Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Атай ҡайышы– Ильяс, һиңә нимә булды? – тип төпсөнөргә тотондо Әлиә апайым.
– Бер ни ҙә булманы.
– Ә ниңә һәр ваҡыт минән йәшенәһең? Берәй нәмә әйтһәм, ишетмәмешкә һалышаһың.
Апайымдың былай тип әйтеүенә нимә тип яуап ҡайтарырға ла белмәнем. Үҙемде һуңғы арала шулай тотоуымдың сәбәбе бар шул, тик дөрөҫөн һөйләгем генә килмәй. Әлиә апайым хәҙер беҙҙең өсөн атай ҙа, әсәй ҙә һымаҡ. Әлдә ул бар әле. Балалар йортонда беҙҙе гелән яҡлап йөрөтә. Әммә бындағы балаларҙың араһында апайымдан да көслөрәктәр күп. Әгәр үҙем менән ошо көндәрҙә нимә булғанын һөйләһәм, ул ныҡ борсоласаҡ. Шуға эсемдәге һыҙланыуымды белдермәҫкә тырышам, уң ҡолағымды усым менән ҡаплап, йәшерергә маташам.
Бер тотонһа, апайым төпсөнөргә ярата. Уның эргәһенән тиҙерәк китергә кәрәклеген яҡшы аңлайым.
– Ярай, апай, мин ҡабаланам. Шиғыр ятларға кәрәк, – тигән булдым да йәһәтерәк бүлмәмә һыпырттым.
Ул көндө хәтерләһәм, әле лә ҡыйын булып китә. Шул турала уйлап ятһам, төндәр буйына йоҡлай алмай сығам. Апайымдан йәшерһәм дә, был турала һеҙгә түкмәй-сәсмәй, нисек булғанса һөйләйем әле...
Беҙҙең балалар йортонда Даян исемле ялбыр сәсле, һонтор малай бар. Унан барыһы ла ҡурҡа, сөнки ул – беҙҙең “башлыҡ”. Даян ағай ҙа Даян ағай, тип ялағай малайҙар ауыҙына ғына ҡарап тора. “Башлыҡ” балалар йортонда үҙе баш, үҙе түш.
Ҡурҡағыраҡ малайҙар уның барлыҡ йомошон үтәй. Кемеһе “башлыҡ”тың кейемен йыуа, ҡайһыһы үҙ ризығын бүлеп бирә, ә бәғзеләре Даяндың ҡушыуы буйынса ауылға урлашырға йөрөй. Миңә лә уның зыяны әҙ теймәне.
Балалар йортона килеп эләгеүҙе ауыр кисерҙем. Йыш ауырыуға һалыштым. Хатта битемдең, ҡулдарымдың тиреһе кибә башланы. Төрлө крем һөртөп ҡарайым – файҙаһы юҡ.
Ә Даян һәр кемгә исеме менән түгел, ә ҡушамат буйынса өндәшә.
– Һине кем тип йөрөтәләр? – тип һорап ҡуйҙы ул, мине коридорҙа осратҡас.
– Ильяс.
– Ул мәғәнәһеҙ исемде онотһаң да була. Һиңә хәҙер икенсене табабыҙ. – Миңә баштан аяҡ күҙ йүгертеп алды. Тиреһе кипкән ҡулдарыма сирҡанып ҡарап ҡуйҙы. – Һин әллә үлергә йөрөйһөң инде? Битеңә, ҡулыңа нимә булған ул?
– Әлләсе, – кәмһетеүле һүҙҙәрҙән уңайһыҙ булып китте. Шулай ҙа аҡланырға тырыштым. – Үҙем дә белмәйем. Элек улай түгел ине. Детдомға килгәс башланды.
Даяндың ауыҙы йырылды. Әллә ниндәй ҙур асыш яһағандай, усын-усҡа шапылдата һуҡты ла һөрәнләргә тотондо:
– Таптым, таптым! Бөгөндән алып исемең – Кипкән балыҡ! Ишеттеңме – Кипкән балыҡ!
Ғәрлегемдән ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Ә Даян һаман “асышы” менән шашынып уртаҡлаша бирҙе:
– Кипкән балыҡ, Кипкән балыҡ!..
Шул арала малайҙар йыйылып китте. Ул ялағайҙарға етә генә ҡалды. Даянға ярарға тырышып, тештәрен ыржайтып, кемуҙарҙан хихылдарға тотондолар:
– Ну, Даян ағай, хәтәр башлыһың да инде! Шәп исем тапҡанһың бит!
