Дәриғәт инде үҙе лә өмөтһөҙлөккә бирелә башлағайны. Һуңғы рефрижераторҙар, ундағы йөҙәрләгән йәш егеттәр… Йәп-йәш балалар… Әллә ниндәй ирҙәрҙе лә күҙ йәшенә тығылдырыр күренештәр. Ҡәбер көтөп ятыусы изге йәндәр. Үлеләр араһында ла булмағас, Дәриғәт улы иҫәндер тип тынысланырға тырышты, инде ҡайтыр юлға ла йыйына башланылар. Тимер юл вокзалына килгәс, Әнисәгә хәбәр ебәрергә лә уйланы, ләкин билдәһеҙлек уны туҡтатты. Инде ҡайтыр юлға көйләнгән поезға ултырырға торғанда, поезды оҙатыусы хәрби кейемдәге майор Дәриғәткә:
— Вокзал ситендә һеҙҙең яҡҡа китергә тейешле рефрижераторҙы йыялар, әле дүрт кенә вагон, унға тиклем йыялар, шунда барып кил, — тип кәңәш итте.
Дәриғәт әйберҙәрен ҡалдырып, шул яҡҡа табан йүгерҙе. Бындағы мәхшәрҙе ул, моғайын, бер ваҡытта ла онота алмаҫ! Ҡот осҡос хәлдә һәләк булған балалар ята. Уларҙы танырлыҡ та түгел. Әле бала һөтө лә кибеп етмәгән ирендәр… Үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан ҡараштар… Емерелгән маңлайҙар… Өҙөлгән ҡулдар, аяҡтар… Һәм бына инде һуңғы вагонда ҡапыл Дәриғәттең сикәһен көйҙөрөп, йөрәген һурып алып, бер таныш нәмә күҙгә салынды. Контрактсы кейемендә маңлайына ҡара таҫма бәйләнгән һалдаттың гимнастерка төймәһе ысҡынған һәм… унан һары-ҡыҙыл кескәй генә тоҡсай күренә ине. Был бит Фәрғәттең бетеүе! Ә кейеме ниңә һуң ундай? Йөҙө танырлыҡ түгел, ҡара янған. Иҫән ҡалған ҡуйы ҡара ҡаштар ғына уныҡы! Инде яраларының ҡаны кибеп ҡатҡан кәүҙәне Дәриғәт күкрәгенә ҡыҫты, нисәмә көн йәнен өтөп торған күҙ йәштәре йөрәк өҙгөс аһ-зар менән иңрәп сыҡты:
– Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ минең улымды!!! – Үҙе шунда улына ҡапланды.
Тауышҡа килеп еткән хәрбиҙәр Дәриғәтте тынысландырырға тырыша, носилка менән Фәрғәттең үле кәүҙәһен вагондан алып сыға башланылар. Шунда уҡ һәр танылыу үткән һалдат өсөн әҙерләнгән цинк табутҡа һалып ябырға әҙерләнделәр. Үҙен ҡулға алып, Дәриғәт улын тағы бер ҡат ҡарап сыҡты: контрактсылар гимнастеркаһы кейгән егетте диагональ яһап пулялар тишкеләгән. Тимәк, дошман ҡулына эләккән. Нимә булған? Ниңә ул бындай кейемдә? Бында үткәргән ике ай ваҡыт эсендә Дәриғәт чечендарҙың ҡыҫҡа сроклы хеҙмәт иткән һалдаттарҙы атмағанын, әсирлеккә алыуҙарын, ә контракттағыларҙы юҡ итеүҙәрен ишеткәйне инде. Фәрғәттең кем икәнлеген асыҡлағас, уның полкынан бер нисә егет килеп етте. Улар араһында Фораның дуҫы Саша ла бар ине. Ул атай кешегә йәшенә быуыла-быуыла хәлде һөйләп бирҙе:
– Фора бик мәргән снайпер ине, уны иң яуаплы урындарға ебәргәндәр. Ул һәләк булған көндә лә беҙҙе, өс снайперҙы, яуаплы заданиеға ебәрҙеләр. Һөжүм алдынан духтарҙың снайперҙарын алырға тейеш инек. Фора бик уңайлы позиция табып, уларҙы берәм-берәм сүпләне, беҙгә ун ике ҡатлы йортта нығынып ҡалған дошмандарҙы бәреп сығарырға юл әрсене. Атака башланғас, башҡалар менән ул да яуға ташланған сағында дошман пуляһы уның һул яҡ сикәһенә тейгән. Беҙ, уның яраһын бәйләп, тәүге ҡаттың баҫҡысы аҫтына