Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сүкеш менән һандал араһында
Сүкеш менән һандал араһында (Иҙел йорт романының икенсе китабынан)
Утыҙға аяҡ баҫҡан мыҡты кәүҙәле Бикбауҙың ҡапыл ғына тубыҡтары ҡалтырап ҡуйҙы. Үҙе лә аптырай төштө был ир-ат: ғүмерҙә улайтҡаны юҡ инесе. Халыҡ “хан” тип атаһа ла, мырҙа ғына бит әле был Килмөхәмәт. Янында ғәскәре, ҡулында хөкөмө юҡ. Кем ул? Халыҡ ҡына уны осондора. Алдында дер ҡалтырап торорға әҙер. Ҡазандан Мөхәммәт Әмин ошо нуғай мырҙаһын көньяҡ башҡорттарға хужа итеп ебәргән, тигән булалар. Ысынмы был? Ҡазан ханының башҡорт еренә һөмһөҙ ҡул һуҙырға самалауымы? Болғансыҡ заманда буръяҡ һыуҙа балыҡ тоторға маташыуымы? Нуғайҙан һуңғы ваҡытта ҡото алынып, ят бауырға бил бирергә күнеккән халыҡ аңын-тоңон белмәй ҙә ҡалды. Тегеһе башҡорт еренә аяҡ баҫып өлгөрмәне, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Кем икәнен дә белмәй, шул әҙәмгә күрәләтә “хан” тип өндәшкәс, Килмөхәмәттең үҙенә лә етә ҡалды. Тиҙ арала һыртланы, ысынлап та, хан һымаҡ ҡылана башланы. Урындағы халыҡтан үҙен өҫтөн тотоп ҡыланғанлығы тауышына сыҡты, фиғеленә күсте. Ана бит, саҡыртҡанын ишеткәс, үҙенән-үҙе үк ҡалтырайсы тубыҡтар. Абау!
Бикбау барыбер уның менән “һин дә мин” һөйләшергә самаланы. Күргеһе килгәс, йомошо барҙыр. Уның йомошо төшкән, тимәк, Бикбауҙыҡы түгел. Бикбау, ни тиһәң дә, бөгөн-иртәгә ырыу башлығы була торған кеше. Күп ҡалмаған, эш шуға табан бара. Бәлки, шуны иҫәптә тотоп саҡырталыр.
Үҙен батырлыҡҡа ошолай көйләп, тынысланырға тырышып ҡараһа ла, бына инде өсөнсө тапҡыр зымбырлап ҡуйҙы тубыҡтары.
Осрашыу нуғай мырҙаһы өсөн башҡорт ерендә тәғәйен һалып ултыртылған иркен ағас йортта үтте. Оҙон ҡарағай бүрәнәләрҙән бейек итеп күтәрелгән, эсе тигеҙ итеп сутланған. Нисә ат менән һөйрәтеп ташып, күпме кеше бураны икән быныса бүрәнәләрҙе? Бикбауҙың белеүенсә, Ҡарабуға заманында уҡ ултырта башлағайнылар бураһын. Алтаҡар исемле бер яһилға, тигәйнеләр. Уға ла, унан һуңғыларына ла өлгөрмәне. Бына кемгә насип булған.
Килештерә бит, әй, үҙе. Һап-һары бүрәнәләре ялтырап торған төпкө яҡтың түренә тәхеткә оҡшаш бер нәмә яһатып ултыртып ҡуйған. Ишек төбөнән шунда тиклем аҫалы балаҫ йәйҙергән. Һаҡсы итеп тыштан, эстән икешәр нуғайҙы баҫтырған. Килмөхәмәт янына инеүселәрҙе тентеп үткәргән булалар. Башҡорттоң бер генә ырыу башлығы ла улай ҡыланмаҫ…
Маңлайына, ике яҡ сикәһенән ҡолаҡ төбөнә тиклем, хатта тотош танауына сәсәк ауырыуының иләк һымаҡ эҙҙәре ҡунған ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы һарғылт сәсле, ерән мыйыҡлы, урта буйлы был әҙәм тәү ҡарамаҡҡа ҡиәфәте менән һис тә ҙур түрәгә оҡшамаған һымаҡ. Балаҫ буйлап алдына килеп баҫҡан Бикбауҙы һынаулы ҡараш менән көтөп алып, тәхетендә ҡалҡына биреп турайып ултырып, хәбәрен дә йомшаҡ тауыш менән башлап алып киткән булды.
