Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ныҡлыҡ ниҙән башлана?
Рухи ныҡлыҡ  ниҙән башлана? Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, вәғәҙәбеҙҙе үтәйбеҙ: Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмә ойошторғандан һуң уның халҡыбыҙ рухиәте, йолалары, тел, ер мәсьәләләре тураһындағы фекерҙәре менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итербеҙ, тигәйнек. Халыҡ уҡытыусыһының күҙәтеүҙәренә, шәхси кисерештәренә бәйле кинәйәләрен рәхим итеп тыңлағыҙ.

Аҡылдың алтыны –халыҡта

Академик-тарихсы М.К. Любав­скийҙың халҡыбыҙ тураһында әйткән алтын һүҙҙәрен тәүге әңгәмәбеҙҙә телгә алып киткәйнек. Был һүҙҙәрҙең ошо өлөшөнә тағы иғтибарҙы йүнәлтәйек әле: “...үҙенең этник ҡаҡшамаҫлығын асыҡланы, быуындан быуынға күсә килгән милли мираҫын һаҡлап алып ҡалды”.
Тимәк, боронғо халыҡтар иҫәбенә ингән милләттәр милли мираҫын һаҡлауҙары арҡаһында бөгөнгәсә үҙҙәрен юғалтмаған. Милли мираҫ – ул матди байлыҡ ҡына түгел, милләтте һаҡлап алып ҡалыуҙа төп күрһәткес булған рухи байлыҡ та. Рухи байлыҡ тигән төшөнсә үҙе лә киң ҡоласлы. Уға мәҙәниәт төрҙәре генә инмәй, беренсе сиратта уның нигеҙен тәрбиә ҡанундары билдәләй. Шуның өсөн М.К. Любавский “этник ҡаҡшамаҫ­лыҡ”ҡа баҫым яһаған да инде. Этник ҡаҡшамаҫлыҡтың арҡа һөйәге, милли мираҫыбыҙҙың төп тағаны – рухи ныҡлыҡ тәрбиәһе.
Ә нисек тәрбиәләнгән ул РУХИ НЫҠЛЫҠ? Ниндәй ауыр мәлдәрҙә лә рухы ҡаҡшамаған халыҡ ниндәй аҡыл менән йәшәгән?
Ошо һорауға яуап табыу өсөн боронғоларҙың аҡылына күҙ һалынды.
Рухи ныҡлыҡ  ниҙән башлана?Өлкән быуын кешеләренән халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундарын өйрәнеү, йәштәргә еткереү маҡсаты менән буталсыҡ заманда юғалып ҡалмаған, бөгөнгө көндә уңыш ҡаҙанған, әҙәпле тәрбиә алған егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың олатай-өләсәйҙәре менән осрашып һөйләшеүҙе йәки балаларының улар тураһындағы хәтирәләре менән танышыу маҡсат итеп ҡуйылды.
Данлыҡлы ир-уҙаман Мөхәмәт­йән Ҡаҙаҡбаев менән боронғо тәрбиә һабаҡтары тураһында хәбәрләшкән саҡта (был бик фәһемле һөйләшеүҙе лә тәҡдим итербеҙ) әсәһенең һүҙҙәрен телгә алғайны: “Милләт ғорурлығы булмаған кешенең бар уй-фиғеле ашап-эсеүҙән ары китмәй, ҡорһаҡ ҡына уйлаған кешелә әҙәп тигәнең дә үҙенә кәрәк тиклем генә, самалы ғына була”. Ошо фекерҙе раҫлай бит үрҙәге күҙәтеүҙәр.
Моң матди байлыҡ түгел. Уны ҡасан булһа ла, кемгә булһа ла услап биреп булмай. Әйтеп үтеүебеҙсә, бала сабый саҡтан, хатта әсә ҡарынында уҡ туплана барған ҡиммәт ул.
Академик-тарихсы М. К. Любав­скийҙың “...үҙенең этник ҡаҡшамаҫлығын асыҡланы, быуындан быуынға күсә килгән милли мираҫын һаҡлап алып ҡалды...” тигән һүҙҙәрендәге “этник ҡаҡшамаҫлығын асыҡланы” тигән фекеренә туҡталайыҡ. Тимәк, милли мираҫты һаҡлап ҡалыуҙың нигеҙе – этник ҡаҡшамаҫлыҡ, рухи ныҡлыҡ. Ҡаҡшамағанмы беҙҙә рухи ныҡлыҡ?
