Эшкә тотонғайныҡ ҡына, коридорҙа секретарь ҡыҙҙың тауышы ишетелде:
– Тиҙ генә кәңәшмәгә!
– Ай, Алла! – Инде ике тапҡыр сәй эсеп, унан биҙәнеп алған Зилә ризаһыҙ ғына мөңкөлдәне. – Йыйылыш та йыйылыш. Әйләнгән һайын ниндәй бөтмәҫ кәңәшмәлер ул?
– Ниңә улай ут сыҡҡандай ҡылана икән?
– Әллә Фәрүәзгә исем бирҙеләрме икән, ошо арала булырға тейеш тигән һымаҡ ине.
– Ә-ә-ә, шулай шул! Исем тип хәҙер нисә йыл саба бит инде. Теге ваҡыт ял алып, Мәскәүгә лә барып ҡайтҡан, тиҙәр.
– Ҡуй инде, уға мулла ҡушҡан исем генә аҙ. Шул ҡағыҙ киҫәге тип үлә бит, нимәгә хәжәттер.
– Улай тимә әле, шул исемде бирһәләр, министрҙар ята торған бальниста ғына дауаланасаҡмын, тигән. Унда табиптар эргәңдә өлтөрәп йөрөйҙәр, ти.
– Китсәле! Әйтерһең, бер ул ғына эшләй, башҡалар уйнап йөрөй.
– Тиҙ генә кәңәшмәгә! – Секретарҙың ҡәтғи тауышы “йәһәтерәк булығыҙ” тигәнде аңлатты. Барса халыҡ шатыр-шотор ишектәрен бикләп, коридор башындағы бүлмәгә тыпыр-тыпыр ҡарай атланы.
Ниндәй яңылыҡ ишетербеҙ тип, барыһы ла директорға төбәлде. Мөхәммәт Ғарип улы бөтәһенә бер талай ҡарап алды ла:
– Хөрмәтле коллегалар, – тине, ихлас йылмайып. – Матур яңылыҡ бар. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡала хакимиәте беҙҙең хаҡта ҙур хәстәрлек күрә. Һеҙ тағы ла тырышыбыраҡ эшләһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Барыбыҙ ҙа – ижад кешеләре. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә ҡала ситенән ер бирәләр. Әле мохтаждарҙың исемлеген һорайҙар. Кемдәргә ер кәрәк, хәҙер үк исемлек төҙөп, алып барып тапшырырға тейешбеҙ.
Директорҙың һүҙенән бүлмә йәнләнеп китте, барыһының да йөҙөндә йылмайыу сатҡылары тойолдо. Бәй, шулай булмайса! Ойошмала йәштәр байтаҡ, күбеһе ауылдан килгән. Берәүҙәр дөйөм ятаҡтың әбрәкәйҙәй генә бүлмәһендә тығылып көн итә. Икенселәре, унда урын етмәгәнлектән, кеше фатирында ат хаҡы түләп йәшәй.
Эш ҡайғыһы китте, һәр кемдең телендә көнө буйына “ер бирәләр ҙә ер бирәләр” тигән хәбәр булды. Бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп шатлыҡтары менән уртаҡлаштылар.
– Ҡайһылай йәтеш булды әле!
– Фатир ҙа кәрәкмәй хәҙер.
– Мин махсус программаға яҙылғайным, һыҙҙыртайым әле.
– Шулай шул. Үҙеңдең баҡсаңда үҫтергән эсвежий йәшелсәгә етәме ни!
– Икебеҙ күрше булһаҡ, ҡайһылай шәп булыр ине.
– Эйе, ҡатышып йәшәр инек.
Икенселәр ауылдағы атай-әсәһенә хәбәр итергә ашыҡты:
– Беҙгә ер бирәләр, өй бурай башлағыҙ.
Төштән һуң бөтәһе лә тып итеп директорҙың өҫтәленә ғаризаларын һалғайны.
Бер нисә көндән секретарь ҡыҙ йәнә коридорға сығып һөрәнләне:
– Тиҙ генә кәңәшмәгә!
Шуны ғына көтөп йөрөгән хеҙмәткәрҙәр кемуҙарҙан етәксе кабинетына ҡарай сапты.
Алдында ятҡан ҡағыҙҙарҙың береһен әйләндереп ҡарап алды ла етәксе һүҙ башланы.
– Иптәштәр, бына бөтәгеҙҙең дә ғаризаһын ентекләп ҡарап сыҡтым. Һәр берегеҙ ҡала уртаһындағы ҙур элиталы фатирға лайыҡ. Әммә, үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, заман ҡатмарлы, ер буйынса ла аныҡлыҡ индерәйем. Беҙҙең ойошмаға бары бер генә ер биләмәһе бирәләр икән. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ миңә ҡулымдағы биш бармағым кеүек ҡәҙерле. Ерҙе кемгә бирәбеҙ? Әйҙәгеҙ, бергәләшеп кәңәшләшәйек.
