Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ижад! Бына ҡайҙа икән ул тылсымлы донъя!
Мостай Кәрим.
***
Ижад – яу ҡыры шағирға,
Ут эсендә, тимәк, шағир.
Яу ҡырында яугир үлмәй,
Ә һәләк була ул яугир.
Назар Нәжми.
***
Талантлылар һәм талантһыҙҙар
бәйгеһендә
Уртаҡулдар уҙып киткән
һәммәһен дә.
Рәшит Шәкүр.
***
Ижади шәхестең ярһыуы ла, нәфрәте лә уның эшмәкәрлеген дәртләндерә.
Вадим Сафин.
***
Иң һәйбәте – егәрле талант. Ялҡау талант – бәхетһеҙлек. Бездарный бик тырыш – ижадта
фажиғә.
Рауил Бикбаев.
***
Ижадтың сәбәпсеһе – талант.
Мостай Кәрим.

***
Яҙыу ҡыйын түгел, яҙмау ҡыйын,
Шулдыр, ахыры, ижад ғазабы.
Хәсән Назар.

***
Тәржемә һине иң ҙур яҙыу­сы­ларҙың фекере, оҫталығы һәм теле менән байыта, тәртипкә өйрәтә.
Рәми Ғарипов.

***
Ижад донъяһына килеүсе һәр кемде уйландыра торған мәңгелек төшөнсәләр һәм ҡағиҙәләр, һәр кем кисерә торған тойғолар бар. Шуларҙан мин ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоларын айырым күрһәтер инем.
Рауил Бикбаев.

***
Ижад ҡорбан һорай.
Ғайса Хөсәйенов.

***
Ижадсының уң ҡанаты – талант,
Һул ҡанаты – намыҫ һәм мөхәббәт.

Рәшит Шәкүр.

***
Ижад – таланттар эше. Талантың булмай тороп ижадҡа тотоноу – үҙ иркең менән үҙеңде ғазапҡа дусар итеү.
Рәшит Солтангәрәев.

***
Әҙәби ижадты иге-сиге күрен­мә­гән даръяларҙа йөҙөүгә тиңләр инем. Һин уға үҙ иркең менән таш­ланғанһың, батһаң да, арыу-талыу белмәй йөҙһәң дә – үҙ ҡулыңда.
Ноғман Мусин.

***
Талант – ул кимәл, юғары кимәл. Ижадсының үҙенә булған талап ки­мәле, табыш кимәле, шул табы­шың­ды еренә еткереүҙәге иң юғары кимәл.
Назар Нәжми.

***
Тәржемә – тел өйрәнеү өсөн иң яҡшыһы.
Рәми Ғарипов.

***
Ижад – йәшәү асылы.
Ҡадир Әлибаев.

***
Талантлы кеше башҡалар күрә алмағанды күрә белә, ябай ғына әйбер аша бөйөк әһәмиәткә эйә булған асыштар яһай.
Ким Әхмәтйәнов.

***
Һәр ижади быуын – йәмғиәттең рухи үҫеше тарихындағы яңы бүлек ул. Яңы быуын үҙе менән бергә яңылыҡ алып килергә, үтелгән юл­дар сөкөртөндә батып ҡалмаҫҡа тейеш. Был яңылыҡ, бөтәһенән элек, – үҙең йәшәгән дәүергә ауаздаш яңы һүҙ ул.
Хәким Ғиләжев.

***
Әҙәби ижад – ул йәнле процесс, бөтәһен дә алдан күреп-белеп булмай, сөнки һәр бер әҫәр, әгәр ул ысын әҫәр булһа, – яңы донъя асыу, яңы һүҙ әйтеү, ә сәнғәттә яңы һүҙ әйтеүҙәре еңел түгел.
Әсхәт Мирзаһитов.

***

Таланттың асылы – халыҡҡа халыҡса хеҙмәт итеү.
Әнүр Вахитов.

Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782