Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтә нәмә шәп булһын
Бөтә нәмә шәп булһын – Кино буламы бөгөн?
– Эйе-е.
– Нимә тигән?
– Әллә нимә ине шунда-а…
– Һәйбәт микән?
– Белмәйем шу-у-л, ҡара­маған­мын.
Бала саҡта йыш ҡабатланған, шуға ла хәтергә уйылып ҡалған күренеш был. Урамда тап булышҡан кешеләрҙең ул заманда, һаулыҡ һорашҡандан һуң, тәүге һүҙҙәре күпселектә ошолар булманымы икән әле…



Ҡараған, белгән берәйһе лә осрарға мөмкин. Мәҫәлән, күрше ауылдан беҙгә йөрөп уҡыған бына был йылғыр малай. Мәктәптәре бәләкәй, уның ҡарауы киноларҙы гел алдан күреп өлгөрәләр, сөнки әлеге тылсымлы таҫмалар беҙгә шул яҡтан, үрҙәрәк ултырған ауылдарҙан, күсә-күсә килә. Гүйә, йәйге туристар ише, Иҙел буйлап ағып төшәләр.
– Ғәләмәт шәп! – тип маҡтай ҙа, маҡтана ла теге.
– Нимә тураһында? – тигән һорауға:
– Бер ағай менән бер апай, – тип шаярта.
Һәм хаҡты ла әйтә бит әле: ҡайһы фильмды ғына алма, хатта производство темаһына арналға­нында, пропаганда еҫе аңҡып тор­ғанында ла, мотлаҡ егет һәм ҡыҙ­ҙың саф мөхәббәт тарихы бар ине. Бер ағай менән бер апай хаҡында булыуы олораҡ­тар­ға оҡшай, бәләкәйерәктәргә инде һуғыш күрһәтһәләр һәйбәтерәк.
Ағып төшөү тигәндән. Артыҡ ябай, ваҡиғаларҙың нимә менән бөтөрө әле мәктәпкә лә йөрөмәгән балаға тиклем билдәле, әммә ул дәүерҙә халыҡ күңеленә ныҡ хуш килгән атаҡлы һинд киноларын, бер үкте, ҡайһы бер айырыуса романтик йөрәклеләр бер нисә тапҡыр ҙа ҡарай торғайны. Башта “Иҙел буйлап үҙе үрләй” ул ҡыҙыҡай – күршеләр клубына бара. Икенсе көндә үҙ ауылында була. Өсөнсөһөндә инде түбән­ләй, яратҡан артистарын беҙҙән аҫтағы ауылғаса оҙатып бара.
Төҫлө, төҫлө генәме, ҡуйы, сағыу буяулы, киң форматлы, таҙа тауышлы, дәртле лә, моңло ла йыр-бейеүле картиналар тамашасыны шулай хайран ылыҡ­тырҙы. Еткән һәр ҡыҙ тиерлек шундағы, тик мөхәббәтте уйлап ҡына йәшәгән, уның өсөн ғүмерен бирергә әҙер, сибәр ҙә, батыр ҙа, дошмандарын һуғып та еткермәй ҡолатҡан төп геройға ғишыҡ хистәре йөрөткәндер, моғайын. Шуға ла бит инде, киномеханик менән туғанлығы йә дуҫлығы булғандар кино таҫмаһының айырым кадрҙарын – баяғы артистарҙың портреттарын – фотоһүрәт итеп эшләп йә эшләтеп ала торғайны.
Еңел шөғөл булманы уныһы ла. Кинотаҫма – позитив бит, ә беҙгә негатив кәрәк, иптәштәр. Еңел түгел, әммә беҙҙең ише егеттәргә проблема ғына булһын, сиселеше табылыр! Кинотаҫма аша үткән нурҙарҙы ғәҙәттәгенән йоҡараҡ ҡағыҙға фототаҫманың теүәл дәүмәлендә генә баҫабыҙ, шуны ҙурайтҡысҡа ҡуябыҙ ҙа йәнә, хәҙер инде иркенерәк, кәрәкле үлсәмдә, сығарабыҙ. Төҫлө түгел, әлбиттә, сөнки ҡағыҙыбыҙ ҙа, химикаттарыбыҙ ҙа ҡаралы-аҡлы ғына шул. Теге ғашиҡ ҡыҙ портретты өй түренә элеп ҡуя.
