Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөмкинлектәр сикле, тик ихтыярға сик юҡ...
Сәйер инде был яҙмыш тигәнең. Кемгәлер аҡ юл һайлай, кемделер һынауҙар менән күмә. Мәҙинә лә бихисап кәртә әҙерләнгән: йәшләй генә әсәһен юғалта, ире хыянат юлына баҫып, һуңынан эскесегә әйләнә, инде килеп, ҡолонсаҡтай йүгереп йөрөгән балаһы фажиғәле рәүештә яҡты донъянан китә, үҙе лә күреү һәләтенән мәхрүм була һуңғы сиктә... Тик яҙмыш ҡатынды һындыра алмай. Көслө рухлы Мәҙинә кеше булып ҡала белә.
Венера апай менән аралашҡандан һуң уның яҙмышын да ирекһеҙҙән Туфан Миңнуллиндың героиняһы Мәҙинә тарыған хәлгә оҡшаттым. Юҡ, әңгәмәсемә башҡасараҡ кәртәләр осраған шул. Тик Венера Ғәлләм ҡыҙы ла Мәҙинәләй әҙәм балаһы күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтарга баш бирмәй, “Ҡояш булмаһа, ай бар, ай булмаһа, йондоҙ бар!” тип йәшәй.


Етем “кулак балаһы”

Бер ҡараһаң, Венера Абдуллинаның ауыр яҙмышы үҙе донъяға яралмаҫ элек үк башланған һымаҡ. Ҙур һынауҙар уның нәҫеленә ике быуын элек үк килеп ҡағыла. Эшкә шәп, тырыш был ғаилә Стәрлебаш районының Шәкәр ауылында хәллеләр иҫәбендә була. Тик илгә совет осоро килеү менән, үҙенән яҡшы йәшәгәндәрҙе күрә алмаусылар, власҡа һылтанып, бай булмағанын да байҙар рәтенә ҡуйып, һөргөнгә оҙата. Венера Ғәлләм ҡыҙының да әсәһе яғынан өләсәһе-олатаһына “кулак” мөһөрө тағыла. Артабан ғаилә башлығы Ленинград яғына оҙатыла, ә ҡатыны менән балаларын ауылдан пыр туҙҙырып ҡыуып сығаралар. Билдәле, кеше өҫтөндә йөрөгән ғаилә ағзаларын аслыҡ афәте берәм-берәм сүпләп кенә тора. Әйткәндәй, уларға 28 йыл сит тупһа тапарға тура килә.
Ғаилә башлығына 1936 йылда ғына яҡындары янына ҡайтырға насип була — Ибраҡай ауылында төпләнә улар. Йәнә матур тормош ҡороп ебәр ҙә бит, тик ил өҫтөн тағы ҡара болот ҡаплап ала — бер нисә йылдан Германия һуғыш аса.
Абдуллиндарҙың иҫән ҡалған 1923 йылғы ҡыҙҙары 1941 йылда уҡ эшкә оҙатыла, икенсе йылына “кулак”тың үҙен дә ил һаҡларға саҡырып алалар — ғаилә башлығы Курс дуғаһында һәләк булып ҡала.
Маһираға тол ҡалған әсәһе янына һуғыш тамам­лан­ғас та ҡайтырға насип булмай, йәш кенә ҡыҙ 1949 йылға тиклем Ырымбурҙағы Туҡ буйында хеҙмәтен дауам итә. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, тормош тағы бер сама тигеҙләнеп киткән һымаҡ та бит, тик яҙмыш еле уйнай ғына бирә шул — Венера ике генә йәшендә былай ҙа уны яңғыҙы ҡараған әсәһенән мәхрүм ҡала. Һуғыш осоронда, унан һуң күргән михнәттәр Маһираны яҡты донъянан иртә алып китә. Ике йәшлек сабый өләсәһе ҡарамағында тороп ҡала. Үҙе ашамаһа ашамай, эсмәһә эсмәй Әлифә инәй, әммә ейәнсәрен кеше итә — Венераны мәктәпте тик “бишле”ләргә тамамлағандың икенсе көнөнә үк башланғыс кластарҙы уҡытырға саҡырыуҙары быға асыҡ дәлил!

Йәмле яҙҙа йән өҙгөс ваҡиға...

