Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар донъяһына илһамлы сәйәхәт
Балалар донъяһына илһамлы сәйәхәт Фәһемле шиғырҙары, әкиәттәре, хикәйәләре, сценарийҙары менән балаларҙы ҡыуандырып ижад иткән Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина тураһында һүҙем.


Күренекле балалар яҙыу­сыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Стәрле­та­маҡ пединститутын тамамла­ған­дан һуң ире менән Стәрле- ­та­маҡ районының Ишпар тигән ауылына йүнәлтмә буйынса эшкә ҡай­та. Ул бында балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирә. Мәктәптең эреле-ваҡлы проблемалары менән унда эшләгәндәр генә таныштыр, күп осраҡта һис кисекмәҫтән хәл итә торған мәсь­ә­ләләр килеп сыға, ә уларҙы еңеп сығыу бары уҡытыусының зирәк­ле­ге, һиҙгерлеге, тырыш­лығы, ба­лаларға ышанысы менән бәйле.
Аҙағыраҡ ғаиләләре Ейән­сура районының “Һаҡмар” совхозына күсә. Бында ла һынатмай Фәр­зәнә Хәйбулла ҡыҙы. Эш менән ғүмер үтә тора, бер-бер артлы балалары тыуа. Мәшә­ҡәтле тормош менән йәшәһә лә, йәш уҡытыу­сы­ның күңелендә һис ҡасан тынғы тапмаған шиғыр­ҙары яҙы­ла тора. Мәктәп йылдарында уҡ морон­лаған һәләт уны бер ҡасан да ташламай.
Кешене ейер ризығы йөрөтә, ти­ҙәр бит, Фәрзәнә Хәйбулла ҡы­ҙы ла тормош иптәше менән хә­ҙер­ге Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһына эшкә килә. Бында улар төйәк­лә­неп, Кү­мер­тау ҡала­һының 8-се урта мәк­тәбенә эшкә урын­лаша. 20 йыл ғүмерен бала­ларға белем биреү маҡсаты менән янып йәшәй Фәрзәнә.
– Эй, ул йылдарҙы иҫкә төшөр­һәң, иҫ китә инде, төрлө саҡтар булды, – тип хәтерләй ветеран-педагог.
Шул йылдарҙа мәктәптә ”Инсе­бикә” фольклор ансамбле ойоштороп ебәрә. Балаларҙы хал­­ҡы­­быҙҙың борон-борондан кил­гән йыр, бейеү сәнғәте менән таныштыра, кеше күңеленә ба­рып етһен өсөн шиғырҙы нисек уҡырға икәнен аңлата. Йәш ба­лаға ниндәй орлоҡ сәсһәң, шул шы­тып сыға, тиҙәр бит. Бына ти­гән ансамбль ойошторола, улар оҫтара бара, төрлө мәктәп­тәрҙә сығыш яһай. Хатта Баш­ҡортостан телевидениеһына килеп, тапшы­рыуҙа төшәләр, бер генә түгел, өс тапҡыр тәтей уларға ошо бәхет.
Ни генә тимә, үҙ бала­ларыңа ла ҙур иғтибар кәрәк бит әле. Йәмәғәте менән ҡыҙ­ҙары Лили­таға, игеҙәк улдары Владислав һәм Вячеславҡа һәйбәт тәрбиә биреп, уларҙы юғары уҡыу йорт­та­рына ебә­рәләр. Ҡыҙы – Баш­ҡорт дәүләт медицина уни­верситетына, ә улдары Санкт-Петербург кино һәм телевидение инс­титутына уҡырға юллана.
Һәләтле уҡытыусыны ҡай­ҙа ла күрәләр ул. Ма­яҡ ҡаса­ба­һында эшләгән саҡта, 1992 йыл­да, Фәр­зә­нә Ғөбәй­ҙуллинаға “Рә­сәй Фе­де­ра­ция­һы­ның мәға­риф отлич­ни­гы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ә инде 1997 йыл­да Башҡор­т­ос­тан­дың мәғариф ми­нистры Фир­ҙәүес Хисамитдинова бил­дә­ле педагогты ”Башҡортостан мә­ҙә­ниәте” предметы өсөн прог­рам­малар төҙөшөргә саҡыра. Өс ай эсендә Фәрзә­нә Ғөбәй­ҙуллина ошо йү­нәлештә хрес­то­ма­тиялар әҙерләй. Си­ләбе, Һарытау, Пермь, Ҡурған яҡта­рына сығып, Баш­ҡортостан мәҙә­ниәте буйын­са курстар үткәрә, лекциялар уҡый.
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы гә­зит-журналдарҙа ҡыҙыҡлы мәҡә­лә­ләре менән дә әленән-әле сығыш яһай, үҙенең ижади эшен дә онотмай. Кескәйҙәр өсөн бер-бер арт­лы уҡымлы, фәһемле китаптары нәшер­лә­нә. Исемдәрен генә атап үт­кәндә лә, шағирәнең һоҡ­ланғыс хыял донъяһын күрә­беҙ. Үҙенсә­лекле фантазия ме­нән байы­тыл­ған әҙәби әҫәр­ҙәрен кү­реп, ихлас ҡыуана балалар: “Мәр­йендәр”, “Гөр-гө­рөлдәк”, “Сер­ле ҡумта”, “Беҙ­ҙең байрамдар”, “Баш­ҡор­том­дан батыр юҡ икән”, “Әсәйем ҡояш икән”… Авторҙың бөтә китаптарын да һанап сығыу күп урынды алыр ине.