Анау бәләкәсе лә, эргәмә килеп, терһәге менән төрткән булды:
– Ҡарале, ысынлап та Кипкән балыҡ. Исеме үҙенә килешеп кенә тора шул...
Бына шулай Даян миңә ҡушамат та тағып ҡуйҙы. Улай тип өндәшһәләр, иғтибар итмәҫкә тырыштым, йә бөтөнләй ишетмәмешкә һалыштым. Ныҡ асыуым килде Даянға. Былай ҡотороуы үҙ башына булһа ярар ине, тип эстән генә бышылданым.
Бер көндө беҙҙең төркөмдәге Дим үҙенең бүлмәһенә саҡырып алды. Унда башҡа берәү ҙә юҡ ине. Моғайын, берәй ҡыҙыҡлы нәмә һөйләргә уйлайҙыр.
– Бында иркенләп һөйләшер кеше лә юҡ, – тип һүҙ башланы Дим. – Уйлағанымды башҡаларға әйтеп бармайым. Һатлыҡйәндәр күп. Ҡойроҡ болғағандар аҙым һайын, ошаҡларға ғына торалар. Ышаныслы кешеләр юҡ тиерлек. Бына ҡарап йөрөйөм дә, Ильяс, һин йүнле кешегә оҡшағанһың. Шуға үҙ-ара ғына һөйләшеп алырға булдым. Ышаныслы малай икәнлегең йөҙөңә яҙылған.
Дим, минең менән аралашыуға шат икәнлеген белдереп, ихлас йылмайғандай итте. Уның һүҙҙәренән эсемә йылы йүгерҙе. Һо, шулай булмай ни! Ышаныслы малай, тине бит! Үҙем, ысынлап та, шәп икәнмен, тип эстән генә ҡыуандым. Тик быны Дим нимәнән сығып әйтә икән? Күрәһең, кешеләрҙе яҡшы айыра беләлер.
– Рәхмәт. Һин дә тәртиплегә оҡшағанһың, – тинем.
– Улай булғас, һинең менән бер нәмәне лә йәшермәй һөйләшә алабыҙмы? – Йөҙөнә етдилек сыҡҡан Дим урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы.
– Була!
– Тик был турала һөйләшкәнебеҙҙе берәү ҙә белмәһен. Яраймы? – ул бармағы менән янап ҡуйҙы.
– Икмәк менән ант итәм...
– Ярай улай булғас, – Дим, кемдәндер шөрләгәндәй, тирә-яғына ҡаранып алды. – Ильяс, һин нисек уйлайһың: детдомда кем иң көслөһө?
– Бер ҙә белмәйем.
– Нисек инде белмәйһең? – ул, сикһеҙ аптырауын белдереп, күҙҙәре сыға яҙып, миңә текәлде. – Ә Даян ағай? Уның иң көслө икәнен белмәйһеңме ни?
Был исемде ишеткәс, әллә нисек булып китте. Етмәһә, ағай тип әйтте бит әле!
– Кем-кем, тик Даян бер нисек тә көслө түгел! – тинем кинәттән. – Үҙенән кесерәктәрҙе туҡмай, барыһын да мыҫҡыл итә, ашыбыҙҙы тартып ала... Шундай кеше нисек көслө булһын?! Үҙенән ҙурыраҡтар алдында ҡуян һымаҡ дер ҡалтырап торалыр әле!
Асыуымдан нимә уйлағанымды һөйләнем дә бирҙем. Дим, ауыҙын асып, һүҙһеҙ ҡалды.
– Әлләсе, Ильяс, нисек кенә тимә – Даян ағай иң көслөһө инде. Һин былай тип башҡа берәүгә әйтә күрмә, әтеү уға еткерерҙәр. Шунда һиңә лә, миңә лә эләгер. – Димдең хәстәрлекле һүҙҙәренән был турала берәүҙең дә белмәйәсәгенә ышанысым артты.
– Шул кешенең этлеге йөҙөнә яҙылған. Көн дә берәүҙе илатмаһа, исеме Даян булмай. Ярай әле ул яуыз менән бер бүлмәлә йәшәмәйһең – көн күрһәтмәҫ ине... – Бер әйтә башлағас, туҡтай алманым.
Ысынлап та шулай бит. Тик был турала берәүгә лә һөйләп булмай. Ярай әле Дим бар. Бик ышаныслы күренә. Хәҙер уйлағандарымды уға ғына һөйләйәсәкмен. Мине тыңлап, Дим башын һелкеп тик ултырҙы. “Эйе” тип һүҙ менән генә әйтмәне. Ләкин уның минең менән килешкәне йөҙөнә сыҡҡан.
