— Йәш бей. Минең тиҫтер, утыҙ тирәһендә.
— Ғаиләһе, бала-сағаһы?
— Ике йәш балаһы бар, тиҙәр ине…
— Хуп, бик хуп! – тип эләктереп алды ҡапыл Килмөхәмәт. Был нуғай өсөн уның нимәһе хуп икәнлеге Бикбауға аңлашылманы. – Туған-тыумасаһы?
— Уларына тиклемен белеп бөтмәйем. Мәгәр яугирҙәр нәҫеленән. Ағай-энеләре лә – утты-һыуҙы күп кискән бәндәләр. Ҡобағош үҙе лә – тирә-яҡта дан алған һүҙ оҫтаһы, сәсән. Уға тиңләшерлек сәсәндәр яҡын-тирәлә ишетелгәне юҡтыр… Беҙҙең Аҡмырҙаны ғына иҫәпкә алмағанда…
Бикбауҙың аҙаҡҡы һүҙҙәрен мырҙа ҡолағына элмәне. Уларын вайымһыҙ ғына тыңланы ла, көтмәгәндә, һүҙ ағышына ҡағылышһыҙ һорау биреп ҡуйҙы:
— Ә һинең үҙеңдең нисә балаң бар әле, Бикбау бей?
Тегеһе аптырабыраҡ яуапланы:
— Өсәү… Ике малай, бер ҡыҙ. – Артабан кәрәк-кәрәкмәһә лә өҫтәп ҡуйҙы. – Ике ҡатындан.
— Бик хуп, бик хуп!...
Бикбауҙың уйында һаман да Ҡобағош ине. Тәү тапҡыр бала сағында ҙур бер йыйында осратҡайны уны. Ике төркөмгә бүленеп, башҡорт – нуғай булып, һуғыш уйыны уйнағайнылар. Унан һуң оҙаҡ ҡына күрешмәй торҙолар. Алтаҡарҙан һуң илдә көсөргәнеш баҫыла биргәс, ырыу-ара сараларҙа һирәк-һаяҡ осрашҡыланылар. Ҡобағош диҡҡәт менән Үҫәргәндең хәлен һорашты, Ҡарабуға менән ҡыҙыҡһынды, Аҡмырҙа сәсәнгә сәләм күндерҙе. Бигерәк тә нуғай тураһында тәфсилләп төпсөндө. Нуғай ҡайҙа ла нуғай инде. Меңдәр яғына ла барып тарыған. Халыҡ уға өйрәнгән, күнеккән. Ҡотортоусыһы табылмаһа, тауыш-тынһыҙ һыйышып йәшәй бирәләр. Алтаҡар тигәне бөтә Башҡортостанды дер һелкетеп алғайны. Нәфсеһе ай-бай ҙур ине. Ярай әле, үҙе оҙаҡҡа йәлсемәне. Дөрөҫ булһа, ана шул Ҡобағоштоң атаһы арҡаһында дөмөгөп, бола баҫылды тигән хәбәр таралғайны. Хәҙер, ана, Килмөхәмәт баш ҡалҡытырға самалай. Ниндәйҙер мәкер ҡылып, тағы ла илде ҡужғытырға ниәтләнгәнгә оҡшай. Ризалашһаң, нуғай ыңғайына башҡортҡа ҡаршы күҫәк күтәрәһең булып сыға түгелме? Бына хикмәт! Төшөңә лә инмәҫ!
— Ярар! — тип уның уйын бүлдерҙе Килмөхәмәт. – Әлегә тейешлеһен асыҡланыҡ. Бар, әҙерлән. Иртәгә көн үҙәгендә ҡуҙғалабыҙ, минекеләр әҙер. – Бикбауҙың китергә ашыҡмай, балаҫта тапанып тора биреүен күреп, тауышын үҙгәртеберәк һораны. – Нимә, тағы әйтер һүҙең бармы?
— Ни, Килмөхәмәт хан, атайымды улай оҙаҡҡа ташлап китә алмайым бит әле. Ауыр хәлдә… Минһеҙ нишләһен…
— Бына һиңә мә! Яңы ғына ҡыуанысыңдан осоп китерҙәй ризалашып тора инең бит әле. Нимә өркөттө?
