Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бирәсәккә ваҡыт бирелмәй шул, көтәсәккә уны алмайҙар”
“Бирәсәккә ваҡыт бирелмәй шул, көтәсәккә уны алмайҙар” Истанбулдың һомғол мәсеттәре
Хайран итер йәме был яҡтың.
Олоғайғас ҡына тәүге тапҡыр
Аҙан моңо мине уятты.

Эй үкенес!
Аҙан арбауынан
Башланмаған сабый көндәрем...
Ҡолатылған изге манаралар,
Емерелгән мәсет мөнбәре.

Яҙмаған шул сабый күңелебеҙгә
Доғаларҙың моңон үрәһе.
Ярай әле беҙгә шиғыр ҡалған,
Тыйылғанда Ҡөрьән һүҙҙәре.

Кем уйлаған миңә ғүмерлеккә
Ҡағылыр тип шиғыр шауҡымы?..
Бәләкәстән шиғыр менән үҫтем,
Сихырландым, остом, шаңҡыным.

Үргә әйҙәй ижад манараһы,
Шағир ҙа бит уяу аҙансы.
Ниндәй һүҙ табайым,
Был Ватаным
Аҙа-аҙа юлдан яҙғансы?


Йәдүәл

Аптырарҙар һөйләгәндә ул мәлдәрҙе:
Уҡыныҡ беҙ тик башҡортса бар фәндәрҙе.
Һәр замандың – үҙ һүҙҙәре, үҙ ҡиблаһы,

Йәдүәл тинек
Ҡабатлауҙың таблицаһын.

Хәҙер бер ни хисапланмай, шуныһы йәл,
Иҫәпһеҙҙең иҫе китмәй, ҡуйы теүәл.

Компьютерҙы кәрәк яҡҡа борғолай бур,
Компьютерҙың хәтеренән дә алдағы ҙур.

Ил таланған. Хаҡ иҫәп юҡ.
Сәм, ғәм дә юҡ.
Һис юғында алдау белмәҫ йәдүәл дә юҡ.


Ҡала хәлдәре

Эй, был ҡала!
Ниҙәр ҡыла,
Ниҙәр итә –
Кеше башынан йөрөтә.

Ҡат-ҡат йорттар.
Таш ҡалыпта
Ҡанат ҡағынам. Талпынам.
Күккә ашам.
Тейә башым
Өҫтәгенең табанына.

Минән түбән ҡатта күрше
Ашҡына, ҡанат ҡағына,
Күккә ашмаҡ,
Тик башҡайы
Тейә минең табаныма.

Шул уҡ хәлдәр – минән өҫтә,
Шул уҡ хәлдәр – минән аҫта.
Йөрөйбөҙ кеше башынан –
Табан аҫтарында – баштар.

* * *

Донъям яҡты бөгөн.
Сабыйҙарҙың
Ҡарашынан осҡон сәселде.
Асҡар бүләм һорау менән күмә,
Аңлап булмай һүҙен Әсилдең.

Уйсан бер тау һымаҡ өнһөҙ торам,
Уйҙарымды кем һуң беләсәк?
Асҡар һорауына яуабым юҡ,
Ниҙер һөйләй Әсил бүләсәр.

Тәбиғәттә хәлдәр ябай һымаҡ,
Беҙ генә ул әллә нишләнек.
Аңлайҙыр бит шишмә тауҙың уйын,
Тау беләлер серен шишмәнең.

Барыһы үтер. Был сиктәр ҙә бөтөр,
Ҡалмаҫ араларҙы бүлгәне.
Олатаһы һүҙен сабый белер,
Олатаһы аңлар бүләһен.
Мине әле башҡаса уй борсой,
Ниңә был уй ҡат-ҡат ҡайта һуң?
Егет үҫеп, үҙе донъя көтөп,
Аңламаһа шул саҡ бер-береһен,
Ата — улын, улы — атаһын,
Кем төҙәтер яҙмыш хатаһын –
Был уй ниңә ҡат-ҡат ҡайта һуң?

* * *

Тыуған яҡтарымдан елдәр иҫә,
Күпме юлдар улар үткәндер.
Кисә таңда юлға сыҡҡандыр ҙа
Бөгөн таңда килеп еткәндер.

Дала еле даръя булып таша,
Донъяларҙы иңләй был ташҡын.
Тыуған яҡтан иҫкән елде һулап,
Туҡсоранға ҡапыл тоташтым.

Елдәр туҡтап ял да итә алмай,
Туҡтанымы – елдең бөткәне.
Бер елдереп тыуған яҡтарыма
Ҡайтыр ғына саҡты көткәнем.

Елдәй елеп ҡайтһам, тәҙрә ҡаҡһам,
Ғәзиз моңдарымды тапмаһам –
Уйлауы ла быны ҡурҡыныс! –

Телдән, моңдан яҙған еркәйемә
Арыған ел кеүек йығылырмын,
Йығылырмын йәнем ҡырҡылып.

* * *

Өфө — Ырымбур араһы
Нисек булған, шул көйө.
Йәштән ниндәй көй башлаһам,
Ҡартайғас та шул көйөм.

Ҡышым да шул, яҙым да шул,
Йәйем дә, көҙөм дә шул.
Үҙем дә шул, һүҙем дә шул,
Үҙемдең түҙем дә шул.

Йылғалар, тауҙар ҙа шул уҡ,
Шул уҡ ай, шул уҡ йондоҙ.
Һайлаған маҡсатым шул уҡ,
Ҡыуамын шул уҡ юлды.

Тик Ватаным алмашынды,
Ватаным ғына башҡа.
Ҡайтмаҫ бөйөк дәүләтебеҙ,
Бәрһәк тә башты ташҡа.

