Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Театр — күңел тәрбиәләү урыны”
“Театр — күңел тәрбиәләү урыны” Ғүмер миҙгеленең күркәм бер осорона еткән ир-егеттең тормош юлына байҡау яһағанда иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә кәрәк? Бер генә төп түгел, хатта тотош баҡса итеп ағас ултыртылған, ике ҡатлы өй һалынған, бынамын тигән балалар тәрбиәләп үҫтерелгән, яныңда – таяныс-терәк. Ә хәтер һандығында – йөҙәрләгән кеше яҙмышы... Баҡтиһәң, актерҙың хәтер төпкөлөндә лә, йыһан кеүек икһеҙ-сикһеҙ күңел киңлектәрендә лә сәхнә тигән изге урында кәүҙәләндергән төрлө-төрлө яҙмышлы образдары һаҡлана икән. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юла­ев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Заһир ВӘЛИТОВ менән тормош, йәшәйеш тураһында һөйләшәм тип барһам да, телмәребеҙ туп-тура театрға, спектаклдәргә, ролдәргә бәйләнә лә китә. Был, һис шикһеҙ, актерҙың тормошо театр сәнғәтенән айырылғыһыҙ булыуына ишаралыр. Бәләкәйҙән матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылған кеше донъяға әйтер һүҙен сәхнә аша еткерә.
– Бала сағығыҙҙан киләме театрға ынтылыш?
– Мин бәләкәй саҡта беҙгә мейес сығарыусы Хәсби әбей килеп йөрөй торғайны. Ул миңә әкиәт­тәрҙе күп һөйләне. Шулар аша донъяны матур биҙәктә күрергә өйрәндем. Хәсби әбей­ҙең улы, театрға барып ҡайтып, күргән-белгәндәрен бәйән итә. Мәктәптә А. Островскийҙың “Йә­шен” пьеса­һы буйынса фильм күр­һәткәндәре әлегеләй хәте­ремдә. Моғайын, шул ваҡиғалар сәнғәт юлын һайлауыма этәргес булғандыр инде.
Театрға, ғөмүмән, матур­лыҡ­ҡа ынтылышым тәү сиратта тәрбиә­нән киләлер. Рәхмәтулла ба­бамдың бер һандыҡ китабы була торғайны, ана шуларҙы йотлоғоп уҡыным. Мәктәпкә бар­ғансы латин телендәге әсбаптар менән шөғөлләнә инем инде. Кешенең үҙенең йөрәгендә дәрт, донъяның һулышын һиҙемләп тойомлай торған күңел күҙе булмаһа, нисек кенә тәрбиәләмәһендәр, ниндәй генә китап уҡытмаһын­дар, сән­ғәткә, әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уты тоҡандырып бул­майҙыр, моғайын.
– Шиғри күңелле, поэтик рух­лы, моңло Заһир ағай ҙа ком­байнда эшләп йөрөгән ере­нән Өфөгә сәнғәт учи­ли­ще­һына уҡырға килә. Һәм ошон­да башлана ла инде уның гөрләп торған театр тормошо. Ҡырҡ биш йылдан ашыу сәхнәлә уйнап, тама­ша­сы һөйөүен яулаған дан­лыҡлы артист Заһир Вә­ли­тов тиҫтәләгән образды кәүҙәлән­дерҙе.
– Төрлөһө булды. Тик ниңә­лер миңә үтә лә ыңғай образ­дарға ҡарағанда, хаҡ юлдан тайпылған, аҙашҡан йәндәрҙең яҙмышын һүрәтләү нығыраҡ оҡшай ине. Кеше тәбиғәтендәге төрлө миҙ­гел­дәрҙе, уның һу­лышын, эҙлә­неү-табыштарын, кисе­рештәрен сағылдырыу ҡыҙы­ғыраҡ һымаҡ. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт”ендәге Инсаф бер ҡылығы өсөн ғүмер буйына ғазап сигеп йәшәй... Йә иһә “Ай тотолған төндә” трагедияһын­дағы Дәрүиш образы. Ул бит кире герой ғына түгел, уның үҙенә күрә бер фәлсәфәһе бар. Бер ваҡыт гастролдә йөрөйбөҙ. Спектаклдән һуң бөтә артистарға ла сәскә гөлләмәһе бирҙеләр, ә миңә – юҡ. Аҙаҡтан, шаршау ябылғас ҡына, берәү сәхнә артына гөл­ләмә тотоп килә ята. Эргәмә ет­кәс, урап үтте лә сәскәһен икенсе ар­тисҡа тапшырҙы. Бына шулай, ролде шул тиклем кеше ыша­нырлыҡ итеп уйнағанмындыр инде. Минеңсә, тамашасы ошо кире образдарҙы күреп, үҙе ҡыр­ҡа яҡшырып китмәһә лә, күңеленә изгелеккә, яҡшылыҡҡа булған нурҙы һеңдереп ҡуя. Шуның менән театрҙың функ­цияһы бик оло. Театр – ул кү­ңелде тәрбиә­ләү урыны. Кеше спектаклде ҡарағандан һуң иртәгәһенә үк үҙгәреп китмәһә лә, әхлаҡи яҡтан бер бәләкәй генә баҫҡысҡа юғарыраҡ күтә­релә, уның күңеленә изгелек орлоғо сәселә. Мине кеше тә­биғәтендәге ихлас­лыҡ, алсаҡ­лыҡ ылыҡтыра. Оло­ларҙы ололап, кешегә бер тиң итеп ҡарағандарҙы ихтирам итәм. Ике йөҙлөләрҙе, алдаҡсыларҙы йәнем һөймәй.