– Бикбау тигән йәш бей һин булаһың инде?
“Хан” ауыҙынан үҙенең исемен ишеткән йәш бейҙең эсенә йылы йүгереп өлгөрҙө. Аяҡтарының тыңлаусанлана төшкәнен, балаҫта ышаныслыраҡ баҫып торғанын тойҙо.
– Мин, Килмөхәмәт хан, мин булам Бикбау тигәндәре.
Тәхет эйәһе уға тағы бер ҡат баштан-аяҡ күҙ йөрөтөп сыҡты.
– Күңелгә ятышлы ғына һымаҡ күренәһең былай. Һөйләшеү ҡыҫҡа булыр, Бикбау бей. Сәфәргә йыйын. Мин тиҙҙән Ағиҙелдең урта ағымын, Торатау, Өршәк, Дим яҡтарын барып күрергә ниәтләнәм. Үҙемдекеләр менән кәңәшләштем дә юлдаштарым янына һине лә алырға булдым.
Бикбау тәүҙә үҙ ҡолаҡтарына ышанмай торҙо. Ни ишетә? Хан рәтендә һаналған кеше менән сәфәр йөрөү кемгә тәтей? Нуғай был ерҙәргә барыбер талпан кеүек ҡаҙалған. Тиҙ арала ташлап китер уйы юҡ. Яҡынданыраҡ танышып алһаң, аҙаҡ ғүмереңә етерлек файҙаһы теймәҫме?
– Нишләп телһеҙ ҡалдың? Риза түгелме ни?..
Мырҙаның хәйләле тауышына һиҫкәнеп китте Бикбау.
– Мине?! – тип аптырап, ышанмаған тауыш менән һораны бей. – Хандың яҡындары менән бер ҡатарҙанмы?
– Һине! Һине кәңәш иттеләр. Юҡҡа һайламағандарҙыр. Мәғәнәһе барҙыр. Нимә, риза түгелме?
– Риза, риза, Килмөхәмәт хан! Һинең ихтыярҙа.
– Бик хуп! Тап һинең кеүек йәш үҫәргәнде үҙемә яҡынайтып алырға теләгәйнем. Таяныс итеп. Уртаҡ тел табылырға оҡшай.
Был юлы Килмөхәмәттең уға күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап, уйынлы-ысынлы тауыш менән өндәшкәнен Бикбау шәйләмәне. Ҡыуанысынан тағы ла батырая төштө.
– Минең вазифам нимәнән торасаҡ инде был сәфәрҙә?
– Ул яҡтарға аяҡ баҫҡаның бармы?
– Ете ырыу ерен һәйбәт беләм. Ҡыпсаҡ аръяғында ятҡан юрматылар ҙа яҡшы ғына таныш. Бына арырағы… Табын, Мең яҡтары күргән ерем түгел. Шулай ҙа…
Мырҙа тыңлап бөтөрмәне.
– Зыян юҡ. Ҡайҙа ҡарама – башҡорттар. Һинең вазифаң шунан ғибәрәт булыр: башҡорт менән нуғай араһын көйләп, эште яйлап йөрөрһөң.
– Тап шуны әйтергә теләгәйнем, хан. Аяҡ баҫмаһам да, таныш-тонош бар ул яҡтарҙа. Һорашырбыҙ, табырбыҙ. Оҙаҡҡамы һуң?
Юлға йыйынырға ҡушырға ла сығарып ебәрергә тип иҫәп тотҡан Килмөхәмәт был ир-аттың төпсөнөргә баҙнат итеүенә тәүҙә ғәжәпһенеп ҡуйҙы.
– Барайыҡ әле, ҡарайыҡ. Оҡшаһа, күҙ күрер.
Мырҙаның тауышындағы ризаһыҙлыҡ билгеһен тағы ла абайламаны Бикбау. Һаман иркенәйә бирҙе.
– Шулай уҡмы ни?..
Егеттең бер ҡатлылығын ҡыҙыҡ күреп, уны һынау ниәтенән Килмөхәмәт ҡапыл асыла төштө.