Ваҡиға. Бер егет үҙ-үҙенә ҡул һалып үлгән. Уның менән хушлашыу мәле. Бер өлкән кеше былай тине:
– Хәҙерге йәштәр бигерәк былҡы ғына шул. Йөрәктәре лә, беләктәре лә. Рухи ҡаҡшау был. Аҙ ғына ла ауырлыҡты үткәрә алмайҙар. Ерҙән көс алмағанға шулай ул. Боронғоно оноттоҡ. Башҡорт ерҙән көс алып йәшәгән. Яҙ етеп, ер күренә башлау менән үҙ ҡулдары менән өҙөп йәшел ашаған, ер ҡеүәтен күкрәккә күсереп ҡурай уйнаған, ҡобайыр тыңлаған, йырлаған, бейегән. Хәҙер быларға күңел асыу тип кенә ҡарайҙар, меңгә берәү генә сәхнәгә сығып, концерт итеп уйнай. Рух тәрбиәһе ни өсөн концерт ҡына булһын ул?! Йыр-бейеү күңел асыу өсөн түгел, рухты нығытыу өсөн тәбиғәттән бирелгән ул! Бына бит нисек! Кеше йөрәгенә бөтөн ҡеүәт ерҙән килә. Шуны һаҡлаһаҡ, балаларыбыҙ был хәлгә төшмәҫ ине...
Был ағайҙың әсенеп әйткән һүҙҙәренең әрәсәһенә төшһәк, тәрән фекер ята. Айырым кешене лә, халыҡты ла, ысынлап та, рухи ҡаҡшау ныҡ бөлдөрә башланы.
Тимәк, борон башҡорттарҙа рухи тәрбиә биреүҙә ерҙән ҡеүәт алыуға баҫым яһалған. Тимәк, хәҙерге ваҡытта әллә ни иғтибар бирелмәгән, хатта ваҡыт үткәреү йәки күңел асыу тип кенә ҡаралған саралар рухи тәрбиәнең нигеҙен тәшкил иткән. Теге ҡарттың һүҙҙәре менән әйткәндә: “Бына бит нисек!”
Халыҡта тәбиғәткә бәйле уйындар, күмәк күңел асыу саралары юҡҡа ғына уйлап сығарылмаған икән. Яҙ етеп, күк үлән баш ҡалҡытыу менән ҡырға сығыу өсөн атлығып торған башҡорт. Тәбиғәткә бәйле әллә күпме күңел асыу сараһы бар. Уларҙы онотмаҫҡа, дауам итергә, заманса төҫ биргән саҡта ла төп маҡсатын – йәшел ашау, саф һауала бергәләшеп күңел асыу, күңелдәрҙе берләштерер саралар булған йыр-бейеү мотлаҡ үтәлергә тейеш. Шуларҙы үтәгәндә генә көр күңеллелек ҡайтыр. Яҙыусы Ф. Д. Нефедовтың яҙғандарына күҙ йүгертәйек: “... Далала башҡорттар көрәшә ине, улар ғәжәп көс һәм таһыллыҡ күрһәтте. Ҡыйыуҙар бейек һәм шыма ағастарға үрмәләне, бағана осондағы бүләкте алырға тырышты; үҫмер малайҙар сәкән менән шар тәгәрәтә башланы. Тегендә лә, бында ла егеттәр менән ҡыҙҙар үҙҙәре яратҡан “Бүҙәнә”не бейейҙәр, йырлайҙар, күңел асалар. Былай итеп фәҡәт азат халыҡ – башҡорттарҙың улдары һәм ҡыҙҙары, күңелдәре көр булған йәштәр генә уйнай ала...” Рухи яҡтан ныҡлыҡ көр күңеллелектән килә. Ошо сифатты ҡайтарырға түгел – бар ул беҙҙә, һаҡланған, тик нығытырға һәм артабан мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Уның өсөн шарт – “ҡарттар әйткәне”нә ҡолаҡ һалыу.
Балалар өсөн рухи тәрбиә сараһы булараҡ, ерҙән ҡеүәт алыу маҡсатынан уйлап сығарылған сараларҙы һанап үтәйек: ыуыҙ ҡоймағы, ҡатыҡ ауыҙ итешеү, ҡуҙғалаҡ байрамы, кәкүк сәйе, ҡарға бутҡаһы, ҡыҙҙар тауына сығыу, ҡар һыуына барыу, ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыу, ҡайын һуты тәмләү кеүек саралар; өлкәндәрҙең: “Кәмендә өс тапҡыр кесерткән ашы ашағыҙ, ҡуҙғалаҡ ашамай ҡалмағыҙ, йыуа ҡыш буйы йыйылған сирҙәреңде йыуа, балтырған бәпкәһе ыумасын мотлаҡ ашарға кәрәк”, – тип өйрәтеүҙәре һис кенә лә тиктәҫкә түгел икән. Ҡарттар әйткәненән тағы бер фәһемле һабаҡты телгә алайыҡ: еләк-емеште, йәшелде бала үҙ ҡулдары менән өҙөп ашаһын, шифаһы күберәк була, тиҙәр ине. Уның да берәй ғилләһе барҙыр.
