Былтыр, Рәсәйҙә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылында, Башҡортостан яҙыусылары әүҙем булды. Улар сығыш яһамаған бер генә район да ҡалманы республикала. Шундай осрашыуҙар уҡыусылар күңелендә лә, яҙыусыларҙа ла онотолмаҫ матур тойғолар ҡалдырҙы. Сараларҙа миңә лә ҡатнашырға тура килде. Ваҡыт менән сикләнгән осрашыуҙарҙа барыһы тураһында ла һөйләп булмай. Уҡыусыларым һәм күп һанлы тамашасыларым пьесаларым буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарап һоҡланыуҙарын әйтә.Өфөлә “Нур” татар дәүләт театрында барған “Ҡойоп ҡуйған фәрештә”, “Мөхәббәт зилзиләһе” (икеһенең дә режиссеры – Илдар Вәлиев) тип аталған спектаклдәрҙе бер нисә тапҡыр ҡарағандар ҙа бар икән. Сибай башҡорт дәүләт, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театрҙарынан да шундай хәбәрҙәр килә. Шул турала ишеткәс, Татарстанда булған ваҡиға иҫкә төштө. Бер театр директоры миңә былай тине:
– Беҙҙең ҡала хакимиәте башлығы һинең пьеса буйынса ҡуйылған спектаклде биш тапҡыр килеп ҡараны. Мин инде түҙмәй һорау бирергә булдым уға: “Нимә таптығыҙ һуң унда, шул тиклем оҡшаймы ни?” “А как же! – тип яуап бирҙе, – беҙҙең турала бит!”
Донъяла иң шәп көлөүселәр француздар икәнлеге мәғлүм. Ни өсөнмө? Сөнки улар үҙҙәренән үҙҙәре көлә белә, ә беҙҙең халыҡ өйрәнеп бөтмәгән әле быға. Бәлки, комедияларҙың аҙ булыуы ла, драматургияла иң ҡатмарлы жанр булараҡ, уны яҙыу бик еңел бирелмәүе лә сәбәптер. Әҙәбиәт йылында минең пьеса буйынса А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрында һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында спектаклдәр ҡуйылды. Академия театрында ҡуйылған “Йүгер, Харис, йүгер...” тигән спектакль “Инереңдән алда сығырыңды уйла!”, ”Ни сәсһәң, шуны урырһың”, “Һаҡал ағармай, аҡыл инмәй”, “Сәбәпһеҙ япраҡ та һелкенмәй”, “Терһәкте тешләп булмай”, “Тураһын әйткән – туғанына ярамаған”, ”Күршенең тауығы ла күркә булып күренә”, “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленер”, ”Кешегә баҙ ҡаҙма – үҙең төшөрһөң”, “Таяҡ ике башлы” һәм башҡа халыҡ мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен иҫкә төшөрә. Был, әлбиттә, бик һирәк була торған хәл.
Йүгереп ҡайтыу һылтауы менән өйөнән сығып киткән Харис (Ирек Булатов, Фирғәт Ғарипов) иҫ киткес тамашаға эләгә. Әлбиттә, Фаинаның (Алһыу Ғәлина-Ғафарова, Гөлфиә Рафиҡова) тормош иптәше Фидан (Руслан Ғәлимов, Артур Ҡунаҡбаев) командировкаға киткәс, йүгереү өсөн бүленгән ваҡытын үҙенә оҡшаған ҡатын менән үҙе теләгәнсә уҙҙырмаҡсы була ул. Ләкин...
Тормош аҡҡа ҡара менән яҙылған ҡағиҙәләр буйынса ғына бармай. Уның парадоксы әленән-әле кешеләр яҙмышына аяныслы йә иһә көлкөлө биҙәктәрен өҫтәп тора. Әгәр шуны яҙғанда, мәҫәлән, Харис-Фаина-Фидан тарихында мин “Ҡатыныңды ташлап, башҡа ҡатындар артынан сабырға ярамай!” тип бер генә һөйләм теркәһәм, “Беҙ уныһын һинһеҙ ҙә беләбеҙ, иптәш”, тиер ине тамашасы. Ләкин ана шул ҡағиҙәне режиссер Алмас Әмиров йығылып көлөрлөк мизансценалар менән оҫта итеп күрһәтә алды. Харистың бер ҡатлы, үҙен генә һөйә торған зат икәнлеге асыҡ аңлатыла спектаклдә. Ул үҙе зина ҡылһын, әммә ҡатыны уға ғына тоғро булып ҡалырға тейеш икән. Тик ана шундай хәлдәрҙең яҡшыға алып бармағанлығын көлкөлө күренештәр менән тамашасыға еткереү режиссерҙан да, актерҙарҙан да ҙур оҫталыҡ талап итә. Улар быға тулыһынса өлгәште. Әлбиттә, икешәр, өсәр ҡатын менән кети-кети уйнап йәшәргә яратҡан ирҙәргә оҡшап та бөтмәҫ был.
Драматург кухняһының тағы бер серен асырға кәрәктер, тип уйлайым. Ә ул бик ябай. Кешеләр менән күп аралашырға тура килә. Һөйләүгә ҡарағанда, күберәк тыңларға яратам. Тыңлай белеү – таланттың ҡәрҙәше. Бер ваҡыт оҙаҡ күрмәй йөрөгән дуҫымды осраттым.
– Сәләм, дуҫ, хәлдәр нисек?
– Һәйбәт йәшәйем...
– Һаман өйләнмәнеңме?
– Юҡ, һөйәркә генә, ләкин ҡатын шикелле...
– Өйләнергә нимә ҡамасаулай?
– Уның ире бар...
– Нисек улай?.. Ир өҫтөнән?!
– Мин дә шундай һорау биргәйнем уға. Ул иренең хыянат итеп йәшәгәнен белгән икән. Ләкин тауыш сығармаған. Түҙә алмай, унан өлгө алған булып сыға. “Бына ҡара һин миңә, – ти, – мин ҡултыҡ таяғында йөрөйөммө, әллә инвалид коляскаһында ултыраммы? Буй-һыным, сибәрлегем юҡмы? Ниңә минең өҫтән көлөргә?” Мин аңланым уны. Иҫ киткес ҡатын һин, тим. Мин уға өйләнергә теләйем, ә ул ирен ҡыҙғанып ваҡыт уҙғара. Ләкин бының бер сиге буласаҡ, уларҙың айырылышыуы ҡотолғоһоҙ. Бына шунан һуң өйләнәм мин уға!
Был – ысын хәл, уйҙырма түгел. Дуҫым иренә хыянат итә торған ҡатынға өйләнергә йыйына, тип тә уйлап ҡуям. Тик улар бер-береһен ярата башлаған, быныһын улар үҙҙәре генә аңлай. Мин уларҙы бер нисек тә битәрләй алмайым. Һәр кем үҙ ҡылығы өсөн яуап бирә һәм үҙ хеҙмәтенең емештәрен татый тигән ҡағиҙә лә бар.
Ер шары, йыһан киңлеге менән сағыштырғанда, туҙан бөртөгө тиклем генә, ә унда парадокстар тулы тормош ҡайнап тора. Ана шундағы хистәр, яҙмыштар океанының бер киҫәген алып яҙыу өсөн ваҡыт таба белергә генә кәрәк. Әҙәбиәт йылы тамамланды, ләкин яҙыусының уҡыусыларға, тамашасыларға булған мөхәббәте яңы әҫәрҙәр ижад итергә әйҙәй.
Эсфир ЙӘҺҮҘИН,
драматург.