Йәш ҡәләмдәшем Алмас Шаммасовтың “Яңынан тыуыу” тип аталған шиғырҙар йыйынтығын ҡулға алғас, ижад һуҡмағында тәүге аҙымдарын яһағандарға ҡарата талапсан һәм бер үк ваҡытта атайҙарса миһырбанлы мөғәмәләһе менән һоҡландырған бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ошо юҫыҡтағы бер мәҡәләһендәге юлдар иҫкә төштө: “...әүәл миндә гел ошондай һорау тыуа: “Әйтер һүҙе, раҫлар иманы, шикләнер шиктәре бармы икән бының? тим. Шулар булһа, тәүге мәл инша-имләнең ҡытыршылыҡтарына, телдәге кәмселектәргә бәйләнмәй торорға мөмкин. Йәнә: күрә белеү, йәғни маңлай күҙенең дә, күңел күҙенең дә зирәклеге мотлаҡ. Шулар бармы? Булһа, беҙ ижадсы менән эш ҡылабыҙ...” Алмастың шиғриәтен ошо күҙлектән байҡап сығып, олуғ әҙибебеҙгә, баҡыйлыҡ почтаһына, яуап күндерҙем: был ижадсыла һеҙ әйткәндәр бар, Мостай ағай. Һүҙемде китапҡа исем биргән шиғырҙан башламаҡсымын. Был – ижадсының раҫлар иманы, шуға ҡыуандым. Уйлы шәхес өсөн һәр үткән көндөң һабағы бар. Алмастың лирик геройы, мәҫәлән, кисәгеһен күңеленән үткәреп, ғүмер – атының үшәнлегенә, сафлыҡ шишмәһенең һайығыуына, ҡурҡаҡлыҡтан йырының быуылып, уй нурының йәшеренеп ҡалыуын аңғарып, һиҫкәнеп уяна, гүйә, яңынан тыуа – янып йәшәр, ғүмеренең саф инешен, йырҙарын тонсоҡтормаҫ өсөн!
“Яңынан тыуыу” – йәш авторҙың икенсе китабы. Тәүгеһе (“Әсәй миңә ғүмер асҡан”) менән сағыштырғанда, үҫеш һиҙелерлек: тема төрлөлөгө, хистәр амплитудаһы көсәйеүе, образлы фекерләүҙең тосайыуы, һөнәри оҫталыҡ йәһәтендә эҙләнеү күҙгә ташланып тора. Авторҙың ҡәләмен үткерләп тороуы, ижад серҙәрен асырға, күп уҡырға ынтылыуы һиҙелә. Был – ҡыуаныслы күренеш, сөнки шиғриәттең маңлай тирен түгеп, йөрәк көсөн, ғүмер утын сарыф итә торған ауыр һәм яуаплы хеҙмәт икәнен аңлап еткермәй, еңел-елпегә әүрәп, бер урында тапанып ҡалғандар ҙа юҡ түгел.
Алмас Шаммасовтың зарланмауы оҡшай миңә. Киреһенсә, ул иленең, тыуған еренең яҙмышы өсөн шәхсән яуаплылыҡ тоя:
“Бабамдарҙың әйткән васыяттары
Ауаз булып күсә миңә лә.
Ауаз ғына түгел, яҙмыш булып,
Ята лаһа аңға, иңгә лә”.
(“Тыуған тупрағыма таянып”).
Йәш шағирҙың “Диуана” тигән шиғыры бәғзе сал сәслене лә уйға һалырлыҡ. Уның персонажы, ғәжәп бер әҙәм, донъя матурыраҡ, ҡояш яҡтыраҡ булһын өсөн ни эшләйек, тип бәхәс ҡора. Ғөмүмән, авторҙың кешенең йәшәү рәүеше, әхлаҡи ҡиблалары хаҡында фекер йөрөтөүе, үҙ-үҙенә лә һорауҙар ҡуйыуы, кинәйәле мөнәсәбәте маҡтауға лайыҡ.
Алмас Шаммасов – ҡыҫҡа шиғырҙар оҫтаһы. Ундай тос йөкмәткеле ижад емештәренә автор исем ҡуймаған, икәүһен генә миҫал итеп килтерәм:
“Ишеккә күнеккән күңелгә
Асҡыс бармы икән, белмәйем,
Тик “бар” тигән өмөтөмдө
Мин йоҙаҡҡа элмәйем”
Йәки:
“Бөгөн һаталар.
Ул да сыҡты:
“Мөхәббәт һатам! Мөхәббәт һатам!”
Йөрәген тик бер уй һыҙлатты:
“Ғүмерем ватам! Ғүмерем ватам!”
