Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ: "Ташҡа ҡарғыш яҙыу түгел, беҙ яңы йыр яғында"
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ: "Ташҡа ҡарғыш яҙыу түгел, беҙ яңы йыр яғында"Тағын да

Күпте күргән башҡорт ере
Күрмәҫ, тимә, тағын да.
Күп ҡазалар урап йөрөй,
Онотма мул табында.

Күп күрҙе ер күк аҫтында
Ҡараһын да, ағын да.
Ауыҙ асып ҡарап торһаҡ,
Ҡабатланыр тағын да.

Күпме батыр, бахыр күргән,
Тыумаҫ, тимә, тағын да.
Салауаттар, Мортазиндар
Йәшәй башҡорт ҡанында.

Ер туйҙыра, гел туйҙыра,
Туйҙырыр ул тағын да.
Аслыҡ ҡырған йылдарҙы ла
Онотма туҡ сағыңда.

Ер һатылған, алынған да
Ҡабатлана тағын да.
Күтәрә ер беҙ ҡылғандың
Бысрағын да, пагын да.

Ерһеҙ ҡалыу — илһеҙ, телһеҙ —
Тороп ҡалыу алдында.
Иң аҡтыҡҡы өмөт һүнһә,
Нимә ҡала тағын да.

Ташҡа ҡарғыш яҙыу түгел,
Беҙ яңы йыр яғында.
Бабичтары, Рәмиҙәре
Тыумаҫ, тимә, тағын да.

Бер күргәнде инде ҡабат
Күрмәһен ер тағын да.
Баш осонда, керпек ҡаҡмай,
Ныҡ торайыҡ һағында.
Нишләргә һуң тағын да?!

Иң ҡыйыны

Һәр кем теләй донъя төҙәтергә,
Үҙен төҙәтергә теләмәй,
Үрҙә урын биләгеһе килә,
Тәғәйенен генә биләмәй.

Кешеләргә төрлө аҡыл бирә,
Ә үҙенә алмай берҙе лә.
Тик башҡанан күрә бөтәһен дә,
Тырнаҡ аҫтындағы керҙе лә.

Башҡаларҙың мең ғәйебен белә,
Үҙенекен белмәй бөтөнләй.
Бөтәһенән тик яманлыҡ көтә,
Ә үҙенән, имеш, көтөлмәй.

Үҙемде лә шулай түгелмен, тип,
Тормам аҡланырға йыйынып.
Барыбыҙ ҙа шулай икәнлекте,
Шуны таныу — иң-иң ҡыйыны.

Ташта үҫкән ҡурай

Виртуоз ҡурайсы, халыҡ артисы
Роберт Юлдашевҡа

Һин — ҡалала, ташта үҫкән ҡурай,
Ә нилектән йомшаҡ күңелең.
Һин уйнаһаң — күктәр йәш ҡоя ла
Таштар илай һымаҡ түгелеп.

Ташта үҫкән ҡурай, таштан алып,
Барын таш йәненән отҡанһың.
Уны мәңге ысҡындырмаҫ өсөн,
Уны ташламаҫҡа тотҡанһың.

Ташта — быуаттарҙың күҙ йәштәре,
Ташта — быуаттарҙың ҡандары.
Барыһы ла шул таштарҙа ҡалған —
Быуат иҫе, быуат дандары.

Ер тетрәүен белгән, үҙе күргән,
Күк күкрәүен, йәшен эҙҙәрен.
Таштар хәтерендә — ҡаяларҙың
Ҡалтыраған сағы теҙҙәре.

Улар тыуым, үлем шаһиттары,
Ант та, хыянат та шаһиты.
Ятҡан улар һәр саҡ ҡара янып,
Бөтәһенә бары аһ итеп.

Иңрәүҙәре унда яҙмыштарҙың,
Быуаттарҙың ауыр һулауы.
Мәңге аңлашылмай зарығыуы —
Ер менән күк бергә тулауы.

Быуаттарҙың эҙе шул таштарҙа,
Шул таштарҙа ҡалған уйылып.
Һис сығырлыҡ түгелдәр бит улар,
Таштар хәтеренән юйылып.

Оҙон-оҙаҡ түҙеп ятҡандан һуң,
Шул хәтерҙәр баҫып турайған.
Күскән улар һинең йөрәгеңә,
Ташта үҫкән һинең ҡурайға.

Таш ҡалалар уйға ҡалырлыҡ та,
Таш урамдар ауыр һуларлыҡ.
Шуға был моң ҡая тетрәнерлек,
Шуға был моң таштар иларлыҡ.

Яратмау

Кемдәр кемде яратмайҙыр,
Быға кемдең иҫе китер.
Һин яратҡан кешең дә бер
Бәғереңде киҫеп китер.

