Шәйехзада Бабич. “Яҙғы йыр” Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы уның төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрен урыҫ телендәге “Весенняя песень” китабында баҫып сығарҙы.
Атаҡлы шағирҙың әҫәрҙәрен урыҫ теленә арабыҙҙан иртә киткән Бабич рухлы шағир, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән. Йыйынтыҡ башында тәржемәсенең “Уның ҡаны — беҙгә аманат” тигән инеш мәҡәләһе бирелгән.
Китапта Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары, поэмалары, көндәлектәре, мәҡәләләре, очерктары һәм әкиәттәре урыҫ телле уҡыусыларға тәҡдим ителә.
Рәшит Назаров.
“Ер һәм Йыһан йыры”. Башҡорт шиғриәтенә аяҙ көндө ялтыраған йәшен һымаҡ килеп ингән, әлегә тиңе булмаған шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың был йыйынтығында, 1962—1968 йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре менән бер рәттән, бығаса баҫылмаған ике поэмаһы тәҡдим ителә.
Китап “Һәр һүҙе — алтындың үҙе, ғүмергә етер һабаҡ”, “Һаман яҡты, тыйнаҡ аҡылың килә, һөйөү килә хатың юлдарында”, “Йәбешкәнмен, эйәр һалыр өсөн, сапсып торған йыһан тайына”, “Мөлдөрәмә бокалдары — тост тоталар, һаулығыбыҙ өсөн, ти ҙә сир йоталар”, “Ер аҫтынан һеҙгә хаттар яҙам” тигән бүлектәрҙән һәм “Гөлбикә”, “Һалдат бәхете” поэмаларынан тора.
Китапҡа инеш булған тәүге шиғырында уҡ Рәшит Назаров:
Яҡшы шиғыр — тылсымлы йыр,
Хазина тулы табаҡ.
Һәр һүҙе — алтындың үҙе,
Ғүмергә етер һабаҡ.
Йәнеңә — йәм, хисеңә — тәм,
Йөрәккә — бөтмәҫ аҙыҡ.
Ошондай булмаһа шиғыр,
Яҙған кешегә яҙыҡ, —
тип яҙғайны. Ул үҙе барлыҡ ижади ҡыҫҡа ғүмерендә ошоға тулыһынса тоғро булып ҡалды. Рәшит Назаровтың вафатынан һуң һәр китабын тип әйтерлек төҙөгән шағир Риф Мифтахов был китапты ла үҙе әҙерләгән һәм баш һүҙ яҙған. Йыйынтыҡ мәшһүр шағирҙың ижадын һөйөүселәргә күптән көтөлгән бүләк буласаҡ.
Наил Ғәйетбай.
“Һайланма әҫәрҙәр. I том”.Республикабыҙ һәм күрше төбәктәр театрҙары сәхнәләрендә пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр шаулап барған күренекле драматург Наил Ғәйетбайҙың “Һайланма әҫәрҙәр”енең беренсе томына, үҙе атағанса, “тарихи пьесалар” тупланған.
Башҡортостан тарихының әһәмиәтле осорҙарын һәм ваҡиғаларын, шулай уҡ Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов һымаҡ күренекле шәхестәрҙең яҙмышын сағылдырған киҫкен сюжетлы драматик пьесалар һәм башҡа әҫәрҙәр индерелгән был томға.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, профессор Суфиян Поварисов: “Ни өсөн Наил Ғәйетбайҙың әҫәрҙәре күпләп ҡуйыла һәм уңыш ҡаҙана? Был хаҡта уйлағанда, иң тәүҙә шуны әйтергә кәрәк: ул сәхнә ҡанундарын яҡшы белә һәм режиссерға, актерға, тамашасыға ни кәрәклеген тойоп яҙа”, — тип әйткәйне.
Драматургтың әҫәрҙәренең беренсе томына ингән пьесалар профессорҙың һүҙҙәрен тулыһынса раҫлай.
Факиһа Туғыҙбаева.
