Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғашиҡтарса бағам әле лә
Ғашиҡтарса  бағам әле лә Ҡырҙа үткән минең тыуыр көнөм

Әсәйемдең теләп йөрөгәнен
Ахыры алдан тойоп торғанмын,
Арыш сәсеп, һоло урағын да
Тамамлағас ҡына тыуғанмын.

Ҡырҙа үткән минең тыуыр көнөм
Эңергәсә зәңгәр иртәнән.
Алтын нурҙар ҡунған күҙҙәремә
Һары ҡамыл, һары көлтәнән.

Ҡыр ҡаҙҙары беҙҙән китер мәлдә
Ырыҫ менән ергә килгәнмен…
Һағыштары, нағыштары менән
Күңелемә һеңгән көҙ йәме.

Уйҙарымда ғүмерем даръяһының
Шишмәһенә табан юл алам…
Атайымды шатландырмағандыр
Бишенсегә тыуған ҡыҙ бала.

Рәнйемәйем һис тә, беҙҙең өсөн
Хафаларҙы бик күп күргән ул.
Кейемде лә, көйөү-һөйөүен дә
Бөтәбеҙгә тигеҙ бүлгән ул.

Мин туғыҙҙың береһе булып үҫтем,
Мәхрүм булмағанмын ҡәҙерҙән,
Ҡышҡы кистәр… Туҡай шиғырҙары…
Күңел байрамдары хәтерҙә.

Атай! Мин бит һиңә һыйынып үттем
Йәшел таҫма урман юлдарын,
Йылы ямғыр, йәйғорҙарға ҡушып,
Күңелен гәүһәрҙәрен йыйғанмын.

Шуғалыр ҙа серен аңлайымдыр
Ағас-ҡыуаҡ, япраҡ, һәр гөлдөң.
Ҡош һайраһа, урман шаулаһа ла
Йәнем тертләй, ярһый күңелем.

Сабый саҡтың сихри утрауҙарын
Һинең менән үтәм әле лә…
Бар булмышың күҙ алдымда һаман…
Шиғри рухың йәшәй йәнемдә.


* * *

Ауыл ҡыҙымын мин, тыуған яҡ тип,
Йәнем күбәләктәй елпенә.
Ҡош һайраһа, тыңлап моңһоуланам,
Гармун тауышына елкенәм.

Ямғыр үткәс, дымға туйған ергә
Ғашиҡтарса бағам әле лә,
Йәшәреп тә ҡалған яландарҙың
Кинәнесе күсә йәнемә.

Ғәм дә, тәм дә — тупраҡ ҡараһынан,
Сафлыҡ-паклыҡ — ҡарҙың ағынан…
Кем бар икән тағы минең кеүек
Инеш буйҙарында һибелеп ҡалған
Ҡаурыйҙарға тиклем һағынған?

Ҡайын төбөндәге еләктәрҙе
Килә үҙем өҙөп ҡабаһым.
Болондағы гөлдәр араһында
Ялан тәпәй йүгереп бараһым.

Яҙғы күкрәүҙәрҙе тойор өсөн,
Дауаларға йылдар яраһын,
Далаларҙа онотолаһым килә.
Үткәндәргә юлдар яраһым.

Үләндәрҙә аунар саҡтар ҡайҙа,
Ҡайҙа һулап туймаҫ һауаһы?..
Ҡышын — ап-аҡ ҡарҙар, йәйҙәремдә
Ямғыр көтәм — ауыл балаһы.
Апайым иҫтәлегенә

Хәтерләүҙәр сабыйлыҡҡа әйҙәй,
Әллә моңло, әллә ебекмен,
Әле лә мин һинең етәгеңдә
Ҡомташ тауын менгән кеүекмен.

Инеш кискәс, юл гел үргә табан
И, ҡайнар ҙа инде ҡояшы!
Йүгерә-атлай һинән ҡалышмаҫҡа
Тырышам мин — сабый юлдашың.

