Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағир музейы саҡыра
Шағир музейы саҡыра Яҡты донъянан киткән шәхестәрҙең ҡайһы берҙәре онотолоуға дусар була, ә ҡайһылары үҙенең икенсе ғүмерен башлай — хәтирәләрҙә, иҫтәлектәрҙә, китаптарҙа, музейҙарҙа йәшәүен дауам итә.

Күренекле шағир, Башҡорт­ос­тан­дың атҡа­ҙанған сәнғәт эшмә­кәре, Ганс Хрис­тиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы диплом эйәһе, Ғәлимов Сәләм, Рәми Ғарипов, Һәҙиә Дәү­ләт­шина исе­мендәге пре­миялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Сафуан Әли­баев та ара­быҙҙан китеүгә йыл да үтмәне, тыуған ауы­лы Тир­мәндә яҡ­таш­тары тарафынан исемен мәң­ге­ләш­тереү йәһә­тенән бай­таҡ эш башҡарылды. Шу­ларҙың икәүһенә ошо көн­дәрҙә беҙгә лә шаһит булырға тура килде. Яңы уҡыу йылы баш­ланған көндә туған мәк­тәбенә Сафуан Әли­баев исеме бирелде, һәм белем усағында шағир музейы асылды.
Изге сәфәргә Өфөнән Сафуан Әфтәх улының тормош иптәше Фәрҙиә апай менән бергә республика Милли әҙәбиәт музейы фондының баш һаҡлаусыһы Әл­ми­рә Шәрипова, “Йәншишмә” гә­зи­­тенең баш мөхәррире Мир­сәйет Юнысов һәм мин юлға сыҡтыҡ.
Беҙҙе мәктәп директоры Лариса Мөхәмәтова, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Тир­мән ауыл Советы хаки­миәте баш­лығы Наил Хажиморатов һәм йөҙҙән ашыу бала, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методистары, уҡытыу­сылар, ата-әсә ҡаршы алды.
Тирмәндән ике талантлы ша­ғир сыҡ­ҡан: киң билдәлелек яу­лаған Сафуан Әлибаев менән ҡәләмдәше Ғәби­ҙулла Зарипов. Мәктәптә Сафуан ағай үҙе иҫән саҡта уҡ уның музейы булдырыла. Ғәбиҙуллаға ла бер мө­йөштә урын табыла. Ә яңы му­зей иркен класс бүлмә­һендә урынлашҡан.
— “Янғантау” шифаханаһы ди­ректоры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Энгельс Ҡолмөхәмәтовҡа, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитовҡа, рес­публиканың Милли әҙәбиәт музейынан Әлмирә Шәриповаға ярҙамдары өсөн айырыуса рәхмәтлемен, — тине Фәрҙиә апай.
Юл ыңғай шуны ла әйтке ки­лә: Энгельс Вәрис улы ваҡы­тында Ғәбиҙуллаға ла яр­ҙам итте. Ҡаты сирләп ятҡан ша­ғир­ға портатив машинка һорап, үтенес менән уға барғайным. Депутат булараҡ, яҡташына ярҙам күр­һәтеүҙән баш тартманы. Һөҙөм­тәлә сираттағы шиғыр китабын Ғәбиҙулла ошо бүләк машинкала үҙе баҫып, йы­йын­тығын әҙерләп китеүгә өлгәште.
Сафуан Әлибаевтың музейы ла тәүге тамашасыларын зауыҡ менән биҙәлгән, бай экспонаттары менән ҡаршы алды. Иң беренсе шағирҙың үҙе уҡыуындағы ши­ғыры яңғыраны. Барыһы ла гел йылмайып, йырлап йөрөгән шағирҙың үҙен күргәндәй булды. Әйтерһең дә, ул арабыҙҙан кит­мә­гән, ә тыуған ауылына мәңге­леккә ҡайтып: “Килдегеҙме? Әйҙә, рәхим итегеҙ!” — тигән кеүек ҡаршы алып тора.
Музей асыу сараһына Сафуан ағайҙың иҫән ҡалған бер­ҙән-бер туғаны, ошо ауылда йәшәгән Йәүһәрә апай ҙа кил­гәйне. Унға яҡын бүлектән тор­ған стендтарҙа ша­ғирҙың бөтә тормош һәм ижад юлы сағы­лыш тапҡан. Бында ки­леүселәр иң беренсе Әлибаевтарҙың шәжә­рәһе менән таныша: Аҡбаш, Төй­лөгән, Кинйәбай, Аҙна­бай, Әли­бай, Әфтәх һәм Сафуан. Ете быуын шәжәрә ағасын шағирҙың улы Салауат дауам итә. “Ҡә­ләм­дәштәренең иҫтәлекле бүләк­тәре”, “Бала сағы һәм мәктәп йылда­ры”, “Студент йылдары”, “Әҙәбиәт һәм жур­на­лис­тика майҙанында”, “Юлдарым, юл­да­рым”, “Йырлап тора күңелем”, “Ижад бейеклек­тәре” кеүек бүлектәргә бүленгән стендтар, исемдәренән күренеүенсә, Сафуан Әли­баевтың тормош һәм ижад юлын сағыл­дыра. Ошонда уҡ әҙәбиәт һөйөү­се­ләр шағирҙың эш өҫтәлендәге яҙыу ма­шин­каһын, сумкаһын, яҙыу-һыҙыу ҡорал­да­рын, кейемдәрен, сәхнә­лә сығыш яһа­ғанда кейә торған бүләк еләнен, төрлө танытма, дипломдарының күсермәләрен ҡарай ала.
Яңы уҡыу йылын арҙаҡлы ауыл­даштары исемендәге мәк­тәп­тә башлаған бәләкәс тирмән­дәр был көндө яҡташ шағир ағайҙары Сафуан Әлибаевтың бик күп шиғырын яттан һөйләне, йырҙарын башҡарҙы.
— Әҙәбиәт йылы уңайынан райондың 32 башҡорт теле уҡы­тыусыһы һәм 45 уҡыусыһы ме­нән бергә Сафуан Әли­баевҡа арналған ҙур сара уҙғарҙыҡ, — тине район хакимиәтенең мәға­риф бүлеге методисы Сажиҙә Миһ­ранова. — Тирмән һәм Мөр­сәлим мәктәптәре уҡытыу­сы­ла­ры асыҡ дәрес күрһәтте. Улар егерме минутлыҡ фильм тө­шө­рөп килтергәйне. Уҡыусылар ша­ғир ижады буйынса ғи­л­ми-тик­шеренеү эштәрен яҡ­ла­ны. Шиғыр­ҙарын һөйләү буйын­са ярыштылар, викторина һорау­ҙа­рында белемдәрен һы­нанылар. Киләһе йыл 21 фев­ралдә шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан да ошондай саралар үткәрергә ниәтләй­беҙ.
Салауаттар күренекле яҡташ­тарының исемендәге премияны ла булдырмаҡсы. “Афарин”дан башҡа ни әйтәһең! Сафуан Әли­баевтың ижадында милли батырыбыҙ Салауат образы ҙур урын алып тора. Батыр рухлы яҡташтары бөгөн шағирҙың үҙен дә күтәрә. Әҙәбиәт йылында ошон­дай күркәм сараларҙың үте­үе айырыуса мөһим әһә­миәткә эйә. Әҙәби мираҫыбыҙҙы һаҡ­лап, килер быуындарға етке­реү — уҡыусы менән әҙип араһындағы бәйләнеште, рухи байлығыбыҙҙы йәшәтеү ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780