– Һеҙҙең ундай тел байлығығыҙ кемдән килә? – тип һораны уҡыусы бала бер көндө. Мәктәпкә осрашыуға саҡырылғайным.
Һорау көтөлмәгәнерәк булды. Ололарсараҡ килеп сыҡты тим микән… Дәрескә шылтыраған ҡыңғырау һымаҡ, бер тынала яңғыраны. Мин дә шулай уйлайым шул: һорауҙар, моғайын, алдан әҙерләнгән булғандыр. Уҡытыусылары, компьютерҙа баҫып, тар таҫмаларға ҡырҡып, балаларға таратып биргәндер. Ҡыҫҡаһы, ҡабат-ҡабат уҡылғандар улар. Ярай, зыян юҡ, әҙерле эш – ҡәҙерле эш ул. Бына бит, үҙенән-үҙе бер әйтем дә килеп сыҡты.
Шуға ҡарамаҫтан, мин сикһеҙ шат инем. Беренсенән, балалар, үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ, менән осрашыу насип булғанға һөйөндөм, юғиһә, әйтер фекерҙәрем йыйылып киткәйне. Бәләкәй саҡта ишеткәндәр, айырыуса ата-әсә өгөтөнән айырылған нәмәләр, күңелгә һәйбәтерәк һеңеүсән дәһә. Икенсенән, телдең байлыҡ тип баһаланғанына ҡыуандым, сөнки уны үҙем, иҫ белгәнемдән бирле, хазина күрәм. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яҡлап хуплауҙы улай бөтә кешеләр тарафынан да тапмай ҡуям. Һүҙ сит телдәр тураһында бармағанда, әлбиттә. Бында инде – икенсе эш. Бына уларҙы, айырыуса инглиз телен, белеүҙе күпселек халыҡ хәлле тормошҡа еңел генә үтеү мөмкинлеге биргән бер билет, юллама, бәхет ҡағыҙы тип уйлай. Бөтә көс, мал, бала, теләйме-юҡмы, шунда ташлана. Ҡаршы түгелмен мин, хатта ошоға өндәйем дә, ләкин бының ғына, етмәһә, ҡайһылыр балала гуманитарлыҡ тигән нәмә бүҫкәгерәк булғанда, самаһыҙ өмөт ителгән һөҙөмтәне бирмәүе лә бик ихтимал. Бер яҡҡа аушайып кителмәһен ине. Фатирыңдың залын ғына матурлап сикләнмә, башҡа бүлмәләрең дә бөхтә, ишегең дә эстән генә түгел, тыштан да күркәм булғанда ғына ысын бөтөнлөк хасил ҡылыналыр. Һәм туған телен камил белгәндең бүтән телдәрҙе лә еңел өйрәнгәненә миҫалдар миндә бихисап.
Ә баяғы һорауға, осмот та икеләнмәй:
– Халыҡтан, – тип яуапланым.
Рәсми, пафослы, шул арҡала, бәлки, ихлас та тойолмаған һүҙ менән булһа ла, шулай тинем. Әлеге аудитория өсөн ул, бәлки, тура ла килеп бөтмәгәндер, килешәм: бөтөнләй икенсе малайҙар һәм ҡыҙҙар бит улар, минең бала сағымдан түгелдәр. Быны, әйткәндәй, үкенес менән белдермәйем: һәр заман өсөн үҙ балалары тыуа. Әммә мин бит дөп-дөрөҫтө әйттем, ысынды, күңелемдәген, пафослы яуабым һис тә эстән бер төрлө, тыштан мең төрлөлөгөмдән түгел. Сөнки инанамын: тел шишмәһе күпселектә, ысынлап та, – халыҡта ғына. Үҙем әле ошоно яҙҙым һәм ҡыуаныслы тойғо кисерҙем: тимәк, йәш быуын телдең шулай иҫ киткес байлыҡ, хазина икәнлеген белгәс, баһалағас, хәл ул хәтлем үк хөрт түгел.
Артабан балаларға тыуған төйәгемдә, башҡа яҡ ауылдарында ла йыш булғанымды һәм бының башлыса унда булырға тырышҡандан тормошҡа ашҡанын әйттем.
