Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәннүр менән Сидиҡа
Фәннүр менән Сидиҡа 1813 йылдың 31 декабрендә Вайзель менән Кауб араһында булған хәл
Гәзиттең 14 август һанындағы “Әңгәмә тирмәһе”ндә Германияла йәшәүсе милләттәшебеҙ Ирек Байышев немец яҙыусыһы Сабина Эберттың “Һуғыш уты” һәм “Ҡанлы солох” тип аталған китаптарында башҡорт яугирҙәре тураһында байтаҡ яҙылғанлығы тураһында хәбәр ит­кәйне. Авторҙың рөхсәте менән романдан өҙөк баҫабыҙ. Уны урыҫсаға – Ирек Байышев, башҡортсаға Лилиә Дәүләтбәкова тәржемәләне.

Төбәктә йәшәгән халыҡты ҡурҡыуға һалған Вайзель урмандарындағы “ҡап-ҡара йән эйәләре” бөтөнләй иблис затынан түгел, ә урыҫ балта оҫталары менән бук ағасы үҫкән ерҙәргә понтон төҙөү өсөн ебәрелгән тәүге башҡорттар булып сыға.
Эште йәшерен башҡарырға тигән фарман алына, тирә-яҡҡа ҡарауыл ҡуйыла. Ләкин халыҡтан сер һаҡлап буламы ни – барыһы ла тиҙ арала асыла. Таныш булмаған телдә һөйләшкән, сит кейемле, ағасты киҫеп, унан оҫта итеп таҡта ярған, өрлөк һалған кешеләргә урындағылар сәйерһенеп тә, хәүеф­ләнеп тә ҡараны. Донъяның ҡайһы тарафынан килде икән был әҙәмдәр?
Ауыл малайҙары йыш ҡына урманға килеп, ят кешеләрҙе ағас араһынан күҙәтер булды. “Килмешәктәр” усаҡ яғып, ҡаҙан аҫа, дегет ҡайната һәм үҙҙәре яһаған яңы кәмәләрҙе уның менән буяй. Ҡалын киндер туҡыма тейәлгән арбалар ҙа ауыл урамынан яттар туҡталған ергә көнө буйы үтә тора. Сит әҙәмдәр туҡыманы ҡатлап, ыҫмала яғып, кәмәләргә йәбештерә. Кейемдәре лә, үҙҙәре лә баштан-аяҡ дегеткә буялып бөткән. Ауыл халҡының уларға “ҡара шайтандар” тигән ҡушамат тағыуы ла тап ошоға бәйлелер, моғайын.
Урындағыларҙың ҡурҡыуы оҙаҡҡа барманы. Урманға килгән бала-саға моңло көйҙө тыңларға усаҡ янына яҡынланы, сит халыҡтың уҡ-һаҙағын, тәпәшәк кенә аттарын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Үҙҙәрен башҡорттар тип таныштырған күңелсәк, шаян егеттәр барыһының да күңеленә хуш килде. Христиан булмаһа ла, яҡшы кешеләрҙе ихлас ҡабул итәләр. Урындағы пастор уларҙың ҡайҙан килгәнен дә әйтеп бирҙе: йыраҡтан, Урал тауҙары буйынан.
Яңы йылдың тәүге көнөндә етмеш понтондың барыһы ла Кауб ҡалаһына оҙатыу өсөн арбаларға тейәлде. Арыған, талсыҡҡан ир-егеттәргә юлға сыҡҡанға тиклем бер аҙ ял итергә рөхсәт бирелде.
Казак гетманы Платовтың 1-се Башҡорт полкындағы йөҙ башы бул­ған егерме биш йәшлек унтер-офицер Фәннүр Әйүп улы ун кешене усаҡ тирәләй йыйҙы. Ҡурай тауышы тынды. Егеттәр ҡаҡланған йылҡы ите, талҡан ашай, ара-тирә һөйләшеп ала. Бер аҙҙан, аттарын хәстәрләгәс, йоҡоға талдылар.
Фәннүр Сидиҡаһы янына ашыҡты. Ҡатынының йөҙө айҙай балҡый, тик күҙҙәре генә моңһоу. “Был тауҙарҙа ниндәй изге йәндәр йәшәй икән? Балта тауыштары менән борсоп, асыулан­дырманыҡмы икән уларҙы?” – тип көйәләнде һөйгәне. “Асыуланһалар, үҙҙәре хаҡында күптән белдерерҙәр ине”, – тип тынысландырҙы уны ире. “Тау эйәләре тынлыҡ ярата! Күҙгә уларҙың сал сәсле ҡарт йәки кейек сүрәтендә күренеүе ихтимал. Бүре булыуы ла бар”, – Сидиҡа үҙенекен һөйләне. “Бүрене генә үлтерә алырмын, – тип яуапланы Фәннүр. – Ун икенсеһен алыр инем”. “Әгәр ул өрәк булһа?” “Бәлки, тау эйәләре лә беҙгә ауыл ҡатындары кеүек ҡыҙыҡһынып ҡарайҙыр, ҡурай моңон ишетеп, һинең һылыулығыңды күреп ҡыуаналыр”, – тип шаяртты Фәннүр. Йәш ҡатындың күңеле күтәрелде, көлөп ебәрҙе.
