Беҙ – ауылдаштар. Шуға Фирүзә Париждың ижады менән күптән танышмын, гел ҡыҙыҡһынып тороуымды ла ошоға бәйләп аңлатырға була. Яҡташым тиҙҙән үҙенең беренсе соло-концерты менән сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Фирүзә өсөн бик әһәмиәтле был ваҡиға алдынан осрашырға булдыҡ. – Бер ауылдан икәнебеҙҙе белһәләр, гел генә: “Ни өсөн ул Париж тигән псевдоним алған ул?” – тип һорайҙар. Хәҙер мин һеҙҙең шәжәрәне һәйбәт беләм инде, аңлатып бирәм. Ә һеҙ был һорауҙан ялҡманығыҙмы?
– Юҡ, ялҡманым. Форсаты тура килгәндә, гел һөйләп торам. Олатайым Париждың 11 балаһы булған. Сәхнәлә йырлаған Туйсиндарҙың барыһы ла – Парижовичтар. Әйткәндәй, тағы бер олатайыбыҙҙың исеме – Октябрят. Шуға был псевдонимды ла алырға була ине. Ғөмүмән, Париж олатайым бик талантлы кеше булған. Йыр-моңға һәләт тә уның аша бирелә, шуға олатайға хөрмәт йөҙөнән исемен сәхнә псевдонимы итеп алдым.
– Тамашасы клиптарығыҙҙы яратып ҡарай. Боронғо башҡорт йырҙарына төшөрөлгәндәрендә Баймаҡ районының Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Муллаҡай ауылдарында йәшәгән иң әүҙем, йырларға яратҡан инәй-апаларҙы (атайҙан өлкән кешене беҙҙең яҡта апа тиҙәр) күреү – үҙе бер ҡыуаныс. Был тыуған яҡты пропагандалаумы?
– Ҡан тарта (көлә). Беренсенән, режиссер: “Клипты бына ошо ауылға барып төшөр”, – тип бөтөнләй башҡа ерҙе әйтһә, сит йолалар, кейем үҙенсәлектәре, холоҡ-фиғелдәр минең өсөн ят булыр ине. Бәлки, бындай клип, мәҫәлән, “Мәғри” кеүек тәбиғи, саф башҡортса, баймаҡса килеп сыҡмаҫ ине, сөнки башҡорт халыҡ йырҙарына иғтибар бүлгәндә, үҙебеҙҙең яҡтағы йырҙарға, милли йолаларға өҫтөнлөк бирәм. Әлеге клипты төшөрөүгә, ысынлап та, ауылдаштарым, яҡташтарым күп көс һалды. Мин уларға рәхмәтлемен. Ғүмерлеккә бер иҫтәлек булып ҡалды был эштәр. Тиҙ ойоштолар, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай төшөрҙөк.
– Актриса һәм сәхнә йырсыһы. Был ике һөнәрҙе бергә алып барыуы ауыр түгелме?
– Улар әллә ни айырылмай ул. Фидан Ғафаров йә Нурия Ирсаеваны йырһыҙ күҙ алдына килтереп булмай бит. Йыр – минең өсөн бәләкәй генә спектакль. Яңы йырҙы алып, өйрәнергә керешеү менән сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотошоң, ым-ишара һәм башҡаһы шунда уҡ күҙ алдына килә башлай. Бөгөн сәхнәлә һәүәҫкәр йырсылар күбәйҙе. Миңә ҡалһа, сәхнә оҫталары уларҙан тап ошо алдан фараз ҡыла белеү сифаты менән айырыла ла инде.
– Улай булғас, Фирүзә Париж йырҙы нисек һайлай?
– Төп шарт – булмышыма тура килһен. Йыр тамашасыға барып еткәнсе күп баҫҡыстар аша үтә. Әгәр ул “минеке” булмаһа, унан баш тартам.
– Шоу-бизнеста дуҫтар юҡ, тиҙәр, ысынлап та шулаймы?
– Мәскәүҙә, бәлки, шулайҙыр. Беҙҙең ерлектә был мөмкин түгел, беҙ бит бөтөнләй башҡа ҡамырҙан әүәләнгәнбеҙ. Һуңғы арала Мәскәүҙә йәшәгән Гүзәлиә менән уңышлы ижад иттек. Уның менән яңы йырҙар өҫтөндә эшләйбеҙ. Сәхнәләге партнерым, хеҙмәттәшем Артур Ҡунаҡбаев менән дуэт башҡарҙыҡ. Тағы ла бер нисә йыр әҙерләйбеҙ. Таһир Әсәҙуллин менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бынан тыш, яҡташыбыҙ Радик Юлъяҡшин менән гел бәйләнештәбеҙ. Уның донъяға ҡарашы башҡасараҡ, биргән кәңәштәре лә оҡшай. Йырҙарымды ла уға аранжировкаға бирәм.
