Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киң ҡоласлы һәләт эйәһе
Киң ҡоласлы һәләт эйәһеТәбиғәт уны мул бүләкләгән. Ул урғылып, ташып торған моңло тауыш, ул нурланып, балҡып торған тормошто яратыу, ул йәшәйешкә хужаларса яуаплы ҡараш. Ошо сифаттарҙың береһе генә лә шыйығыраҡ холоҡло берәйһен башын юғалтырға мәжбүр итә алыр ине, ә ул барыһын да бергә уҡмаштырып, эргә-тирәһендә тормош ҡайнап торорлоҡ итеп йәшәне һәм йәшәй. Һүҙ — Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған йырсы һәм уҡытыусы Флүрә Ноғоманова тураһында.
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы ла, әсәһе лә йырға бик оҫта булған. “Атайыма заманында музыкаль белем алырға мөмкинлек булһа, Мәғәфүр ағай Хисмәтуллиндан кәм йырламаҫ ине тип уйлайым, сөнки уның диапазоны шул тиклем киң ине. “Етеҙ бүртә”не уның кеүек донъяларҙы яңғыратырлыҡ итеп бер кем дә йырламай, — тип хәтерләй йырсы. — Иҫке Мусала йәшәгәндә кемдәндер “Гөльямал”ды отоп алған, һәм мин был йырҙы уның кеүек йырлаған кешене күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ. Дүрт-биш йәшлек кенә сағымда: “Миңә ҡушылып йырламаһаң, ашатмайым”, — тип йырларға өйрәткәне хәтеремдә. “Гөльямал” шул ваҡыттан минең ҡаныма һеңеп ҡалған”.
Һуғыш осоро балаларының барыһына ла төшкән аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр эш — Флүрә апайҙың да яҙмышы. Атаһы Ғәлимйән Суфиян улы һуғыш башланғанда Киевта курста була. Тәүге көндәрҙән үк ут эсенә эләгә һәм бик ҡаты яралана. Үлгән кешеләр араһында ятҡанда уны мәйеттәрҙең ауыҙынан алтын теш эҙләп йөрөгән бер украин ҡатыны табып ала. Иҫенә килгән яугир: “Өйҙә минең балаларым күп. Шулар хаҡына ҡотҡар инде. Мин һиңә был тештәрҙе үҙем һурып бирәм”, — тип ялбарғас, теге тыңлай. Бесән аҫтына һалып алып ҡайтып, ауыл эргәһендәге мөгәрәптә аҫрай. Яраһы уңалғас, Ғәлимйән үҙен партизандарға алып барыуын һорай. “Тешһеҙ булһам да, ярармын. Минең балаларым күп, дошман менән һуғышырға тейешмен”, — тип үтенә. Партизандар араһында йөрөп, тағы яраланып, һуғышҡа яраҡһыҙ булып ҡайта. Бер аҙҙан уны Ефремкино тигән сыуаш ауылына колхоз рәйесе итеп ҡуялар. Өс йыл тигәндә колхозды алдынғылар сафына сығарғас, үҙенең тыуған ауылы Иҫке Бәпескә күсерәләр. Ә инде биш балалы булып киткән ишле ғаилә уның артынан эйәреп йөрөй, ҡайҙа барһалар ҙа, колхоз йортонда йәшәйҙәр. “Атайым матур ғына эшләй башлағайны. Халыҡ бөтә нәмәгә мохтаж. Аслыҡтан үлән, серек бәрәңге ашайҙар, көн һайын ике кеше вафат була. Атайым, Ауырғазы сельпоһына ике тайҙы тапшырып, иген алып ҡайтты. 250-шәр грамлап халыҡҡа таратты. Шуның өсөн колхоз уставын боҙоуҙа ғәйепләп, төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар”, — тип дауам итә һүҙен Флүрә апай.
