Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәмиҙе сәхнәлә күреп...
Рәмиҙе сәхнәлә күреп...Рәми Ғариповтың исеме яңғырағанда һәр саҡ күңел тетрәп, йөрәк һыҙлап китә. Шағирҙың: “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” – тигән ялҡынлы юлдары һәр кемде, бигерәк тә йөрәгендә халҡы булғандарҙы тағы ла дөрләтеп ебәрә. Шуға ла Рәми Ғарипов исеме милләт тип янған ижад кешеләрен һәр саҡ уйға һала, уның аяныслы яҙмышы тотош халыҡ яҙмышы булараҡ иҫкәртеп, әленән-әле хәтерҙе уятып тора.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың “Ҡаратау тотҡоно” тип аталған поэмаһы шағир тормошоноң бер хәтәр мәлен генә сағылдырыуға ҡоролһа ла, шул замандың, мөхиттең йөрәк ярып сыҡҡан ялҡынлы шаңдауы булып шул осорҙо мәңгеләштерә. Әҫәрҙе ҡат-ҡат уҡыйһың да шағирҙың яҙмышы һәр саҡ тормош һандалында торғанын күрәһең. Унда бер Рәми Ғариповты ғына түгел, дөйөмләштерелгән фажиғәле шағир яҙмышын замандар, осорҙар аша күреп һыҙланаһың. Шағирҙың “Аҡ тирмә”, “Батыр яраһы”, “Рух яҙыуы” һәм башҡа поэмаларындағы һымаҡ быуаттың боролошло мәлдәрендә халыҡтың төрлө ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға дусар ителеүе бер кеше яҙмышында сағылып, заман фажиғәһен күҙ алдына баҫтыра. Шағирҙың йөрәк яраларына замандың туҡтауһыҙ тоҙ һибеүе, “Ҡаратау тотҡоно”ноң төп геройы Рәмиҙең үрһәләнеүе, сараһыҙлыҡ ауазы әрнетә күңелде.
Шуғалыр ҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы театр факультетының уҡыу театры Ҡәҙим Аралбайҙың “Ҡаратау тотҡоно” поэмаһын сәхнәлә ҡуйырға ниәтләгәндер.
Хәҙер күп кенә тамашасы шиғри театр тип аталған спектаклде яңы күренеш булараҡ ҡабул итте. Ошо поэма буйынса ҡуйылған спектаклдең киләһе йыл халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу алдынан сәхнәләштерелеүе бөтәбеҙ өсөн дә бик әһәмиәтле.
Рәми Ғариповтың ярһып-янып йәштәр менән эшләү, уларҙы илһамландырып, заманды йәнләндереү һәм тормошто йәмләндереү маҡсатында тыуған яғына – “Һарғамыш” совхозына комсомол ойошмаһы етәксеһе булып ҡайтып, төрлө мәкерлектәр менән яғалашып, аҙаҡ оло маҡсатынан төңөлөп, Ҡаратауға ҡыуыш ҡороп йәшәргә сығып киткән осоро сағыла. Шағирҙың ҡайһы бер ҡара уйлы етәкселәрҙең бысраҡ эштәрен йөрәгенә һыйҙыра алмай ыҙаланыуы, оло донъяла япа-яңғыҙ ҡаңғырыуы күҙ алдына баҫа.
Тәү ҡарашҡа Автор һәм Шағир образынан башҡа персонаждар әллә ни айырылып, ҡысҡырып тормаған һымаҡ. Ләкин хаҡлыҡ һәм шиғриәт хаҡына бер бөтөнгә ойошҡан спектакль тотошлай күңелде арбап ала һәм ошо тәьҫирҙән ысҡындырмай.
Рәмиҙе Баймаҡ егете Тимур Рамазанов еренә еткереп башҡарҙы. Автор ролендә Белорет егете Илнур Сәлимгәрәев килештереп сығыш яһаны. Быға тиклем башҡа спектаклдәрҙә күренеп өлгөргән Зөлфир Басиров Ҡаратауҙы барлыҡ олпатлығында һәм серлелегендә асып бирә алды. Нәфис Сәйетов иһә ҡарағай ағасын үҙенсәлекле башҡарҙы. Лилиә Әҙелмырҙина, Зилиә Сафиуллина, Айһылыу Фәйезова менән Зөлмәрә Ғәбитова әле бер, әле икенсе образда Рәмиҙе солғап алған тәбиғәттең йәнле драматик образын оҫта итеп күҙ алдына баҫтырҙы.
Театр факультетының актер оҫталығы кафедраһы мөдире, курстың художество етәксеһе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичеваның спектаклдең режиссеры булыуы үҙе үк күпкә өмөтләндерҙе, һәм ул тулыһынса аҡланды.
Сәхнә теле уҡытыусылары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Хөсәйенова, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Суфия Ҡорбанғәлиева менән актер оҫталығы уҡытыусыһы Лилиә Исҡужина поэманы сәхнәләштереүҙә баһалап бөткөһөҙ көс һалған.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779