– Һуңғы ике-өс йылда ижади яҡтан әүҙемләштегеҙ. Яңы йырҙар менән сығыш яһайһығыҙ. Сәхнәлә лә, “зәңгәр экран”да ла һеҙҙе йышыраҡ күрәбеҙ. Яңы һулыш, илһам асылдымы, әллә башҡа сәбәптәре бармы?
– Ысынлап та, күпмелер ваҡыт стоп-кадрҙа йәшәнем. Яңы йырҙар ижад итке килде, ә улары табылмай ине. Яңы проекттарҙа ҡатнашырға теләнем, әммә нимәгәлер эш алға китмәне. Моғайын, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты булалыр. Шәхси тормошомда ла үҙгәрештәр булды. Бынан тыш, балаларым хәҙер үҫә бирҙе, шуға үҙемә һәм ижадыма күберәк ваҡыт бүлә алам. Минең тормош девизым – һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылыу. Бөтөн юҫыҡта ла. Балаларыма ла ошо төшөнсәне аңлатырға тырышам. Бәхеткә күрә, улар минең юлды һайламаны. Нәркәс Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһында II курста белем ала. Кинйә IV класта уҡый, киләсәктә Роналду, Зидандар кеүек футболист булырға хыяллана.
– Машинала йөрөгәндә генә тыңлай торған йырҙар араһында һеҙҙең башҡарыуығыҙҙа “Ташлама” бар.
Йәнемде ҡанатып,
ҡайырма ҡанатым,
Ташлама йәреңде, ташлама!
Һинекенән артыҡ
түгел кеше йәре
Үҙ ҡанатың бирмә башҡаға,
– тигән юлдар шәхси тормошоғоҙға үҙгәрештәр индергән кешегә арналғанмы?
– Юҡ, йырҙы мин алданыраҡ яҙҙырғайным. Ғөмүмән, тамашасы уны йылы ҡабул итте. Ҡайҙа ғына барма, ошо йырҙы һорайҙар. Ундағы тарих минең яҙмыш картинаһы түгел. Мин башҡарғанға ғына бәйләнеш бар кеүек тойолалыр. Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә ғаилә институтына ҡараш үҙгәрҙе. Айырыуса йәштәр еңел генә айырылыша. Күптәрҙең башынан үткән ваҡиға сағылғанға күрә был йыр тамашасыға яҡын.
“Төрттөрәһегеҙме?” – тип һоранығыҙ. Юҡ. Кемгәлер үпкәләү, төрттөрөү миңә хас түгел. Юлдарыбыҙ айырылды икән, хатта быға тиклем йәнәш атлаған яҡын кешеләрме, дуҫтармы ул, тимәк, шулай булырға тейеш. Тормошомдоң был битен ябам да артабан йәшәй башлайым. Был һәр юҫыҡта ла шулай. Ғәҙәттә, әлеге ябылған битте яңынан асып ҡарамайым, үкенеп ултырмайым. Бөткән, киткән, онотолған...
– Балалар минең юлды һайламаны, тиһәгеҙ ҙә, быйыл йәйге гастролдәрегеҙҙә ҡыҙығыҙ менән йөрөнөгөҙ буғай?
– Уның музыка менән шөғөлләнеүен хобби тип ҡабул итәм. Әхирәттәре менән “Наҙ” тигән төркөм ойоштороп, йырлайҙар. Өс-дүрт йыр яҙҙырҙылар. Әҙер репертуар булғанда, әсәйеңә терәк бул, тип гастролгә алып сыҡтым.
– Тимәк, хәҙер һеҙҙе ҡурҡмайынса династия тип йөрөтөргә була. Әсәйегеҙ Флүрә Туйсина оҙаҡ йылдар ауылда талантын “йәшереп” йәшәне. Яҡын кешегеҙ менән мөнәсәбәттәр нисек?
– Шулай килеп сыға инде: хәҙер беҙ – династия. Әсәйемде һөт айыртҡанда йырлап ултыра тип күҙ алдына килтерәм гелән. Кәрәкле нотаны ала алмаһа: “Мин сепараттың тоналлегенә көйләнгәнмен”, – тип көлөп тә ала ул.
Әсәй менән арабыҙҙы ныҡлы ептәр бәйләй. Кәңәш һорап тәү сиратта уға мөрәжәғәт итәм. Яңы йырҙы иң тәүҙә әсәйемә ишеттерәм. Уның доғалары тормошомда ярҙам итәлер тигән фекерҙәмен.
