Нурлы йорт
Беҙ бәләкәйерәк саҡта кешеләр ҙә “бәләкәйерәк”, йәғни ябайыраҡ, бер-береһенә ҡарата игелеклерәк һымаҡ ине. Хәҙер ҡоймалар ҙа, ҡапҡалар ҙа бейегерәк, көнитмештәребеҙ ҙә яҡшыраҡ, ризыҡ та мул. Уның ҡарауы, изгелектәр кәмегәндәй, күңелдәр тарайғандай, ҡатыланғандай…
…Беҙҙең күршелә бик ҡотло бер йорт булды. Йомабикә инәй менән Сәлих бабайҙарҙыҡы ине. Тыштан дә, эстән дә ҡупшы, йыйнаҡ һәм таҙа була торғайны ул өй. Шунда инге генә килеп торор ине. Ысын-ысындан нурлы, күркәм булды. Стенала – аллы-гөллө аҫалы балаҫтар, ҡорамалы түшәктәр, эре биҙәкле мендәрҙәр йыйылған һандыҡ... Аҫалы балаҫ, матур итеп ҡоралған түшәктәр йәйелгән урындыҡта ап-аҡ һаҡаллы, түбәтәйле, кәзәкейле бабай – Сәлих апа. Һәр кесе йомала әсәйем, апайым менән икебеҙҙе таҙа итеп кейендереп, 10 йәки 15 тинлек аҡсалар тоттороп, хәйер бирергә ебәрә. Сәлих бабай хәйерҙе ҡабул итеп, доға ҡыла, унан башыбыҙҙан һыйпап, сәс араларына өрә. Беҙгә шул тиклем рәхәт… Йомабикә инәй бәлеш телеме йә май һыланған икмәк тоттора һала, буш сығармай.
Төпкө яҡтарындағы мейестәре үҙе бер сәнғәт әҫәре кеүек була торғайны уларҙың – ҡәҙимгесә дүрткел түгел, өсмөйөш һымағыраҡ. Шәм, самауыр ҡуя торған урындары ла бар. Ә мейес үҙе ап-аҡ, күҙ сағылмалы. Өй сынъяһау итеп йыйыштырыла. Тәҙрә төптәрендә гөлдәр гөрләп сәскә атып ултыра. Нағышлы тәҙрә пәрҙәләренән дә сафлыҡ бөркөлә.
Быларҙы һөйләүем, әлеге лә баяғы, күңел киңлегенә, изгелек төшөнсәһенә бәйле бер ишеткәнемә барып тоташтырыу өсөн. Инәй менән бабайҙың килендәре Таңһылыу еңгәйҙең һүҙ ыңғайында ғына ҡушып ебәргән бер кәлимә һүҙе сәбәпсе булды ҡәләмгә тотонорға. Шул иҫемә төшкән һайын Сәлих бабай менән Йомабикә инәйгә ҡарата ихтирамым нығына ғына.
— Ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәгәндә, аш бешерһәк, ҡәйнәм бер сеүәтә ашты айырып мейес плитәһенә ултыртып ҡуя торғайны. Килен, был аш ошонда торһон, Хәжирә (минең әсәйем) һыуыҡта арып, асығып эштән ҡайтып барһа, тәҙрә шаҡып индерербеҙ, тамаҡ ялғап, һурпа эсә һалып сығыр, исмаһам, эше ауыр бит, ти торғайны, – тигәйне күрше еңгәй.
Ошо ихласлыҡ хәтеремдән сыҡмай…
Әсәйем ул мәлдәрҙә фермала эшләй торғайны. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла резина итек кейеп, ферманан сәсәй-сәсәй ҡайтып ингән мәлдәре хәтерҙә. Хәйер, өйгә ингәнгә тиклем ҡураһындағы ишле малын ҡарап, уларға бесән һалып, һыу эсереп өлгөрә. Ауыл ерендә яңғыҙ донъя көтөүҙәре, ай-һай, ауыр булғандыр… Ғаилә лә ишле генә, биш бала бер әсәйгә ҡарап тора.
Бер мәл сусҡа бәрәсе һатып алғаны хәтерҙә. Файҙа күрҙекме-юҡмы, уныһы миңә ҡараңғы. Ләкин Сәлих бабайҙың әсәйемә ҡабат сусҡа аҫрамаҫҡа ҡушҡанлығын әсәйемдең үҙенән ишеттем. “Һиңә бармай ул” тигәнерәк хәбәр әйткән. Күрәҙәлеге лә булдымы икән әллә, сөнки әсәйем, шөкөр, олоғая килә, дин юлында – биш намаҙын ҡалдырмай, әруахтар рухына аяттар бағышлай, Йомабикә инәй менән Сәлих апа рухына ла аяттар уҡып тора.
