“Башҡорт Пугачеваһы”. Үҙенән-үҙе күңелгә шундай сағыштырыу килде, республикабыҙҙың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның концертын ҡарағас. Тамаша ысын мәғәнәһендә юғары кимәлдәге йыр театрының сығышы булды. Бенефисҡа килгән зауыҡлы тамашасы үҙҙәре өсөн өр-яңы Әлфиә Юлсуринаны асты.55 йәшенә арналған ижад кисәһе халыҡ менән туранан-тура аралашыуға арналды. Юҡ, бында сәхнәгә сығып, йырсының ижади тормошо хаҡында оҙон-оҙаҡ телмәр тотоусылар ҙа, һүҙ һөйләүселәр ҙә, ҡотлауҙар ҙа булманы. Артист үҙе яратҡан тамашасыһы алдында ижади яуап тотто. Башҡарған йырҙарынан арттырып кем нимә әйтһен?! Ә һәр сығышынан һуң йырсыны ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләргә һәм бүләктәргә күмеп, көслө алҡыштар менән ҡаршы алыуҙары халыҡтың ихлас ҡотлауын, яратыуын күрһәтмәйме ни?!
Әлфиә Юлсурина үҙенең кисәһен дә “Яратам” тип юҡҡа атамаған. Ул тыуған яғы Бөрйәнен, Башҡортостанды, ғүмер иткән ҡалаһы Өфөнө, тамашасыларын, яҡындарын, дуҫтарын, туғандарын яратып йәшәй, шул һөйөү тойғоларынан илһамланып ижад итә.
Һоҡланғыс тамашаны Әлфиә Юлсуринаның бер туған һеңлеһе, талантлы режиссер Зөлфиә Ҡолдәүләтова сәхнәгә ҡуйған. Сценарий авторы – Миләүшә Иҙрисова.
Нимәһе һоҡландырҙы, тиһегеҙме? Тәү сиратта – ябайлыҡ. Сәхнәлә бер ниндәй декорацияһыҙ ҙа, тәбиғәт күренештәренән алынған видеорәттәр менән генә лә бына тигән бай биҙәлеш булдырырға мөмкин икән дә! Икенсенән, ике музыкант менән генә лә иҫ киткес моң солғанышы тыуҙырып булғанлығын да күрһәтте ойоштороусылар. Дөрөҫ, әгәр ул ике музыкант тотош бер оркестрҙы алмаштырырҙай үҙ һөнәрҙәренең оҫталары – виртуоздар булһа! Башҡортостандың халыҡ артистары Ғәли Алтынбаев менән Хәлит Фәтихов хаҡында һүҙ барғанда, бер ниндәй маҡтау һүҙҙәренең һәм сағыштырыуҙарҙың да кәрәге юҡ.
Алып барыусылар ҙа – күренекле актер һәм режиссер Олег Ханов менән юбиляр Әлфиә Юлсурина тамашанан иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйенсә генә бер бөтөн итеүгә өлгәште. Халыҡ Олег Хановтың сәхнәлә сығыш яһауын күптән танһыҡлаһа, Әлфиәнең йәнле аралашыуы тамашасы менән йырсы араһын тағы ла яҡынайтты. Ә инде артистың шиғырҙарҙы иҫ киткес хисле һөйләүе тамашасыны тамам һоҡландырҙы.
Былар – концерттың тышҡы күренеше. Ул хаҡта ентекләп яҙыуым юҡҡа түгел. Сәхнәлә төп иғтибар йырсыла ғына булды. Ике бүлектән торған тамашала Әлфиә Юлсурина үҙ ижадына шундай юғары бейеклек ҡуйҙы. “Башҡортостан” тигән көслө, рухлы йыр менән башланып киткән концерт “Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм” менән тамамланды. Был ике йыр – шул тиклем эмоциональ көсөргәнеш талап иткән әҫәрҙәр, уларҙы тыныс ҡына тыңлап булмай, тән зымбырлап китә, күҙгә йәштәр килә. Хәйер, Әлфиәнең башҡа йырҙарын тыңлағанда ла шундай тойғолар кисерәһең.