Өс йәштән сәхнәлә мин. Әсәй үҙе лә һиҙмәҫтән беҙҙе сәнғәткә ылыҡтырҙы. Ҡолсора ауылында клуб мөдире булып эшләне ул. Ҡул аҫтында йырлаған бала кәрәк ине. Шулай итеп, мәктәп йылдары ауыл клубы сәхнәһендә үтте. Өфөләге сәнғәт институтына уҡырға инергә хыяллана инем. Атай-әсәйем быға ике ҡуллап ҡаршы булды. Сибайға башланғыс кластар уҡытыусыһы әҙерләгән педагогия училищеһына ебәрҙеләр. Имтихан тапшырырға килгәс, Өфөләге сәнғәт институтынан бер төркөм уҡытыусы абитуриенттарҙы ҡарарға килгән, тигән хәбәрҙе ишетеп, шунда киттем. “Өмөт юҡ” тип мөһөр һуҡһағыҙ, документтарымды училищенан алмайынса, башланғыс класс уҡытыусыһы буласаҡмын. “Өмөтлө” тиһәгеҙ, иртәгә үк документтарымды алып киләм, тинем. Шулай итеп, студент булып киттем. Әсәйем менән атайым йөрәктәрен тотоп ултырып ҡалды.
Династия тигәндән, һеңлеләрем Илүзә менән Илгизә баян һәм фортепиано класын тамамлап, әле балалар баҡсаларында кескәйҙәргә йыр-бейеү дәрестәре бирә. Ҡустым Илшат баянда оҫта уйнай, бер мәл Баймаҡ мәҙәниәт һарайында ла эшләп алды. Әле ул өс бала атаһы, шуға оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына сығып китте.
Башҡа ауыл клубтарынан айырмалы, Ҡолсорала бер ваҡытта ла мәҙәниәт усағының эше һүрелмәне. Был – Флүрә Париж ҡыҙының хеҙмәте...
Әсәйемдең клубта атҡарған эшенә аптырайым. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ! Ғүмер буйы улар ҡура тултырып мал-тыуар көттө. Бынан тыш, кисен әсәй клубта йә фольклор менән шөғөлләнә, йә район сараларында ҡатнаша. Һабантуйҙар, ярыштар – һанап бөтөрлөк түгел. Ә халыҡты бит ойоштора ла белергә кәрәк. Сара үткәреү өсөн аҡсаһын табыу – үҙе бер бәлә. Бер үҙе ул барыһын да йырып сыға алмаҫ ине. Ошо усаҡты һүндермәгән ауылдаштарға рәхмәт. Уларҙың тырышлығы арҡаһында Ҡолсоралағы ауыл мәҙәниәт йорто тураһында бөтөн республика халҡы белә тиергә була. Беҙҙең ауылда эскерһеҙ кешеләр йәшәй. Улар тәбиғи сафлығын юғалтмаған. Бәлки, шуға ла клуб гөрләп торалыр.
– М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ун биш йыл хеҙмәт итәһегеҙ. Былтыр һеҙгә “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Һуңғы арала ниндәй спектаклдәрҙә ҡатнашаһығыҙ?
– Ф. Бүләковтың “Хыял диңгеҙе” драмаһында – Зилә, “Мөхәббәт ҡарағы”нда – Тәнзилә, М. Буранғоловтың “Шәүрәкәй” комедияһында – Сәсән ҡыҙ, Р. Кинйәбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Әбейүшкә...”лә Гөлсара ролдәрендә сәхнәгә йыш сыҡтым. Улар араһында “Мин – ҡатын-ҡыҙ” спектакленән Алтынсәс роле иң яҡынылыр, моғайын.
Һуңғы йылдарҙа психологик яҡтан ҡатмарлы, ролдең фәлсәфәһе булған образдарҙы үҙ итәм, сөнки был осраҡта геройыңды асыр өсөн эҙләнергә кәрәк.
– Концерт тураһында бер кәлимә һүҙ...
– Соло-концерт менән беренсе тапҡыр сәхнәгә сығам. Дуэт менән йырҙар башҡарыу өсөн әсәйемде саҡырғанмын. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәштәре, хеҙмәттәштәрем дә кисәнең биҙәге буласаҡ. Тамашасы хөкөмөнә быға тиклем башҡарылған йырҙарҙы ла, яңыларын да сығармаҡсымын. Концертҡа әҙерлекте бер йыл элек башлағайным, шуға минең ижад һөҙөмтәһен килеп күрегеҙ!
Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.