– Ә шулай ҙа Даян ауыл ҡыҙҙарын үҙенә ҡарата белә, – Дим “башлыҡ”ҡа һоҡланып ҡуйҙы.
– Әгәр хаттарҙы Даяндың үҙе яҙмағанын белһә, ҡыҙҙар уға әйләнеп тә ҡарамаҫ ине. Туңбаш бит ул Даян! Бер һүҙҙә өс хата ебәрә. Шуға “бишле”гә уҡыған малайҙарҙы бүлмәһенә саҡыртып ала ла ҡыҙҙарға әйтеп тороп хат яҙҙырта.
– Китсә-ле-е! Даян ағай хаталы яҙмайҙыр?
– Әтеү белмәйһең! Яҙа шул. Анау көндө үҙе һыҙмаҡлап ҡараған, ти. Хатты “дарагая дивушка” тип башлаған, – ирекһеҙҙән шарҡылдап көлөп ебәрҙем.
Шул саҡ бүлмәлә ниҙер дөбөр-шатыр итеп ҡалды. Шифоньерҙың ишектәре шар асылып китте лә унан ҡыҙарып бөткән Даян атылып килеп сыҡты! Йөрәгем туҡтап ҡалғандай булды. Бөттө баш! Йөҙө йәмрәйгән “башлыҡ”, йоҙроҡтарын төйөп, миңә ташланды.
– Үлтерәм, Кипкән балыҡ, үлтерәм! Минең турала шулай тиһеңме әле-е-е? – Даяндың көслө йоҙроғонан күҙ алдымда осҡондар сәсрәп китте. Күгәртә һуҡмаһын тип, устарым менән битемде ҡапланым.
– Ҡарале, маңҡа! Нимә тип ауыҙ асҡан була! Мин неграмотныймы? Улай тип әле берәүҙән дә ишеткәнем юҡ. Телеңә хужа булмаһаң – мә! – Көслө итеп тибеүҙән бөйөрөм сәнсеп ебәрҙе. Шунан тағы һелтәнде. – Даян шулай тиһеңме әле? Даян былаймы?
“Башлыҡ” хәле бөткәнсе төйгөсләне. Ауыртыуға түҙә алмайынса, ултыра төштөм. Шунан тәмәке еҫе һеңгән ҡаты бармаҡтары менән яңағымды шаҡарып тотоп алды.
– Нимә, йәшәгең килмәйме әллә? – Сығарынан-сыҡҡан Даян ҡот осҡос нәфрәт менән тишерҙәй итеп ҡараны. Шул саҡ берәү арҡама ныҡ итеп типте. Быныһы Дим ине.
– Даян ағай тураһында тағы берәй нәмә әйтеп ҡара! – тине ул, сәрелдәп.
Ниндәй ҡамауҙа ҡалғанымды аңлап, башыма эҫе йүгерҙе. Был ҡапҡандан еңел ҡотола алмаҫмын хәҙер. Ныҡ итеп туҡмамайынса, үсен ҡайтармайынса, “башлыҡ”тың үсе ҡанмаҫ. Әммә, нисек кенә ауыртынһам да, иламаҫҡа тырыштым.
– Торғоҙ әле шул кәлтерәкте! – Даян эргәһендә бейеп торған “көсөгө”нә бойороҡ бирҙе. Тегеһе мине аяғыма баҫтырырға маташып эткеләне.
– Беләһеңме, һин – бөгөндән мәйет! Ҡотола алмаясаҡһың! – Даян бүлмә буйлап һөйләнә-һөйләнә йөрөй бирҙе. Унан, миндә нимәлер күреп, шып туҡтап ҡалды.
– Быны кемдән алдың? – “башлыҡ” билемдәге ҡайышҡа күрһәтте.
– Ат-та-йым-ды-ҡы. Үлер алдынан бүләк иткәйне, – ҡалтыраныулы тауышым шөрләүемде белдерҙе.
– Сис! Бөгөндән алып ул минеке!
Атайымдан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыны нисек бүтәнгә бирәһең? Минең өсөн унан да ҡәҙерлерәк әйбер юҡ. Таҡҡан һайын атайым иҫкә төшә, ул эргәмдә йөрөгән һымаҡ хис итәм. Ҡайышҡа ҡараһам, ҡәҙерле кешемдең яғымлы йөҙө күҙ алдыма баҫа. “Мә, улым, билең ныҡ булһын!” – тип теләгәйне бит ул биргәнендә. Күп тә үтмәй, үлеп тә китте. Ә матур ғына һоро ҡайыш – һәр саҡ билемдә.