Йәш шағир тормошҡа юлайҡан күҙ һирпеүсе генә түгел, ә уйсан күҙәтеүсе, күргәнен зиһен иләге аша үткәреп, мәғәнә эҙләүсе, үҙ һүҙен әйтергә ынтылыусы. Уның “Балаҫ ҡаға бер ҡарт” исемле шиғырын уҡып, кемдең генә йөрәге сәнсеп алмаҫ икән?! Тышта бер ҡарт туҙған, төҫө уңған балаҫын ҡаға. Ҡасандыр, йәш сағында, балаҫ яңы булғандыр, йортона йылы, ҡот биргәндер, ә бөгөн ҡартҡа “...туҙған балаҫ ишеләр, һуңғы йәмен ергә бүләк итеп, туҙан булып оса кешеләр” тигән юлдар арнала.
Эйе, йәш шағирҙың башына өлкән уйҙар килә. “Ҡолон”, “Ҡояшым”, “Диалектика” кеүек шиғырҙарында ул йәшәйештең һынау тотоу, шәхестең иһә юлдар сатрашында үҙ һуҡмағын һайларға ирекле булыу-булмауы тураһында уҡыусы менән фекер уртаҡлаша:
“Яҙмышым да, ижадым да –
Бер диалектика.
Яҙмышымды әйләндерә
Ер, текәлеп утҡа...”
“Ватыҡ көҙгө” тигән шиғырҙан иғтибарҙы тиҙ генә айырып алып булмай. Башыңа көтөүе менән уй-һорау инеп бутала... Сүплектә ватыҡ көҙгә ята, әммә унда һаман да тормош сағыла, күгәрсендәр унда ҡарғаға әүерелә, киреһенсә лә булғылай, сөнки “Инде унда тик ватыҡ тормош сағыла, йәне һыныҡ ватыҡ сағынан ...” Ватыҡ көҙгө – ватыҡ күңел. Ошо метафора шағирәнә яңғырашта, фәлсәфәүи яҫылыҡта асып бирелгән был әҫәрҙә.
Алмас Шаммасовтың ҡәләмен үҙенең әйләнәһендәге хәлдәр, күҙе байҡар күренештәр генә әүрәтмәй. Ул тотош донъяның тын алышын тоя, кешелектең зарҙарына битараф ҡалмай. Туғандаш Татарстандың “Болғар” теплоходы фажиғәһенә әрнеп, “Йәнгә һөрөм булып ҡайғы ятты, тулҡындарға ҡушылып йәш аҡты” тип илай шағирҙың ҡәләме һәм “ Ғәҙелһеҙлек үтә бәғергә, баҙар еле ҡыуа ҡәбергә” тип, аҡса артынан ҡыуып, кешеләрҙе һәләк иткәндәрҙе фашлай. “Тыумаған бала ауазы”ндағы “...тыумайынса мин ташландым ҡәберлеккә, әжәл ҡайсыһы ҡағылды нескә епкә...” тигән юлдарға иһә тертләп китәһең. Ә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәштәшенә хат рәүешендә яҙылған “Ун етелә инең...” шиғырындағы юлдарҙа шағирҙың хәтер һөрәнен ишетеп, үҙ күңелеңдәге шаңдауға ғажиз ҡалаһың.
Ниһайәт, мөхәббәт лирикаһына туҡталам. Егеттең йөрәгендә ул илаһи хистәр ҡайнамай буламы ни?!
“Йөрәгең йондоҙҙай яндымы?
Йөрәгең мөхәббәт яҙымы?
Йөрәгең ялҡындың ҡанымы?..”
(“Йөрәгең”).
Алмастың мөхәббәтте – мәңгелек, бер генә шағир ҙа урап үтмәгән илаһи теманы – үҙенсә асыуы, тапалған һүҙҙәрҙән ҡотола алыуы һәм өр-яңы эпитеттар табыуы һоҡландыра. “Һөйөү ханым” тип аталған шиғыр ҙа мине үҙенсәлекле образдары менән әсир итте. Хыял аэропортында билет алып, был ханымға ҡунаҡҡа килгән лирик герой мөхәббәтен бына ниндәй ғәжәйеп һүҙҙәр менән тасуирлай:
“...Йөрәгеңдең мәсетенә килдем
Һиңә бағышланған сүрәм менән”.
Йә әйтегеҙ, кемегеҙҙең йөрәген иретмәҫ ине ошо самими өмөт бағланған мөкиббән тойғо?
Уйлы һәм хисле шиғриәтен байҡаным йәш ҡәләмдәштең. Автор китабын асҡан һәр кемгә: “...Уҡыусым, мин һин тиеп бергә тартылғанда, шиғыр йәйә булһын, һин – уҡсым”, – тип өндәшә икән, “Мин ышанам” тигән шиғырында, уның үҙенә лә ышаныс белдерәһе, ижадында илһамланып, сәмләнеп яңы үрҙәр яулауын теләйһе килә.
Алмас Шаммасовтың “Яңынан тыуыу” исемле шиғри йыйынтығы Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ тип уйлайым.