Ул көндө балаларға ябайыраҡ һүҙҙәр менән аңлаттым, артыҡ аҡыл һатмаҫҡа тырыштым, хәҙер шуны ҡатмарлыраҡ, әммә шулай уҡ етди һәм ихлас лөғәткә күсерәйем, шулай гәзиттә урын әҙерәк алыныр.
Ғүмер буйы ауылында йәшәгән, тыуғандан бирле үҙенең шундағы өйрәнгән һауаһын һулаған, күнеккән һыуын эскән замандашым тотоп тора бит әлеге байлыҡты. Ауылға әйләнәм дә йүгерәм һәм милләттәштәрем керпек тә ҡаҡмай, уяу һаҡлаған, бының өсөн һуҡыр тин дә талап итмәгән әлеге шишмәнән рәхәтләнеп, ғолт-ғолт эсәм дә эсәм. Ябай ғына һаҡлай улар – әсә телендә һөйләшеп кенә, уҡып ҡына, яҙып ҡына. Йәнә лә балаларын өйрәтеп. Бер ниндәй репетиторһыҙ ҙа, бушлай. Сөнки өйҙә башҡортса ғына һөйләшәләр. Юғиһә, был эште мәктәп яңғыҙы булдыра алмай бит ул. Мин ҡайһы берәүҙәр ише мәктәпкә, балалар баҡсаһына, ҡала, ҡасаба ерлегенә һылтаныуҙы һис өнәмәйем. Тел өйҙә, ата-әсәнән, ҡунаҡтарҙан, радионан, телевизорҙан даими яңғырап торһа, йырлаһалар, гәзит-журналдар уҡыһалар, интернетта яҙышһалар, ғаиләлә был көндәлек ғәҙәти күренешкә әйләнһә, тыштағы бер ниндәй мөхит тә ҡурҡыныс түгел.
Быны, һәйбәт итеп башҡортса һөйләшеүҙе, тап ошо урында ғына кәрәкле, ятышлы һүҙҙәрҙе генә ҡулланып фекер белдереүҙе, бик мәртәбәле премияларға торош бөйөк эште, әллә ни тырышмай, хатта күпселек осраҡта үҙе лә һиҙмәҫтән башҡара улар. Дәрестәге ише китап һүҙҙәре менән һөйләргә тырышмағанға ла тәбиғи килеп сыға. Таш ташығандай көсәнгән йырлаусы менән күкрәгенән моң үҙе урғылған ысын йырсы һымаҡ инде: уның тауышы тын, әммә көслө, моңло, гел ҡыҫҡа тойола, туймай ҡалабыҙ, сөнки ялҡытмай.
Ана шул матур, әммә буялмаған, ҡыҫҡа, ләкин оҙон мәғәнәле халыҡ телмәрен ишетеп ҡыуанамын, йыуанамын, күңелем яҡтырып китә минең. Уға һәр ваҡыт асмын. Ҡыйшаңламай әйтәйем, уны яҡшы беләм, тик миңә һәр ваҡыт етмәй ул. Тағы һәм тағы, мөмкин тиклем күберәк иҫтә ҡалдырырға тырышам. Күпселеге онотола, йәшермәйем, аҙаҡ, их, шунда тауышын диктофонға яҙып ҡына алмағанмын, тип яман үкенгәнем дә бар. Сөнки бик күп һүҙҙәребеҙ мәңге ҡайтмаҫлыҡ булып юғалырға өлгөргән дә бит инде, байтағы түрҙән кисәле-бөгөнлө төшә. Артабан соланға күсерелеп сығарылырҙар. Унда ла артыҡ тойолорҙар, хужалар бит һаман яңынан-яңы нәмәләр ала тора, үҙенсә байыйым, тип уйлай. Бит ниңәлер лексиконыбыҙҙа йәшәргә лайыҡлы тип һанамайбыҙ уларҙы. Бер замандашым, уның юғары белемле икәнен дә белдерәйем, әйтмешләй, “современный” нәмәләр кәрәк, боронғолоҡҡа йәбешеп ятырға, һаман да шул “Урал”ды тыңларға етәр”. Ысынында замансалыҡ, һа-ай, ана шул хазиналарҙы онотмауҙа бит! Юғиһә бөгөн, кемдәндер отоп алып, контент, сегмент һәм башҡа слэмдарҙы ҡушып һөйләү ҙур аҡыл тип һанала ла баһа. Сит һүҙҙәр менән шыйығайтылған телмәрҙе мәртәбә күреү тулҡыны беҙҙә, шулай, әйләнеп килә лә ҡаға, килә лә ҡаға.
