Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Әҙәби нағыш" - Салауат ҡалаһында
Мин – хыялый

Һауаларҙа осам аҡҡош булып,
Ел артынан ҡыуам, уҙамын.
Мин хыялый hымаҡ...
Әллә йөрәк
Һөйөү хисе менән тулғанмы?
Бар донъяны ҡосаҡларҙай инде –
Эй, талпына йөрәк, талпына!
Йондоҙҙарың сикһеҙ даръяhына
Оло мөхәббәткә юл ала...

Нәрисә ҒӘБДИЕВА.


ТӨН

Төн. Ҡараңғы төн.
Урамда юҡ бер кем дә.
Тик ҡыҙ йүгерә,
Шатлана, ул көлә.

Күктә ай йылмая,
Йондоҙҙар йымылдай.
Ҡыҙ шатлығын, йәнәһе
Улар белә, буғай.

Ә ул ҡыҙ йүгерә,
Юҡ, ул ҡыҙ оса.
Аҡҡоштай талпына,
Ер шарын ул ҡоса.

Яңғырай йыраҡҡа
Йөрәге тауышы.
Ырыҫҡа әйҙәйме
Зарыҡҡан мәл ошо?

Нисек һуң осмаһын,
Асылы моң сәсә.
Сер итеп әйтәм мин һеҙгә –
Буласаҡ ул әсә.

Эльвина СОЛТАНОВА.


* * *

Эй, һайрай бер ҡошсоҡ,
Өҙҙөрөп үҙәкте,
Һағышым яңыртып,
Телгәләп йөрәкте.
Туҡтасы, ҡошсоғом,
Тибрәтмә моңоңда,
Үткәндең ҡайтмаҫын
Иҫкәртеп уйымда.
Йәшерҙем бик төпкә,
Йәшлегем һөйөүен.
Ниңә һуң моңоңда
Яңғырай көйөүем?
Ҡаңғырыу, зарығыу
Ҡошсоҡҡа хас түгел.
Хыялым офоғо
Асылмай — күм-күгел.
Хыялым күгендә
Ҡошсоғом һайрамай.
Өлөшөң түгелгә
Үрелеү ярамай...

Нәжибә ФӘЙЗУЛЛИНА.


Йәшәүгә ынтылыш

Ҡойҙо ғына ямғыр, ут сылбыры
Төнө буйы йыһан ҡаманы.
Күперекләп аҡты йырғанаҡтар,
Аҫылынғас күктең ҡабағы.

Таңды көттө ойоп бар тереклек,
Тын ҡалдылар һайрар ҡоштары.
Бары хушбый һипте ап-аҡ муйыл,
Сайыр еҫе алды һуштарҙы.

Бөрө сиртте ағас, тирәктәрҙең
Сыртлап осто тәүге ҡайыры.
Йылы нурға тағы күтәрелер,
Көҙөн сүккән үлән тамыры.

Эй, мөҡәддәс донъя, хозурлыҡтан
Дүрт яғыма асам күңелде.
Мең-мең рәхмәт әйтеп, Хоҙайыма
Биргән өсөн ошо ғүмерҙе.

Нәзирә ИШҠОЛОВА.


Мөхәббәткә
табынһаң


Тирә-яғым моңға тулыр ине,
Аҡ хыялдан күңел йылмайып.
Отоп алыр елдәр һағышымды,
Һандуғастар көйләр моңайып.

Исемеңде көйгә һалыр инем,
Яратам, тип мине саҡырһаң.
Йәшлегемә әйҙәп ҡайтыр инем
Мөхәббәткә миндәй табынһаң.

Наилә БИКТИМЕРОВА.


Ҡыш әкиәт һөйләй

Ҡыш әкиәт һөйләй, донъя тыңлай
Тәбиғәттең серле тауышын.
Бәрелһә лә көнгә һалҡын тыны,
Туҡтата алмаҫ ваҡыт ағышын.