…Теге нурлы йорт хәҙер юҡ инде. Ләкин ул өй ҙә, унда йәшәгән изге күңелле кешеләр ҙә күңелемдә йәшәй. Эйе, өйҙәр бәләкәйерәк булһа ла, күңелдәр бөйөгөрәк булған икән элегерәк, тип уйлап ҡуям…
Замана фетнәләреИхатаһында тауыҡ ҡына тотҡан яңғыҙ йәшәгән бер инәй урамда һатып торған кешеләрҙән ике биҙрә бойҙай һатып ала ла, тоҡҡа һалып, өйөнә юллана. Артынан башланғыс класта уҡыған ике малай ҡыуып етә. “Өләсәй, ҡана, үҙебеҙ алып барып ҡуяйыҡ”, – тиҙәр. “Юҡ-юҡ, ҡайтып етеп барам бит инде, ауыр түгел ул”, – тип инәй тоғон бирмәй тартҡылашһа ла, малайҙар ныҡышып, тоҡто инәйҙең иңенән һалдырып алып, өйөнә илтәләр. “Һай, афариндар!” тип, малайҙарҙың изгелеге өсөн ҡыуанып, ошо урында нөктә ҡуйғанда ла булыр ине. Тик… Ана шул “тик” ҡәләмгә тотонорға мәжбүр итте лә инде.
Ҡапҡа төбөнә барып еткәс, инәй, ауыл ғәҙәте буйынса, ярҙамсыл балаларға кәнфит һуҙа. “Юҡ, кәнфит кәрәкмәй, икебеҙгә лә 20-шәр һум бир”, – тип тормаһынмы “игелекле” балалар. Инәй аптырауынан ултыра төшә яҙа. Һуң үҙем алып ҡайта алам, тигәйнем дә баһа, тип, илай яҙып, тегеләргә 10-ар һум аҡса бирергә мәжбүр була.
Дошмандан дуҫ яһау өсөн алтын аҡыл кәрәк!Бик бәхетлемендер, тимен. Сөнки бөгөн, был кеше – минең дошманым, тип бармаҡ төртөп күрһәтерлек күрә алмаған кешем юҡ. Бер ауыҙ йылы һүҙ менән төптө ят кешене дуҫ итергә лә, бер яңылыш ысҡынған һүҙ менән дошман итергә лә мөмкин.
…Ҡыҙым мәктәптән кәйефһеҙ генә ҡайтып инде. Бер аҙ йөрөгәс, сере лә асылды. Фәлән ҡыҙ мине дошман күрә, яратмай, ти. “Бәлки, һиңә шулай тойола ғыналыр, улай күрә алмаҫҡа нигеҙ бармы һуң?” – тип һорайым. Теге яурынын ғына һикертә. Күрәһең, үҙ-ара нимәлер булған, ләкин һөйләгеһе килмәй. “Ҡыҙым, һин иртәгә бар ҙа уға берәй йылы һүҙ әйт йәки йомшаҡ ҡына итеп һөйләшеп, кәрәкмәһә лә, берәй китапмы, ручкамы һорап торған бул. Биреп торһа, кире тапшырғанда шатланып рәхмәт әйтеп бир. Кешегә үҙенән артығыраҡ һәйбәт булһаң ғына дуҫлыҡ барлыҡҡа килә”, – тинем. Ҡыҙым шулай иткән дә. Аҙаҡ теге ҡыҙ менән бик яҡын әхирәттәр булып киттеләр.
Ҡырға уҡырға китергә булғас та, аманат һандығына түбәндәге кәңәште өҫтәнем: “Ҡырҡ ерҙән килгән ҡырҡ ата балаһы араһына бараһың, һүҙ күтәрергә өйрән. Оҡшамаған һүҙ ишетһәң, ишетмәгәнгә һалыш. Асыу – алдан, аҡыл – арттан. Асыуың баҫылғас, төптө икенсе һүҙ ҡуш та ҡуй теге хәбәр эйәһенә”.
Дуҫтан дошман яһау өсөн аҡыл кәрәкмәй, дошмандан дуҫ яһау өсөн алтын аҡыл кәрәк!