Эшенә тәүге көндән үк мөкиббән бирелә йәш уҡы­тыусы, һәр балаға иғтибарлы булырға тырыша, төплө белем бирергә ынтыла. Артабан дипломлы педагог булыу теләге уны Стәрлетамаҡҡа алып килә. Тик инс­титуттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә Венера, өләсәһенең 9 һум пенсияһына ҡарап ятып ҡына, рәхәтләнеп студент булыуға юл ҡуймай. Ни ҡылаһың, етемлек, ауылдан сыҡҡанлыҡ көсөңдө самаларға этәрә шул.
Ситтән тороп уҡып йөрөгән ҡыҙ аҡсаны урындағы тирмән комбинатында таба. Эшкә маһир йәш кешене, билдәле, һәр кем маҡтап телгә ала, ыңғай яғын һыпырып, ауыр хеҙмәт ҡушыусы етәкселәр ҙә булмай түгел. Венера Абдуллинаның бәләгә тарыуы нәҡ бер ҡатлылығынан килеп сыға ла инде.
...Ҡурҡыныс төш күреп уянып китә ул: йәнәһе, ауылға ҡайтҡан, ә ярты кәүҙәһе өйгә ингән, яртыһы ... тышта ҡалған, имеш. Хәйерлегә юрап, Венера эшкә юллана. Барған саҡта: “Өләсәй менән бер-бер хәл булмаһа ярар ине, иртәгә ялым, иртүк янына ҡайтып китәсәкмен”, — тип үҙ алдына һөйләнә. Эштә күңелһеҙ ваҡиғалар йыш булып торғанлыҡтан, үҙе өсөн дә бер аҙ хафалана.
— Күрәһең, яҙмыш ҡушыуы шулдыр. Ул һаҡлағыста бер көн эшләгәйнем инде, бөгөн икенсе урында булышырмын, тип уйлағайным, әммә етәксе ҡырҡа ҡаршы төштө: кисә булған урынға ебәрҙе. Һаҡлағысты таҙартып йөрөгәндә, өҫкә ҡыш буйы бер туңып, бер иреп торған ҙур көрпә киҫәге ауып китте. Башымды ғына күтәреп өлгөрҙөм, көрпә артта торған ҙур торбаға килтереп ҡыҫты. Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем, — тип иҫкә ала Венера апай арҡа мейеһе генә түгел, ғөмүмән, тормошо ике өлөшкә бүленгән мәлде.
Ике йыл дауаханала ята Венера Ғәлләм ҡыҙы. Билдәле, нервылары үлеү сәбәпле, барыһына битараф була тәүге мәлдә ундай бәләгә тарыған кеше. Табиптар ҙа янынан китмәй, комбинаттан ҡыҙҙар-апайҙар өҙөлмәй, эш урынынан фатир ҙа әҙерләп ҡуйғандар, тик был күренештәр уның өсөн сит кеүек. Ғөмүмән, тормош­ҡа яйлап ҡына ҡайта әңгәмәсем. Хәйер, йүгереп йөрөгән көйө бер көн килеп мәңгелеккә аяҡһыҙ ҡал әле! Хоҙай һаҡлаһын, бындай кисереште һау кеше аңларлыҡ түгел!
Эйе, күпме сабырлыҡ, түҙемлек, тормошҡа һөйөү кәрәк аяҡһыҙ көйө аяҡҡа баҫыу өсөн. Шуға был һынауҙы ошондай бәләгә тарыған һәр кем дә үтә алмай. Кемдер күберәк кеше менән аралашырға, йәмғиәттең уртаһында ҡайнарға ынтылһа, икенселәр урындыҡҡа, түшәккә һыйыныуҙы хуп күрә. Венера апай иһә хәленә тиҙ төшөнә, әммә мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, үҙен сикләп йәшәүгә юл ҡуймай.
Бер нисә тапҡыр тороп баҫып ҡарай Венера Ғәлләм ҡыҙы, аяғын да һындырып бөтә ошо арҡала. Тик, үҙе әйтмешләй, Хоҙай шулай насип иткәндер, бик оҙаҡҡа бармай бындай бәхетле мәлдәр — организмы тың­лашмай ҙа ҡуя.
— Бөтә нәмәнән ваз кисеп, көнө-төнө шөғөлләнгәндә аяҡҡа баҫып була. Бының өсөн махсус программалар ҙа, курстар ҙа бар. Тик минең йәшәү асылым, тормош мәғәнәм бында түгел. Әлдә йәш саҡта уҡ аңлап ҡалғанмын: тормошта һин осаһыңмы-йөрөйһөңмө — был мөһим түгел. Иң төп мәғәнә — артыңдан эҙ ҡалдырыу. Изгелек булараҡ, балаң сүрәтендә лә ҡала ул, — ти Венера апай. Был һүҙҙәрҙән һуң тағы ни өҫтәйһең инде?!