Кешеләрҙең араларын
Айыра доллар – шына.
Битһеҙ тамаша шашына,
Аҡылдар алышына.
Ҡайҙан килә был яуызлыҡ,
Был емерткес көс-ҡеүәт?
Алҡымымдан ала матҡып,
Быуа
Быумалы быуат.

Быуа бит быумалы быуат,
Бөтә тыным, сәсәйем.
Минең сәсәү генә нимә?
Сәсәй тотош Рәсәйем.


Рәми шишмәһе

Бөгөн тыуған көнөң.
Көрттәр ярып,
Ашыҡтым мин һинең шишмәгә.
Бергә үткән юлдар үҙәк өҙөп,
Һағындырып иҫкә төшәләр.

Был шишмәгә ҡыш та, йәй ҙә килдем,
Һыуын эстем эйелеп-ҡапланып.
Башҡалыр ҙа исеме,
Тик мин уны
Рәми шишмәһе тип атаным.

Рәми ағай!
Атлыҡҡанһың бында,
Ҡош моңона тулған ян-яғың.
Хыялыйҙар иткән күҙ ҡарашы
Ошо ерҙең ҡыҙы Надяның.

Һағыналыр һеҙҙе был ҡарағай,
Серегеҙҙе һаҡлай был шишмә.
Шау сәскәле туғай
Һәр таң һайын
Ҡайнар һүҙегеҙҙе ишеткән.

Һандуғастар ярһып һайрағанда,
Аҡ муйылдар киткән сайҡалып.
Ғашиҡ егет янып барған битен
Был шишмәлә күпме сайҡаны.

Һеҙҙе һөйөү ҡуш йөрәкле иткән,
Ҡабул булған теләк-уйығыҙ.
Алсаҡ шишмә ҡушылып йырлағандыр
Гөрләгәндә бында туйығыҙ.

Байрам булып, хайран булып килгән
Ошо яҙығыҙҙың һәр көнө.
Осраштырған, фатихаһын биргән
Ижад йорто Переделкино.

Көрттәр йырып килдем.
Күктә ҡояш
Болотҡа бер йәшенә, бер көлә.
Тыуған көнөң менән, Рәми ағай!
Шишмәң йырлай.
Күҙгә йәш эркелә.
Аҡ ҡарҙарҙан йылы бөркөлә.

Терелеү

Йылдар буйы пьедесталда танк
Һәйкәл булып торҙо Донбасста.
Тертләп киткән танк,
Утлы шартлау
Тирә-яғын ялмап алғас та.


Йөрәгенә яңынан ғәйрәт ҡайтҡан,
Ҡорос яугир яңынан терелгән.
Көс тапҡан был танк, һалдат булып,
Ут эсенә яңынан керергә.

Пьедесталдан төшөп, яуға киткән,
Эҙен уйған янған еренә.
Күҙе аларынған өйөр бөгөн
Даһи һәйкәлдәрен емерә.

Монументтар гөрҫләп ергә ауа,
Селпәрәмә килә таш һындар.
Барыһы ла хәтерен юйғанмы ни
Аҡылынан шашҡан ташҡында?

Бәндәләрҙең алйот ҡылығына
Иҫең китеп ултырып иларға.
Һәйкәлдәрҙе ватҡан онотҡанмы
Табынғанын илдең шуларға?

Һәйкәл булып ҡалҡҡан даһиҙарҙың
Ҡалаларға исеме бирелгән.
Донъя нисегерәк булыр ине,
Ниндәйерәк эштәр ҡылыр ине,
Ул һәйкәлдәр яңынан терелһә?


Һорау

Эй, илкәйем! Нисә быуат һине
Ботарланы дошман ҡылыстары.
Тик халҡымдың һаман буш устары,
Алмайынса түләй бурыстарын.

Ҡолаҡ тондо. Тик тынманы һөрән,
Төштәремдә һаман яңғырап тора.
“Йәшәһен”дәр иҙҙе йәшәйеште,
Уралымды шомландырҙы “Ура!”
Урал урмандарын ситтәр ҡыра,
Таҡырайтты илде ура-ура.

Саҡырыуҙар ихлас һымаҡ ине:
– Үҙгәртәбеҙ илде, “Алға! Алға!”
Төҙөйбөҙ тип емергәнбеҙ генә,
Бөйөк илдән тик хараба ҡалған.

Ҡот осорлоҡ!
Йотормо йот ҡотто –
Шаһтау һымаҡ
Торатауҙарҙы турап?
Нишләргә һуң?
Был уй йәнде һура,
Мейеләрҙе ҡура ошо һорау.

* * *

Ваҡыт – аҡса, имеш. Тотонмайса
Буламы һуң йыйып ваҡытты?
Һаҡлап ҡара уны банктарҙа,
Янда ҡалдырырлыҡ юл юҡтыр.

Хатта бер көндө лә үтескәгә
Алып булмай. Елә йыл, айҙар…
Бирәсәккә ваҡыт бирелмәй шул,
Көтәсәккә уны алмайҙар.

Уҙыр ғүмерҙәрҙе юҡ туҡтатыу,
Әммә бушҡа була туҙҙырып.
Был – балаңдың өлөшөнә инеү,
Гонаһтарҙың шулдыр иң ҙуры.

Иртәгәһе көндө онотҡандың
Йәшәүме ни йәшәү тигәне?
Киләсәкһеҙ ҡалыр уның улы,
Киләсәкһеҙ ҡалыр ейәне.

Һәр сәғәтен көндөң әрәм итмәй
Кем хаҡ эштәр эшләй, һүҙ әйтмәй –
Халыҡ яҙмышын тик шулар яҙа,
Ғүмер өҫтәй ғәзиз милләткә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780