Йәшәй-йәшәй шул хәҡиҡәткә төшөндөм – кешенең иң ҙур дошманы – үҙе. Сөнки ниндәй көслө дошманды ла еңеп була: ҡорал менәнме, аҫтыртын мәкер менәнме, кеше яллапмы… Ә бына үҙеңде ошоларҙың береһен ҡулланып та еңеп булмай, бары тик үҙең менән шәхсән үҙеңә көрәшергә генә ҡала. Үҙеңде, үҙеңә оҡшап етмәгән ҡылыҡтарыңды еңә алһаң, һин – Кеше! Тимәк, һиндә ихтыяр көсө, рух бар.
“Һөйөнсө – трактор тыуҙы!”Күрше райондың бер ауылында булған хәл. Өс-дүрт ир эсеп ултыра, ти. Үтеп барған берәү, нимә көпә-көндөҙ эсеп ултыраһығыҙ, тигәс, тегеләр, бына “Беларусь” тыуҙы, шуны йыуабыҙ, тип яуаплағандар. Ҡайҙа һуң тракторығыҙ, тигәс, күмәк көлөү яңғыраған. Баҡһаң, был ауылда Әсәлек капиталына һәр ғаилә тиерлек трактор ала икән. Ир-аттарҙың ғаиләлә икенсе бала тыуыу ҡыуанысын, йәғни “трактор тыуыу”ҙы йыуып ултырыуҙары булған.
Йәнә бер ирҙең ҡатынын икенсе бала табырға өгөтләгәнен дә лаҡапҡа әйләндергәндәр. “Өйҙөң башы ла, машина ла иҫкергән, һин нимә уйлайһың?” тигән лаҡап йөрөй был ауылда.
Ирекһеҙҙән, күңелһеҙ фекер килә башҡа: ғәҙәттә, күп ғаиләләрҙә ата-әсә бала өсөн аҡса тапһа, бәғзеләре аҡса өсөн бала табамы икән әллә?..
Фани ғына был донъя…Кешегә был донъяла ифрат күп кәрәк: күршенекенән ҙурыраҡ өй кәрәк, елдереп йөрөү өсөн машина кәрәк, ятып йоҡлау өсөн йомшаҡ түшәк, ултырып ашау өсөн заманса өҫтәл-ултырғыс… Ә донъя ҡуйғас, шул тиклем әҙ кәрәк – метр ярым майҙан етә… Уныһы ла ерҙең өҫтөндә түгел, аҫтында… Бүтәндәрҙең уның тураһында яҡшы һүҙҙәр һөйләп, доға-аят бағышлатып тороуы кәрәк. Ер өҫтөндә саҡта байлыҡтың теләгәнен булдырырға мөмкин – хәләл аҡса менәнме, урлапмы, талапмы, алдапмы… Шулай ҙа намыҫлы хеҙмәт, ике ҡул көсө менән генә үтә бай булып китеп булмай. Шөкөр итерлеге булһа, шул да етә былай. Нәфсеңде шаштырмауың шарт. Шулай ҙа сосораҡ, һөмһөҙөрәк, бурыраҡ булғанда, әҙәм күҙен ҡыҙҙырырлыҡ итеп йәшәргә була. Ә бына кеше хәтерендә ҡалыу өсөн ул тиклем күп байлыҡтың булыуы ла шарт түгел. Кешегә ҡылған ябай ғына изгелек, яҡшылыҡ, ярҙам да етә. Ҡыҙыҡ был донъя – әҙәм балаһы донъя ҡуйған минутынан ғүмере буйы йыйған байлығына ла, күҙ ҡыҙҙырыр донъяһына ла үҙе хужа түгел, хатта ләхете алтын булһа ла…
Үткән йыл изге ураҙа айында бер яҡын әхирәтем олатаһы рухына ҡорбан салдырҙы. Икенсе көнөнә әсәһенең төшөнә инеп, олатаһы рәхмәтен еткереп: “Рәхмәт ҡыҙыма, миңә байтаҡҡа етерлек ризыҡ булды”, — тигән. Донъялыҡта ахирәт тураһында ла уйланырға, әруахтар хаҡында ла онотмаҫҡа ишара тип ҡабул иттем быны.
Мине ҡасан илатаһығыҙ…Мәктәптә ата-әсәләр йыйылышы бара. Бер уҡытыусы балаларҙың тәртибенә зарлана. Ирекһеҙҙән, үҙемдең уҡытҡан саҡтарым иҫкә төштө.