“Һайланма әҫәрҙәр. II том”. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның “Һайланма әҫәрҙәр”енең II томында һуңғы ун йылда ижад ителгән поэмалары һәм шиғырҙары тупланған.
Республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, тиҫтәләрсә йылдар Яҙыусылар союзының балалар секцияһы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың балалар фонды ағзаһы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары эшендә яҡындан ҡатнашҡан шағирәнең ижады ла тормошсан булыуы менән уҡыусыларҙың күңелен яулай.
Уның “Күкрәк һөтө”, “Ут эсендә бейей Аҡбуҙат” поэмалары, “Салауатнамә”, “Бар донъяға алғыш оҙатамын”, “Тормош ағасы” шәлкемдәре – тап ана шундайҙарҙан.
Аҫылғужа Баһуманов.
“Бер һыҙылды шырпы”. Арабыҙҙан иртә киткән танылған шағир һәм яҙыусы Аҫылғужа Баһумановтың үҙе иҫән саҡта төҙөп ҡалдырған китабына ингән шиғырҙары, поэмалары лирик һәм драматик үткерлек, жанр төрлөлөгө менән айырылып тора.
Китап үҙенсәлекле итеп “Салауат аманаты”, “Хөрмәт билдәһе”, “Уралҡайҙың йөҙөк ҡашы”, “Тәңрем минең — тыуған ер”, “Бала саҡ сыңы”, “Мәңгелек бәйләнештә”, “Ғазаплы уйҙар” һымаҡ төрлө исемдәге бүлектәрҙән төҙөлгән.
Китапҡа баш һүҙендә яҙыусы, профессор Фәнил Күзбәков: “Яҙыусы, мөһабәт картиналар тыуҙырыу менән бер рәттән, ваҡ деталдәрҙе лә урап үтмәй. Халыҡтың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йола-ыҙандарын мауыҡтырғыс итеп күҙ алдына баҫтыра”, — ти.
Шағирҙың был йыйынтығы уҡыусыларға аманат һымаҡ та ҡабул ителә.
Фәрит Әхмәҙиев. “Робағиҙар”. Башҡорт әҙәбиәтендә яңы жанр булмаһа ла, робағи яҙыусы шағирҙар әленән-әле күренгеләп тора. Быға тиклем тәржемәләре менән танылған социаль философия фәндәре кандидаты Фәрит Әхмәҙиев урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан “Робағиҙар” китабы менән үҙенә лә, уҡыусыларға ла көтөлмәгән бүләк яһаны.
Йыйынтыҡ 99 робағиҙан һәм ете бүлектән тора. Атап әйткәндә, “Күләгәләр театры”, “Электрон быуат”, “Ҡой шарап, Хәйәм”, “Шағир булыу”, “Донъя серҙәре”, “Йондоҙҙар аҫтындағы һөйөү”, “Гонаһ эйәһе доғалары” тип исемләнгән дүрт юллыҡтарҙа авторҙың поэтик таланты, юғары белемлелеге, мәҙәниәтлелеге кеше күңеленең тәрән кисерештәрен асып һалыуында сағыла.
Рәлис Ураҙғолов.
“Эй, ғүмер юлдары...” Башҡорт әҙәбиәтенә үҙенсәлекле хикәйәләре, очерктары һәм “Аслыҡ” романы менән килеп ингән киң ҡоласлы яҙыусы Рәлис Ураҙғолов яңы китабы менән йәнә уҡыусыларын ҡыуандыра.
Исеме үк уйланырға мәжбүр иткән “Эй, ғүмер юлдары...” китабына авторҙың “Оҫта” повесы, “Йән ғазабы”, “Көлсә”, “Ҡарғыш”, “Күрше хаҡы”, “Гонаһһыҙ ғәйеп”, “Төн”, “Кәнәри”, “Һандыҡ”, “Ҡатын” һәм “Рәнйеш” хикәйәләре ингән.
Уларҙа башлыса бөгөнгө көнитмешебеҙ сағыла, геройҙары ла — беҙҙе уратып алған кешеләр, донъяуи мәсьәләләр менән янып йәшәгән замандаштарыбыҙ.