Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ваҡыт туҡтаған ауыл
Ваҡыт туҡтаған ауыл Пенсияға сыҡһам, тип хыялдар ҡора торғайным. Бына ялда булып, өй хужабикәһенә әйләнгәнгә лә тиҫтә йылға яҡынлап килә. Шөкөр, ҡулдан эш төшкәне юҡ. Йәмәғәт тормошо ҡайнап тора, ижад итәм, осрашыуҙарға йөрөйөм, матбуғатта сығыш яһайым, интернетта үҙ төркөмдәрем бар – торғаны бер виртуаль ҡоролтай!

Әҙәбиәт йылы иғлан ителгәс, яҙыусылар райондарҙа дәррәү йөрөп сыҡты, ижадкәр йәштәрҙе эҙләне, тапты ла. Федоровка районына, Белоретҡа – Иҙел башына төркөмдәр менән бергә барып, миңә лә шиғри күңелле кешеләр менән осрашыу насип булды. Тормош ҡырыҫлана барһа ла, күңел нескәлеге, саф хистәр бөркөлөп торған, ҡалыбына барып уҡ етмәһә лә, йән аҙығы бирә торған яҙмалар осрауы һөйөндөрҙө. Китапханаларҙа балалар менән осрашып, уларҙың шиғри һүҙҙе үҙ итеп, күҙҙәре осҡонланып китеүен күреү үҙе бер байрам булды.
Ваҡыт туҡтаған ауылҺамар өлкәһендә дүрт көнлөк шәп экспедициянан йөрөп ҡайттыҡ. Һәҙиә Дәүләтшина, Рәшит Ниғмәти, Ғөбәй Дәүләтшин, Фатима Мостафина кеүек мөбәрәк шәхестәр биргән төбәк ерҙәренә сәфәр ҡылыу бәхете тейҙе. Был шәхестәрҙең ауылдарында булып, улар хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлаған яҡындары менән осрашып, әллә күпме матур иҫтәлектәр менән әйләнеп ҡайтылды. Фәһемле лә, тарихыбыҙ өсөн табышлы ла булды юлыбыҙ.
Милли әҙәби музей етәксеһе Гөлдәр Моратоваға, сәфәрҙәштәремә сикһеҙ рәхмәтлемен — ихластар, талантлылар, мәғлүмәтлеләр! Ундай кешеләр менән күңел байығып, үҙем өсөн әллә күпме асыш яһап, дүрт көндә дүрт йыл сәфәрҙә булғандай Өфөбөҙгә ҡайтып төштөм.
Гөлдәр Моратова үҙ төркөмө менән шунда барып килергә тәҡдим иткәс, шатланып риза булдым, сөнки “Һәҙиә” тигән поэма яҙа башлағайным. Уның тыуған ерендә була алыу мөмкинлеге төшкә лә инмәгәйне. Бармаҫлыҡ сәбәптәр булһа ла, бер нигә ҡарамай юлға сыҡтым. Һәҙиә Дәүләтшинаның туғандарын эҙләү, ауылдарҙа, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында осрашыуҙар, сығыштар менән көндәр үткәнен дә һиҙмәнек, музейҙарҙан мәғлүмәттәр юллау үҙе бер детективҡа торошло булды. Ҡыҙғаныс, унда был бөйөк шәхестәребеҙ тураһында кәрәкле мәғлүмәт таба алманыҡ.
Һәҙиә Дәүләтшина яҡташтарының тамырҙарын онотмай, туған телдә һөйләшеүҙәре, милли йолаларға тоғролоҡтары һоҡландырһа, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу юҡҡа сығып барыуы көйөндөрҙө. Әҙ түләнә тип, ҡайһы бер мәктәптәрҙә эшенә илке-һалҡы ҡарағандарын да тойҙом. Их, туғандар, милләтеңде һөйөүҙе аҡсаға һатып алып буламы ни! Бер тин алмай ҙа халҡым тип янып йәшәгәндәр етерлек бит, шөкөр!
Халҡыбыҙҙа ғына түгел, төрки донъяла беренсе булып тарихи роман яҙған Һәҙиә апайҙың ауылы юҡҡа сыҡҡанын белә инек. Уның өй нигеҙен табып, музей өсөн төшөрөп алыу теләге менән кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнек – белгән кеше юҡ! Ғәжәп: күрше ауылда йәшәгән сыбыҡ осо булһа ла туғандары ла белмәй...
Сәфәрҙең дүртенсе көнөндә район һабантуйына киттек. Күп итеп бүләккә китаптар, дини календарҙар һалып алғайным. Бына шуларҙы осраған бер оло йәштәге кешегә бүләк итергә булдым. Календарҙы тотторған беренсе ағай уҡ минең ҡайҙан, ни маҡсат менән килеп сығыуымды төбәшә башланы. Ҡыҫҡаса аңлатып бирҙем дә:
— Бына, Һәҙиә Дәүләтшинаның йорто ҡайһы ерҙә булғанын белгән кешене таба алмайбыҙ бит, — тип һуҡранып ҡуйҙым.
— Һы, мин беләм уның өй урынын, үҙем шул ауылда үҫтем бит, — тине Яҡупов Нурислам атлы был ағай.
