Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илһам ала улар Ағиҙелдән, Каманан
Илһам ала улар Ағиҙелдән, Каманан “Әҙәби нағыш” марафоны Краснокама районына килеп еткәнен хәбәр иткәйнек инде. Был көн урындағы әҙәбиәт һөйөүселәр һәм бигерәк тә баш ҡалабыҙҙан килгән ҡунаҡтар өсөн үтә көсөргәнешле булды. Хужалар төш алдынан әҙәби эстафетаны Нефтекама ҡалаһы вәкилдәренән ҡабул итеп алды ла бер нисә сәғәттән Әҙәбиәт йылы һәм марафон символы – Йылъяҙма-китапты – республикабыҙҙың иң йәш ҡалаларының береһе булған Ағиҙелгә тапшырып та ҡуйҙы.


Әлеге хәлгә башта уҡ аңлатма биреп китеү урынлы булыр. Бы­нан алда яңауылдар эстафетаны 18 сентябрҙә ҡабул итеп, уны ун көндән һуң ғына Нефтекамаға тапшырһа, дүшәмбенән һуң бер тәүлек эсендә Йылъяҙма-китап өсөнсө “хужаһын” тапты. Был бер ҙә Нефтекама ҡалаһы һәм Краснокама районы етәкселәре иле­беҙҙә һәм республикала иғлан ителгән Әҙә­биәт йылына, уға арнап үткәрел­гән “Әҙәби нағыш” марафонына кире ҡарашта тора тигәнде аңлатмай. Сәбәп баш­ҡа­ла — ошо мөһим сара башында то­роусы ҡайһы берәүҙәрҙең ойош­тороу эштәрен урындарға Өфө­нән матур һәм ҡәтғи итеп яҙыл­ған рәсми хаттар ебәреү ме­нән алмаштырыуында. Был йә­һәттән былтыр үткән “Мәҙәни ма­рафон” иҫкә төшә: Нефтекама ҡа­лаһы вәкилдәре эстафетаны апрель башында 400 саҡрымдан алыҫыраҡ ятҡан Салауат районына алып барып тапшырғайны. Сарала ҡатнашҡан йөҙгә яҡын һәүәҫкәр артист, шул иҫәптән балалар ҙа, ойоштороусылар “ярҙа­мы” менән тәүлек­тән артыҡ сәйә­хәттә булып ҡайтты. Быйылғы эстафета былай ут күршеләргә күсте, шулай ҙа һәр кемдең өлөшө үҙенеке икән – ун көндән алып бер нисә сәғәткә тиклем...
Илһам ала улар Ағиҙелдән, КамананНисек кенә булмаһын, йыр-моң­ға маһир, ойоштороу мәсьәлә­лә­рендә күптәргә өлгө крас­но­камалар үҙҙәренең әҙә­би­әткә лә битараф түгеллеген ҡыҫҡа ғына ваҡытта төрлө яҡлап күрһәтергә өлгөрҙө. Әҙәби делегация ағза­лары Марсель Сәлимов, Радик Хәкимйән, республика Милли әҙә­биәт музейының өлкән ғилми хеҙ­мәткәре Регина Фазылова көн барышында бер саранан икен­се­һенә йүгереп тигәндәй йө­рөнө. Ысынлап та, гәрәй һәм йәнәй баш­ҡорттары төбәге булған Ағиҙел һәм Кама буйҙары талант­тарға бай. Йырсыларҙы ғына ал­ғанда ла, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Та­тарстандың халыҡ артисы Әл­фиә Авзалова, Баш­ҡортостандың ха­лыҡ артисы Филүс Гәрәев – крас­нокамаларҙың ғорурлығы. Яҡ­таш­тары шулай уҡ Марий Иле Республикаһының халыҡ яҙыу­сыһы Александр Юзыкайнды (Янаҡтай ауылы), Татарстандың билдәле шағиры һәм драматургы Ғәмир Насыриҙы (Иҫке Йәнйегет ауылы) оло хөрмәт менән иҫкә ала. Ошо шәхестәргә, шулай уҡ уҙған XX быуатта башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә ижад иткән, араларында СССР-ҙың Яҙыу­сы­лар һәм Журналистар союздары ағзалары булған тағы ла ике тиҫтәгә яҡын әҙип һәм журналисҡа арнап Әҙәбиәт йылы айҡанлы мәктәптәрҙә һәм китапханаларҙа махсус күргәҙмәләр ойош­торол­ған. Был ижадсыларҙың исем-шә­рифтәре “Краснокама райо­нының әҙәби картаһы”нда лайыҡлы урын алған, уларҙың күптәре хаҡында материалдар, шул иҫәптән донъя күргән әҫәрҙәре район мәҙәниәт һарайы фойеһында ла ҡу­йыл­ғайны.