– Һеҙҙең тау-таш, ҡарағай араһында тын тарыға. Бынау ағас йортоғоҙ ҙа хатта күкрәкте ҡыҫа. Эмба далаһына өйрәнгәнмен. Ағиҙелдең урта ағымын тигеҙ яҡ, тиҙәр. Тау тигәндәре лә ҡалҡыулыҡ ҡына, имеш. Убанан артыҡ түгел, ысын булһа. Барып күрәйем әле, тим. Ерҙәре лә уңдырышлы, малға иркен икән, тип ишеттем. Оҡшаһа, шул яҡтараҡ төпләнермен. Вазифаң ниҙән ғибәрәт, тиһеңме? Урындағы халыҡты көйләрһең. Ерҙәрен талаш-тартышһыҙ ғына бирһендәр. Аңлап тораһың, яңғыҙым ғына түгел бит. Башҡорттоң ожмахына ҡыҙыҡҡан бер мин түгел. Ян-яҡ туп-тулы. Нуғай уларҙан алдараҡ нығынып ҡалһын. Башҡортҡа барыбер кемдеңдер күҙ-ҡолағы кәрәк. Ырыуҙарығыҙ менән тырым-тырағай йәшәйһегеҙ. Йә Ҡазан ханы, йә көн сығышынан Аҡназар илегеҙҙе тотош баҫып алһа, нуғай ише генә ҡыланмаҫ. Нуғайға, исмаһам, күнеккәнһегеҙ. Ҡаҙанығыҙға ике тәкә башы һыя. Алтаҡар, ана, нуғай тәкәһенең генә башын ҡалдырырға теләгәйне. Ҡалдырыр ҙа ине, Баязитығыҙ, ҡаҙаҡ менән уртаҡ тел табып, уның башына етмәһә. Ә мин ундай юлға бармам, нәфсем улай уҡ түгел. Ағиҙелдең һул яҡ иркенлегенә хужа булһам, аръяғына күҙ атмам. Башҡорт үҙе сыуалышмаһа, йәберләмәй генә тотормон, йәшәй бирһен үҙ ыңғайына. Быныһына ризалашмай сарағыҙ юҡ. Төшөнгәнһеңдер хәҙер вазифаңды, бей. Һинең бурыс – минең ошо ниәтте ҡан-ҡойошҡа еткермәй генә бойомға ашырыу. Ҡаршы тороуҙың барыбер мәғәнәһе юҡ. Ике-өс кенә ырыу яугирҙәре барлыҡ нуғайҙы еңә аламы? Ана шуны аңлатырһың…
Һөйләшеү ҡыҫҡа булыр, имеш. Балаҫта тапанып тора торғас, Бикбауҙың аяҡтары тала башланы. Бына ҡайҙа һөйрәй уны Килмөхәмәт! Сүкеш менән һандал араһына илтеп тыҡмаҡсы. Ю-уҡ, ризалашыу ҡайҙа! Яҡын да юларға ярамай. Тел төбөнә ҡарағанда, сәфәренең иге-сиге күренмәй. Атай, ана, хәл өҫтөндә ята. Ырыу эсендә оло үҙгәрештәр тыуырға тора. Нисек ташлап китмәк кәрәк? Үҙе юҡтың күҙе юҡ.
– Аңлатырһың, төшөндөрөрһөң! – тип ҡабатланы Килмөхәмәт. – Әйткәндәй, табындар, меңдәр кемдәрҙең ҡул аҫтында хәҙер? Башлыҡтарын әйтәм.
Нуғайҙың был һорауы егеттең башына күҫәк менән һуҡҡандай тәьҫир итте. Башлыҡтары кемдәр? Ысынлап та, кемдәргә ҡаршы сығырға мәжбүр була Бикбау? Юҡ-юҡ, аяҡ та баҫырға ярамай! Ниңә алдараҡ иҫенә төшмәгән?
– Юрматыны, Табынды әйтә алмайым, хан. Алмашынып торалар. Икеһендә лә яңыраҡ үҙгәреш бул­ған, тип ишеткәйнем. Әммә, кем генә булмаһын, ул тирәлә Мең башлығы Ҡобағоштоң йоғонтоһо ҙур, тиҙәр.
– Уныһы кем тағы? Ишеткәнем юҡ. Йәшме, ҡартмы?
(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779