Алты балалы булып киткән ҡатыны яңғыҙ тороп ҡала. Колхоз йортонан урамға ҡыуып сығаралар. Һыйыныр урын булмағас, Ташбашҡа күсеп, бер әбей менән бабайҙың алты мөйөшлө өйөнөң бер бүлмәһендә йәшәй башлайҙар. “Ҡарлыман ауылындағы ҡыҙында йәшәгән Шәрғиә өләсәйем беҙгә ярҙам итергә күсеп килде. Ул бик шәп тегә торғайны. Кешене ҡарай ҙа, үлсәп тә тормай, ҡупшы итеп кейем тегеп бирә. Маңлайымда гел күк була торғайны. Сөнки төндәр буйы уға машина әйләндерешәм дә баҫҡан килеш йоҡлап китәм. Барып төкөгәс уянам. Шулай итеп, өләсәйем ярҙамында бер башмаҡ һатып алдыҡ, һыйырлы булып киттек”. Был — бала саҡ хәтирәләренән. Ошондай ауырлыҡтар уның күңелен төшөрмәгән, тағы ла сымырыраҡ, бирешмәҫ итеп үҫтергән.
Алты йыл урынына дүрт йыл ултырып сыҡҡан Ғәлимйән Суфиян улын йәнә етәксе итеп тәғәйенләйҙәр: май заводына директор итеп ҡуялар. Ул иһә үҙенә хас булғанса, бөтә тырышлығын һалып, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙының үҙендә лә шундай уҡ ныҡышмал фиҙаҡәрлек булғанға, был күренештәргә айырыуса иғтибар иттем. Һигеҙенсе класты тамамлағас, ҡыҙҙың алдына артабан ҡайҙа барырға тигән һорау килеп тыуа. Биш-Уңғар мәктәбенә барыр инең, дүрт саҡрым урман аша үтергә, унан өс сәғәт поезда барырға кәрәк. Энеләре барыһы ла уҡып йөрөй. Әлеге лә баяғы ярлылыҡ. Шунда бер уҡытыусыһы: “Һин бит яҡшы уҡыйһың. Йырлайһың да, бейейһең дә, һиңә мәҙәни-ағартыу училищеһына барырға кәрәк”, — тип кәңәш бирә. Шулай итеп, һәләтле ҡыҙ Стәрлетамаҡта уҡый башлай. Бейеү түңәрәгенә йөрөй һәм Фәнзил Сөләймәнов тигән Ауырғазы егете менән “Дуҫлыҡ”, “Бүләк”, “Һыу юлы” тигән бейеүҙәрҙе бик матур итеп башҡара. Бер заман мәшһүр Фәйзи Ғәскәров килеп төшә. Утыҙ биш кеше араһынан Фәнзил менән икеһен һайлап алып, ансамбленә саҡыра. Тик атаһы: “Һиңә иң башта белем алырға кәрәк”, — тип ҡырт киҫә.
Училищены тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт йортона эшкә ҡайта ҡыҙ. Төрлө түңәрәктәргә етәкселек итеүҙе тапшыралар уға. Бер мәлде Өфөнән Башҡортостандың халыҡ артисы Хөсәйен Мәжитовтың концерт бригадаһы килә. Ҡыҙҙың сәхнәлә баянсы менән репетиция яһап, йырлап торғанын ишеткәс, танылған йырсы: “Һин бик матур йырлайһың. Свердловск консерваторияһына уҡырға ебәреү өсөн йәш йырсыларҙы эҙләү, тыңлау бара, көсөңдө һынап ҡарайһыңмы әллә?” — ти. Флүрә Стәрлетамаҡҡа педагогия институтына инергә йыйынғанын әйтә. “Уныһында ла уҡырһың. Тәүҙә быныһына кил әле. Тауышың шәп”, — ти танылған йырсы. Бер аҙнанан телеграмма килеп төшә.
Бер нисә көндән поезға ултырып, бер төркөм йәштәрҙе Свердловскиға ебәрәләр. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының икенсе курсын тамамлаған биш кешене беренсе курсҡа алалар, ҡалғандарға әҙерлек курсында уҡырға тәҡдим итәләр. Тик был тиклем алыҫ араға кемдең ата-әсәһе аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеп тора ала? Үҙебеҙгә ҡайтып, сәнғәт училищеһында уҡырға ҡарар итәләр.
