Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ һуҡмағың булһын ижадта
Үҙ һуҡмағың булһын ижадта Редакцияға килгән шиғырҙарға ҡарата бер ауыҙ һүҙ
“Башҡортостан” гәзитенең әҙәби әҫәрҙәргә ҡытлыҡ кисергәне юҡ. Республикабыҙҙың төрлө төбәгендәге ҡәләм тибрәткән йәше-ҡарты шиғыр-хикәйәләрен ебәрә беҙгә, уларҙың уңышлылары гәзит биттәрендә донъя күреп тора, ләкин әҫәрҙәр араһында әлегә өлгөрөп етмәгәндәре лә байтаҡ. “Шиғырым баҫылманы”, – тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән авторҙар ҙа барҙыр, моғайын. Беҙ бөгөн редакцияға килгән шиғырҙарға күҙәтеү яһап, уларҙың гәзит битендә баҫылмау сәбәптәрен әҙме-күпме төшөндөрөргә тырышырбыҙ.



Әйткәнемсә, шиғырҙар бик күп: башҡорт – шиғри йәнле халыҡ. Ә шиғриәтле халыҡ юҡҡа сыҡмаҫ, сөнки уның рух кендеге Йыһан менән тоташҡан…
Алдымда ятҡан шиғырҙарҙы ентекләп уҡып сыҡтым, көнөм шулар менән үтте тиергә була. Башта шуны асыҡлап үтәйек: кем ул Шағир? Эйе, шиғырҙы һәр кем яҙа ала. Бының өсөн рифма, ритм кеүек шиғриәттең “төп” ҡанундарын белеү ҙә етә һымаҡ. Ҡайһы саҡта берәй шиғырҙы уҡығандан һуң: “Былайтып ни мин дә яҙа алам”, – тигәндәрен үҙегеҙ ҙә ишеткәнегеҙ барҙыр. Һорау тыуа: һәр кем яҙа алырлыҡ әҫәрҙе ижад итеүҙән мәғәнә бармы? Юҡ, минеңсә. Бына шул һәр кем яҙа алмаҫтайҙы яҙыу, һәр кем күрмәгәнде күреү, һәр кем ишетмәгәнде ишетеү – Шағирлыҡ ул!
Әле уҡып сыҡҡан шиғырҙарҙың да төп “бәләһе” шунда. Бер үк “балыҡ” башын сәйнәйбеҙ, бер үк һуҡмаҡта (хәҙер трассаға әйләнеп бөткән инде) тапа­набыҙ. Бындай юлда үҙ эҙеңде ҡал­дырып буламы?! Әлбиттә, юлһыҙ ерҙән йөрөгәнсе, юлдан йөрөүең яҡшы, тип әйтеүсе булыр. Ни генә тиһәк тә, шыма юлда тиҙерәк ойота бит ул. Шиғриәттә иһә “ойомаҫ” өсөн һикәлтәле, соҡор-саҡырлы юлдан йөрөп, аң-зиһенебеҙҙе “һелкетеп” торорға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, шиғырҙарҙы уҡыған һайын мин “ойой” барҙым, “ойой” барҙым. Һирәк-мирәк булһа ла “һикәлтәләр” ҙә осрап ҡуйғылай. Ләкин улар йөрәкте һелкетеп ебәрерлек, аңды уятырлыҡ түгел шул.
Бына бер шиғырға күҙ һалайыҡ. Автор­ҙарҙың исем-шәрифен атап тороуҙы кәрәкле тип тапманым, сөнки уға ҡарата әйтелгән һүҙ башҡаларға ла ҡағыла. Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигәндәй килеп сыға инде.
Рәсәйҙең үҙәгендә тора илем,
Йөрәктәй тибеп Башҡортостан.
Үҙ тәненә ҡанын таратҡандай,
Нурҙарына күмә алыҫтан.
Иң беренсе шиғырҙың ҡытыршылығы күҙгә бәрелә. Артабан “Йөрәктәй тибеп Башҡортостан” тигән һүҙҙәрҙе уҡығас, данлы шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың:
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан – тыуған илкәйем!
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып,
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем, –
тигән юлдары иҫкә төшә. Ике шиғырҙы сағыштырып тороуҙың хәжәте юҡ, улар­ҙа – ер менән күк араһы. Ә инде шиғыр­ҙың “үҙ тәненә ҡанын таратҡандай, нурҙарына күмә алыҫтан” тигән юлдары бөтөнләй аңлашылып етмәй. “Ҡанын таратҡандай” тигәс, ҡанға бәйле башҡа сағыштырыу ҡулланғанда урынлы булыр ине, ә ҡан менән нур араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш тойолмай. Был шиғырҙың артабанғы юлдарын уҡып тороуҙың кәрәге юҡ. Авторҙың фекер­ҙәре буталсыҡ, ул хатта нимә әйтергә теләгәнен үҙе лә аңлап етмәй шикелле. “Һин булмышың менән, тыуған илем, яҡты Ҡояш, кисен – Айым да”, “Ерен бүлеп биргән ҡасҡынға” кеүек юлдарҙы нисек аңларға?
