БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат ИТБАЕВ күптән түгел күркәм юбилейын уҙғарҙы. Шул уңайҙан билдәле режиссер, актер, художество етәксеһе, йәмәғәт эшмәкәре менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Егеттәрсә дәртле баҫып йөрөгән, өр-яңы ниәт-уйҙар менән янып йәшәгән (уға үҙ йәшен бирерлек тә түгел), ҡыҫҡаһы, күңеле моң тулы шәхес менән ҡара-ҡаршы ултырып аралашыу – үҙе бер кинәнес. Салауат Мостафа улы шул саҡта: “Моңдоң йәне – мөхәббәт. Донъяны яратыу зарур, Тыуған илгә булһынмы, яҡындарыңамы, тәбиғәткә тиһеңме – һәр нәмәгә мөхәббәт күҙлеге аша ҡарап йәшәргә кәрәк”, – тигәйне. – Салауат Мостафа улы, күңелле мәшәҡәттәрҙән арындығыҙ инде, юбилейығыҙҙың юғары кимәлдә үтеүенә шаһит булдыҡ. Ғөмүмән, кәйефтәр нисек?
– Өр-яңы проекттар тураһында уйланам. Шулай булғас, кәйефтең хөрт булыуы мөмкин түгел. Заман ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, ваҡыт менән һәр саҡ бәйләнештә йәшәп, бөгөнгөнө барлап, киләсәккә ҡарап, тормош юлымда маҡсат ҡуйып атлай торғас, ғүмеремдең яңы артылышына килеп тә еткәнмен. Шөкөр, тим, юбилей тантаналары артта ҡалды, бай тәьҫораттар солғанышында йәшәп ятам.
– Һеҙҙә бер нисә ныҡлы ижади “ҡанат” күрәм. Тамашасылар Салауат Итбаевты актер булараҡ белә, режиссерлыҡ оҫталығығыҙ тураһында ла билдәле, сәхнәгә сығып баҫһағыҙ, конферансьеларың ситтә торһон, сценарист та үҙегеҙ. Бына шуларҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә яҡын?
– Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта, тиҙәр. Ҙур сәнғәткә мин актер һөнәре аша килдем. Әммә барыбер ҙә режиссерлыҡты яҡын күрәм. Ауыр ҙа, яуаплы ла был һөнәрҙе 1991 йылда һайланым. Киләһе йылына Мәҙәниәт министрлығы Мәскәүгә ебәреп, Юғары режиссерҙар әҙерләү институтында уҡытты. Режиссер эше мине студент йылдарында уҡ әсир иткәйне. Артистар донъяһы иҫ киткес бай, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлеге һәм төрлөлөгө менән айырыла. Таланттарҙың һәр береһенең күңел йоҙағына асҡыс ярата белеү һинән оҫталыҡ талап итә. Режиссер ул үҙендә бик күп һөнәрҙәрҙе туплаған профессия: педагог та, актер ҙа, ҡәләм менән эш итә белеүсе лә, етәксе лә... Күренекле профессор, режиссер Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевтең – минең яратҡан уҡытыусымдың – шундай һүҙҙәре бар ине: “Сәхнә тәрбиәүи йәһәттән һәр саҡ өлгө ролен үтәй, уның өсөн режиссер тормошто тәрәндән өйрәнеп белергә тейеш, шунан ғына сәнғәт, йәғни художество алымдары менән тамашасыға зауыҡлы итеп сәхнә әҫәрен сығарырға тейеш”. Тамашасы бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән, көндәлек ығы-зығынан арыныу өсөн мәҙәниәт усағына ашыға, сәхнә йондоҙҙары менән бергә шатланырға, хыялдар күгендә йөҙөргә, ҡыҫҡаһы, һәр кем бында ял итергә, үҙҙәренең рухи донъяһын байытырға килә. Режиссер тынғыһыҙ хеҙмәте менән шул талаптарға яуап эҙләргә һәм табырға тейеш. Сәнғәтебеҙҙең алтын бағаналары Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Рамаҙан Йәнбәков, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Филүс Гәрәев, Камил Вәлиев, Әхәт Уразмәтов (Кәтүк), Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаҡов, Хөсәйен Мәжитов, Ғәли Хәмзин, Мәүлитбай Ғәйнетдинов, Мәғфирә һәм Наил Ғәлиевтәр менән бергә эшләү дәүеремдә ҙур сәнғәт һәм сәхнә мәктәбе үттем. Улар бөйөк артистар ине, концерттар тулы залдарҙа аншлаг менән үтә торғайны. Ул йылдарҙы әле лә һағынам. Бигерәк тә ошо сәхнә “йондоҙ”ҙарын һағына тамашасы. Шуға күрә уларҙың мираҫ итеп ҡалған ижадтарын сәхнәгә сығарыуҙы үҙемә бурыс һәм аманат итеп ҡабул иттем. “Беҙ ҡабыҙған уттар” проекты ана шул һағыныуҙар, юҡһыныуҙар, хис-тойғолар аша сәхнәгә сыҡты. Әгәр сәхнә әҫәре күңел астырып ҡына ҡалмай, ә уйландыра икән, ул ысын сәнғәт хазинаһы булып тамашасылар хәтерендә ҡала. Әйткәндәй, мин сәхнәгә ҡуйған концерт программаларының, тамашаларҙың, бенефистарҙың дөйөм һаны... иҫәпләй китһәң, ике йөҙҙән дә артып китә. Бынан тыш, олоһо ла, кесеһе лә яратып ҡараған “Күңелдәре моңло, ғүмерҙәре йырлы”, “Моң иленә сәйәхәт”, “Халҡым йырҙары”, “Мәңгелектең йәне – йыр”, бөйөк йырсылар Илһам Шакиров һәм Рамаҙан Йәнбәков ижадына арналған “Ҡазан – Өфө дуҫлығы”, “Фәриҙә йыры, Бәхти моңо” тигән тамашалар репертуарымды ла тулыландырҙы, тамашасылар күңелен дә байытты.
