Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәт һөйөүсе үҙ фекерен әйтер
Әҙәбиәт һөйөүсе  үҙ фекерен әйтер Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, прозаик Ринат Камал әҫәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның “Бәлә”, “Таня-Таңһылыу”, “Ҡасыу”, “Ят бауыр”, “Түңгәк”, “Сабыр йән”, “Әлфирә”, “Килмәк абыҙ”, “Аҡай батыр”, “Көҫәпҡол батыр” кеүек повестары һәм романдары үткәндәге ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙы, айырым шәхестәр эшмәкәрлеген, халыҡ яҙмышын, замандаштарыбыҙ араһындағы сетерекле мөнәсәбәттәрҙе, заман проблемаларын тәрән психологизм аша ышандырырлыҡ итеп тасуирлауы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Быйыл әҙип уҡыусылар хөкөмөнә тағы бер яңы әҫәр сығарҙы. Айырым китап булып донъя күргән был роман “Мединститут” эше” тип исемләнгән. Уны автор 2011–2014 йылдарҙа ижад иткән.
Әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар үткән быуаттың 70–80-се йылдарына ҡарай һәм Башҡорт дәүләт медицина институты, уның етәкселеге тирәләй ойошҡан. Төп геройҙар – ректор Зыя Ислахов, өлкә комитет секретары Алламоратов, ҡурайсы Ғафуан Алсынбаев, доцент Мазһар Ҡотлояровтар йөҙөндә ҡайһы бер реаль шәхестәр һынландырылған кеүек булһа ла, романды ҡасандыр булып үткән хәл-күренештәр күсермәһе, замандың көҙгөһө тип әйтеп булмай. Бында автор фантазияһы, художестволы уйҙырма ғәйәт ҙур урын тота. “Таня-Таңһылыу” әҫәрендәге кеүек үк, яңы романында әҙип кинәйә, ишара алымдарын киң ҡулланып, милли интеллигенцияның һәм, ғөмүмән, милләттең булмышы, яҙмышы мәсьәләләрен ҡуҙғата.
Һутлы, бай тел менән яҙылған был әҫәр һис кенә лә битараф ҡалдырмай, төрлө уй-тойғоға тарыта. Хәйер, романды уҡығас, әҙәбиәт һөйөүселәр үҙ фекерен әйтмәй ҡалмаҫ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779