– Юҡ, бирмәйем! – иң ҡиммәтле әйберемде юғалтыуҙан ҡурҡып, уға ике ҡуллап йәбештем.
– Мин һинән һорап та тормайым! Дим, сис тиҙ генә! – “башлыҡ” ҡулдарымды шаҡарып борҙо.
– Бирмәйем ҡайышты! Ул бит атайымдыҡы! – Бәлки, тыңларҙар, тип тартып алмауҙарын үтендем. Даян ҡулдарымды тағы ла нығыраҡ ҡыҫты. Һөйәктәрем бына-бына һыныр һымаҡ ине. Ә Дим шул ваҡытта сисергә тотондо.
– Бына, Даян ағай, булды! – Әйберемде ҡулына эләктергәс, ауыҙы йырылып, һонторға һуҙҙы. Даян ҙур ләззәт менән ҡайышты ҡулында әйләндереп-әйләндереп ҡарап алды:
– Шә-ә-әп!
– Барыбер бирмәйем тинем! – Бар көсөмдө йыйып, ҡайышҡа барып йәбештем. Тик Даян уны ныҡ тотҡан, ысҡындырманы. Ҡаршылашыуыма йәне көйөп, үҙемде осора төрттө:
– Серәкәй башың менән маташаңмы, ә? Ҡайышың кәрәкме?
– Эйе.
– Мә, бик теләгәсһең! – Даян ҡайыш менән миңә киҙәнде. Уныһы ҡолағыма зыңҡ итеп килеп тейҙе. Тимер яғы менән эләкте. Башым сатнай яҙып ауырта, тәнем туҡтауһыҙ ҡалтырай. Түҙгеһеҙ һыҙланыуҙан ирендәремде ҡымтыным. Күҙҙәремдән эре йәш тамсылары бәреп сыҡты. Ә Даян менән Дим, бер ни булмағандай, бүлмәнән сыҡты. Атайымдың ҡайышы китте...
Сараһыҙҙан түгелеп иланым. Юҡ, ауыртыуҙан да түгел. Күңелгә ҡыйын. Был ҡайыш менән атайым, исмаһам, бер тапҡыр ҙа тейгәне булманы бит. Ә Даян мыҫҡыл итеп һуҡты...
– Ниңә шулай көсһөҙмөн икән? Мәктәптә яҡшы уҡыйһың тип маҡтаған булалар. Унан ни файҙа? “Бишле”гә уҡығансы, ошо “икеле тоҡсайы” Даян һымаҡ кәүҙәле булһам ине, – тип күҙ йәшемде тыя алмайынса, ғүмеремдә тәүге тапҡыр яҡшы уҡыуыма үкендем.
Шул көндә үк ҡолағым күгәреп сыҡты. Улай ғына ла түгел, насар ишетә башланым. Шуға апайыма күренмәҫкә тырышып, йәшенеп йөрөнөм.
...Байтаҡ йылдар үтте. Тыуған яғыма ҡунаҡҡа ҡайттым. Юл ыңғайы балалар йорто урынлашҡан ауылдағы класташыма инеп сығырға булдым.
– Теге Даянды иҫләйһеңме әле? – Күпмелер һөйләшеп ултырғас, класташым кинәт шулай тип һорап ҡуйҙы.
– Иҫләгем дә килмәй! – Теләр-теләмәҫ кенә яуап ҡайтарып, ҡырт киҫтем.
Ысынында иһә уның яҙмышы тураһында яҡшы беләм. Бынан бер нисә йыл элек автовокзалдағы сүплектә соҡоноп йөрөгәнен күргәйнем. Унан һуң хәле тағы ла хөртәйгән тип ишеттем. Урлашҡаны өсөн төрмәлә лә ултырып сыҡҡан.
– Уның менән яңыраҡ нимә булғанын ишеттеңме? – Дуҫымдың был һүҙҙәренән һуң ҡыҙыҡһыныуым артҡандай булды:
– Нимә булған һуң?
– Даян үткән айҙа ғына үлеп ҡалды бит!
– Нис-сек? – көтмәгән хәбәргә шаңҡып ҡалдым.
– Бына шулай. Ауыл ситендәге ҡайынлыҡта тапҡандар. Үҙенең һоро ҡайышы менән аҫылынған...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782