йәшерҙек, алыш бөткәс, сығырға ҡушып, бәрелешкә ташландыҡ. Фора тыныс ята буламы һуң! Ул йәшеренгән ерҙән сығып, снайпер мылтығына табан шыуышҡан. Хәрби антына тоғро ҡалып, ҡоралын дошман ҡулына эләкмәҫлек итеп, үҙе шартларлыҡ итеп ҡуйған. Тап шул саҡ йәшенеп ҡалған дошмандар төркөмө уның янына килеп сыҡҡан һәм Фораны, контракттағы һалдат тип уйлап, пуля яуҙырған… Беҙ ул төркөмдө тоттоҡ, Фора өсөн үс алдыҡ, тик ул юҡ шул… Ҡупшы кейенергә яратты. Шул һәләк итте уны. Кистән: “Бындай яуаплы алышҡа иң матур кейемдә барырға кәрәк”, — тип контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙән алған гимнастеркаһын кейеп алды, маңлайына ҡара таҫма бәйләп: “Беҙҙең менән фортуна! Беҙ еңербеҙ!” – тип барыһын да дәртләндереп йөрөнө…
Улының һуңғы минуттарын тағы-тағы күңеленән кисереп, Дәриғәт һуғышты ҡәһәрләне. Тик ни ҡылһын инде? Уға ла илгә тиҙ арала таралып өлгөргән “Груз-200”-ҙө ҡаршыларға яҙған икән... Иң яратҡан улы — цинк табутта! Был ҡайғыға Әнисә нисек түҙер, ҡарттар нисек кисерер? Олатаһының бер ҙә генә ебәргеһе килмәй ине. Бер төн яман төш күреп уяныуын һөйләп: “Ҡасаҡтар өсөн Закон бар, атла военкоматҡа, ебәрмәйек малайҙы”, — тип ялбарғайны олатаһы. Иғтибар бирмәне, Әнисәгә лә һөйләмәне, ил өҫтөнә килгән ҡайғы тип ҡабул итте, һәр киткән һалдат ут эсенә эләгәме ни, тип үҙен үҙе йыуатты. Ә ҡайныһы үпкәләне, Фәрғәт армияға киткәс, күҙ йәшһеҙ генә иланы, төшөндә ейәнен йотҡан Балыҡлыкүлгә балыҡҡа йөрөүҙән туҡтаны. Бына нисек килеп сыҡты. Нисек ҡайтып инергә?!
Фәрғәтте оҙатырға ҡораллы алты һалдат ебәрҙеләр. Хәрби машинаға ике яҡлап менеп ултырҙылар ҙа атай кешегә өнһөҙ генә ымланылар, йыуатманылар ҙа, һүҙ ҙә ҡушманылар. Күрәһең, йәш кенә булһалар ҙа, ҡайғыны күп күргәндәр, уны өнһөҙ, тештәрен ҡыҫып, сикә сәстәрен йолҡоп үткәреп өйрәнгәндәр… Ә бит уларҙың бесән сабып, ҡыҙҙар һөйөп кенә йөрөр сағы!
Юлда үткән өс тәүлек сикһеҙ уйҙар сыуалсығы, йәшһеҙ генә иңрәү булды. Етмәһә, әсәһенең тыуған көнөнә тура килде улар ҡайтып төшкән көн. Әнисә нисек кенә ялбарһа ла, табутты асманылар. Военкоматтан килгән кеше ерләүҙе ойошторҙо. Иптәштәре теҙелеп ҡәбер янында залп бирҙе. Әйтерһең дә, тереләргә, бындағыларға дары еҫен татытырға теләнеләр. Илдең иң юғары наградаһы – “Рәсәй Геройы” орденына лайыҡ булған дуҫтары ҡәберенән улар тағы ут эсенә ашыҡты, тиҙ арала, Әнисә бешергән юл аҙығын алдылар ҙа ҡуҙғалып киттеләр.
Шунда әсә йөрәгенән сыҡҡан йән әрнеткес әсе һүҙҙәр яңғыраны:
– Беҙҙең уландарҙың ни гонаһы бар?
– Кешеләр, балаларҙы һаҡлайыҡ, улар йәшәргә тейеш бит!
Ә ҡәбер һәйкәле рәсеменән 19 йәшлек сибәр егет ҡарай ине. Һәр һалдат конвертына үҙе төшөрөп ебәрә торған аҡһыл болот һүрәте эсенә “Фортуна” тип яҙылған. Аҡһыл болот булып ҡайтты Фәрғәт батыр! Йыназаға килеүселәр өҫтөнә ваҡ ҡына тәүге ямғыр тамсылары түгелде. Ҡапыл болот аҫтынан сағыу нур шәлкеме ялтырап китте: әйтерһең, Фәрғәт ап-аҡ тештәрен күрһәтеп бер йылмайҙы ла кешеләргә һуңғы бүләген һипте.