– Театр коллективында яу­лаған абруйы ла, тама­шасы­ның ихлас һөйөүе лә Заһир Суфиян улының үҙе­нең кешелекле, изгелекле, ихлас булыуы тураһында һөйләй. Ҡа­ты­ны Миңсәриә Әсфән ҡы­ҙы ла ғүмер буйы театр музейы мөдире булып эшләне. Икеһе лә бер театр­ҙа фиҙакәр хеҙмәт иткәс, шәхси тормошҡа урын ҡал­дымы икән һуң?
– Театр — минең тормошом, тип оран һалған кешеләр, ғәҙәттә, бик үк бәхетле булмай. Минең өсөн — ул профессия. Шәхси тормошҡа ла урын бар, әлбиттә. Ғаиләм хаҡында ғорур­ланып һөйләй алам. Ике ҡыҙым да ғаиләле, Францияла йәшәй­ҙәр. Ейәндәрем дә, ҡыҙҙарым да башҡорт телендә һинән-минән таҙараҡ һөйләшә.
Әле лә, һәр кеше кеүек үк, тулы мәғәнәле тормош көтәм. Бәләкәй саҡта бик үк етеш йәшәмәнек, шуға ла үҙ йортомдо һалырға хыялым бар ине. Аллаға шөкөр, ике ҡатлы өйө­бөҙҙө төҙө­нөк, баҡса үҫтерәбеҙ. Алманың әллә нисә төрөн ултырттыҡ, виноград, сейә...
– Сәнғәт юлын һай­ламаһам, яҡшыраҡ булыр ине, тип үке­неп ҡуймаймы икән сәхнә оҫтаһы?
– Әле иҫкә төшөрөп ултырам да, ҡайһы бер йылдарҙа дүртәр премьера спектаклен сығар­ғанбыҙ, һәр береһендә ҙур, матур ролдәрем булған, йәнә лә – ағымдағы спектаклдәр... Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, үҙ мәле, бөтәһенә лә өлгөргәнбеҙ. Тормош гөрләп үтә лә китә. Үкенмәйем.
Актер булараҡ та бәхет­ле­мен: театрға килеүем башҡорт дра­матургияһы сәскә атҡан осорға тура килде. Назар Нәж­ми, Рафаэль Сафин, Мостай Кәрим­дәрҙең һәр пьесаһында уйнаным. Һәр замандың – үҙ талабы. Шул осорҙа көнүҙәк булған проб­лемаларҙы асыҡ­тан-асыҡ ярып һалған пьесалар, башҡалары ла сәхнәләш­терелде. Уларҙа ла бик күп ролдәрем булды. Чехов, Островский кеүек классик драматургтар әҫәрҙәрендә лә уйнаным. Һәр актерҙың хыялы булған Шекспир ролдәрен генә уйнарға тура килмәне. Шуныһы ғына бер аҙ ҡыҙғаныс.
– Әйтәләр бит: сәхнәгә бер тапҡыр ғына булһа ла сыҡҡан һәм тамашасы ал­ҡы­шын, энер­гетикаһын той­ған кеше унан бер ҡасан да китә алмай, тип...
– Бәлки, ысындыр, тик мине профессиямда ижади образдар өҫтөндә эшләү, эҙләнеү ваҡы­ты, актерҙар телендә “процесс” күберәк йәлеп итә һәм ҡыҙыҡ­һындыра.
– Рәхмәт, Заһир ағай, ҡы­ҙыҡ­лы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн! Театр белгестәре ара­һында эҙләнеүсе, уйланыу­сы, хатта “эстетик актер” тип танылған Заһир Вәлитов һәр геройы­ның характерын, кү­ңел донъя­һын аҫтын-өҫкә килтереп, энәһенән-ебенә тик­лем тикшереп, драма­тург­тың ки­тап биттәренән атлап сыҡҡан тере кешене тамашасы алдына баҫтыра. Улар сәхнәлә ҡайнап йәшәй. Тамашасы ал­ҡышы, тамашасы һөйөүе – быға дәлил.

Эльвира ИСҠУЖИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779