Ике йәшлек сабыйҙың магазинға йөрөгәнен күргәнегеҙ бармы?

Эҙ... Эйе, яҡты эҙ ҡалдырыу — тормоштоң төп мәғәнәһе. Был йәһәттән Венера апай изгелек эҙе лә сәсеп килә, инде ҡыҙын кейәүгә оҙатҡан.
...Владимир исемле егет менән уларҙы әхирәт-дуҫтары таныштыра. Билдәле, башта аралаша йәштәр. Нисек кенә булмаһын, Венера Ғәлләм ҡыҙы һөйгән йәрен һынамай ҙа ҡалмағандыр. Һау-сәләмәт кешенең зәғиф менән сәсен сәскә бәйләүе һәр көн осрай торған күренеш түгел шул. Әммә Владимир бер ҡасан да һынатмай — бар булмышы ғаиләһендә була. Ир менән ҡатынға иш булып ҡыҙҙары донъяға килә. Күрәһең, бала тыуҙырыу теләге шул тиклем көслө булғандыр — Венера апайҙың буйға уҙыуына, сабыйын донъяға килтереүенә һәм үҙе ҡарап үҫтерергә теләүенә табиптар ғына түгел, бөтә йәмәғәтселек аптырамай-һоҡланмай ҡалмай.
Үкенескә ҡаршы, бәхетле тормош ҡына оҙаҡҡа бармай: өйләнешкәс, ун йыл үтеүгә ғаилә башлығы вафат була. Шулай итеп, таянырҙай кешеләрен — өләсәһен, ирен — тартып алып, яҙмыш йәнә сираттағы һынауын ҡуя Венера апайға. Әммә итәгендәге мөхәббәт емешен — кескәй генә сабыйын — ҡосаҡлап ҡалған ҡатын был саҡта ла бирешмәй. Киреһенсә, ҡыҙы Ильвира менән бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәп алып китәләр. Әйтергә кәрәк, был ваҡытта әңгәмәсемдең дөрөҫ тәрбиәһе лә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр. һәр хәлдә, ике йәш ярымлыҡ сабыйҙың магазинға икмәк алырға йөрөүе һирәк күренештер ул. Ни ҡылаһың, тормош шулай ҡоролған: үҙенсәлекле ваҡиғаларҙы ла көндәлеккә әйләндерергә мәжбүрбеҙ ҡайһы саҡ.
Икәүҙән-икәү генә йәшәп ятҡанда Ильвираның үҙ тормошон ҡороп ебәреүе ғаиләгә йәнә бер һынау һымаҡ тойола. Уның әсә ҡанаты аҫтынан сығып киткән мәлде, атап әйткәндә, инвалид яҡын кешеһен ҡалдырыуы хаҡында ла һорашмай булдыра алманым.
— Баштан уҡ: “Мин ҡыҙ үҫтерәм, тимәк, ул ҡасан да булһа янымдан китә”, — тип йәшәнем һәм Ильвираның кейәүгә сығырына әҙер инем. Минән күсеп киткәндә лә риза булып ҡалдым, шуға унда ниндәйҙер үкенес хистәре тойманым. Хәйер, ҡыҙым көн дә килеп тора бит. Хоҙай насип итһен, ваҡыты еткәс, ейәнсәрҙәрем менән дә килә башлар, — тип йылмая Венера Ғәлләм ҡыҙы.
Ванна бар, тик ишеге тар

