Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәббәткә тулы миҙгелдәр
“Хәтер мәле” китабын ҡулыма алып, тәүҙә уның тышлығына иғтибар иттем: ҡуйы йәшел, зәңгәр төҫтәр ярҙамында осло ҡая тау менән тымыҡ һыу төшөрөлгән. Асыҡ пейзаж күренмәһә лә, һыҙаттарҙа ниндәйҙер сихрилек бар. Шундай параллель күҙ алдыма килде: тормошта һәр осраҡта ла үҙен тыныс тотҡан, эшен уйлап башҡарған шағирҙың күңел тәрәнлеге, уйсанлығы китабының тышлығында ла сағылыш тапҡан кеүек. Үҙенең серлелеге менән ылыҡтырған йыйынтыҡтағы поэтик әҫәрҙәр микротемаларға бүленгән. Шиғырҙарҙы уҡый башлау менән тышлыҡтағы һыуҙың тәрәнлеген, олпат ҡая тауҙың бейеклеген аңлайһың кеүек — шағир күңеленә байҡау яһайһың.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор, шағир Риф Әхмәҙиевтең ижади ҡарашы әҙә­биәтебеҙҙең башҡа ир-уҙаман шағирҙа­рынан үҙенсәлекле лирик фе­кер­ләүе, хис-тойғоларының ташып тороуы, уларҙы шиғырҙа асыҡ сағылдыра алыуы менән айырылып тора, минеңсә. Шағир күңеле балаларса эскерһеҙ һәм ябай, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡарата һөйөү менән һуғарылған — быны шиғырҙарҙы бер тында уҡығанда тояһың. Тормоштоң берәй хәл-ваҡиғаһына, йәмғиәттәге күренештәргә ҡарата “күңел ауазы” булған әҫәрҙәр ҙа байтаҡ. Шиғырҙарҙа образдар көслө, ритм, рифма йырлап тора. Уларҙың күбеһенең йырға һалыныуы ла юҡҡа түгелдер.
Автор кешелек һорауҙарына яуап эҙләү, тыуған яҡҡа, яратҡан йәренә бағышланған шиғырҙар аша уҡыусы йөрәгендә йылы хис-тойғо уята. Шул уҡ ваҡытта әҫәрҙәрендә “сер йомоу” принцибын ҡулланып, нимәнелер әйтеп бөтөрмәй, ҡыҙыҡһыныуҙы ҡуҙғата.
“Хәтер мәле” шиғыры лайыҡлы рә­үештә китаптың исеме итеп һайланған, минеңсә. Лирик герой малай сағын иҫкә төшөрә, бала сағына ҡайтып әйләнә. Ул тирә-йүнгә малай күҙлегенән ҡарай, тик үткәне хәҙергеһен танымай. Бәләкәй саҡта һыуҙың таҙалығына шик юҡ, хәҙер “һыуын эсерлек түгел”, етмәһә, һайыҡ­ҡан, “ҡанаты ҡатҡан ҡоштарҙың хәле осорлоҡ түгел”, ти — уны глобаль мәсьәләләрҙең береһе булған экология ла борсой.
Риф Барый улының ғүмеренең төрлө осорондағы кисерештәре, үҙ-үҙе йәки йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәр менән бәрелешен тасуирлаған шиғырҙарҙы “хәтернамә”ләр тип атарға була. Сөнки китап йөкмәткеһенең ҡыҙыл ебе хәтер мәленә нигеҙләнгән.
Хәтер мәле,
Бала сағым булып,
Ғүмерем буйы килә оҙатып... —
ти ул.
Тыуған ауыл темаһы — поэзияла сағыу күренеш. Һәр кемдең күңелендә бәләкәй Ватанына ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ йылы тойғо һаҡлана. Һуңғыһы йәшкә буйһонмай, ә уйҙар мәле сыҡҡан һайын тыуған яҡтарға алып ҡайта. Шиғырҙар менән таныша-таныша китаптың тышындағы тауҙы “Тағанай”ы итеп таныйһың.
Үткәндәрҙән ҡалған хәтирәләргә бирелеп, донъяның фанилығын тойоп яҙылған шиғырҙа ниндәйҙер һағыш та сағыла һымаҡ. Ғөмүмән, лирик геройҙың күңеле һағышҡа тулышһа ла, киләсәккә өмөт бар тип ишаралай:
Донъя үҙе лә бит
Поезд һымаҡ ярһыу.
Туҡтау белмәй алға ашыға.
Ярты яғын ғәҙелһеҙлек баҫҡан,
Ә ышана һаман яҡшыға.
Риф Әхмәҙиев Сергей Есенин, Александр Блок кеүек урыҫ классиктарының шиғырҙарын төп фекерҙе һаҡлап ҡалдырып, сифатлы тәржемә итеүгә лә өлгәшкән. Мөхәббәт кисерештәренә ҡоролған ижад емештәре хисле романтикты хәтерләтә.
Риф Барый улының күп яҡлы ижадында төрлө мәсьәләләргә үҙенсә ҡарашы сағылыш тапҡан. Хаталарға тарып килгән тормош тәжрибәһе лә, яҙылмаған хаттар темаһы ла бар унда. Йәштәргә — фәһем, ололарға күңел йыуанысы булырлыҡ әҫәрҙәрҙең йыйын­тыҡ булып донъя күреүе ҡыуаныслы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780