Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һорауҙар һәм яуаптар шарты
Һорауҙар һәм яуаптар шарты Кешеләргә һорау менән йыш мөрәжәғәт итәм мин. “Күпме тора?”, “Һөйләшә алаһығыҙмы?”, “Хәлдәр нисек?” һымаҡ ғәҙәтиҙәрҙән тыш, сөнки эшем шулай минең. Шундай мөмкинлек булғанда, ниңә быны файҙаланмаҫҡа тейешмен әле? Бәғзе яуаптар миңә ике икең дүрттәй билдәле, әммә һорайым, сөнки быны студиялағы ҡунаҡтарым әйтергә тейеш. Шуның өсөн саҡырылған бит улар. Һәм был — тотош бер сәнғәт, иптәштәр!

Әҙерлекһеҙ хәбәрсегә һәйбәт яуап алыуҙың ни тиклем ҡат­мар­лы икәнен тәфсирләп яҙып тормайым. Әҙер булмаһаң, айырыуса башҡа күп һөнәрҙәштәрең ураты­мында сағыңда, етмәһә, һүҙ бө­тәһенә лә бирелмәгәндә, былай ҙа наҡыҫ ваҡыт һиңә генә бү­лен­гәндә, яуап урынына көлөмһөрәү алырға, үҙеңдең генә түгел, һөнә­реңдең дә абруйын төшөрөргә бик мөмкинһең. Һорау биреү өсөн хоҡуғың да булырға тейеш әле. Ә ул тырыш хеҙмәт, тәжрибә, белем аша килә. Юғиһә миңә урамдағы бер бәләкәй низағтың шаһиты булырға тура килде. Шунда бер әзмәүер:
— Миңә һорау бирергә һин кем әле шул хәтлем?! — тип екерҙе.
Һәм ул үҙенсә хаҡлы ине…
Үҙемә лә яуап бирергә тура килгеләй. Килгеләй генә түгел, йышыраҡ та була. Быға һис ҡасан да ҡаршы төшмәйем, сөнки тормош бит күп төрлө һәм күп ҡырлы, Айҙың теге яғын да күрге килә, тигәндәй. Был осраҡта интервью алыусыға интервью биреүсе урынында булып алыу ҙа тик файҙаға ғына, тигән уйҙамын. Шулай үҙеңдең кәмселектәреңә лә юлығаһың. Яңыраҡ Мәскәү телеканалдарының береһендәге репортаж ылыҡтырҙы мине. Тәүҙә бөтәһе лә ғәҙәттәгесә барҙы: һүрәт, кадр артындағы тауыш, стэндап, синхрондар. Ә бер мәл, ғәжәп, микрофон һүҙсән дә, ҡыйыу ҙа ҡыҙ ҡулына күсте. Һәм артабан инде ул хәбәрсенең үҙенә һорау менән мөрәжәғәт итте:
— Бында нишләп йөрөйһөгөҙ?
— Яңылыҡтарға сюжет әҙерлә­йем.
Ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Иҫтә ҡалды.
Үҙемдең яуаптарым да хәте­ремә һеңеүсән. Ни өсөндөр бел­мәйем. Бәлки, яуаплыраҡ ҡара­йым­дыр? Юҡ, һорауҙарыма ла шундай уҡ ихтирамлы мөнә­сә­бәттәмен. Эш сағыштырмаса һирәклектә түгелме икән? Ҡыҫҡа­һы, өҙөп кенә әйтә алмайым.
Бына шундай яуаптарымдың береһе.
— Яҙыусы, журналист, ғөмү­мән, ижад кешеһе һәр ваҡыт тәрән уйҙа һымаҡ. Һеҙгә ҡарата ла шуны әйтергә буламы? Булһа, был тормошта ҡамасауламаймы? – тигән, минеңсә, аҡыллы, урынлы һорау төбәлде бер осрашыуҙа.
— Әйтеп була. Ҡамасаулай ҙа, ҡамасауламай ҙа, – тип башланым.
Ул ваҡытта ҡыҫҡараҡ әйттем, хәҙер ентекләберәк яҙайым.
Әйтеп була ғына түгел, ижад кешеһе шулай булырға тейеш тә инде ул. Шунһыҙ тәүлектең йәки ай, йылдың билдәле бер өлөшөндә генә ултырып уйлап алып, әҫәр тыуҙырыуы, ай-һай, ауырҙыр. Һәр хәлдә мин улайтҡаным юҡ, булдыра алмайымдыр ҙа. Тыныс ҡына, вазифа инструкцияһы, көн тәртибе, ниндәйҙер графиктар эсенә бикләнеп, һаҡланып ултырып ҡына ижад итеү нисек мөмкиндер, быны аңлап етмәйем. Уйлау, уйланыу менән йәмғиәттән ситен тороу ҙа бер үк нәмә түгел бит. Шул йәмғиәт тураһында ла баһа ул уй. Киреһенсә, үҙен генә ҡара­ған, тормошон еңел алып бар­ғандар яттыр ул. Күптәребеҙҙең ундайҙарҙың: “Ә ниңә кәрәк ул?” — тигәндәрен, уйлауҙан шул рәүешле үҙҙәренең дә баш тартыуын, беҙҙе лә өндәгәнен ишеткәнебеҙ бар ҙа инде.
