Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыуаныуҙар. Уйланыуҙар. шомланыуҙар
Һуңғы йылда төрлө ерҙә үткәрелгән байтаҡ әҙәби сарала ҡатнашырға насип итте миңә. Шиғриәт кисәләреме ул, яҙыусылар менән осрашыу йә яңы баҫылған китап туйы булһынмы ла, берәйһенең юбилей сараһымы... Был мәҡәләне яҙыуға этәргес яҙыусы Дамир Шәрәфиҙең тыуған яҡтарында, Инйәрҙә уҙған юбилей кисәһе тәьҫиренән яралды.

Инйәр тигәндәй, район эсендәге район тип тә күҙ алдына килтерергә була уны. Егерме ике ауылдың административ үҙәге булған ҡасабала ете меңләп кеше йәшәй. Шуның алтмыш процентынан күберәге, тимәк, дүрт мең тирәһе, башҡорттар. Сағыштырыу өсөн: донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы тип йөрөтөлгән атаҡлы Сәйетбаба халҡының һаны мең ярым самаһы ғына. Ана шул мең ярымлап ҡына ла башҡорттоң рухы ун Инйәргә етерлек тиһәм, һис тә яңылышмамдыр. Унда исемдәре бөтә илгә билдәле, бихисап талант эйәләре – ғалимдар, яҙыусылар, сәхнә әһелдәре һәм башҡа хеҙмәт алдынғылары — тыуып үҫкән. Бының сәбәбе ябайҙыр: Сәйетбаба халҡын борон-борондан милли аң юғарылығы, рух сығанағының көсө башҡаларҙан айырып торған. Ә милли аң менән рухты хәбәр һөйләп кенә үҫтереп булмағанын беләбеҙ. Уның төп сығанағы – уҡыу. Хәйер, Инйәр мәктәбе лә элек-электән райондағы иң көслө мәктәптәрҙең береһе булған. Төбәктәге утыҙ-ҡырҡ ауылдың урта белем алырға уҡталған үҫмер балалары әүәлдән-әүәл шул мәктәпкә ҡарап күҙ терәгән. Шунда белем алған. Уларҙың араһынан да күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, юғары чинлы хәрбиҙәр, хеҙмәт алдынғылары һәм маҡтауға лайыҡ башҡа шәхестәр сығып торған. Әммә мин әле үҙ алдыма, шул традициялар артабан дауам итерме һуң, тигән һорау ҡуйып, үҙемә үк икеләнеү белдерергә мәжбүрмен.
Бөгөн Инйәрҙә өс мәктәп бар. Икәүһе — тулы комплектлы урыҫ һәм башҡорт урта мәктәптәре. Дамир Шәрәфетдинов уҡыған заманда берҙән-бер урыҫ мәктәбе бар ине. Шунда белем алып, оло ижад юлына сыҡҡан шәхес ул Дамирыбыҙ.
Ул заманда урыҫ мәктәбе генә эшләһә лә, башҡорттарҙың бүтән халыҡтарға ҡарата нисбәте Инйәрҙә 10:1 самаһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең туған телдән дә бик төплө белем биргәндәрен ишетеп беләбеҙ һәм таныйбыҙ. Тик телде өйрәнеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булмаған осорҙа был нисек ғәмәлгә ашырылды икән, тип ғәжәпләнергә ҡала бөгөн.
Юбилейға килгәндә иһә, Дамир Шәрәфи уны шиғриәт кисәһе булараҡ планлаштырҙы. Көнэлгәре ҡайтып, ауыл Советы хакимиәте менән кәңәшләшеп, район мәҙәниәт йорто менән килеште, мәктәптәргә лә хәбәр еткерҙе. Алдан уҡ иғландар яҙып эленде. Өфө яҡтарынан шағирҙың дуҫтары, гәзит-журнал редакцияларынан коллегалары һәм ҡәләмдәштәре саҡырылды. Учалы, Әбйәлил, хатта Ишембай тарафтарынан да килеп ҡатнаштылар. Йәнә Белореттан, “Иҙел башы” ойошмаһынан тыш, бер автобус тулы башҡорт теле уҡытыусылары килеп төштө. Ҡотлауҙар, шиғыр уҡыуҙар, әлбиттә, күп булды. Дамир үҙе уҡып киткән урыҫ мәктәбе директоры Мәүлиҙә Хәйбуллина менән бер төркөм уҡытыусы сәхнәгә сығып, уға ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе. Кисәлә балаларға ғына түгел, уҡытыусыларҙың үҙҙәренә лә тормош һабағы булырҙай фәһемле шиғырҙар уҡылды. Дамир Шәрәфиҙең шиғриәтен баһалап, киләсәктә уларҙы дәреслектәргә индереү тәҡдимен әйтеүселәр ҙә булды. Сөнки киләсәк — балалар ҡулында. Быға ҡарата шағир үҙе лә: “Бер уйлаһаң, бөтә ғүмер ҡала икән бала саҡта... бала саҡта”, — ти бит.
Йәнле телдә яңғыраған шиғырҙарҙы тыңламайынса, телевизор алдында ултырып ҡына әсә теленә, милләтеңдең мәҙәниәтенә һөйөү уятып була, тиеүселәр хаталана. Ысынлап та, тыуып үҫкән бөйөк илебеҙ менән ғорурланыу, ватансылыҡ, илһөйәрлек тойғолары әсә һөтө, әсә теле аша ғына килә. Шуға күрә ошондай шиғриәт кисәләре туған телгә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Мансур ҺИҘИӘТОВ, “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780