Эйе, әлеге көндә бер үҙе йәшәһә лә, Венера апай яңғыҙы түгел: ҡыҙы-кейәүенән тыш, әхирәттәре, күр­шеләре өҙөлмәй. Билдәле, яҡын-тирәләге магазиндағы һатыусылар ҙа уны күптән танып тора, шуға уларға икмәк-һөт индереп сығыуы бер ни түгел. Әммә бындай күренеш һирәк икән — әңгәмәсем тик ултыра торған­дарҙан түгел бит, яйы сыҡҡан һайын магазинға үҙе барып килә. Ғөмүмән, баштараҡ әйткәнсә, тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. Кәрәк икән, машинаһына ултырып Өфөгә лә сығып китә ул. Машина тигәндәй, Венера Ғәлләм ҡыҙы рулдә инде 40 йыл. Бынан тыш, ҡала инвалидтары менән тығыҙ бәйләнештә тора. Улар менән аралаша, берлектә хоҡуҡтары өсөн көрәшә.
Эйе, үкенескә ҡаршы: “Инвалидтарға ҡараш үҙгәрҙе!” — тип маҡтанһаҡ та, уларҙы һаман да ишетмәйбеҙ һымаҡ.
— Элек ҡараштарҙан ҡурҡһам да, хәҙер иҫем дә китмәй. Әлбиттә, төрлө саҡтар була. Кемдер иғтибар итмәй, кемдер ярҙамға ашыға. Әрләшкән мәлдәр ҙә юҡ түгел. Йәмғиәт бер төрлө йәшәмәй, шуға уның ҡарашы тотороҡло була алмай. Әммә ҡайһы саҡ ысынлап та хоҡуҡтарыбыҙ өсөн көрәшергә тура килә шул, — ти әңгәмәсем.
Баҡтиһәң, был йәһәттән миҫал артынан йыраҡ китергә лә түгел икән. Венера апайҙың фатирында, мәҫәлән, ванна ла, бәҙрәф тә бар, әммә ... инвалид коляскаһы унда аша үтә алмай. Ишекте киңәйтер өсөн күпме аҡса, ваҡыт һәм нервы сарыф итергә кәрәк? Хәйер, был мәсьәләне ҡуҙғатҡас, Венера Ғәлләм ҡыҙына: “Был стеналар ҡап формаһында эшләнгән, уларҙы емерергә ярамай”, — тип яуап биргәндәр.
Бер фатир ғына булһа икән дә, урындағы поликли­ни­каларҙа ла шундай уҡ хәл: йә пандустар текә, йә баҫҡыстарҙың тотҡостары тотонорға уңайһыҙ. Ғө­мү­мән, миҫалдарҙы күп килтерергә булыр ине. Иң мө­һиме — шарттар күҙ буяу өсөн генә булдырылған һымаҡ. Дарыуҙар, башҡа медицина ярҙамы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Ошондай етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, саҡ ҡына булһа ла үҙе һымаҡ хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында аяҡтары йөрөмәгән көйө бер туҡтауһыҙ саба ла саба инде Венера Абдуллина.

Донъя мәшәҡәттәрҙән тора

Әлбиттә, был яҙмама Венера апай һөйләгәндәрҙең барыһы ла инмәне. Бер шәхес миҫалында ғына ла яҙмыш, ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшеү хаҡында, хәйер, бер китап яҙырлыҡтыр ул. “Башҡорт Корчагины” Ибра­һим Ғиззәтуллиндың “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” тигән романы күптәргә таныштыр. Бына шул романдағыса Венера апай “үлгәндән һуң” инде 45-се йыл ғүмерен кисерә, иншалла, яҙылмаған тағы бик күп биттәре булһын әле. Әммә ул биттәр йәмғиәттең инвалидтарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәте хаҡында ғына яҙылһын ине.
...Донъя мәшәҡәттәргә күмелгән. Тик ниңәлер шул мәшәҡәттәрҙе үтә алмаҫлыҡ кәртәләргә тиңләргә күнеккәнбеҙ. Ғаиләлә тауыш ҡуптымы — “талаҡ”, эштә күңелһеҙ хәл килеп сыҡтымы — “китәм” тигән ғариза. Ә шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа әҙәм балаһы күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы йырып йәшәүселәр ҙә юҡ түгел. Шундайҙарға ҡарайһың да, алға ҡуйылған кәртәләр ваҡ мәшәҡәттәй тойола һымаҡ. Венера апай әйтмешләй, тормошто ярата беләйек, йәмәғәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779