“Әҙәби нағыш” марафонының төп маҡсаты – республиканың район һәм ҡалаларында йәшәүсе ижадсыларҙы бергә туплау, ҡәләм тирбәтеүселәрҙең яңыларын та­быу, уларға кәрәгенсә ярҙам күр­һә­теү. Шуға ла баш ҡала ҡу­наҡ­тары тәүҙә “Кама таңдары” район гәзите редакцияһына юлланды. Бында үҙҙәренең баш­ҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә яҙылған шиғри һәм сәсмә әҫәр­ҙәрен инде апаруҡ ваҡыт ҡағыҙға теркәүселәр йыйылғайны. Улар араһынан Гөлнара Ғүмәрова, Гөлназ Ғафарова, Нәжиә Басирова, Юрий Якубов һәм Любовь Беляеваларҙың ҡулъяҙмаларына ентекле анализ яһалды. Тәүге өсәү нәҡ шул көндө үҙҙәренең “Башҡортостан” гәзитендә баҫыл­ған ижад емештәрен күреп икеләтә ҡыуанды.
Район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин, предприятие һәм учреждениелар, йәмәғәт ойош­малары етәкселәре Краснокама ерендә тыуған Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләй­мәновтың һәйкәленә, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған­дарға арнап ҡуйылған мемо­риал­дарға сәскә һалып, батырҙарҙы хөрмәт менән иҫкә алғандан һуң, әҙәби байрамда ҡатнашыусылар мәҙәниәт йортона “Краснокама районының әҙәби картаһы” тип исемләнгән “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылды. Үҙәк китапхана хеҙмәт­кәрҙәре әҙерләгән был сара Ағиҙел һәм Кама буйҙарында тыуып, ошондағы хозур тәбиғәт­тән илһамланып ҡулына ҡәләм алған, төрлө телдә һәм илебеҙҙең төрлө тарафында, шул иҫәптән Краснокама ерендә йәшәгән бер нисә быуын әҙиптәргә арналды. СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы Павел Куликовтан башлап, өс тиҫтәгә яҡын шағир һәм яҙыусының исеме аталды, улар­ҙың ижадына байҡау яһалды. “Түңәрәк өҫтәл” эшендә Кама йылғаһының ҡаршы ярында урынлашҡан Удмурт Республи­каһы вәкилдәренең – Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, халыҡ-ара Пен-клубтың Удмурт бүлексә­һе президенты, “Инвожо” йәштәр журналының баш мөхәррире, шағир һәм прозаик Петр Захаров һәм шул уҡ баҫманың баш мөхәррир урынбаҫары, шағир һәм тәржемәсе Лариса Орехованың – ҡат­нашыуы “Әҙәби нағыш” мара­фонының Краснокама районын­дағы туҡталышына үҙенсәлек өҫтәне.
Байрамдың әҙәби эстафетаны Ағиҙел ҡа­лаһына тапшырыуға ба­ғышланған өлөшөндә мәҙәниәт һа­райының оло сәхнәһенән Краснокама районы ойошторолоуға 85 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған “85 һүҙҙән шиғыр” ижади бәйге­һенең йомғаҡтары иғлан ителде. Еңеүсе Гөлнара Ғүмәроваға, Элина Йыһаншинаға һәм Гөлназ Ғафароваға махсус дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Райондың үҙешмәкәр артистарының сағыу сығыштары ижадсыларға, мәҙә­ниәт һәм китапхана хеҙмәткәр­ҙәренә, уҡытыусыларға, залда йыйылған барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә яңынан-яңы хеҙмәт дәрте өҫтәне.

* * *
“Әҙәби нағыш” марафоны Ағи­ҙел ҡалаһынан һуң Борай райо­нын­да дауам итте. Баш­ҡорт­ос­тандың башҡа төбәк­тәрендәге кеүек, байрам саралары бында ла гөрләп торҙо. Ҡәләм тибрәтеүсе йәштәргә яҙыу­сы һәм шағирҙар Айҙар Хөсә­йе­нов, Рәмил Йәнбәк, Фәниә Ғө­бәй­ҙуллина, Светлана Ғафу­рова, Дилбәр Булатова, Олеся Әхмәтрәхимова их­лас кәңәштәрен бирҙе, яу батырҙары хөрмә­тенә асылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды, музейҙа һәм китапханала уҡыусылар менән осрашыу булды. Һуңынан Өфө ҡунаҡтары йәмле “Аҡҡош күле” буйына барып, уның шифалы һыуын уртланы, мауыҡтырғыс леген­даһы менән танышты.
Кисен район мәҙәниәт һара­йында әҙәби марафондың символы – Йылъяҙма-китап – Ҡалтасы районына тапшырылды.

Ансар НУРЕТДИНОВ, “Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779