Яҙып алырға мөмкин, әлбиттә, видеоға ла төшөрөргә була. Шул килеш кенә бик ҡалын һандыҡҡа ла һала алабыҙ. Ләкин һаҡланмаясаҡ ул унда. Һаҡланһа ла, объект ҡына буласаҡ. Һүнек буласаҡ ул, һуты һурығасаҡ. Шуға күрә юл бында берәү генә: япмаҫҡа, ә киреһенсә, асырға, шишмәнең йырҙаһын таҙарта торорға, сүп ырғыттырмаҫҡа кәрәк. Ярына бөтәбеҙ ҙә, олоһо ла, йәше лә, ҡала кешеһе лә, ауылдыҡы ла, яҙыусы ла, урам һепереүсе лә, сығып баҫырға тейешбеҙ. Күмәк эш булһын, ләкин өмә булмаһын, көнөн дә, төнөн дә башҡарылһын. Ашарға онотмаған ише, күркәм һөйләшеүҙе лә иҫтән сығармайыҡ. Сәнске менән бысаҡты дөрөҫ тотоуың менәнме ни ул, һөйләгән һүҙең күп телдәрҙән бутҡаға әүерелгәс.
Уҡыусы баланың һорауына яуап биргәндә был хәтлемен үк әйтмәнем, ләкин, һүҙҙе бер алғанда, дауам итәйем.
Күркәм тел һәр кемгә кәрәк бит ул. Бында кешенең йәше лә, социаль хәле лә, биләгән вазифаһы ла мөһим түгел. Һөнәре буйынса ҡул эшендәге замандашыбыҙҙың да ипле генә һөйләшеүе, нимә типтер урынлы әйтеп ҡуйыуы уға ҙур хөрмәт уята. Әммә бында тәбиғилек кәрәк. Ҡандан килгән һәләт кәрәк. Юғиһә ҡайһы берәүҙәрҙең, яһалма рәүештә, аҡыллымы, көлкөлөмө һүҙ һөйләргә маташыуынан нимә сыҡҡанын һәр кемебеҙҙең күргәне барҙыр.
Телмәр – ҙур нәмә шул, ҙур.
– Уй, шиғырҙары һәйбәт!
Үҙем яҡшы белгән замандашымдың ҡапыл ошолай тип ҡуйыуынан нисектер һиҫкәнгәндәй иттем… Һәр хәлдә ныҡ ғәжәпләндем, сөнки уны әҙәбиәткә, етмәһә, шиғриәткә әллә ни ылыҡмаған, быны хатта бөтөнләй тигәндәй кәрәкмәгән нәмә тип ҡараған зат тип беләм.
Ә уның күҙҙәре янып киткәнсе:
– Случайно ғына күреп, уҡырға керешкәйнем, беренсе строчканан уҡ как бы привлекать итте лә ҡуйҙы. Ҡайһы бер башҡортса һүҙҙәрҙе, ней, аңлап бөтмәһәм дә, как-то рәхәт итеп уҡыным.
Уның тәүге һүҙҙәрен ишетеп, әйтеүемсә, аптырағайным, быларынан ҡыуаныс тойғоһо кисерҙем.
Ошондайыраҡ күренешкә, әйткәндәй, бына хәтергә төштө, алдараҡ та шаһит булғайным. Башҡорт халыҡ йырҙарын артта ҡалғанлыҡ тип һанаған, уларҙы бөтөнләй ҡабул итмәгән ватандашыма баяғы ысын йырсыларыбыҙҙың береһен ишетергә насип булған. Һәм ҡарашы ҡырҡа ыңғай яҡҡа үҙгәргән дә ҡуйған.
Икенсе осраҡ гармун уйнауға бәйле. Компьютер эшкәртеүендә генә эшләнгән яһалма йырсыҡтарға күнеккән йәш илдәшем, тере гармун моңон тыңлағас:
– Һы, бында ла һәйбәт сыға икән дә! – тип ымланы.
Шулай ул: ысын сәнғәт, ысын һүҙҙәр күҙҙәрҙе лә аса.