Тауға менгәс, имән урманында
Кәкүк саҡырыуы елкетә.
Тулҡынланып аҡ ҡылғандар көтә,
Сәскә еҫле йомшаҡ ел көтә.

Баҫыу уртаһында — бормалы юл,
“Оҙон ҡул”дың
Еректәре көтә теҙелеп,
Үткәндәр бит һис ҡайтаһы түгел,
Һағынмаһаң икән өҙөлөп!

Онотолмай, хәтеремдә һаман
Икәү үткән саҡтар тау юлын…
Күҙ алдымда төҫөң, буй-һының да
Һинең йәшлек, минең сабый саҡҡа
Әйҙәй һымаҡ аҡлы яулығың.

* * *
Үткәндәрҙе барлай күңел,
Төрлө уйҙар баштан кисә.
“Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел” тигән
Халыҡ мәҡәлендәгесә.

Ғүмер һуңы яҡынлаша,
Был хәл килмәй кемгә генә?
Балалар ҙа иңдәрендә
Үҙ яҙмышын йөкмәп килә.

Уларҙың да үҙ хәстәре…
Күтәрмәҫкә юҡ сараһы,
Тормош һынауҙары аша
Киләсәккә юл яраһы.

Ваҡыт елә. Гүйә, көлә,
Таң уяна, шәфәҡ яна.
Әйләнә лә ҡабатлана —
Айҙар аға, йылдар аға.

Баҙлап алтын көҙҙәр яна,
Аҡ биҙәкле ҡыштар ҡала.
Заман йөҙөндә нағыштар,
Шағирәнә моңдар ҡала.

* * *

Һалҡынға ла, ялҡынға ла
Түҙгәнеңә хайран ҡалам.
И, тәбиғәт, мин, көс эҙләп,
Һиңә бағам, һиңә бағам.
Бер елләйһең, бер ҡараһаң,
Тибрәтмәйһең тирәкте лә,
Һин хисле лә, һин көслө лә,
Ҡөҙрәтле лә, ғибрәтле лә.
Һиндер иртүк көмөш алҡа
Элдең зифа талдарыңа?
Кисә ярһып ташҡан һыуҙар
Бөгөн ҡайтҡан ярҙарына.
Ҡояш көлгәс, бар тирә-яҡ
Балҡып китте нурға тулып,
Япраҡтарҙан ап-аҡ ҡарҙар
Тамды көмөш тамсы булып.
Ялҡынға ла, һалҡынға ла
Түҙгәнеңә хайран ҡалам.
И, тәбиғәт, мин көс эҙләп,
Һиңә бағам. Һиңә бағам!


Теләй инең…

Ғүмер юлдашым
Ғилемдар иҫтәлегенә.

Теләй инең: “Атлаһаҡсы бергә
Ғүмер үрҙәренә еткәнсе,
Һуңғы сәфәремә генә, тимен,
Һинән алданыраҡ китһәмсе”.
…Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күстең,
Йәйҙең иң сәскәле миҙгелендә.
Эштә янып үтте ғүмерең дә,
Теләгәнең килде үлемдең дә.
Минең хәлдәр бына башҡасараҡ,
Эҙләһәм дә юҡтыр башҡа сара,
Көндәремә төндәр ялғана ла
Яҙмыш яҙған эҙе менән бара.
Яҙмыш яҙған эҙе менән бара,
Дәғүә итеп булмай артығына…
Ҡайғыларым икеләтә ауыр,
Шатлыҡтарым ярым-ярты ғына.
Бына ҡайтыр, тип тә көтәһе юҡ,
Сер йомғағым бергә һүтәһе юҡ,
Бергә-бергә юлдар үтәһе юҡ.
Яңғыҙлыҡтың кисе, иртәһе юҡ.
Һыңар ҡанат ғүмер итәһем бар,
Һуңғы һулышыма етәһем бар,
Һин ҡалдырған ҡайғы-һағыштарҙы
Үҙем менән алып китәһем бар.
Китәһем бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779