— Өркөтмәне лә ул. Атай…
— Йәшенмәк уйнама! Һинең кеүектәрҙе күп күрҙем. Нимә өркөткәнен ап-асыҡ тоям. Берҙән, үҙегеҙҙекеләргә бысаҡҡа бысаҡ килеү ихтималлығынан ҡурҡаһың. Әйткәнемә ҡолаҡ һалмағанһың. Һине ни өсөн үҙем менән алам? Ҡан ҡойошҡа юл ҡуйылмаһын өсөн, тинем бит. Юл ҡуяһыңмы, юҡмы – үҙеңдән тора.
Бикбау үрһәләнгән ҡиәфәт менән алға, хан яғынараҡ ынтылыш яһап ҡуйҙы.
— Ҡобағошто белмәйһең, хан. Уны ыңғайлатырлыҡ түгел. Һүҙ менән дә, ҡан ҡойош менән дә.
Килмөхәмәт көлөмһөрәп ҡуйҙы.
— Үҙең әйткән шул утыҙ йәшлек малаймы? Иленә нуғайҙы аяҡ баҫтырмай, тиһеңме?
— Нуғай ул яҡтарҙа ла бар. Һирәк-һаяҡ булһа ла. Мәгәр беҙҙәге нуғай түгел. Башҡорттан ҡалған йылға-күлһеҙ ҡаҡ түбәләрҙә йәшәйҙәр. Тындарын да сығармай, күндәм тоталар үҙҙәрен. Яһағын да кинәнеп түләрҙәр ине. Талап итеүсеһе генә юҡ. Һин барһаң…
— Әйт, әйтеп бөтөр. Һин барһаң, яһаҡ түләү ҡайҙа ул! Бындағы кеүек, башҡорттан үҙең түләтерһең, тиһеңме? Уныһы хаҡ. Башҡортҡа хужа кәрәк. Ни өсөн ебәрҙе мине бында Ҡазан? Бер Үҫәргәнде генә ҡарауыллап ятыр өсөнмө? Ә һин минән йырылма. Һүҙемдән сыҡмаһаң, үҙеңә лә ундағы матур ерҙән өлөш тейер.
— Башҡорт ырыуҙары бер-береһенең еренә күҙ атмай, хан. Уңдырышлы тигеҙ ерҙәр беҙҙә лә баштан ашҡан. Һаҡмар аръяғында күҙ күреме етерлек түгел. Ҡыпсаҡ далаһына барып олғаша.
— Ай-бай, үҙеңә күрә түгел икәнһең. Саҡ ҡына ирек ҡуйһаң, тәртәнән сығырға әҙер генә тораһың былай. Әкиәт һөйләмә миңә. Ерҙән кем туйған? Ваз кисмәй тор. Ырыу еренә мөрхәтһенмәһәң, үҙемә тейешлеһенән бирермен. “Әһем!” тип ҡалырһың.
Һис ҡыҙыҡтырманы был вәғәҙә Бикбауҙы. Нисек булһа ла Килмөхәмәт тырнағынан ысҡынырға тырышты ул.
— Үҙемдең урынға бына тигән егеттәр табып бирәм, ҡалдыр һин мине, хан. Бөгөн үк табам! Теләгәнеңсә, йәш бейҙәр.
Килмөхәмәт Бикбауға оҙаҡ ҡына һөҙөп ҡарап ултырып, мәғәнәле баш сайҡаны.
— Асып һал һәммәһен дә, бер башлағас. Тағы ниндәй сәбәп тота һине? – Шуны ғына көткәндәй, Бикбау әйтергә уҡталғайны ғына, тегеһе ҡул һелтәп туҡтатты. – Әйтмәһәң дә белеп торам. Атайым, тиһең инде?
— Эйе, эйе, хан! Бындай хәлдә ташлап китеү һис тә килешмәҫ. Әҙәмдән уңайһыҙ. Үҙемдең дә аяҡ тартмай.