Мәктәпкә эшкә барҙым. Яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлағанмын. Йәш саҡ. Дәрестәр бүлеп бирҙеләр. Илһамланып, балалар уҡытырға атлығып йөрөгән мәл. Директор саҡырып алып:
“…сылар — ауыр ғына класс. Йәш уҡытыусыларҙы тыңламай ыҙалата торған ғәҙәттәре бар. Уларҙан иламай сыҡҡан йәш уҡытыусы булманы. Түҙергә тырыш”, – тип “фатихаһын” бирҙе.
Индем теге яманаты сыҡҡан класҡа. Ҡәҙимге генә, матур ғына балалар, бер ҙә ғазраилға оҡшамағандар. Нимә әйтһәм, шуны үтәп ултыралар. Артыҡ тауыш-тын да һиҙелмәй. Ә мин быларҙың мине ҡасан маҙаһыҙлай башларҙарын көтәүелләберәк йөрөйөм. Дәрестәр ҡәҙимгесә үтә. Уларҙы ҡыҙыҡһындырған төрлө темаларға ла һөйләшеп алабыҙ. Шулай аҙнанан артыҡ ваҡыт үтте. Юҡ, илатырға уйламайҙар ҙа. Ә бит көтөүе еңел түгел. Билдәһеҙлек теңкәгә тейә башланы… Шулай ҙа илаттылар улар мине…
Ахыры, бер көндө түҙемлегем шартлап һынды. Йәшерәк, тәжрибәһеҙерәк саҡ бит инде. “Һеҙ мине ҡасан илатаһығыҙ ул? Элек йәш уҡытыусыларҙы гел илатып сығарғанһығыҙ түгелме һуң?” – тинем дә ҡуйҙым.
Барыһы ла бер мәлгә генә тын ҡалды, унан йылмайып ебәрҙеләр. Араларындағы иң сос, атаманыраҡ малайҙан ишетергә яҙҙы һорауыма яуапты. Хәйер, яуап та бик ҡыҫҡа ғына булды: “Апай, кешеһенә ҡарап”.
Шул минуттан был балалар миңә тағы ла яҡыныраҡ булып китте. Көсөргәнешлек шартлап һынды. Ҡыуанысым йөҙөмә лә бәреп сыҡты шикелле. Был юлы инде улар илатмаһа ла, күҙҙәремдән йәш атылды.
БабайЭлек беҙгә, бөрйәндәргә, баш ҡалаға йөрөү өсөн Өфө — Сибай поезы төп транспорт ине. Бер мәл ҡапыл ғына ҡайтырға кәрәк булды. Алдан алып ҡуймағас, көнөндә поездың плацкарт, дөйөм вагондарына билет булмай сыҡты, купеға ғына бар. Кәрәк тирәк йыҡтыра – студенттың кеҫәһе самалыраҡ, бындай вагонға билет ҡиммәтерәк булһа ла, бүтән юл юҡ – алдым. Вагонға индем, купены эҙләп таптым. Бәй, юлдаштарымдың өсөһө лә ир-ат. Баҙап ҡалғанымды белдермәҫ өсөн: “Здравствуйте!” – тип тегеләрҙе елле генә сәләмләп, тыныс ҡына урынлаштым. 30 йәштәрҙәге ике ир — урыҫ, ә миңә ҡаршы ултырған 70 йәштәрҙәге бабай ҡаҙаҡмы, башҡортмо. Ҡара йылтыр битле, кешегә сәнсә ҡарап ултыра. Ингәндән алып минән күҙен алманы тиерлек. Башҡа һәр төрлө уй килә башланы. Поезға бит төнгә ҡарай ултырҙым, шулай булғас, ошо кешеләр араһында йоҡларға ла тура киләсәк. Теге ике урыҫтың миндә артыҡ эше лә юҡ һымаҡ, ҡайҙан, кем булыуымды һорашып ултырҙылар ҙа, үҙҙәре менән һөйләшкем килмәгәнде аңлапмы, артыҡ борсоманылар. Унан ашана башланылар, миңә лә тауыҡ бото тәҡдим иттеләр, ләкин мин баш тарттым. Һөйләшә-һөйләшә бер аҡбаштың да башына еттеләр. Ә бына теге бабай һаман минән күҙен алмай. Аптырауға ҡала, ҡурҡа башланым. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәй, әүәле йәш кенә башҡорт ҡыҙҙарын көсләп ҡаҙаҡ ҡарттарына кейәүгә биргәндәре тураһындағы хикәйәттәр иҫкә төшөп ҡуя. Урыҫтар мөмкин тиклем оҙағыраҡ ултырһын ине өҫтәл янында, тип уйлайым. Мәҙәниәтле кешеләр булып сыҡты юлдаштарым – эскәндәрен буйҙарына һеңдереп, урындарына менеп тә яттылар, лауылдашып ултырманылар. Ә бабай ултыра бит, ултыра…Улай-былай бик мәшәүҙән түгеллегемде күрһәтергә теләп, ныҡ-ныҡ баҫып йөрөп, йоҡларға урын әҙерләнем. Һаман ултыра бит күҙ көйөгө булып. Мин ятырға булғас, шулай ҙа сығып торҙо. Серем итеп киткәнмен. Төндә уянып китһәм, поезд үҙ көйөнә генә елдерә, өҫтәге эләүкәләге юлдаштарым йоҡлай. Ә бабайым… һаман ултыра… Йәнә йоҡлап киткәнмен. Былай ҙа ҡыпандап ҡына ятҡас, кемдеңдер ҡағылыуына күҙҙе лә асмаҫтан һикереп тороп ултырҙым. Йөрәк ярыла яҙҙы – теге бабай миңә эйелеп тора икән.
