Минең быуын йәштәренең ауыл хужалығы өлкәһенә күпләп ағылыуының оло бер сәбәбе бар ине: 1980 йылда илебеҙҙә ҙурҙан ҡубып Аҙыҡ-түлек программаһы иғлан ителде. Ҙур ил халҡын туйындырыу өсөн бик күп сара ҡаралған ғәйәт киң программа ине, уны Сталиндың индустриялаштырыу, Лениндың электрлаштырыу программалары менән генә сағыштырып булалыр. Ауыл хужалығына миллиардлап аҡса ағылды, оло-оло проекттар тәҡдим ителде, эш ҡайнап торҙо. Ун йылдан йән башына күпмешәр йомортҡа, ит, һөт етештерелә башлаясағын барыбыҙ ҙа яттан белә инек. Ҡыҙғаныс, тормошҡа аша алмай ҡалды был оло кампания. Һөҙөмтәләрен үҙегеҙ беләһегеҙ: был программа тамамланырға тейеш 90-сы йылдарҙа илебеҙ бөтөнләй ас ултырырға, АҠШ-тан килгән «Буш боттары»на табынырға, «Әмирик»тең гуманитар ярҙамын көтөргә мәжбүр булды.
Ул йылдарҙан байтаҡ ваҡыт үтһә лә, илебеҙҙең ауыл хужалығы һаман көрсөктә. Был турала кем генә һөйләмәй ҙә кем генә икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарының буш ятыуына зарланмай. Дөрөҫ, ас йәшәмәйбеҙ кеүек. Мәҫәлән, Европа илдәре беҙгә сәйәси йәһәттән тип иғлан иткән эмбаргоға яуап итеп үҙебеҙ ҙә эре генә ҡаршы санкциялар иғлан иттек. Йәнәһе, кәрәгегеҙ юҡ, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә һәләтлебеҙ. Ул ғына ла түгел, өсөнсө илдәрҙән килеп кергән «һул» аҙыҡ-түлекте юҡ итергә, бар донъяға үҙебеҙҙең ундай ташламаларға мохтаж түгеллегебеҙҙе иғлан итергә лә яй таптыҡ. Аграр ил бит Рәсәй, аграр булып ҡалыр, сөнки ауыл халҡының фекерләүе лә ауылса була бит инде.
Тик был арҡала кибеттәрҙә хатта миҙгеленә тап килеп тә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшмәүен береһе лә иҫәпкә алып торманы. «Импортты алыштырыу» тигән төшөнсә юлында күпме бюрократик кәртәләр ятыуы тураһында белгестәрҙең сығыштары ла яуапһыҙ ҡала килә. Шуларҙың береһен генә иҫкә алып китәйек: былтырҙан баҙарға ит һатырға сығарыр өсөн хужа (!) уны махсус мал һуйыу урынына алып барырға тейеш. Уйлап ҡарағыҙ әле, малдың хужаһы булғас, ул уны ни эшләтһә лә законлы түгелме ни? Юҡ икән шул, үҙеңдең ҡураңдағы мал-тыуарға һин хужа түгел, уны һуйыу тәртибен дә «үрҙәгеләр» билдәләй. Шулай булғас, ауылдарҙа мал һанының ҡырҡа кәмеүенә, хатта эшһеҙ ятҡан кешенең дә мал аҫрап, баҡса үҫтереп, үҙ көнөн үҙе күрергә тырышмауына аптырарға түгел.
Ҡунаҡтың алдына аш ҡуй ҙа ике ҡулын буш ҡуй, ти халыҡ мәҡәле. Нимәне аңлата «буш ҡуй» тигәне? Ни эшләһә лә тыймауҙы аңлата, әлбиттә. Ә ни өсөн һуң беҙҙең ауыл хужалығында бөгөн тыйыуҙар рөхсәттәрҙән дә күберәк? Крәҫтиән бөгөн «ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған» тигән хәлдә ҡалдырылған.