Флүрә Ноғоманова Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, күп йырсылар әҙерләп сығарған уҡытыусы Миләүшә Мортазина класына эләгә. Урман-ҡырҙарҙа, иркенлектә сарланған тауыш тотоп тыйғыһыҙ. “Миләүшә Ғәли ҡыҙына рәхмәтем бик ҙур. Шул йүгәнһеҙ тауышты бер ҡыҫымға индереп, профессиональ кимәлдә йырларға өйрәтте бит йәш кенә көйөнә. Әгәр ҙә икенсе уҡытыусыға эләкһәм, бәлки, юғары уҡыу йортона инә лә алмаҫ инем”, — тип хәтерләй йырсы. Училищела уҡып йөрөгәндә студентты ВЛКСМ-дың Киров район комитетына икенсе секретарь итеп һайлайҙар. Уҡып та, эшләп тә училищены тамамлай ул. Шул осорҙа Композиторҙар союзының сираттағы пленумы Башҡортостанда үткәрелә. Флүрәнең дүртенсе курста уҡыған сағы. Сығыш яһаусыларҙың бер-береһен маҡташып, барыһын да ал да гөл итеп күрһәтеп һөйләүен тыңлап ултыра ялҡынлы комсомолка. Ә училищела музыка белгестәре, композиторҙар бүлеге юҡ. Улар булмағас, һәләтле кеше лә юғары уҡыу йортона инә алмай. Һүҙ һорай ҡыҙ. “Һеҙ, композиторҙар, барығыҙ ҙа бер тиҫтер, олоғайып бараһығыҙ. Нишләп үҙегеҙгә алмаш әҙерләмәйһегеҙ? Ниңә сәнғәт училищеһында берегеҙ ҙә уҡытмай, аҡсаһы аҙ булғанға бармайһығыҙмы? Урта белеме булмаған композиторҙың юғары уҡыу йортона инә алмағанын беләһегеҙ бит”, — тип сатнатып һөйләп ташлай. Шунан һуң училищела композиторҙар әҙерләү бүлеге асалар, һәм унда Рим Хәсәнов, Морат Әхмәтов, Рафаэль Ҡасимов, Нур Дауытов кеүек композиторҙар уҡып сыға.
Бына ҡасандан күренә уның лидерлыҡ һәләте генә түгел, хәл-ваҡиғаларға дәүләтсә ҡарашы ла. Хәҙер артҡа боролоп ҡараһаң, әгәр ҙә ошо юлдан китһә, ысын мәғәнәһендә халыҡ мәнфәғәте өсөн янып эшләгән дәүләт эшмәкәре сығыр ине, тип ҡуяһың. Хәйер, һәләт барыбер үҙ юлын таба ул.
Комсомолда эшләгәндә үҙенең белеме етмәгәнен тойоп йөрөй. Бер төркөм йәш йырсыларҙы, Мәскәүҙән уҡытыусы саҡырып, консерваторияға әҙерләй башлайҙар. “Уҡырға ебәрер өсөн исемлек төҙөгәндәр. Мин дә бар. Тик һайлап алыу ваҡытында сәхнәгә сығып та өлгөрмәгәнмен, Заһир ағай Исмәғилев: “Был шайтан ҡыҙҙы уҡытып ҡайтарһаң, башыңа менеп ултырыр”, — тип мине исемлектән һыҙып ырғытҡан. Йылдар үткәс, был хаҡта ул үҙе әйтте. “Шул ваҡытта һыҙып ырғытмаһам, һин Мәскәү консерваторияһын тамамлай торған кеше инең бит. Әрәм иткәнмен. Ярай, Ҡазанды бөтөүең дә насар түгел”, — тине аҙаҡ. Шулай тип әйткәс тә афарин инде. Ә теге ваҡытта нимә эшләргә? Ни илау юҡ, ни ғәрләнеү юҡ, ни төшөнкөлөккә бирелеү юҡ. Туҡта, берәй юлын барыбер табырмын әле, тинем дә ҡуйҙым, тип иҫкә төшөрә ул саҡтарҙы әңгәмәсем. Ни илау юҡ, ни ғәрләнеү юҡ... Был ихтыярлы һәм үҙ көсөн самалай торған шәхестәргә генә хас сифат. Әмәлде ысынлап та таба ул. Мәшһүр композиторыбыҙ Хөсәйен Әхмәтов уға Ҡазан консерваторияһына барырға кәңәш бирә. “Йәштәргә ҡарата хәстәрлекле ағай консерваторияның ректоры Нәжип Йыһановҡа шылтыратты. Тик ул йәйге ялда булып сыҡты.