Йырлап-бейеү күңел асыу сараһы ғына түгел тигән һүҙҙәрҙең дә мәғәнәһе бик тәрән. Музыканың сәләмәтлеккә тәьҫире тураһында һөйләп тороу артыҡтыр, ул хаҡта күп яҙалар. Ә бына ҡурай моңоноң мөғжизәһе бөтөнләй өйрәнелмәгән. Йыр-бейеүҙең күңелдәрҙе берләштерер төп сараларҙың береһе булыуын да күптән белгәндәр, күмәк бейеүҙәр, уртаҡ гимн юҡҡа ғына уйлап табылмаған. “Элек ир-егеттәр эстән генә көй көйләп йә һыҙғырып йөрөй торғайны. Хатта моңло итеп һыҙғырыусылар бар ине ауылда. Хисмәтулла ағайҙың һыҙғырыуын артынан боҫа-боҫа килеп тыңлай торғайным”, “Радионан башҡорт йырҙары концерты һанаулы ғына ваҡыт тапшырыла ине. Бейеү көйҙәре башланыу менән, әсәйем барыбыҙҙы ла бейергә алып төшә торғайны”, “Элек бергә йыйылышып алмашлап-алмашлап боронғо йырҙарҙы йырлай торғайнылар. Әллә кем ағай ошолайыраҡ йырлай ине, ә был ағай былайыраҡ, тип төрлө варианттарын йырлайҙар ине”.
Башҡортостан Мәғариф ми­нистр­лығы тарафынан бына ун йыл рәттән “Башҡортостан ынйылары” тигән конкурс үткәрелә. Уның шарттары буйынса балалар ун минутлыҡ сәхнә әҫәре әҙерләп күрһәтә. Темалар үҙгәреп тора. Бер йылы боронғо балалар уйындарын тергеҙеп күрһәттеләр. Бөрйән балалары араһынан Ҡәҙриә Ҡасимова әсәһенә: “Ҡалай матур итеп, күңелле йәшәгәнһегеҙ ул. Ни өсөн хәҙер улай түгел?” – тигән. Матур итеп, күңелле йәшәү – көр күңел тәрбиәләүҙең төп шарттарының береһе икәнлеген тәрбиә алымдарында иҫәпкә алмайбыҙ шул хәҙер. Айырым-айырым балаларҙы ғына конкурсҡа әҙерләп отчет бирәбеҙ.
Бына шундай һағышлы-үкенесле иҫтәлектәр тыңлап ҡайтам коман­дировкаларҙан. Балаларыбыҙҙы туған моңдан мәхрүм итәбеҙ түгелме? Мәктәптә йырлатмайҙар, бергәләшеп ял иткәндә йырлау юҡ. Ә өйҙә? Халыҡ, халыҡтың киләсәге – балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙә­ребеҙ йырлаймы? “Баланың буйын ғына түгел, уйын да тәрбиәлә”, ти бит халыҡ мәҡәле. Тимәк, беҙ баланың уй йүнәлешенә матурлыҡ һалырға тейешбеҙ. Ә халыҡ йырҙары был йәһәттән иҫ китмәле көскә эйә. Айырым йырсыларҙан башҡа оҙон көйлө йыр башҡарыусыларыбыҙ бик һирәк. Музыка ҡоралында уйнаусылар бөтөнләй һирәгәйҙе. Бик күп ауылдар ҡурайһыҙ ҙа, гармунһыҙ ҙа хәҙер. Йәштәр хатта башҡорт милли уйындарын да уйнамай.
Ә бит, әйтеп үтеүебеҙсә, һәр башҡорт музыка ҡоралы үҙе лә сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай. Мәҫәлән, ҡумыҙ сиртеү теш ҡаҙнаһын нығыта, ҡурай уйнау, һорнай ҡысҡыртыу йәки өзләү тын юлдарын киңәйтә, үпкәгә күнекмә, дөңгөр сиртеү – бармаҡ остарына, нервы күҙәнәктәренә күнекмә.
Мәҡәләне уҡып ҡына сығып, һалып ҡуйырға түгел. Ағинәйҙәр хәрәкәте башланды. Ауылдарҙа Ғаилә мәктәбен тергеҙеүҙе, боронғо саралар үткәреүҙе үҙ яуаплылығына алған улар. Әүҙемерәк булыу тураһында уларға өгөт-нәсихәт уҡырға түгел, ошо әүҙемлекте ғаиләләргә күсереү фарыз. “Ауылда балалар эштән бушамай бит”, – тиерҙәр. Дөрөҫ, эш күп. Әммә күмәкләшеп яланға сығыу, тәбиғәт менән бәйле уйындар уйнап ҡайтыу, йолабыҙҙы онотмай йәшел йыйып ашау өсөн әллә ни күп ваҡыт кәрәкмәй. Киске уйындарҙа башҡорт бейеүҙәрен ойоштороуҙы мотлаҡ сараға әйләндереп ебәреү өсөн дә бары тик теләк кенә кәрәк.




(Дауамы бар).





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576