Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Осор ҡанаттары ныҡ уларҙың
Йәшлектә һәр кем ҙур хыялдар менән йәшәй. Берәүҙәрҙеке тормошҡа аша, икенселәрҙеке ашмауы ла ихтимал. Хыялды ысынбарлыҡ итер өсөн ҙур тырышлыҡ, үҙ өҫтөңдә эшләй белеү, камиллашыуға ынтылыш кәрәк. Кемдеңдер ярҙамы менән уңыштарға ирешеп, ысын һөнәр оҫтаһына әйләнермен тип уйлама ла. Бигерәк тә сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә.

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңы ижади һулыш менән йәшәй. Быны ишекте асып ингәндә үк тояһың. Репертуары ниндәй бит әле! Рәсәй һәм донъя кимәлендә үткәрелгән театр фестивалдәре, ижади конкурстарҙа яуланған танылыуҙар. Заман башҡа – заң башҡа.
Ошо театр артистары Ирада Фазлаева, Урал Әминев, Руслан Хайсаров Таңсулпан Ғарипованың “ Ҡара юрға” пьесаһы буйынса ҡуйылған мюзиклда (режиссеры – Олег Ханов) уйнағандары өсөн Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде. Улар бөгөн һәр спектаклдә тиерлек уйнай. Һуңғы йылдарҙа йәш артистар үҙҙәрен бөтә яҡтан әҙерлекле ысын сәхнә оҫталары итеп танытты.
Ирада Фазлаеваны Мәскәүҙә уҡыған сағынан беләм. Мәскәү педагогтары биш йыл дауамында уның уҡыу сәхнәһендә уйнаған ролдәре буйынса бәхетле сәхнә яҙмышын күҙалланы. Тәбиғи һәләттәренә иҫ киткес тырышлығы ла ҡушылғас, Ирада, ысынлап та, башҡорт сәхнәһенә күтәрелде. Ул сәхнә актрисаһы ғына түгел, йырсы ла, үҙе лә йырҙар ижад итә. Телевизион проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған концертта симфоник оркестрға ҡушылып, урыҫ халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫҡандан алып, Ирада Фазлаева һигеҙ йыл эсендә йәмғеһе 37 ролдә уйнаған. Уның өсөн бәләкәй һәм ҙур ролдәр юҡ. Ирада сәхнәлә үҙенең ижади йөҙө, тапҡырлығы, геройына ғына хас табыштары менән тамашасыны әсир итә. М. Буранғоловтың “Шәүрәкәй”ендә Шәүрәкәйҙе башҡарып, үҙен башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы итеп танытты.
“Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклында Ирада Фазлаева Маҡтым­һылыу ролен башҡарҙы. Йыр тигәндә – тауышы сағыу, бейеү тиһәң, хәрәкәттәре ҡупшы. Талант эйәләрен ваҡытында баһалай белеү тағы ла ҙур асыштарға, ижади эҙләнеүҙәргә, еңеүҙәргә алып килә. Йәш актрисаның бай ижади багажы, тырышлығы, таланты Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ.
Урал Әминев – үҙенсәлекле, бай рухлы шәхес. Ул сәхнә өсөн осраҡлы кеше түгел. Музыканы бөтә йөрәге менән тоя, телдәр өйрәнеүгә маһир, һәр эшкә яуаплы ҡарай, теүәл башҡара, юҡ-бар бәхәстәргә ҡыҫылып та тормай. Мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ “Урал батыр” эпосын дүрт телдә яттан һөйләп, республикала исеме танылған билдәле уҡыусы ине. Мәскәү комиссияһына ла уның телдәрҙе өйрәнергә теләү һәләте бик оҡшап ҡалды. Уҡыу йылдарында Урал өҫтәмә дәрестәр алып, француз телен өйрәнде.
Ул актер һөнәренең бар нескәлеген аңлап ҡалырға тырышты, бал ҡортондай эшләне, күңел донъяһын байытты, Мәскәүҙең барса театрҙарын йөрөп сыҡты. Уҡыу сәхнәһендә төнә ятып тигәндәй репетициялар үткәрҙе, урыҫ телен төплө үҙләштерҙе. Хатта А.Найденовтың “Ванюшин балалары” тигән пьесаһындағы Алеша ролен шартлатып ике телдә уйнап, Мәскәү тамашасыһын таң ҡалдырҙы. “Һалдат декамероны” тигән фильмда ла төшөргә өлгөрҙө. Профессиональ эшмәкәрлеге уның бар булмышын биләгән. М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедия­һындағы Диуана, “Руди – never Off” спектаклендәге Рудольф Нуриев һ.б. булһынмы – Урал Әминевтең һәр роле сенсация булараҡ ҡабул ителә. Ш. Бабич премияһына тәҡдим ителгән мюзиклда ул Мәсем хан ролен үҙенсәлекле итеп асыуға өлгәште. Уның уйнайһы ролдәре алда әле, әммә бөгөнгө тырышлыҡ емештәре Ш. Бабич премия­һына лайыҡ тип иҫәпләйем.
Руслан Хайсаров премияға тәҡдим ителгән мюзиклда Ҡара юрға ролен башҡарҙы. Уның барса хәрәкәте балет артистарыныҡынан һис тә кәм түгел. Образға тәрән инә белеүе, уны оҫта башҡарыуы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Руслан Хайсаров та театрҙың репертуарында ҡайнап ижад итә. Ул Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡан йәштәр төркөмөнә бик уңышлы килеп инде, эшһөйәрлеге, актер һөнәрен яратыуы үҙ емештәрен бирә. Егеттең ижади тырышлығы, хеҙмәте Ш. Бабич премияһына лайыҡ, әлбиттә.


Автор: Р. Ураҡсина.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780