Үҙе сыҡҡас, мин сығаһы
Күперемде һүтеп китер.
Мин һалырмын яңы күпер —
Уныһы ла үтеп китер.

Бер ни булмаҫ, йәшәрмен мин,
Яратмаған яратмаһын;
Айға ҡарап өргән эттәй,
Күпме ғәйбәт таратмаһын.

Һөймәгәнгә һөйкәлмәйем,
Ҡыйын түгел ҡаратмауы.
Ҡыйын миңә башҡаларҙың
Бер-береһен яратмауы.

Ҡайһы юлдан китеп

Эргәбеҙҙә үлем ҡорбан эҙләй,
Һуғылырға белмәй кемгәлер.
Әллә нишләп һәр кем үҙе уны
Эҙләп йөрөй һымаҡ ниңәлер.

Төрлө юлда төрлө кешеләрҙе
Үлем көтә һыуҙа, һауала.
Әҙәм балалары ҡырылалар,
Һуғыштағы һымаҡ ауалар.

Көн дә беҙҙе бер үк шомдар көтә,
Баҙап ҡалам бала-сағалай.
Ҡайҙа китһәм, мин нишләрмен икән,
Шул бер һорау мине һағалай.

Тура китһәм, ҡайҙа илтер икән,
Уңға китһәм микән уңырмын.
Юл күрһәткес ҡуйылмаған бында,
Ҡайҙа уңып, ҡайҙа туңырмын.

Үлем кемде эҙләп сыҡты икән,
Нисек яҙлыҡтырып ҡалырға.
Нисек йәшәргә һуң ҡурҡмайынса,
Нисек кемдән һабаҡ алырға?

Шомло заман, шомло юлдан барам,
Кемдән белеп, ҡайҙа борорға.
Эшем тауҙай, ҡайһы юлдан китеп,
Эште бөтмәй үлмәй торорға.

Ниңә ҡайтырға

Үткәндәрҙе кемдәр һағынмай ҙа,
Үткәндәрҙе кемдәр иҫләмәй.
Кемдәр генә уйылып та китмәй,
Кемдәр көрһөнмәй ҙә хисләнмәй?

Бала саҡтар майлы-баллы түгел,
Башта — өлкәндәрҙең хәсрәте.
Ниҙәр генә күрһәтмәне ул саҡ,
Күҙебеҙҙә уттар сәсрәтеп.

Артабан да арҡабыҙҙан һөйөп,
Тормош көлөп кенә торманы.
Тик шуныһы: йырмаҫ ауырлыҡтар,
Аша сыҡмаҫ кәртә ҡорманы.

Тормош шулай килде, шулай бара,
Үкенестәр бөтмәй-бөтмәгәс.
Үткәндәргә ниңә ҡайтырға һуң,
Унда йүнле нәмә,
Унда һине бер кем көтмәгәс.

Хыял хаҡы

Яҡшы нәмә тик хыялдан тыуған,
Барыһы ла уйҙан тыуғандар.
Әлмисаҡтан алып бөгөнгәсә
Тик хыяллы юлды ҡыуғандар.

Ниҙәр һаташтырмай, ниҙәр килмәй
Шағир башы, шағир уйына.
Ғәмәлгә лә ашмаҫ хыял менән
Башын вата ғүмер буйына.

Кешелекте яуҙан ҡотҡарырға,
Үҙе әҙер ауға ҡабырға;
Ә кешегә быға тиклем юҡты,
Барлыҡ теләгәнен табырға.

Был уйҙарҙы шағир ғына уйлай,
Аҡыллыһы, иң-иң йүләре;
Күҙ алдына килмәй — хыял хаҡын
Ғәзиз башы менән түләре.

Бөткәнсе

Мин бөткәнсе белгем килде барын,
Баш ватырға бер сер ҡалмаҫлыҡ.
Һәм бөткәнсе һәр саҡ асыҡ булдым,
Ҡабат-ҡабат һорау алмаҫлыҡ.

Көн битендә өмөтһөҙлөк менән
Булмаҫтайҙы кемдән көткәнсе,
Ағыуҙы ла, дарыуҙы ла һәр саҡ
Белә күрә эстем бөткәнсе.

Ҡабаланып

Сәхнәләрҙә тәүге күренеүҙән,
Ҡабаланып, “йондоҙ” тинеләр.
Күҙ тейҙеме — балҡыманы аҙаҡ,
Ә балҡырға тейеш ине лә.

Йондоҙ тигән исемдәрҙе һәр саҡ
Һаҡ булырға иртә тағыуҙан.
Кешеләргә иртә маҡтау ҡай саҡ
Яманыраҡ була ағыуҙан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781