҡабаттан эшкәртеүегеҙ тураһында ла ишеткәнебеҙ бар. Был тиклем көстө ҡайҙан алаһығыҙ?
– Был һорауың Эрнест Хемингуэйҙың әйткәндәрен иҫкә төшөрҙө. “Мин “Хуш, ҡорал!” романының һуңғы битен үҙем ҡәнәғәтлек кисергәнгә тиклем 39 тапҡыр яңынан яҙҙым”, – тигән ул. Ҙур яҙыусылар бына нисек ҡараған ижадҡа! Уларҙан өлгө алырға кәрәк. Ә беҙҙә нисек? Сейле-бешле бер нәмә яҙҙылармы, донъяға яр һалырға тырышалар. Элек Яҙыусылар союзы идараһында ижади секциялар бик һәйбәт эшләне. Авторҙарҙың ҡулъяҙмалары иң башта унда тикшерелде, һуңынан баҫып сығарырға йә авторға әҫәре өҫтөндә тағы ла эшләргә тәҡдим ителде. Шул ижади секциялар хупламай тороп, ҡулъяҙманы “Ағиҙел” журналында ла, китап нәшриәтендә лә ҡабул итмәнеләр. Унан һуң мөхәрририәт ултырыштары бик юғары кимәлдә була торғайны. Шундай “иләк”тәр аша үткәрелде әҫәрҙәр. Былар, минеңсә, бик кәрәкле алым.
90-сы йылдарға тиклем милли әҙәбиәттәр СССР, РСФСР Яҙыусылар союзы менән тығыҙ бәйләнештә булды. Хатта үҙҙәренең нәшриәттәре бар ине: “Советский писатель”, “Современник”, “Художественная литература” нәшриәттәре. Улар хәҙер шәхси эшҡыуарҙар ҡулына күсеп бөттө. Ул осорҙа минең дә “Современник” нәшриәтендә “Мәңгелек урман”дың 2-се китабы баҫылып сыҡҡайны, әммә “Һайлап алған яҙмыш” романын кире ҡайтарҙылар. “Советский писатель” нәшриәтендә “Зәңгәр тауҙа аҡ болан” трилогияһының ике романы, повестар һәм хикәйәләр китабы сығып өлгөрҙө, өсөнсөһө донъя күрмәй ҡалды. Шунан һуң милли әҙәбиәткә кәртә ҡуйылды. Ә бит уға ҡараш иң насар йылдарҙа ла һүрелмәгән. 1938 йылда Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы идараһының фольклор секцияһында башҡорт фольклорына арналған ҙур һөйләшеү була. Унда башҡорт фольклорын туплап, урыҫ телендә сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шунда уҡ башҡорт яҙыусыларына гонорарҙы арттырыу мәсьәләһен дә күтәрәләр.
1942 йылда, ҡот осҡос һуғыш барған осорҙа бит әле (!), СССР Яҙыусылар союзының Милли әҙәбиәттәр бюроһының комиссияһы “Урал беҙҙең әҙәбиәттә” тигән темаға фекер алышыу үткәрә. Шунда Урал тураһында башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә ауҙарып сығарырға кәрәк тигән ҡарар сығаралар.
Бына шулай, әҙәбиәт бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәгән, үҫкән, камиллашҡан. Ләкин бөгөн матбуғат баҫмаларын уҡыйһың да, сәс үрә торорлоҡ! Сәнәғәтебеҙ аяныслы хәлдә. СССР өлгәшкән ҡаҙаныштарҙы юҡҡа сығарҙыҡ, хәҙер тергеҙеп маташабыҙ. Мәктәптәрҙә уҡыу программаларын өҙлөкһөҙ үҙгәртеү арҡаһында элекке көслө белем биреү системаһы ҡаҡшаны. Заманында донъяла иң көслө тип танылған өлгө ишелеп төштө, күренекле академиктар ҡаршы торған БДИ тигән нәмәне уйлап сығарҙылар. Яңы быуын тәрбиәләүҙә үҙгәрештәр индереп тороу киләсәгебеҙҙең бәкәленә һуға. Мәғариф өлкәһендәге хәлдәрҙе төрлө кимәлдәге чиновниктар яҡшы белә. Шуға ла улар балаларын мәктәп йәшенән үк сит илдәргә уҡырға ебәрә. Улары шунда юғары уҡыу йорттарына инә, магистратурала белем алып, ситтә йәшәргә ҡала. Беҙҙә лә хәҙер бай балалары өсөн айырым мәктәптәр барлыҡҡа килде.
Факттарға таянып әйтәм, пенсионерҙарҙың йәшәү кимәле буйынса беҙ донъяла – 78-се, юлдарҙың сифаты яғынан – 123-сө, һаулыҡ һаҡлауҙы финанслау йәһәтенән 51-се урында торабыҙ... Ә үлтереш буйынса Европала – 2-се, айырылышыуҙар буйынса 1-се баҫҡысты биләйбеҙ. Бына шуларҙы уйлайһың да әҙәбиәттең дә ни өсөн алға китмәүен тоҫмаллайһың.
– Һеҙҙең күп кенә әҫәрҙәрегеҙ урман, ғөмүмән, тәбиғәт темаһына арналған.
– Тәбиғәт минең йөрәгемә һеңешкән, тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Ул – минең тормошом. Рәсәй был йәһәттән шул тиклем бай. Урман, әйтер инем, нефть, газ кеүек байлыҡтарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк. Ул – беҙҙең үпкәбеҙ! Ләкин уға ҡарата һаман да битарафбыҙ: тәбиғәттә янғын сығыу буйынса беҙ – 1-се урында. Йылына 3 миллион 700 мең гектар урман яна. Өҫтәүенә рөхсәтһеҙ 30 миллион кубометр ағас ҡырҡыла. Ул тиклем бер илдең дә урманы юҡ. Сағыштырып ҡарайыҡ, 2006 йылда уны һаҡлау эшендә 70 мең кеше булған, хәҙерге көндә 18 мең ҡалған. Урман ус төбөндә ятҡан әйберме ни! Был хеҙмәткәрҙәр уны һаҡлау түгел, ҡарап сығырға ла өлгөрмәй. Урманды бит таҙартып, тәрбиәләп торорға кәрәк.
Элек санитар ҡырҡыу үткәрелде, йәш ағастар ултыртылды... Был – бик ҙур көс талап иткән хеҙмәт.
Ошондай күренештәр эсте бошора, илебеҙҙең киләсәге тураһында етди уйланырға мәжбүр итә, әлбиттә. Яҙыусы иһә халыҡ алдында ҙур яуаплылыҡ тойоп, әҫәрҙәре менән уларға ҡаршы көрәшергә, кешеләрҙең аң-зиһенен уятырға бурыслы.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.