— Ярай, уның булыуы-булмауы әһәмиәтле түгел. Тауышыңа ҡыҙығырҙар, алырҙар, — тип дауам итә һүҙен йырсы. — Бик барыр инем дә, ҡулымда дипломым юҡ. Ул заманда өс йыл эшләмәй тороп, дипломды ҡулға бирмәй торғайнылар. Училищела секретарь булып эшләгән һикһән йәшлек Валентина Федоровна: “Мәҙәниәт министрлығы ҡушһа, бирермен”, — тип яуапланы. Мәҙәниәт министрлығының сәнғәт бүлегендә Хәмзә Ғәлләмов тигән кеше эшләй ине — хәҙер ул Хәмзә хажи булып китте, әле күп урында мәсет һалдыра. Уға барыһын да һөйләп бирҙем. Хәлемде аңланы. Ә.Х. Мәхмүтов булып училищеға шылтыратты. Әнәс Хөсәйен улы ул ваҡытта мәҙәниәт министры урынбаҫары ине”.
Дипломын алғас, ҡыҙ юллыҡ аҡса хәстәрләй башлай. Һорап торор кеше юҡ. Ике матур ғына күлдәген ала ла китә Иҫке Өфөләге толчокка. Шуларҙы беләгенә элә лә тора. Бер ҡыҙ икеһен дә алырға була, ләкин берәүһен генә һата. Унан оса Ҡазанға. Йыр бүлегенә ҡабул итеү комиссияһының өсөнсө турҙы тыңлап бөткән сағына тура килә. Бик үтенеп, уны ла тыңлап ҡарауҙарын һорай.
— Беҙ Волга буйы ҡалалары училищеларынан килгәндәрҙе — Мари Иле, Удмурт, Сыуаш, Мордва республикаларынан ғына алабыҙ. Башҡаса урыныбыҙ юҡ. Өфө бит Свердловскиға ҡарай, — тиҙәр.
— Бәлки, мин һеҙгә оҡшармын, — тип ныҡыша ҡыҙ.
Инәлеп-ялбарғас, тыңларға булалар. “Ашҡаҙар”ҙы йырлағанын ишетеү менән: “Һине ҡайтарып ебәреү юҡ инде. Пландан тыш булһа ла алып торабыҙ. Йыһанов ҡайтҡас, ҡабул ителгән йырсыларҙы яңынан үҙе тыңлаясаҡ, әлегә приказһыҙ йөрөп торорһоғоҙ”, — тиҙәр. Ректор ҡайтҡандан һуң, талантлы ҡыҙҙы бер һүҙһеҙ ала. Стипендия бирәләр, ятаҡҡа урынлаштыралар. Мауыҡтырғыс та, ауыр ҙа, емешле лә уҡыу йылдары башлана.
Консерваторияны яңы тамамлап, тәүге йыл ғына эшләп йөрөгән мәшһүр татар йырсыһы Илһам Шакиров менән дуҫлаша. Йырсы уны башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға үҙе менән төрлө осрашыуҙарға саҡыра. Шунда бик күп зыялылар менән таныша Флүрә. Йырҙарын тыңлар өсөн хөкүмәт концерттарына ла саҡыралар. Йыш ҡына Туҡай клубында сығыш яһай.
Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы институтында ете кешене һайлап алып, йырсылар әҙерләйҙәр. Уҡытыусыһы доцент Лучинина, уның ихлас тырышлығын күреп: “Һинән бик һәйбәт уҡытыусы сығасаҡ”, — тип маҡтай.
Консерваторияны тамамлап диплом алғас, уға Ҡазанда опера театрында стажер төркөмөндә эш тәҡдим итәләр. Симфоник оркестрға йырсы итеү тәҡдиме лә була. Әммә уҡыу теүәлләнер алдынан уҡ Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы саҡырып ала һәм, Мәскәүҙә уҡып йөрөгәндәрҙе лә ҡушып, һигеҙ йәш йырсыны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры залында тыңлап ҡарай. Араларынан өсәүһен ошонда эшкә ҡалдыралар. Әммә уҡыуҙы тамамлап, театрға килһә: “Һинеке кеүек тауышлы йырсылар күп. Беҙ һиңә эш бирә алмайбыҙ”, — тип кире боралар. Шулай итеп, ике ай эшһеҙ йөрөгәндән һуң, сәнғәт училищеһына уҡытыусы булып эшкә бара. Ни өсөн йырсының юлында осраған ҡаршылыҡтарға айырыуса туҡталғы килә. Сөнки беҙ йыш ҡына сәнғәт әһелдәренең, айырыуса ҙур талант эйәләренең, юлына һәр ваҡыт сәскәләр түшәп ҡуйылған була тип күҙ алдына килтерәбеҙ.
Флүрә Ноғоманованың: “Талант эйәһенә ныҡлы характер кәрәк, әгәр ҙә шул булмаһа, ул алға бара алмай”, — тигән һүҙен айырыуса һәләтле йәштәр ҡолаҡтарына киртеп ҡуйһын ине. Быны утты ла, һыуҙы ла, еҙ торбаларҙы ла үтеп тә, кешелеклелеген дә юғалтмаған, һәләтен дә түкмәй-сәсмәй эшкә еккән һәм тиҫтәләрсә уҡыусыларына сәнғәттә һәм тормошта юл ярырға, үҙҙәренең урынын табырға ярҙам иткән ҙур йөрәкле йырсы әйтә.
Училищела бик тырышып эшләй Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы. Бына шунда уның кешеләр өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан тартынмауы, һәләт осҡоно булған уҡыусыһы өсөн ваҡытын да, үҙ-үҙен дә йәлләмәүе тулыһынса асыла. Шулай итеп, биш йыл ваҡыт үтеп тә китә. Уҡыусылары төрлө консерваторияларға юл ала. Мәҫәлән, тарихтан имтиханды “икеле”гә тапшырған өсөн училищеға инмәгән ҡыҙҙы, адресы буйынса эҙләп табып, үҙ класына алыуға өлгәшә. Итальяндарҙың уҡытыу методикаһын ҡулланып, уның менән көнөнә ике тапҡыр шөғөлләнә. Ҡыҙҙы өс йыл эсендә консерваторияға уҡырға инерлек итеп уҡытып сығара. Ул — Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының талантлы йырсыһы Ләлә Әхмәтйәнова. Икенсе миҫал да бик фәһемле. Ауылдан килгән бер ҡыҙҙы: “Тауышың юҡ, икенсе уҡыу йортона бар”, — тип кире боралар. Әрһеҙләшеп тигәндәй уны хор-дирижер бүлегенә алдырыуға өлгәшә, йыр буйынса үҙе шөғөлләнә уҡытыусы. Ә был “тауышһыҙ ҡыҙ” — әле бөтәбеҙгә лә билдәле, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы мәшһүр йырсы Флүрә Килдейәрова.