Һабантуйҙың тамамланғанын да көтөп тормай, бик һуңға ҡалмаҫ өсөн юлға сыҡтыҡ.
Хәсән ауылында шомло тынлыҡ, ике-өс кенә йорт әле һүтеп алынмаған. Ауған ҡапҡалар, ҡоймалар, мейес харабалары... Ырғыҙ тар ғына, һары ҡамыш баҫҡан йылға икән. Яр буйынан ниндәйҙер ыңғырашыуға оҡшаш өшәндергес тауыш сыға. Әйтерһең, нигеҙҙәре ҡороған, ошонда ерләнгәндәрҙең рухы иңрәй...
Һамарҙан килгән Марат Акиров әфәнде ауылдың йыһандан төшөрөлгән картаһын күрһәткәйне. Унда мәсет тип бер урын билдәләнгән. Нурислам ағай әйтеүенсә, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың өйө шунан өс өй аша булған.
Нигеҙҙәр ер менән тигеҙләнеп бөткән тиерлек, дүрткелләнеберәк ҡалҡып торған урындар буйынса тоҫмаллап таптыҡ. Шунан алыҫ түгел сәскә атып ултырған сирендән тәлгәштәр һындырып алып, Гөлдәр Сабитовна өй нигеҙенең урта төшөнә ҡаҙаны ла, теҙелешеп ултырып, рухтарын иҫкә алдыҡ, доға уҡыным. Фотоға төштөк. Харабалар араһында баҫып торғанда күңел иланы.
Ауылдан музей өсөн экспонаттар эҙләп сығып киттек. Сүплек булғандыр – шунда совет заманының сифат тамғаһы менән мөһөрләнгән сәғәт, сынаяҡ таптым. Башҡалар ҙа нимәлер тотоп килде. Көтмәгәндә һарыҡ көтөүе, артынса бер кавказ кешеһе күренде. Беҙҙең ниндәй ниәттә йөрөгәнде белгәс, шундағы бер төҙөгөрәк йортҡа инеп китеп, боронғо һырлы рамлы ҙур көҙгө тоттороп ебәрҙе. Был йомарт уҙаман башҡорт ҡыҙына өйләнеп, күрше ауылда йәшәп ята икән. Ә бында мал үрсетә.
Бөткән ауыл булһа ла, буш ҡул менән борманы Һәҙиә апай ауылы...
Юлға сыҡтыҡ. Водителгә тура юл өйрәткәндәр. Киске сәғәт 7. Өйгә шылтыраттым, берәй 4-5 сәғәттән ҡайтып етербеҙ, тип һөйөнсө алдым. Тура юлдан белгән юл яҡшы шул, таңғы 5-тә генә ҡайтып етерҙе белмәй инек әле. Төнгө сәғәт 3-тә хәләлем шылтырата, ҡайҙа икәнде һораша.
— Әллә, үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, Һамар өлкәһен дә, Ырымбур яҡтарын да тетеп сыҡтыҡ инде, Силәбегә генә тейәбеҙ ҙә ҡайтып етәбеҙ, — тип тыйыла алмай көләм.
Федоровка районында йөрөп ята инек булһа кәрәк. Күпме юл йөрөп, ғүмеремдә беренсе тапҡыр шулай аҙашып төн буйы йөрөп ҡайтыу ҙа үҙе бер мажара булды, кәйеф тамсы ғына ла ҡырылманы – беҙ бит Һәҙиә апай ауылында ҡунаҡта булдыҡ. Хатта Хоҙай беҙҙе ҡайтарғыһы килмәй, шулай тотҡарлай кеүек тә күреп ҡуйҙым. Ә күңелдә шиғыр яралды.
Тыуған ерендә Һәҙиә Дәүләтшинаға ҡуйылған берҙән-бер һәйкәлде баймаҡтар бүләк иткән! Район музейы хеҙмәткәрҙәре быны үҙҙәренең хеҙмәт емеше тип күрһәтергә лә маташты. Һәйкәлгә яҙылып ҡуйылмаған булһа, ышаныр ҙа инек...
Әҙибәнең кендек тамған, “Ырғыҙ” романына нигеҙ булып ятҡан ауылы эҙһеҙ юғалмаһын ине. Онотмайыҡ был ауылды. Уның йорто урынына берәй иҫтәлек ташы ҡуйып, мәңгеләштергәндә лә яҡшы булыр ине.

Һәҙиә рухы көтә...

Кесерткән баҫҡан нигеҙҙе,
Ағас алған баҫыуҙы,
Мөрйәләр тора һерәйеп,
Ел һыҙғыра асыулы.

Шығырлай ҡыйшайған ҡапҡа —
Ингән-сыҡҡан юҡ күптән.
Ауыл-өрәк... Шау-гөр килеп
Торған саҡтары үткән.

Имәнес тауыш менән
Ыңғыраша мөшшөгөр*.
Ватыҡ бишек яр буйында...
Күреп, күңел өшөнө.

Туҡтаған ауыл ваҡыты...
Ҡуйылған һуңғы нөктә...
Юҡ! Ҡуймайыҡ һуңғы нөктә —
Һәҙиә рухы көтә...

Гүзәл СИТДИҠОВА,
яҙыусы.

*Мөшшөгөр – выпь.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 064

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 464

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 679

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 416

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 580