Бына шундай тынғы белмәй торған әҙибә инде ул Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы. Ҡала мәктәптә­ренә саҡырыуҙар булһынмы, китапханала осрашыу тиһеңме, ул һәр ергә өлгөрә. 28-се махсус мәктәп-интернатта эшләгән саҡта мин дә саҡырҙым әҙибәне осра­шыуҙарға. Ул бер ҡасан да, ваҡы­тым юҡ, тип торманы.
Үҙем эшләгән башланғыс клас­тарҙа уның урыҫса сыҡҡан китабы буйынса бәләкәй генә кисә үткәрҙем. Әйтергә кәрәк, балалар бындай сараларҙы шул тиклем ярата. Фәрзәнәнең шиғыр­ҙарын ихлас ятланылар, ҡыҙыҡ урындарына көлөп-көлөп алдылар. Автор балаларҙың шиғырҙа­рын яттан һөйләүенә ихлас ҡы­уанды, кисәнең аҙағынд­а үҙе алып килгән күстәнәс-кән­фит­тәрен таратып сыҡты. Беҙҙең мәк­тәпкә йыш килер булды, ба­ла­ларҙы ихлас яратыуын кескәйҙәр үҙҙәре һиҙмәй буламы?! Тағы килегеҙ, тип оҙатып ҡалдылар.
Әле 1-се класҡа уҡырға барған ейәнем Ирхан менән дәрестәрен ҡарашып ултырабыҙ. “Әлифба”, “Әҙәби уҡыу” китабын да биргән­дәр. Биттәрен аса башлағас та Фәрзәнә апайҙарының шиғырҙа­рына, әкиәтенә тап булдыҡ. “Ми­нең әсәйем кем?” тигән әкиәте айырыуса ҡыҙыҡлы, әле бе­рен­с­е­ләр ул урынға барып ет­мәгән, мотлаҡ ҡыуанып уҡырҙар, тим. Бына “Маҡтансыҡ әтәс” шиғыры:
Баҫып йөрөй эре-эре,
Күҙе мәрйендәй тере,
Аяғы йәтәс-йәтәс,
Ураҡ ҡойроҡло әтәс.
Дүрт кенә юллыҡ шиғыр, ә нисек йырлап тора! Кескәйҙәргә ошондай шиғырҙар оҡшай ҙа инде.
Беҙ үҫкән замандарҙа ауыл­ға радио килгәнен хәтерләйем. Түр башында ҡара тәрилкәнән яңы­лыҡтар һөйләйҙәр, йыр тапшыралар ине. Был хәл халыҡ өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ булғандыр тим, сөнки асып ҡуялар ҙа ул көнө буйы һөйләй… Хәҙер бына үҙ теле­беҙҙә “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиоларының эшмәкәрлеге – беҙ­ҙең өсөн ҡыуаныслы, күңелле ваҡиға. “Беҙҙең донъя” проек­тын­да “Әҙәби мөхит” тапшырыуын алып бара Фәрзәнә Ғө­­бәй­ҙул­лина. 2012 йылдан алып яҙыусы­лар, уларҙың ижадтары менән таныштыра, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡора.
– Нисек кенә өлгөрәһең һин, Фәрзәнә, барыһына ла? – тип һораным бер.
– Төн нимә өсөн бирелә? Әҙе­рәк йоҡлаһаң, өлгөрөргә була ул, – тигән яуапты ишеттем.
Ғәжәп тынғыһыҙ шул Фәр­зәнә Ғөбәйҙуллина. Уҡытыу­сыларҙың белемен камил­лаштырыу институтында эшләгән ун йыл эсендә шул тиклем күп хеҙмәт күрһәткән, энергияһын сарыф иткән, нисәмә мең километр юл үткән командировкалар мәлендә. Шунан һорай ҡуйҙым:
– Һинең атҡаҙанған уҡытыусы исемең күптән барҙыр инде?
Был маҡтаулы исемдең уға би­релмәүен белгәс, бер аҙ апты­рау­ға ҡалдым. Мәғариф өлкәһендә егелеп эшләп, күпме китап, хрес­томатиялар сығарып, балаларға һәйбәт белем биргән кешене күтәрмәгәс, кемдәр ала һуң юғары исемде?!
Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы арта­банғы хеҙмәт юлын Башҡор­тос­тандың Яҙыусылар союзында да­уам итә. Тауыҡ сүпләһә лә бөт­мәй торған эреле-ваҡлы мәсьә­ләләрҙе хәл итеүҙә үҙенең шәхси ваҡыты менән иҫәпләшеп тормай, һәр көн эш өҫтөндә була. “Балалар әҙәбиәте антологияһы” Фәр­зә­нәнең егәрлелеге, ары­май- тал­май көс түгеүе һөҙөмтәһендә нәшер ителә. Тырыш хеҙмәте ба­һалана Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы­ның – уға “Башҡор­тос­тан­дың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре” тигән исем бирелә.
Әлеге көндә Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Башҡортостандың һуҡыр­ҙар өсөн махсус китапханаһында эшләй. Ул Брайль системаһы бу­йын­са күп башҡорт автор­ҙары­ның китаптарын баҫмаға әҙер­лә­гән. Әҙибә үҙенең күркәм юби­лейын матур китабы менән ҡаршыланы. “Дүртенсе мөғжизә” тип атала ул. Әйҙәгеҙ, әҙибәнең мөғжизәләр иленә юлланайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ғәли
    Ғәли от 03.11.2015, 22:01
    Башҡорт әҙибәһенең балалары исеме "Владислав","Вячеслав" булыуы аңлашылмай бит әле, Миңлегөл.Аңлатып, тағы ла яҙ инде.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779