…Минең тыуған яғым – Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылындағы осрашыу ваҡытында Әлфиә Юлсурина сығыш яһағас, күренекле яҡташым, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтең бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы: “Әйтегеҙ әле Әлфиәгә, улай йөрәген ярып йырламаһын!” – тине. Шундай тапҡыр әйтелгән һүҙҙәргә хайран ҡалырлыҡ. Эйе, Әлфиә Юлсуринаның һәр йыры йөрәге аша үткәрелеп, хис-тойғо ҡойононда ярһып тамашасының күңеленә еткерелә. Уның репертуарында бер генә буш һәм еңел-елпе йыр юҡ. Уларҙа – кисерештәр даръяһы, яҙмыштар тәрәнлеге, ғазаптар ялҡыны, мөхәббәт ярһыуы, һағыштар тәрәнлеге, хистәр өйөрмәһе. Нисек шуларҙы тыныс ҡына баҫып тороп, шым ғына йырламаҡ кәрәк. Үҙе лә тетрәнә, яна, илай, һөйөнә, тамашасы ла бергә моңдар, кисерештәр солғанышында йөҙә.
Әлфиә Юлсурина ике бүлектә ике сәхнә костюмы менән сығыш яһаны. Зауыҡ менән бер генә төҫтәге туҡыманан тегелгән күлдәктәре йырҙарының йөкмәткеһен асырға ярҙам итте.
“Тәгәрәп китте йөрәгем”, “Иртә лә генәй торам”, “Нимә булды һиңә бөгөн?..”, “Ҡышҡы сейә”, “Төндәр буйы йоҡлай алмай ятам”, “Ялбарыу” кеүек тетрәткес йырҙары менән бергә халыҡ гәүһәрҙәренә әйләнгән “Ялан Йәркәй”, “Ҡара урман”, “Беҙҙең урам”, “Ҡыҙ бала”, “Кәмә килә” һымаҡ йырҙары ла Әлфиәнең үҙенә генә хас боролоштар, милизмдар менән тамашасыларҙың күңелен айҡаны. “Ялан Йәркәй”ҙе музыка оҙатыуынан башҡа үҙе генә башҡарғанда залдағылар йырсының иҫ киткес моңона, көслө тауышына хайран ҡалды.
Әлфиә Юлсурина һәр йырында драматик актерҙар шикелле образға оҫта инә. Уны Рәсәй эстрадаһының символына әйләнгән Алла Пугачева менән сағыштырыу ҙа юҡҡа түгел. Йырҙың драматик йөкмәткеһен еткереү өсөн тауыштың да драматик ноталарға бай булыуы мөһим. Әлфиә Юлсурина йырлағанда һәр саҡ уның дикцияһы һоҡландыра, һәр өн еренә еткерелеп яңғырай, һәр һүҙ үҙәктәргә үтеп инә.
Тормошоноң билдәле бер миҙгеленә еткәндә ғүмер тураһындағы йырҙарҙың репертуарында йыш яңғырауы осраҡлы түгел. “Ғүмер яҙым”, “Ғүмер йәйем”, “Эй, был ғүмер тигәндәре”нең исемдәре оҡшаш булһа ла, йөкмәткеләре менән тамашасыларҙы төрлөсә тәрән уйҙарға һалды.
Мине һәр ваҡыт кешеләге рәхмәт тойғоһо һоҡландыра. Әлфиә Юлсурина ла – рәхмәтле була белгән шәхес. Ул үҙенең остазы, уҡытыусыһы, яратҡан композиторы Салауат Низаметдиновты бер генә сығышында ла иҫкә алмай ҡалғаны юҡ. Күренекле шәхестең арабыҙҙан китеүенә ике йыл тулып уҙҙы. Әлфиә үҙен оло сәхнә донъяһына сығарған, иң матур йырҙарын махсус уның өсөн генә яҙып, тәүге булып башҡарырға ышанып тапшырған Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлеген бер ҡасан да онотмай, рухын йәшәтергә тырыша. Композиторҙың тыуған көнөндә, 3 мартта, йыл да уға арналған концерттар ойоштора. Беренсе йылында филармония сәхнәһендә ижадташ дуҫтары менән берлектә иҫ киткес һағышлы тамаша уҙғарһа, былтыр Инвалидтар мәҙәниәт һарайында моңһоу хәтер кисәһе үткәрҙе. Унда мин дә сығыш яһап, Салауатҡа арнап яҙылған бер шәлкем шиғырымды һөйләнем. Ә талантлы шағирә Кристина Андрианова-Книга уларҙы урыҫ телендә уҡып ишеттерҙе. Ул көндә Әлфиә Юлсуринаның тамашасыларға тағы бер һәләте асылды: концертты ике телдә лә үҙе алып барҙы, режиссер булараҡ та программаһын төҙөп, сәхнәләш дуҫтарын да, яңы ғына йырсылыҡҡа уҡып йөрөгән йәштәрҙе лә, мәктәп уҡыусыларын да халыҡ алдына сығарҙы.