Яңыраҡ ҡына йылмайышып, үҙҙәрен шул ерҙә йорт һалып йәшәп ятҡандай хис иткән хеҙмәткәрҙәрҙең йөҙө йәмрәйҙе.
– Беҙгә тигәндә шул инде ул, – тип уфтанды берәү.
– Әйтмә лә инде, эше – беҙгә, ашы – бүтәндәргә.
– Тынысланайыҡ, иптәштәр. Үҙебеҙҙең кимәлде төшөрмәйек. Беҙ баҙарҙа эшләмәйбеҙ, кәңәшләшеп хәл итәйек. – Етәксе ғауғалаша башлаған халыҡты тынысландырырға тотондо.
– Мин, иптәштәр, Батыр ағайығыҙҙың кандидатураһына туҡталмаҡсымын. Ни тиһәң дә, арабыҙҙа иң өлкәне, ойошмала 40 йыл бил бөккән. Әле һаман ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә еткән ике улы менән көн күрә.
– Эйе, һеҙҙең менән тулыһынса килешәм, – тине, башын һелкә-һелкә, ағайҙың күршеһендә йәшәгән Зилә. – Батыр ағай быға лайыҡ. Ул ғүмере буйы баҫалҡы булды, шуның арҡаһында һаман фатиры юҡ.
Ошо һүҙҙәрҙән ағайҙың йөҙө балҡығандан-балҡыны. Унан һуң ҡала ситендәге ерҙең мотлаҡ уға бирелергә тейешлегенә шик юҡ кеүек ине. Әммә бүтәндәр был фекер менән әллә ни килешергә ашыҡманы. Шул мәл ҡапыл бер ханым үрәпсеп килеп тормаһынмы!
– Ни өсөн тотаһығыҙ ҙа бөтә нәмәне бер үк кешегә өйәһегеҙ ул! – тип һөйләнде ул. – Аңламайым. Үткән айҙа ғына Батыр ағайға республиканың иң юғары наградаһын бирҙегеҙ. Әҙерәк шөкөр итә белһен. Нәфсене тыйырға кәрәк тә инде!
Унан Батыр ағайҙың үҙенә тура ҡарап:
– Ағай, ниңә ир була тороп башығыҙҙы ул тиклем меҫкенгә һалаһығыҙ? Урамда йөрөйһөгөҙмө? Ни тиһәң дә, һеҙ Совет осоронда бушҡа бүлмә алып ҡалғанһығыҙ!
Ҡатындың һүҙен икенсе берәү эләктереп алды:
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, мин дә шулай уйлайым. Беҙгә йәштәрҙе хәстәрләргә кәрәк. Ни тиһәң дә, Батыр ағай ике айҙан пенсияға китә, ә йәштәргә бында эшләргә лә эшләргә кәрәк. Бына, мәҫәлән, Ринаттың кандидатураһын тәҡдим итәм. Яңыраҡ ҡына өйләнде, йүгереп йөрөп эшләй. Тик бахырҙың йәшәргә урыны ла юҡ. Булыр-булмаҫ эш хаҡын фатирға түләй. Әйҙәгеҙ, ерҙе Ринатҡа бирәйек.
Бая ғына Батыр ағайҙы яҡлаған Зилә йәнә урынынан һикереп торҙо:
Ә Ринат беҙҙә нисә йыл эшләй әле? Ике йыл булдымы-юҡмы? Башы инһә, аяғы инмәгән, тигәндәй. Ул әллә эшләй, әллә иртәгә үк ҡойроғон һыртҡа һала. Ерҙе алыр ҙа “тью-тью”. Хәҙерге йәштәрҙе беләбеҙ. Уларға бушҡа давай ғына. Ашыҡмай торайыҡ был ҡарар менән. Башы йәш, өлгөрөр әле ер алырға. Бик тә булмаһа, ана, Тәслимәгә бирәйек.
Был һүҙҙәрҙән мөйөштә ауыҙы йырылып ултырған Ринаттың йөҙө йәмрәйҙе.
Ысынлап та, дөрөҫ әйтәһегеҙ, ниңә шунда уҡ башҡа килмәгән, –Тәслимә менән бер бүлектә ултырған ҡатын уны яҡлап сыҡты. – Тәслимәнән дә ҡулай кандидатура юҡ. Беренсенән, ул беҙҙә оҙаҡ эшләй, икенсенән, дөйөм ятаҡта бәләкәй генә бүлмәлә йәшәй. Уныһынан да ана ҡыуабыҙ, бына ҡыуабыҙ тип аптыраталар, ти. Өсөнсөнән, ул яңғыҙы ике бала ҡарай. – Унан ҡатын, күҙҙәрен секрәйтеп, берсә етәксегә, берсә хеҙмәттәштәренә ялбарып ҡарап, ҡулдарын йәйҙе. – Хәҙер инде уйлап ҡарағыҙ: Тәслимәгә тимәгәс, тағы кемгә бирәбеҙ?