— Ай-бай-бай, шулай микән? Ҡыймайһың инде тураһын асып һалырға? Йөрәгең етмәйме? Улайһа, үҙем әйтеп бирәм. Асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек. Атаңдың көндәре һанаулы. Шул көндәрҙең нисегерәк үтеүен сабырһыҙлыҡ менән көтәһең. Атаң урынына ултырып ҡалырға ашҡынаһың. Йә, ни әйтерһең?
Бикбау өндәшмәне.
— Йә, йә!
— Беҙҙә йола шулай… — тип ҡыйыуһыҙ ғына башланы егет. – Был урын нәҫелдән-нәҫелгә күсә. Мин оҙаҡҡа сығып китһәм, ырыу хужаһыҙ ҡала.
— Э-эй, бер ҡатлы малай! Утыҙға еткәнһең, донъяға күҙеңде асыбыраҡ ҡарарға өйрәнмәгәнһең. Хужаһыҙ ҡала, имеш. Бында кем хужа икәнен күрмәйһеңме ни? Заманында атаңды ырыу башына кем ултыртты? Ҡарабуға нәҫеле инеме ул? Әй, нишләп һорайым әле һинән. Ул заманда бала ғына булғанһың, иҫләмәйһең.
— Иҫләйем, иҫләйем! – Бикбау кинәт йәнләнеп яуапланы. — Балалыҡтан уҙып, егет ҡорона инеп барған саҡ ине. Иҫләйем. Ҡарабуғаның ике улы ла ырыу эшенән ситтә булды, һис нигә ҡыҫылманы. Аталарының вариҫы ҡалмауға бәрәбәр ине. Ундай хәлдә икенсе тәртип ғәмәлгә инә. Халыҡ кемде лайыҡ тип һанай — шуны һайлап ҡуя. Атайымды һайланылар. Мин бәләкәйҙән уның уң ҡулы булдым. Ырыуҙың нисек тын алғанын яҡшы беләм. Был юлы һайлау тураһында һүҙ булыуы мөмкин түгел. Халыҡ миңә күҙ терәп тора. Нисек китәйем? Аңла мине, хан…
— Бөттөмө? Хәҙер мине тыңла, аңра малай. Зиһенең етһә, мин әйткәнде мейеңә һеңдереп ҡалырға тырыш. Төшөнһәң, баш тартыу түгел, үҙең йәбешеп ятырһың был сәфәргә. Ризалашмаһам, ер тырнап инәлерһең. Ни өсөн тап һине саҡырып алғанмын, тиһең?
Бикбау, яңылыҡ ишетерен һиҙеп, һағая төштө. Килмөхәмәткә һораулы ҡиәфәт менән текәлеп, түҙемһеҙләнеп көттө.
— Ни өсөн һуң, улайһа?
— Эй, һин, егет кеше, ялҡауланма. Мейеңде саҡ ҡына булһа ла эшләтеп ҡара.
— Эшләтһәм-эшләтмәһәм дә, сит ырыу ере кәрәкмәй миңә, хан. Үҙебеҙҙеке баштан ашҡан. Шул ырыуыма баш булһам, артығы менән етә.
— Бына иҫәр! Ысынлап та ялҡауҙың-ялҡауы! Мейеңде саҡ ҡына ла ҡыбырлатырға хәлеңдән килмәгәс, нисек ул урынға өмөт итәһең? Уйларға йыбанһаң, үҙем әйтеп бирәм. Атаңды заманында халыҡ һайлаған, тиһеңме? Белмәһәң-бел: миңә эйәреп юлға сыҡһаң, хыялың тормошҡа аша. Бында тороп ҡалһаң – бөттөң. Аңланыңмы инде? Бүтән өгөтләп тормайым. Бар, ҡайт. Иртәгә көн үҙәгенә юлға әҙер бул. Үҙең менән дүрт-биш ышаныслы ир-егет ал. Яҡын ҡан-ҡәрҙәшең булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Баш тартһаң — ихтыярың. Ана, атаңды ҡарарһың. Хәл өҫтөндә, көндәре һанаулы…
Аҙағы. Башы 235-се һанда.
(Әҫәрҙең тулы вариантын киләсәктә “Ватандаш” журналында уҡығыҙ).