Ҡанатынан аҡ ҡаурыйлы ҡоштоң
Таңда ергә сафлыҡ һибелгән,
Ҡыш әкиәт һөйләй ғашиҡтарға
Был мөғжизә – һин һәм мин белгән...

Әллә аҡ ҡар, әллә ынйы кистек,
Саҡыра сихри урман ҡосағы.
Ҡыш әкиәт һөйләй, донъя тыңлай...
Мөхәббәттең дөрләй усағы.

Илүзә ТАҺИРОВА.


* * *

Һине көтөп, ҡаршы алам, бына,
Дүртенсегә һалҡын ҡыштарҙы.
Күккә ҡарап, мин теҙләндем ергә,
Оҙаталмай ҡалдым ҡоштарҙы.

Их, ҡошҡайҙар, мине саҡ-саҡ ҡына
Булманымы көтөр саралар?
Кемдәр генә ошо миҙгелемде
Моңһоҙ ҡалған мәлдән аралар?

Дүртенсегә, әллә һуңғы тапҡыр
”Аллам”, – тиеп күккә мин бағам.
Ҡалдырығыҙ мине шатлыҡтар ҙа,
Ниндәй булыр икән иртәгәм?

Рөстәм ХӘЛИМОВ.


Мин – ауыл балаһы

Мөлдөрәмә тулды силәктәрем
Алһыуланып бешкән еләктән.
Шатлыҡтарым һыймай йөрәгемә,
Аңламайым әле — нилектән.
Донъя матур, күк йөҙө —
диңгеҙҙәй —
Ҡошсоҡтары оса тирбәлеп.
Һандуғастар һайрай сут-сут итеп,
Мөғжизәнән китеп кинәнеп.
Һыу буйында бөҙрә талдар
Күреп алып мине сәләмләй.
Оҙаҡланың, оҙаҡ килмәнең, тип,
Миңә, гүйә, улар үпкәләй.
Тәбиғәтте бигерәк яратам мин,
Әллә ауылымдан сыҡҡанға.
Һәр шишмәһе, күле, ағастары
Кисерешкә ишем булғанға.
Ауылымды өҙөлөп яратам,
Йәмле Һикәҙекәй буйҙарын.
Бала сағым үтте һинең менән,
Бары һинең хаҡта уйҙарым.

Гөлсирә ФӘЙЗУЛЛИНА.


Ҡал янымда

Юғалып ҡалмаммы яңғыҙлыҡта,
Һикәлтәле тормош юлында?
Һайрар ғына бәхет ҡошом осто,
Юҡ инде ул хәҙер янымда.

Тәңкәләнеп яуған ямғырҙар ҙа
Өмөт пәрҙәләрен астыра.
Хыялдарым толпарланып килһә,
Уй-һағышым һаман баҫтыра.

Барһам әгәр шул ямғырға ҡаршы,
Йүнәлерҙәй йөрәк яраһы.
Бәхет ҡошом килеүҙәрен көтәм,
Бар бит әле хистә янаһы.

Ел-дауылдан ҡурсалармын һине,
Бәхет ҡошом, ҡайтсы яныма.
Ямғырҙан һуң ҡояш нуры кеүек
Һөйөү йырын һайра таңымда.

Миңзәлә ЙӘЛИЛЕВА.


Ил бурысы
ирҙәр иңендә


Һин Берлингә еттең, атай, йәнем,
Азат булды илдәр ҡоллоҡтан.
Күкрәк тулы миҙал тағып ҡайттың,
Маһайманың әммә ҙурлыҡтан.

Көслө булды һинең ихтыярың,
Тоғро ҡалдың һәр саҡ антыңа.
Ил бурысын ир бурысы итеп
Хеҙмәт иттең эшсән халҡыңа.

Һин һалдаты булдың илгенәңдең
Һәм эшсеһе тыуған ереңдең,
Ҡылған эшең менән эҙ ҡалдырып,
Һин үлемһеҙ иттең үҙеңде!

Зилә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779