Киләһе йыл Әлфиә Юлсурина уҡытыусыһы иҫтәлегенә филармония залында ҙур концерт ойошторорға йыйына. 3 мартта үтәсәк тамашаға һатылған билеттарҙың килемен Салауат Низаметдиновтың ҡәберенә һәйкәл ҡуйыуға тапшырырға ниәтләй.
Әлеге концертында ла Әлфиә остазын иң яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды. Бөрйәнендә йәшәп ятҡан еренән етәкләп тигәндәй Өфөгә килтереп, оло сәхнәгә сығарғанына рәхмәтен еткереп, композиторҙың үҙенә тәғәйенләп яҙған тәүге “Бәхетле көнөм бул!” тигән йырын башҡарҙы. Шулай уҡ халыҡ араһында киң таралған “Ялан сәскәләре” менән “Алһыу пион”ды яңғыратты. Йәнә бер тапҡыр ҙа башҡарылмаған йырҙарын да ишеттерҙе. Тамашасылар премьераларҙы ла яратып ҡабул итте. Композиторҙың ҡыҙы Ләйсән, йырсыға бүләк тапшырып, атаһының рәхмәтен еткергәндәй булды.
Бер концертта 28 йыр башҡарҙы Әлфиә Юлсурина. Бер генә артистың да үҙенең кисәһендә шул күләмдә сығыш яһағанын ишетеп тә, күреп тә белмәйем. Етмәһә, уларҙың береһе лә фонограммаға яңғыраманы. Ысын халыҡ йырсыһы ихтирам иткән тамашасыһы алдына сығып юрамал ауыҙ асып тора буламы?!
Һәр ваҡыт үҙ тауышы менән йырлағаны өсөн дә халыҡ үҙен ярата бит. Урыҫ телендә башҡарылған сығыштары ла, Әлфиәнең репертуарындағы йырҙарҙың йөкмәткеһен байытып, йөрәк хистәрен тағы ла тулыраҡ сағылдырҙы.
Ижадташ дуҫтары, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова менән талантлы йырсы, республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рафаэль Рәхмәтуллин юбилярҙы ҡотлап, драматик йырҙарын бүләк итте.
…Ни көҙ түгел, ни ҡыш түгел шыҡһыҙ ноябрь кисендә Әлфиә Юлсурина үҙенең тамашасыларына шәлкем-шәлкем моң бүләк итеп, күңел йылыһын таратты, яратыуын еткерҙе. “Ошондай ҙа концерт була икән!” – тип һоҡланып, хайран ҡалып таралышты халыҡ. Йәл, концерттың Башҡортостан телевидениеһына яҙып алынмауы үкенесле. Был һис шикһеҙ фондта ҡала торған аҫыл тамашаларҙың береһе ине.
Тағы бер нәмәгә иғтибар иттем. Баҡһаң, йырсылар бер-береһенең концерттарына йөрөмәй икән дә. Ә бит Әлфиә Юлсуринаның сығышынан күп фәһем алырға – репертуарҙы нисек һайларға, ижади оҫталыҡҡа, сәнғәткә йәнең-тәнең менән тотошлай бирелгәнлеккә, талапсанлыҡҡа, үҙеңде аямай йырларға, сәхнә костюмдарын зауыҡ менән һайларға, үҙеңде халыҡ алдында нисек тоторға, сәхнәлә үҙеңде түгел, ә сәнғәтте яратырға һәм башҡа бик күп нәмәгә өйрәнергә булыр ине.
“Башҡорт Пугачеваһы” тип әйтеүем былай ғына, тамашала килгән генә уй. Әлфиә Юлсурина тик үҙенә генә оҡшаған, һәм ул беҙҙә шундай берәү генә!