Ҡыҙыҡ өсөн ябай ғына бер мәсьәлә сисеп ҡарайыҡ. Өфө янындағы баҡсаһында бер әбей тауыҡтар аҫрай. Яҙҙан күпләп себештәр ала ла йәй буйы үҫтереп… ҡайҙа итә? «Үҙәк баҙарға килтереп һата ла күп итеп аҡса эшләй» булыр һымаҡ иң ябай һәм дөрөҫ яуап. Ә һеҙ гектарҙан ашҡан Үҙәк баҙар павильондарында шул әбейҙе эҙләп ҡарағыҙ. Теорияла иң ябай, ике икең – дүрт тигән һымаҡ, юл әбей өсөн үтеп сыҡҡыһыҙ шырлыҡҡа әүерелә. Мәсьәлә ябай: бер яҡтан ауыл шарттарында һимертелгән тауыҡтар һәм уларҙы арзанға һатырға теләгән әбей бар, икенсе яҡтан – уларҙы алырға теләүсе ҡала кешеһе. Ә ошо тигеҙләмә беҙҙең ил шарттарында ни өсөн эшләмәй һуң? Сөнки унда «тигеҙ» билдәһе урынына тиҫтәләгән кәртәләр булып әллә нисә тыйыу, сикләү, нормалау һәм башҡа “...лауҙар” органдары тора. Улар барыһы ла, әйтергә кәрәк, халыҡ мәнфәғәтенән эш итә. Дәлилдәре лә бик ерлекле булып сығасаҡ: ниндәй әбей, бында тотош ил яҙмышы тураһында һүҙ бара, бизмәнгә халыҡ һаулығы ҡуйылған!
Совет заманында миңә НЭП-ты (Яңы иҡтисади сәйәсәт) өйрәнергә тура килгәйне: иғлан ителеүе, һөҙөмтәләре, ябылыу сәбәптәре… Ни өсөн шундай йылдам үҫешкә килтергән кампанияны тыйып ҡуйыуҙарына туҡталмай, һөҙөмтәләренең сәбәбен барлайыҡ. Ниңә шундай ҡыҫҡа арала һуғыштан һәм аслыҡтан интеккән ил аяҡҡа баҫа башлай? Сөнки большевиктар ана шул үрҙә әйтелгән «ике ҡулын буш ҡуй» ысулын ҡуллана. Йәғни кеше ҡулынан килгән бөтә эшкә лә тотона, ни етештерһә, бер тыйыуһыҙ сығарып һата, үҙе байый һәм башҡаларҙы үҙе етештергән продукция менән тәьмин итә. Ябайыраҡ әйткәндә, эшләр һәм уның һөҙөмтәләрен күрер өсөн бөтә сиктәр алып ташлана. Һөҙөмтәлә ауылда яңынан байҙар барлыҡҡа килә, урта хәллеләр күбәйә.
Ә улар барлыҡҡа килһен өсөн төп шарт – баҙар. Йәғни крәҫтиән бөтә етештергәнен яҡында ғына урынлашҡан баҙарға алып бара ла, унда һатып, үҙенә кәрәк нәмәләрҙе, шул иҫәптән артабан эшен киңәйтер өсөн дә, алып ҡайта. Бының өсөн һәр ҙурыраҡ ауылда баҙарҙар гөрләп эшләп тора. Йәғни, бөгөнгө фермер йә крәҫтиән һәм ҡала ҡулланыусыһы араһындағы яһалма кәртәләрҙең береһе лә булмай, улар туранан-тура бәйләнешкә инә.
Бөгөн иһә беҙ ауыл хужалығында ана шул НЭП осороноң тап киреһен күҙәтәбеҙ. Ауыл кешеһе етештергәнен дә арзан хаҡҡа аралашсыға тапшырырға мәжбүр. Ундайҙар ауылдар буйлап бихисап йөрөй хәҙер, йыймаған нәмәләре юҡ. Ә ни өсөн ауыл кешеһе менән ҡала ҡулланыусыһы араһындағы ана шул тура бәйләнеш юҡҡа сыҡты? Юҡҡа сығарҙылар, тип әйтергә баҙнат итәм, бихисап яһалма шарттар булдырып.
Мал һуйыу пункттары — ана шул яһалма кәртәләрҙең береһе ул. Минең уйымса, ул кәртәне лә ураусылар табылыр: тау Мөхәмәткә бармаһа, Мөхәмәт тауға барған, тиҙәр бит әле. Тимәк, көҙҙән ҡалаларҙан меңәрләгән кеше машиналарҙа ауылдарға ағыласаҡ – малды урынында уҡ һатып алып, шунда уҡ эшкәртеп алып ҡайтып китер өсөн. Ҡала кешеһе лә алйот түгел, белә бит ул махсус пунктта һуйылған мал менән йорт ихатаһында һуйылған араһында хаҡтан башҡа айырма юҡлығын...