Ә йылға ярында йыйылышып, тәмләп-тәмләп кино һөйләүҙәр һуң! Ниндәйҙер фильмды ҡай­ҙалыр, бәлки, каникулда икенсе райондалыр, ҡарап ҡайтҡан берәй үҫмер бик оҫта башҡара быны. Йә үҙенән, йә икенсе бер картинанан өҫтәп-өҫтәп тә ебәрә. Йә, ярай, ҡамасауламайыҡ, таҙа һыуға сығармайыҡ тегене, насар эш менән булмай бит, кеше алдында сығыш яһау – бөйөк нәмә бит ул. Түңәрәтеп ултырып алған башҡа малайҙар йотлоғоп тыңлайҙар… Тыңлайҙар, сөнки бөгөн генә бит ул киноны һайлап ултырып ҡарайбыҙ, оҡшамаһа – пультта төймәләр шығырым тулы. Нисәмә йөҙ канал араһынан да тапмаһаҡ, шул телевизор аша уҡ Интернетҡа инеп булһа ла, нимәнелер тартып сығарабыҙ.
Оҡшатмай ҙа ҡуябыҙ шул. Йә режиссураһын килештермәйбеҙ: бына был эпизод артыҡ һуҙылған, бына был актриса камераны тоя, матурыраҡ төшөргә тырыша, һөҙөмтәлә тормошсанлыҡ юҡ, бына бында нимә әйтерҙәрен алдан белеп, хатта әйтеп тә ултыраһың. Ә бынауы кинола тауыштарҙы әллә аҙаҡ студияла яңынан яҙҙырмағандар ул… Улай синхрон менән генә булмай инде – тамашасыны хөрмәт итергә кәрәк тәһә. Бюджеты әҙерәкме, аҡса етешмәнеме? Аңлайбыҙ ҙа һуң, тик, эшләгәс-эшләгәс, бөтә нәмәһе шәп булһын.
Башҡортостанда 600-ләгән кинофильм башҡорт теленә тәр­жемә ителгән. Башҡорт­останда 3 мең ярым самаһы киноҡоролма булған, уларҙа 4 мең самаһы хеҙ­мәткәр эшләгән. Башҡорт­ос­танда кино­механиктарҙың бере­һенә Ленин ордены тапшы­рыл­ған… Ҡыҙғаныс, әммә былар ту­раһында хәҙер үткән заманда һөй­ләйбеҙ. Уҙғанды уйлап уфта­нырға ярамай, бөгөнгөнө хәстәр­ләргә, киләсәкте йүнләргә кәрәк, тиҙәр тиеүен, хаҡлылыр ҙа улар, бәлки, шулай ҙа һәр ауыл клубында кино күрһәте­леүен оло һәм урта быуын барыбер ҙә һағынып иҫкә ала. Быны ул фильм ҡарау тип кенә түгел, ә ҡунаҡҡа, осрашыуға, кисәгә, ялға барыу тип тә хәтерләй.
Ә күпме йәш-елкенсәк шунда танышты, ғаилә ҡорҙо икән… Ҡормаған хәлдә лә, яңы ғына әрменән ҡайтҡан, елкәһен сәс баҫырға өлгөрмәгән егеттең, экран ҡараңғыланғанда йәки унда бер-береһенә атлыҡҡан йөрәктәр ҡара-ҡаршы баҫып һөйөү йырын һыҡтағанда, янындағы оялсан ҡыҙҙың ҡулын ҡыйыуһыҙ, әммә өтөп ебәртеп ҡыҫҡанын икеһе лә бөгөн булһа онотмағандарҙыр.
Киноға йөрөү бөгөн дә бар, әлбиттә, попкорн еҫе һеңгән ҡул­дар ҙа ҡыҫылалыр, ләкин, берен­сенән, ҡала ерендә генә, икен­сенән, күпселектә киң рекла­ма­лан­ған сит ил фильмдарына, өсөн­сөнән, күпләп-күмәкләп түгел.
Былар нимә тураһында һөй­ләй? Эйе, дәүләттең киноға заманында ныҡ ҙур иғтибар биргәне хаҡында. Иҫләйһегеҙме: ул саҡта, реклама юҡ хәлендәге ваҡытта, Бәләбәйҙәге киномеханиктар курсына, романтик һөнәр тип, бик ылыҡтыра торғайнылар. Шунда барып белем алыусылар ҙа күп булды. Бөгөнгө оло йәш­тәгеләр күсмә кино­ҡоролмаларҙы ла, кино күрһәтеүсенең бик абруйлы, көтөп алынған ҡунаҡ булғанын да хәтерләй.