– Ҡыҙым, поезд оҙаҡ туҡтап торасы, һинең туҡталышың түгелме? Йоҡлап, үҙеңдең төшә торған ереңде үтеп китмә, – тигән була.
Үрелеп тәҙрәнән тышҡа күҙ һалдым. Инйәр икән. Эйе, унда оҙаҡ ҡына туҡтап тора шул поезд. Тимәк, әле ике сәғәт самаһы бар Белоретҡа тиклем. Кире йоҡлап киткәнмен. Белоретҡа етәрәк проводница килеп уятты. Йыйына башланым. Минән былайыраҡ бабай йөрәкһеп китте, егеттәрсә етеҙлек менән бер сумкамды ла эләктереп алды. Йүнле йоҡо бирмәгән бабайға йән көйөбөрөк ишеккә атланым. Хушлашҡанда бабай: “Йәп-йәш кенә мосолман ҡыҙы булғасһың, анауы урыҫтарҙан ҡыҙғанып, төнө буйы һаҡлап сыҡтым үҙеңде, балам. Хәҙер әҙерәк серем итеп алырмын инде”, – тимәһенме. Биттәрем янып китте. Оялыштан. Оло кеше тураһында әллә нимәләр уйлап бөткәнем өсөн. Ярай әле, таң ҡараңғылығы ҡуйы ине. Юғиһә битемдең ҡыҙыллығынан донъя ҡыҙарыр ине… Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды.
Әсәйҙән аҡса алмаҫҡа!Әсәйемде ауылға алып барырға булдым. Яғыулыҡ ҡойоу станцияһына еткәс, әсәйем: “Ҡуй, мине гел бушлай йөрөтәһең, мә, был юлы үҙем заправить итәм, һин дә бала уҡытаһың”, — тип 500 һум аҡса һондо. Юҡ-юҡ, тиһәм дә, аҡсаны алдыма һалды. Быға тиклем алғаным булмаһа ла, ныҡышҡас, көлә-көлә, ярай һуң улай бай булғас, тип, аҡсам булһа ла, 200 һумын алдым. Әсәйемде һәйбәт кенә алып барып ҡайттым да машинамды гаражға индереп ҡуйҙым. Иртәнсәк сығыуға бер тәгәрмәсем бушаған ине. 200 һумға тәгәрмәс ремонтлатырға тура килде.
Икенсе юлы әсәйемде бер ауылға алып барырға кәрәк булғас, ул тағы аҡса һондо. Ныҡ үтенгәс, тағы 200 һумын алдым. Иртәнсәк эшкә сығайым тиһәм, тәгәрмәсем бушаған. Тағы 200 һумға ремонтлатырға кәрәк булып сыҡты.
Ошо хәлдәрҙән һуң үҙемә һүҙ бирҙем – әсәйемдән юл өсөн аҡса алмаҫҡа! Әсә хаҡы тигән нәмә бар бит. Хоҙайҙың иҫкәртеүе тип аңланым быны. Иң ҡыҙығы шунда: йәнә Хоҙай мине зыян булмаҫлыҡ ҡына итеп иҫкәртте – тәгәрмәстәрем юлда бушаманы, гаражда ғына тын сығарып ултырҙы.
Юҡҡа ғына, йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, тимәгәндәрҙер.