Ғөмүмән, был авторҙың:
Дөрөҫлөккә илтһә был юлыбыҙ,
Даһиҙарға рәхмәт уҡырбыҙ.
Ауырлыҡта үткән заманыбыҙ,
Ә һуңынан инде уңырбыҙ, –
тигән шиғыр юлдары ла күңел ҡылын сиртмәй. Шиғырҙың аҙаҡҡы ике юлы менән нимә әйтергә теләне икән автор?
Әле телгә алынған етешһеҙлектәр бик күп ҡулъяҙмаларға хас. Ҡайһы берәүҙәр, шиғыр яҙып алайым әле, тип кенә ҡәләмгә тотона шикелле. Нимә әйтергә теләүҙәре борсомаған кеүек уларҙы. Ижадтағы төп хаталарҙың береһе был. Башлап яҙыусылар ғына түгел, хатта “тештәре” сыҡҡан өлкән быуын әҙиптәребеҙҙең дә шул юлда елдереүе күңелде ҡырып ҡуя. Әлбиттә, әҙер юлдан барыуы еңел, әммә ижадта үҙ һуҡмағын һалмаған яҙыусы уңышҡа өлгәшә алмай. “Уңыш тигәндә” мин уҡыусы күңелен яулау тураһында әйтәм.
Ҡулдарына ҡәләм алып, һүҙ тигән бөйөк ҡорал менән эш итеүселәр шуны аңлаһын ине: ижад – ул ҡәләм осо менән ҡойо ҡаҙыу. Башта яралған һәр һүҙҙе аҡ ҡағыҙ битенә теҙеп сығыуҙан фәтүә булмаясаҡ, йөрәктәрҙә шытып, күңелдә тамыр ебәргән һүҙҙәр генә емеш бирә. “Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәктәргә етә”, тип юҡҡа әйтмәгән халҡыбыҙ. Шағир – ул күҙ алдында булып та башҡалар күрмәгәнде күреүсе һәм уларға күрһәтеүсе. “Бәй, мин әйтергә теләгәнде әйткән бит был”, тип һиҫкәндереп ебәргәндә генә шиғыр маҡсатына ирешә.
Шыбыр-шыбыр шиғыр һөйләп,
Япраҡтар серләшә.
Ике үҙәктән аҡҡан шишмә
Күлгә төшһә, берләшә.

Оҙон күлдә һыу инәләр
Күктәге аҡ болоттар.
Ошо матур күренеште
Боҙҙо иҫкән бурандар.
Бында автор япраҡтарҙың ҡыш­тырҙауын шиғыр һөйләү менән сағыш­тыра, аҡ болоттарҙы күлдә һыу индерә. Бер ҡарағанда, күңелгә ятышлы ғына табыштар кеүек, ләкин ул хаҡта меңәрләгән шиғыр юлдары бар. Табыш тип әйтеп булмай уларҙы. Аҙаҡҡы һөйләмдәге “иҫкән бурандар” хаҡында ла уйлап тормаған ҡәләм тибрәтеүсе. Буран иҫмәй, ә ҡотороуы, шашыуы мөмкин. Ел иҫә тип һөйләйбеҙ бит.
Әлбиттә, шиғриәттә төп ҡанун – рифма, ритм тип күптәр хаталана. Нимә генә тиһәк тә, шиғырҙың йәне – фекерҙе образлы деталдәр аша кешеләргә еткереүҙә. Шиғырҙың рифмаһы булмаҫҡа ла мөмкин, ундайҙы “аҡ шиғыр” тиҙәр. Аҡ шиғырҙар оҫтаһы Шамил Анаҡты уҡып ҡарағыҙ әле, рифмаһыҙ ҙа улар күңелгә шундай ятышлы һәм тетрәткес, сөнки улар фекер тәрәнлегенә, образдар сағыулығына бай.
Әлбиттә, мин кемделер шиғыр яҙырға өйрәтергә маташмайым, был мөмкин дә түгел. Ләкин йөрәгендә Хоҙай осҡоно йөрөткәндәр үрҙә әйтелгәндәргә ҡолаҡ һалһа, зыянға булмаҫтыр. Иң мөһиме – ижад тигән ҡатмарлы донъяла үҙ һуҡмағығыҙ, үҙ һүҙегеҙ булһын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782