Киномеханиктар араһында йәнә лә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын алғандар ҙа булды. Байтағына атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелде. Йәғни дәүләт, игенселәр, малсылар, нефтселәр, төҙөүселәр менән бергә, йылы кинобудкала таҫма әйлән­дереү­селәрҙе лә ихлас хөрмәтләне. Ни өсөн? Лениндың “…Сәнғәттең бөтә төрҙәренән беҙгә иң мөһиме – кино”, – тие­үенә таянып, шуны ҡәтғи үтәпме? Ошо һүҙҙәр һәр клуб янында тиерлек яҙылып ҡуйылғайны инде былай. Тыр­наҡ­тар асылғас, өс нөктә ҡуйылғайны, йәғни был – әйтелгән оҙон һүҙҙән өҙөмтә. Быны бөгөн ысынында икенсерәк булған, дәүләт башлығы Луначарский менән әңгәмәлә: “Халыҡ грамотаһыҙ саҡта, сәнғәт­тең бөтә төрҙәренән беҙгә иң мөһиме – кино һәм цирк”, – тип әйткән, тип раҫлау ҙа бар, әлбиттә, һәм был кино хеҙмәткәрҙәренең белде­реүҙе үҙҙәре файҙаһына һаплауы тип тә баһаланып ҡуйыла. Ләкин, беренсенән, быны, киреһенсә, хата баһа, тип раҫлау ҙа бар. Икен­сенән, һаплауҙа ла хи­лаф­лыҡ күрмәйем, һәр кем үҙенең һөнәрен шулай хәленсә күтәрә килһә, минеңсә, һәйбәт күренеш ул. Мәҫәлән, Әҙәбиәт йылы үтте, тип еңдәрҙе киренән төшөрөргә түгел, ә үҙаллы, эйе, бушлай, хаҡ таптырмай ҙа дауам итергә кә­рәктер. “Грамотаһыҙ саҡта”, – тиелеүгә лә ҡаш йыйырыу дөрөҫ түгелдер, тимен, сөнки был ысынлап та шулай була лабаһа. Һәм әлеге һүҙбәйләнеш, йәнә лә “цирк” һүҙе төшөп ҡалып, был кино сәнғәтен юғарылыҡҡа күтә­рергә ярҙам иткән икән, төп нөсхәлә соҡсоноу артыҡтыр ҙа. Йәнә лә бит сәнғәт төрҙәренең бер-береһенә ярҙам итеү күренеше лә бар. Мәҫәлән, һәйбәт экранлаш­тырыуҙар булһа, китабын табып уҡырға тырышабыҙ. Йәки кире­һенсә.
Ошоға бәйле боронғо бер көләмәс иҫкә төштө әле бына.
Ике сысҡан киностудияла таҫ­ма кимереп ултырғанда, берәүһе:
– Шунан, нисек? – тип һораған.
– Китабы яҡшыраҡ ине… – тип моңһоу яуаплаған икенсеһе.
Һәм бала саҡта күп китап уҡы­ған замандаштарымдың бе­реһе, кинонан сыҡҡан һайын, көлә­мәсте белмәһә лә, ошо һүҙҙәрҙе әйтә торғайны, сөнки ул роман менән күптән таныш. Әҙәбиәт йылы тарихта ҡалып, быйыл кино түргәрәк үтһә лә, бер ҡырҙан икенсеһенә һикермәйсә, уҡыһаҡ та, ҡараһаҡ та, тыңлаһаҡ та һәйбәт булыр ул.