Өфөлә «Алексеевка» совхозының фирма магазиндарына кергән һайын ҡыуанып сығам: бына бит сәйәсмәндәр һәм оло түрәләр һөйләгән ауыл менән ҡаланың тура бәйләнеше өлгөһө! Бар продукция бында эргәләге «селтәргә» ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек арзаныраҡ. Ярай, «Алексеевка» совхозы — ҙур һәм абруйлы предприятие, ул үҙенең айырым кибеттәрен дә тота ала. Ләкин ундайҙар бөгөнгө ауыл йөҙөн билдәләмәй, киреһенсә, иҫкәрмә рәүешендә генә көн итә. Ауыл тигәндә беҙ республика буйлап һибелеп ятҡан меңәрләгән эреле-ваҡлы ауылды, унда эшһеҙ һәм йәшәү сығанаҡһыҙ булһа ла көн итеп ятҡан халыҡты күҙ уңында тотабыҙ. Ә бит бар ине замандар – шундай ауылдар ҙа үҙ көнөн үҙе күреп йәшәп ятты, бер нәмәгә лә зарланманы. Тапҡаны үҙенә лә етте, сығарып һатырға артып та ҡала ине әле. Хәҙер ниңә улар сығарып баҙарҙа һатырға түгел, үҙенә ашарға ла етештерергә теләмәй һуң?
Илебеҙҙә ауыл хужалығына ҡарата ике төрлө стандарт йәшәүенән килә был тип уйлайым. Йәғни һүҙҙә бер төрлө, ә асылда – бүтәнсә. Үлтерегеҙ бына, ләкин мин ихатала һуйылған һәм баҙарға сығарылған иттең сифаты махсус пунктта һуйылғандан ҡайтышыраҡ булыуына ышана алмайым! Киреһенсә булмаһа әле. Бер үк мал, бер үк кешеләр бит ул. Ауылдарҙа хәҙер ветеринария контроле һәйбәт эшләй, унда эре мал ғына түгел, һәр тауыҡ, хатта эт-бесәй ҙә иҫәптә. Быны миңә участка ветеринарҙары эше менән танышҡанда күрергә тура килде. Киреһенсә, улар малды йыраҡ арауыҡтарға йөрөтөүҙе лә контролдә тота, сөнки был эпидемия таратыуға бәйле. Ә малды һуйыр өсөн районда бер бөртөк булған пунктҡа машинаға тейәп алып китеү тап ана шул йыраҡ арауыҡҡа йөрөтөүгә инә лә инде. Аңлайышлыраҡ әйткәндә, һин малыңды тейәп оло юлға сығып, илле саҡрымға алып барыу өсөн үҙ участковыйыңдан айырым рөхсәт һорарға бурыслыһың. Юҡһа, һине юлда уҡ туҡтатһалар, кузовтағы һыйырыңдың кемдеке һәм ҡайҙан икәнлеген иҫбатларға тейеш булаһың да инде. Тағы бер кәртә булдымы?
«Алексеевка» совхозының төп уңышы – уның миллионлы ҡала төбөндә ятыуында, тип өйрәтәләр беҙгә. Был, ысынлап та, шулай. Тимәк, һәр ҡала янындағы ауылдар ҙа шундай уҡ хәлдә булырға тейеш һымаҡ. Нимә етештерәһең, туп-тура – ҡала баҙарына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика буйлап йөрөгәндә бер район үҙәгендә лә киң ҡолас менән эшләгән баҙарҙарҙы осратырға тура килмәне. Иң йыш осрағаны – юл ситендә торған әбейҙәр. Шунда ғына етештереүсе менән һатып алыусы осраша, бер ниндәй аралашсы юҡ. Ә ни өсөн улайһа ауылдарыбыҙ буйлап туҡтауһыҙ аралашсылар машина менән ит һәм картуф йыйып йөрөй? Айырма икеләтә килеп сыға бит. Улар өсөн крәҫтиәндәргә яҙылған тыйыуҙар эшләмәйме әллә? Тимәк, эшләмәй.
Ауыл хужалығы продукцияһын күпләп етештереү иң беренсе нәүбәттә уны һата алыу мөмкинлегенә бәйләнгән. Беҙ ауылдарҙа картуф тулып ятҡанда кибеттәребеҙҙә Голландия картуфы тулып ята тип зарланырға яратабыҙ. Ә берәйһе үҙенең баҡсаһындағы картуфты ҙур магазинда булмаһа ла, һис юғы ҡала баҙарына килтереп һатып ҡараһын әле. Хәйер, бармы хәҙер Өфөлә лә баҙар? «Үҙәк баҙар», «Колхоз баҙары» тигәндәренең исеме генә ҡалды, улар күптән инде — сауҙа үҙәктәре. Капитализмда, баҙар шарттарында йәшәйбеҙ тип бар донъяға иғлан итәбеҙ икән, уның төп күрһәткесе – ирекле баҙар – һәр ҡаласыҡта булырға тейеш түгелме? Ирекле тигән һүҙ иһә дәүләт тарафынан бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй тигәнде аңлата, баҙар үҙе көйләр барыһын да: хаҡтарҙы ла, етештереү күләмен дә… Бары тик «ике ҡулын буш ҡуй» ғына…