Уйсан кеше ниндәйҙер киң, дөйөм, уртаҡ форматтарға, бәлки, тура килеп тә бөтмәйҙер. Тормош­ҡа һаман да төпкәрәк үтә барған практицизм шарттарында күңел менән эш итеүең, мәҫәлән, матди мәсьәләләрҙә, үҙеңә, ә, тимәк, ғаи­лә­ңә файҙаны килтерһә лә, әҙ килтерәлер. Һәр хәлдә “Улай аҡыллы булғас, ниңә һуң былай яр­лыһың?” тигән билдәле һорау­ҙы яттан белгән, йыш ҡулланған йылғыр ватандашыңдың күҙендә төшмәҫлек кимәлдә һәм күләмдә түгел. Зыянламаһа әле. Әлеге әйтем барлыҡҡа килгән тәүсы­ғанаҡта мәғәнә, беҙ теләгәнсә, төп хазинаның эске байлыҡ икәне ҡыуандырып раҫлана ла ул, тик бөгөн уны, бөтөнләй кире булмаһа ла, шуға яҡын мәғәнәлә ҡулланыу бар шул. “Аҡыллы уйлағансы, алйот эшен бөтөргән” тигән әйтем дә ғәмәлдән сыҡмаған. Йә ярай, һәр кемдең үҙ юлы. Лириканан фи­зикаға күсәйем тип тә йәнтәслим тырышырға кәрәкмәй­ҙер. Киреһенсә лә булмаһын. Юғиһә аҡыллы, белемле, ләкин яҙыу-һыҙыуҙан ныҡ алыҫ торған бер кеше, ултырам да китап яҙам, тип ҡурҡытҡайны бер заман. Яҙма һин уны, дуҫ, үҙең белгән шөғөл менән булыш, шулай барыбыҙға ла яҡшыраҡ булыр.
Кешенең артыҡ, байлыҡҡа тип әйтеп булмайҙыр инде, күпмелер аҡсаға тиәйек, ынтылып, башҡа бөтә нәмәне емереп үткәнен дә күрә йөрөйбөҙ. Берәү, мәҫәлән, ағас менән ныҡ булыша. Рәнйеп ҡуйыуы тураһындағы ырымға ла һис ҡарамай, кәрәк, ихтыяж өсөн генә лә йыҡмай. Һәм күпмелер ваҡыттан үҙен ағас баҫҡаны хаҡында хәбәр килә. Тәҡдирҙе белеп булмай, уныһы бар, әммә шул ҡарағайҙарға һоҡланып ҡына йәшәһә, ғүмере күпкә оҙонораҡ булыр ине һымаҡ.
— О-о-о, унда урман матур инде! — тип аптыратты берәү. Аптыратты, сөнки уны тәбиғәт гүзәллеген күрә тип һис белмәй инем ошоғаса.
— Эйе, бына хәҙер, алтын көҙҙә, бигерәк шәп! Япраҡ кисеп йөрөүҙәре, һа-а-й… — тип үҙемдең үлеп яратҡан миҙ­гелемде һөйләй генә башла­ғайным, тыңлағыһы килмәне бының:
— Япрағынан бигерәк, ҡарағайы уның. Берәйһе бура һатмаймы микән шунда осһоҙға?..
Танышымдың мине бүлдереп әйтелгән яуап һүҙе лә, биргән һорауы ла барыһын да урынына ултыртты: әҙәмдәр әллә ни үҙгәрмәй шул.
Урманды ҡырҡмаҫҡа кәрәк, тигәндән түгел был, әлбиттә. Киреһенсә, ҡырҡа барыу дөрөҫ, иҫкермәһен, серек ояһына, ауырыуҙар усағына әйләнмәһен өсөн. Тәрбиәле, тәртипле, һораулы, яуаплы киҫеү кәрәк.
Шуның менән бергә уй гел генә ҡамасау ҙа түгел дәһә. Ғөмүмән, уйлау бит һәр кемдә булырға тейеш, тәбиғәттән шулай яралтылғанбыҙ. Һаулыҡ өсөн дә арыу: уйлаған саҡта мейе эшмәкәрлегенең ниндәй ҡыҙыу хәлдә булғанлығын сама менән күҙ алдына килтерәбеҙ бит. Шул мәлдә организмға тейешле файҙалы матдәләр ҙә күберәк барып етә, тип раҫлана.
Йәнә уйлы кешеләр бүтән һөнәр эйәләре араһында ла күп. Аҡса эшләгән кешеләр ҙә, их, нисек итеп шуны ишәйтергә, тип уйлап йөрөйҙөр бит…
Һәр кем, ҡабатлайым, үҙе һәләтле өлкәлә шөғөлләнһен шул барыбер. Ниндәйҙер оло маҡсатҡа барғаныңда ҡайһылыр вағыраҡ оронсоҡтар була икән, уларҙы әллә ни алға сығармау, мөһимгә әйләндермәү дөрөҫтөр.
Йәнә лә кешене уның торлаҡ майҙаны, автомобиле хаҡы, вазифаһы бейеклеге буйынса баһаламаһаҡ ине. Былар ҙа — уй һөҙөмтәһе, әлбиттә, шулай ҙа кешегә ни өсөн һаман сит ил машинаһы алмауы тураһында һорау биреү урынһыҙҙыр. Бәлки, кәрәкмәйҙер ул уға.
Һорауҙарҙың да, яуаптарҙың да яуаплы булыуы шарт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Миһран
    Миһран от 24.12.2015, 03:22
    Гәзит журналисы баҫыласаҡ мәҡәләгә талапсан булһын, гәзит уҡыусы хаҡында ла уйлаһын ине.

  2. Айгуль
    Айгуль от 13.01.2016, 11:24
    Что хотел этой статьей сказать автор? Раскрыть профессию репортера? "О, как нам сложно приходиться!" - речь об этом? Уметь правильно задавать вопросы, анализировать, быть сведущим, логически мыслить, уметь разделять "зерна от плевел" - разве это не суть профессии журналиста? "Если хочешь получить правильный ответ - задавай правильный вопрос" - так учил наш преподаватель по теории журналистики, так оно и есть. Так зачем писать прописные истины?






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779