“Төп нөсхә”, тиелгәйне. Бәғзе­ләр Лениндың кино сәнғәтен революция мәнфәғәтендә генә файҙаланыуын, пропаганда ҡо­ралы итеп ҡарағанын, шуға ғына мөһим тип нарыҡлағанын яманлай. Ә пропаганда тимәй ҙә булмай шул. Әйткәндәй, был һүҙҙәр Луначарскийҙың хәтирәләренән алынған бит. Улары ла Бол­тян­скийға яҙылған хатында теркәл­гән. Унда Ленин коммунистик кинематографты үҫтереү бурыстарын әйтә, һүҙмә-һүҙ тәржемә итһәк, “мауыҡтырғыс кинокартиналар менән фәнни кинолар араһында билдәле бер пропорция кәрәк­легенә” баҫым яһай, бигерәк тә хроникаға диҡҡәт ҡы­ла. Ул, бына тағы өҙөмтә кил­те­рәбеҙ, “коммунистик идеялар менән һуғарылған, совет ысын­барлығын кәүҙәлән­дергән яңы фильмдарҙы” шул хрониканан башларға ҡуша. Нисек кенә булмаһын, кино тураһында һүҙ бара, һәм уның пропаганда икәне ул саҡта ла йәшерелмәй. Ул ғынамы, бөгөнгө фильмдар ҙа – пропаганда ла баһа. Ул да ғынамы, шулай булырға тейеш тәһә. Бер ниндәй ҙә идеяһыҙ, ә тимәк, умыртҡа һөйәкһеҙ, һәйбәт сәнғәт әҫәрен тыуҙырып булмай бит. Ә инде нимәне өҫкә күтәрә улар: тырыш, намыҫлы хеҙмәт­теме, тыныслыҡты, бер-береңә хөрмәтте, саф һөйөүҙеме, әллә шуларҙың киреһенме, бына был инде – мәсьәлә. Юғиһә туҡ­һанынсы йылдарҙа илгә ситтән нимә генә инеп тулманы… Йыл­ғыр коопера­торҙар, ҡырҙан беҙҙә бығаса мәңге күрелмәгән видеомагнитофондар йүнләй һалып, ятаҡтарҙа, подвалдарҙа Америка картиналарын, картиналарынмы – уларҙың экрандан ғына яҙып алынған сифатһыҙ һүрәтле, компьютер тауышлы күсермәләрен күрһәтеп, аҡса һуға башланы, сөнки халыҡ, берҙән, ошоғаса тыйылып килгән емешкә дәртләнеп һонолдо, икенсенән, яңылыҡ ине, өсөнсөнән, үҙ кинобыҙ көрсөккә терәлде.
Бынан ниндәй һығымта яһай­быҙ һуң? Дәүләттең күҙәтеүе, хәстәре барыбер ҙә кәрәк. Әммә был самалап башҡарылырға тейеш, юғиһә заманындағы тыйыу­ҙың ҡапыл быуаның йырылыуына, экрандарҙы бик йәмһеҙ йәки әхләҡи яҡлап күрһәтергә ярамаған нәмәләрҙең баҫыуына килтергәнен әле генә әйттек. Ҙурҙан алғанда, бына шуның өсөн дә быйыл илдә Кино йылы иғлан ителде бит.
Йәғни Рәсәйҙә киноның әһә­миә­тен аңлау көсәйә, ул дәү­ләттең мәҙәни сәйәсәтенә ярҙам итергә тейеш. Указ проектын әҙерләү президент Путиндың шәхси башлан­ғысы, тип раҫлана. Был турала билдәле булғас: “Тик сит ил киноһын үҫтерә баш­ламаһаҡ…” – тип шикләнеүселәр ҙә булғандыр, әммә шик урынһыҙ, тип ышанғы килә, сөнки, саралар планына ярашлы, илдә Рәсәй кинофильм­дарын күбәйтеү ҡарала, улар прокатта 20 процентҡа етергә тейеш. Йәғни хәҙер кинотеатрҙар ҙа импорт алмаштырыу менән шөғөл­ләнергә бурыслы. Йәнә бер һәйбәт нәмә – кинотеатрҙарға ярҙам һайланып ҡына күрһә­теләсәк. Быйыл беҙҙең Башҡорт­остандағы кинозалдарға ла матди ярҙам ҡарала, был турала хәбәр ителде, һәм был ҡалаларҙың бөтәһендә лә 100 меңдән әҙерәк кеше йәшәй. Һәйбәт тибеҙ, сөнки бәләкәй майҙансыҡ – Рәсәй киноһына майҙансыҡ, сит илдекенә түгел.
600 тирәһе фильм башҡорт теленә тәржемә ителгән, тигәй­нек, бының менән байтаҡ бил­дәле һүҙ оҫталары, артистар шөғөл­ләнгән икән. Сәхнә оҫта­лары, төндәр буйы дубляж менән ултырып, театрҙа репетицияла иҫнәп йөрөгәндәр. Тәржемәләнгән алтмыш тиҫтә фильм бөгөн ғәмәлдә юҡ икән – кинотаҫма ваҡыт алдында көсһөҙ.
Кино – халыҡтың аңына һәй­бәт йоғонто яһаусы иң көслө алымдарҙың береһе. Унда һеҙ тулҡынланаһығыҙ, йәшәйһегеҙ, үрнәк алаһығыҙ, күңелегеҙ менән үҫәһегеҙ һәм башҡалар. Был һиңә телевизорҙағы күп халыҡ йыйып ойошторолған талаш-тартыш, йөҙ йыртыш түгел.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780