Шул саҡ бүлек мөдире Гөлиә урынынан баҫты.
– Хөрмәтле иптәштәр, беҙ барыбыҙ ҙа хис менән генә эш итәбеҙ шикелле. Бында бит юғары интеллектуаль кешеләр йыйылған. Шуға ла тормошҡа реаль күҙлектән ҡарайыҡ. Ярай, ерҙе Тәслимәгә бирҙек, ти. Әммә был эш бөттө тигәнде аңлатмай. Уны эшкәртәһе, йорт һалып сығаһы бар. Әлбиттә, мин Тәслимәне хөрмәт итәм. Ул эшенә яуаплы ҡарай, игелекле. Әммә уның ошо ерҙе үҙләштерә алыуына шикләнәм. Бер эш хаҡына ике баланы ҡарап, нисек инде өй һалмаҡ кәрәк, был бит ҡыуыш ҡороп сығыу түгел дә инде. Кисә генә кредитын түләргә аҡса таба алмай озлап йөрөй ине. Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Әгәр ул тейешле ваҡыт эсендә бирелгән ергә йорт һалып сыҡмаһа, уны хакимиәт кире тартып аласаҡ. Ул ваҡытта беҙҙең ойошмаға ниндәй файҙа! – Унан Гөлиә етәксенең эргәһенә яҡыная бирҙе. – Бына мин һеҙҙең менән килешеп бөтмәйем. Уны ниндәй принципҡа ҡарап бүләһегеҙ ул? Ерҙе алыу өсөн йәш, фатирһыҙ булыу йәки яңғыҙ ике бала ҡарау мотлаҡмы? Ундай законды кем яҙған? Эш бүлгәндә бөтәбеҙгә лә бер үк талап ҡуйыла. Мәҫәлән, ергә минең хоҡуғым юҡмы ни? Мин дә һеҙ эшләгәнде эшләйем, минең дә ике балам бар. Эйе, ирем бар. Әммә бүтәндәр яңғыҙ йөрөгәнгә мин ғәйеплеме? Мәҫәлән, минең фатирым оло юл буйында урынлашҡан, көнө-төнө машина гөжләп тора, тауыш, туҙан керә. Балаларымдың һаулығына зарар килтерә. Уларҙың саф һауала үҫергә хоҡуғы юҡмы?
Күтәренке кәйефтә башланып киткән йыйылыш шулай әллә күпме дауам итер ине, тик директорҙың киҫкен тауышы барыһын да туҡтатты:
– Иптәштәр, тынысланығыҙ! Ярай, барығыҙҙы ла аңланым, хәҙер мине тыңлағыҙ. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙең кәйефен ҡырмайыҡ, матур итеп кенә килешәйек. Ғөмүмән, беҙҙең коллектив татыулығы, эшһөйөүсәнлеге менән айырылып тора. Министрлыҡта беҙҙе аңлайҙар, тормошобоҙҙо нисек тә еңеләйтергә тырышалар. Ошо көндәрҙә генә фәлән миллион һумлыҡ заманса техника аласаҡбыҙ, матур ғына премиялар көтөлә. Былар барыһы ла минең өсөн түгел, һеҙҙе хәстәрләүҙән. Дәүләткә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә арзанға махсус йорт төҙөлә, беҙҙе лә мәхрүм итмәҫтәр. Ә инде ергә килгәндә, йәштәрҙе хәстәрләү яғындамын. Хөкүмәтебеҙ ҙә шул юҫыҡта сәйәсәт алып бара. Әле бит был һуңғыһы түгел, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Ә был ерҙе, әйҙәгеҙ, йәш бөркөтөбөҙ Ринатҡа бирәйек.
Эстән мөкөлдәшеп, риза булмаһалар ҙа, етәксегә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булманы. Иртәгәһенә барыһы ла Ринатҡа бүрегә ҡараған кеүек ҡараны, кемдер сәләмен дә дә алманы.
…Был йыйылыштан һуң ике йылдан ашыу ваҡыт үтте. “Ер алыу” ҡыуанысынан Ринаттың ауылында буратҡан өйө лә, мунсаһы ла ултырып серей башланы.
Ошо көндәрҙә секретарь ҡыҙ йәнә коридорға сығып һөрән һалды:
– Тиҙ генә кәңәшмәгә йыйылығыҙ!
Барыһы ла тыпырҙашып директорҙың бүлмәһенә ҡарай атланы. Етәксе тәүҙә яғымлы ғына иҫәнләште лә, тамаҡ ҡырып, һүҙ башланы:
– Хөрмәтле иптәштәр, һеҙҙең өсөн һәйбәт яңылыҡ бар. Ҡала ситенән ер бирергә уйлайҙар, мохтаждарҙың исемлеген һорайҙар…