Флүрә Ноғоманова һәр уҡыусыһының да яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, улар тураһында хәстәрлек күреүҙе үҙенең бурысы итеп күрә. Ә хәҙер улар шаҡтай булып киткән: Мәскәүҙә дүрт, Ҡазанда биш уҡыусыһы юғары белем ала. Элекке уҡыусылары араһында Рәсәйҙең халыҡ артистары Йәмил Әбделмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гүзәл Үлмәҫҡолова, Нурислам Яхин, Санкт-Петербургта йырлаған Елена Ермоленконы, төрлө конкурстарҙа еңеүсе булған Алина Латипова-Хәсәноваларҙы ғына әйтеп китеү ҙә етә. Ә инде барыһын да һанап сығыу байтаҡ ваҡытты алыр ине.
Хәйер, йырсының үҙенә лә яҙмыш аяулы була, уға ла Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҙур сәхнәһен бер итеп йырлау бәхете тейә. Ул ун ике йылдан ашыу бында солист булып эшләй. Заһир Исмәғилевтең Мостай Кәрим либреттоһына яҙған “Ағиҙел тулҡындары” операһында Мария ролен уңышлы башҡара. Артабан “Салауат Юлаев”, “Шәүрә”, “Ҡоҙаса”, “Урал илселәре” — уларҙың барыһында ла ҙур партиялар йырлай. Рәүеф Мортазиндың Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса яҙылған “Дауыл” операһында бик күләмле, драматик көскә эйә Яланбикә партияһын яратып башҡара. “Театр бик ҡатмарлы сәнғәт: бейей ҙә белергә, шиғыр ҙа һөйләргә, хорҙан, оркестрҙан ҡурҡмай үҙ партияңды башҡарырға, йырлау ғына түгел, образ тыуҙырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта опера йырсылары башҡа партнерҙарының да партияларын ятлай. Ғөмүмән, йырсы хеҙмәтенең иң ауыры — ул операла, тип уйлайым. Бында тауышың булыу ғына етмәй, ҙур ихтыяр көсө лә, сыҙамлыҡ та, үткер зиһен дә талап ителә”, —ти йырсы.
Киң ҡоласлы һәләт эйәһе бының менән генә сикләнмәй. Флүрә Ноғоманова опера һәм балет театры сәхнәһендә башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың, шулай уҡ татар, урыҫ йырҙарынан торған концерттар ҙа ойоштора.
Башҡортостан менән Татарстан композиторҙарының берлектәге концерттарында ла йыш ҡатнаша. “Йырсылар өсөн ҙур мөмкинлек тә, һынау ҙа булған ошо тамашалар арҡаһында ике республика халҡы ла бер-береһендә үҫеп сыҡҡан сәнғәт йондоҙҙары менән таныша ала ине. Был концерттарҙы яңынан тергеҙергә, үҙ-ара аралашып, йәш йондоҙҙарыбыҙ менән танышып йәшәргә кәрәк”, — ти халыҡ артисы.
Һуңғы йылдарҙа һаулығы ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, ул һаман ил хәстәре менән йәшәй. Таланттарыбыҙҙың ситкә китеүенә әрней. “Йондоҙҙарҙы тоҡандырыу ғына түгел, уларҙы рекламаларға, заманса итеп әйткәндә, күрһәтә лә белергә кәрәк. Ҡасан сығыр беҙҙең алтын тауышлы йырсыларыбыҙҙың ҡәҙерен белер продюсерҙар, меценаттар”, — тип әсенә ул.
Һүҙемде тамамлап, яратҡан йырсыбыҙға сәләмәтлек, оҙон ғүмер, уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырлыҡ форсат теләйем. “Һәләт ул — яуаплылыҡ”, — ти тәбиғәт тарафынан мул бүләкләнгән талант эйәһе. Үҙенә һалынған орлоҡтарҙы әрәм-шәрәм итмәйенсә, халҡына һәм яратҡан сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән халыҡ йырсыһының: “Бер ҙә үкенмәйем. Үҙемдең эшемде еренә еткереп эшләгәнмен икән, был бик ҙур бәхет”, — тип ауыҙ тултырып әйтергә хоҡуғы бар.
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 649

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 535

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545