– Һеҙ ғүмерегеҙҙең өс йылын Ватанды һаҡлауға биргәнһегеҙ. Ватансылыҡ төшөнсәһе ул осорҙа ниндәй ине, хәрби хеҙмәттең тормошоғоҙға һәм ижадығыҙға йоғонтоһо бармы?
–1964 йылда һалдат ҡайышын тағып, Пенза өлкәһенең ябыҡ типтағы Каменка-2 ҡалаһына туғыҙ айлыҡ хәрби уҡыу мәктәбенә ебәрҙеләр. Беренсенән, 8К-11 оператив-тактик ракета менән атыу һөнәрен үҙләштерҙек, икенсенән, кесе командирҙар әҙерләнеләр.
Унан Германия Демократик Республикаһының сиктәрен НАТО блогындағы ғәскәрҙәрҙән һаҡлау өсөн оҙаттылар. Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң хәрби оҫталыҡты үҫтереү йәһәтенән Ҡаҙағстандағы Капустин-Яр полигонында һынау үттек. ГДР-ға әйләнеп ҡайтҡас, СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы тарафынан “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә – 20 йыл” тигән миҙал менән бүләкләндек. Ул саҡта бөгөнгө шикелле халыҡ-ара хәлдәр бик киҫкен төҫ алғайны. Америка Ҡушма Штаттары Вьетнамға ҡаршы һуғыш алып бара, беҙҙең ил, киреһенсә, ярҙам итә, Израиль Мысыр менән яғалаша, дәүләтебеҙ ҡорал менән ғәрәптәргә ярҙам итә. Ул заманда ватансылыҡ төшөнсәһе көслө булды. Патриотизм рухында тәрбиәләнгән быуын беҙ. Алғы һыҙыҡҡа – Вьетнамға Америкаға ҡаршы көрәшергә ебәреүҙе үтенеп, маршал Гречкоға рапорт яҙҙыҡ. “Һеҙ былай ҙа алғы һыҙыҡтаһығыҙ, һеҙ бында бик кәрәкһегеҙ” тигән маҡтау һүҙҙәре менән һуғарылған яуап алдыҡ. Ир-егеттәр мәктәбе булған хәрби хеҙмәтте үтеү мине сыныҡтырҙы, яҙмыш ҡуйған ҡаршылыҡтарҙы еңергә, маҡсаттарға өлгәшергә көс бирҙе, сәнғәт донъяһында иһә үҙемде табырға һәм күңел менән һәр саҡ йәш булып ҡалырға ярҙам итте. Йәштәргә шуны әйтер инем: армия сыныҡтыра, рухи яҡтан да, физик яҡтан да. Хеҙмәттән ситләшмәгеҙ, Ватандың көсө лә, ғәйрәте лә – һеҙ.
– Белеүемсә, БДУ-ны тамамлап, яҡлаған дипломын да алмайынса үҙ теләге менән илде һаҡларға киткән ейәнегеҙ Алмас шулай уҡ ябыҡ ҡалала хеҙмәт иткән...
– Осраҡлы күренешме, түгелме, тап шулай. Бының өсөн бик шатмын. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театрында эшләгән Марс улым да Германияла хеҙмәт итте. Бөгөн театрҙа Гүзәл киленебеҙ менән бергәләшеп, уңышлы эшләйҙәр.
– Салауат Мостафа улы, ә сәнғәткә һөйөү күңелегеҙҙә ҡасан тыуҙы? Кем булырға хыяллана инегеҙ?..
– Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Бикбау бей нигеҙ һалған Бикбау ауылында тыуып, ошонда уҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәптә белем алдым. Күңелемә сәнғәткә һәм музыкаға һөйөүҙе тәүге уҡытыусым Сабир Яхъя улы Танһыҡҡужин һалды. Шулай уҡ Күгәрсен ауылындағы урта мәктәптә уҡығанда директор һәм мөғәллим Марс Фуат улы Абдуллин спортты һөйөргә һәм мәҙәни мөхиткә әйҙәне. Хәрби хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас, Яңы Себенле мәктәбендә эшләп кенә йөрөгән ваҡытта көтмәгәндә Ейәнсура райкомының ДОСААФ рәйесе вазифаһына эшкә алдылар. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев етәкселегендә эшләп, медицина институтына инеү ниәте менән йәшәй инем. Күренекле табип-кардиолог Ҡәйүм ағайым Итбаев, ҡустыһының үҙе кеүек белгес булыуын бик ныҡ теләп, күргән һайын мединститутҡа уҡырға инергә өгөтләне, ә улы Валерикты – авиация институтына... Тап шул йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты асылып, беҙҙең яҡтарға абруйлы комиссия килеп төшмәһенме! Элек бит баш ҡаланан йыраҡ урынлашҡан ауылдарға сығып, сәнғәт институтына егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы йыйыу киң таралғайны. Шунда мин һынауҙарҙы уңышлы биреп, сәнғәт юлынан киттем. Шулай итеп, юғары уҡыу йортоноң драма һәм кино актерҙары әҙерләү факультетына индем. Ҡыҫҡаһы, нисек кенә булмаһын, сәнғәтте үҙ иттем һәм бының өсөн һис ҡасан да үкенес тойғоһо кисермәнем. Һайлаған эшемә бер ваҡытта ла хыянат итмәнем, ул мине яңы үрҙәргә күтәрҙе...
– Ғаиләлә ниндәй тәрбиә алдығыҙ, кем булыуығыҙҙы теләнеләр?
– Һүҙ уғыңды ҡайҙа тоҫҡағаныңды һиҙеп торам. Был йәһәттән эргә-тирәлә балта оҫтаһы, тимерсе, егәрле бабай тигән даны таралған атайым Мостафаға бурыслымын. Ул 1939 йылда, алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәре булараҡ, Мәскәүҙә ВДНХ-ла слетта ҡатнаша. Тегенсе әсәйем Шәрифъямалға сикһеҙ рәхмәтлемен, ағайҙарым Зәкәриә, Мортаза, Фәрит алдынғы механизатор булды, Рафиҡ, Зәкирйән ағайҙарым ауыр йылдарҙа Мораҡ педучилищеһен тамамланы. Мортаза ағайым фиҙакәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды. Мин улар өлгөһөндә тәрбиәләндем, бәләкәйҙән ваҡытты дөрөҫ бүлергә, спортты, сәнғәтте һәм хеҙмәтте һөйөргә өйрәндем.
– Һеҙ 2004 йылдан Өфөләге Ейәнсура яҡташтар ойошмаһын етәкләйһегеҙ...
– Рухи берлек тигән төшөнсә бар бит. Өфөлә тамырланған ейәнсураларҙы бергә туплау – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Эшҡыуарҙар Әхәт Байсурин, Рәхим Мәһәҙиев, республика гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков һәм Азамат Юлдашбаев, профессор Рәшит Әлмөхәмәтов, Азат Аҡманов менән һәр саҡ аңлашып-килешеп эш итәбеҙ.
“Ейәнсура” яҡташтар ойошмаһы үҙенә күрә Өфө ҡалаһы менән Ейәнсура районы араһында һалынған күпер ролен дә үтәй. Үҙебеҙҙең райондан сыҡҡан шәхестәребеҙҙе йәштәргә танытыуҙы һәм улар өлгөһөндә тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.
– Бәхет төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ? Ғаиләгеҙ менән дә таныштырһағыҙ ине.
– Ҡатыным Фәүзиә менән ауырлыҡтарҙы уртаҡ кисереп, шатлыҡтарға бергә һөйөнөп ғүмер итәбеҙ. Әйткәндәй, ул тәүҙә “Башҡортостан” гәзитендә – корректор, унан оҙаҡ йылдар “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында яуаплы секретарь вазифаһын башҡарҙы. “Һин, Салауат, кәләште үҙеңдең ауылыңдан әйттереп, шәп иттең. Бер ниндәй ҙә юл сығымы юҡ, ә беҙ йәһәннәмдән алып әллә күпме аҡса туҙҙырҙыҡ”, – тип шаярта ине иптәштәрем. Өлкән улыбыҙ тураһында алдараҡ әйтеп үткәйнем. Ә Сабитыбыҙ – иҡтисад белгесе, ул Өфө дәүләт сервис һәм иҡтисад академияһының иҡтисад бүлеген тамамланы. Эльмира килен менән Өфөлә төпләнделәр. Ғәзиз кешеләремдең уңыштарына, өлгәштәренә һөйөнөп йәшәүҙе бер ниндәй байлыҡ та алмаштыра алмайҙыр. Ошо иң ҙур бәхет минең өсөн!
– Үҙегеҙгә үҙегеҙ ниндәй һорау бирер инегеҙ?
– Ваҡыт уҙған һайын артҡа йышыраҡ әйләнеп ҡарайым, үткәндәрҙе тәрәнерәк барлайым. “Ошо йәшемә етеп тормошомдан уңдыммы?” тип үҙ-үҙемә һорау бирер инем дә, уңдым, тип яуаплар инем.
Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ҡорҙо.