“Ҡара шайтандар” араһында ҡатын-ҡыҙҙы күреп, урындағы халыҡ бөтөн­ләй аптырауға ҡалды. Ләкин по­ход­тарҙа ирен оҙатып йөрөгән ҡатындар башҡорттар өсөн ғәҙәти хәл ине. Сидиҡа ла ире кеүек үк эйәрҙә үҫте. Әлеге сәфәрҙә уға ир-егеттәргә ашарға әҙерләү бурысы йөкмәтел­гәйне. Ләкин ҡаҙан тирәһен үҙһенеп етмәне ҡатын. Уның ҡарауы, йонсоған, яраланған, имгәнгән юлдаштарын дауалап, уларҙы аяҡҡа баҫты­рыуға ҙур тырышлыҡ һалды.
“Ҡасан да булһа тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтырбыҙмы икән? – тип һорап ҡуйҙы ул иренән. – Юлға сыҡҡандан алып айҙар үтте, ят ерҙәрҙе, сит халыҡтарҙы күрҙек. Был тарафтың һалҡыны ла беҙҙәге кеүек түгел, елеккә үтә. Үҙебеҙҙең иркен далаларҙы юҡһынам. Хәтереңдәлер, йәйге эҫелә туҡтамайынса өс көн, өс төн һыбай сапҡайныҡ? Арыу-талыуҙан ат өҫтөнән саҡ ҡоламай ҡалдыҡ”. “Ул мәлдә Башҡорт иле менән хушлашып бөткәйнем инде. Тик һин мине үлем тырнағынан ҡотҡарҙың. Күлгә тиклем күтәреп тигәндәй алып барҙың. Ундағы һөлөктәрҙе оноторлоҡмо ни? – тип көрһөндө Фәннүр. – Сидиҡа, минең менән киткәнеңә бер ҙә үкенгәнең юҡмы?” “Юҡ, бер ваҡытта ла”, – тип яуапланы ҡатыны. “Улай булғас, мотлаҡ өйгә ҡайтасаҡбыҙ! – Фәннүр еңел һулап ҡуйҙы. – Парижға йыраҡ ҡалмағандыр. Унда бәреп инеп, батша Еңеү парадын ҡабул иткәс тә, ҡайтыр яҡҡа юлланырбыҙ”. “Ҡәҙерлем, Парижда Еңеү парадында ҡатнашҡың килһә, ике шартымды үтәргә тура килер. Беренсеһе – сит ҡатын-ҡыҙға күҙ һалһаң, өйгә ҡайтыу хаҡында уйлап та ҡарама, үҙем сараһын күрермен. Икенсеһе – баштан-аяҡ ыҫмалаға буялып, батша алдына нисек баҫмаҡ­сыһың? – Сидиҡа ултырған еренән тороп, ат янына өйөлгән төйөнсөк­тәрҙең береһен алды. – Бына, Питирҙың әсәһенән, әйбергә алмаштырып, туҡыма менән һарыҡ тиреһе алдым. Парижға еткәнсә һиңә яңы кейем тегеү ниәтем”.
Петер – иң тәүгеләрҙән булып башҡорттар янына килергә баҙнат иткән ауыл малайҙарының береһе. Фәннүр уға ағастан юнып ат һыны ла яһап биргәйне. Уҡтан атып, ағаста ултырған күгәрсенгә тейҙереүен күргәс, малайҙың уға һоҡланыуының сиге булманы. Петер һәм уның дуҫтары аша ауыл халҡы менән дә бәйләнеш яйға һалынды, әйбер алмашыу башланды. Бушыраҡ ваҡытта Фәннүр уҡ-һаҙағын алып, кейек ауларға ашыҡты. Мылтығы ла бар уның, ләкин уғы күңеленә яҡыныраҡ. Батшабикә Екатерина крәҫ­тиәндәр ихтилалынан һуң башҡорт­тарға тимер менән эш итеүҙе тыйһа ла, Фәннүрҙең ҡалъяны, уңыштарын һәм еңеүҙәрен сағылдырып, тимер айыл менән биҙәлгәйне.
“Биҙәүестәреңде ошоға алмаштыр­ҙыңмы?” – тип һораны йәш яугир, туҡыма менән тирегә күҙ ташлап. Хәрби походтарҙа ҡатнашҡан башҡорт ҡатындары ирҙәр кейемен – бишмәт, сәкмән, киң балаҡлы ыштан, осло, ҡолаҡсынлы башлыҡ – кейә. Алыҫтан ҡарағанда, уларҙың ҡатын-ҡыҙ икәне һиҙелмәй ҙә. Шулай ҙа бишмәттәре аҫтынан күркәм күлдәк кейергә, биҙәүестәрен тағырға ла онотмайҙар.
“Ике алтын тәңкәгә һатып алдым. Парадҡа бындай кейемдә барырға ярамай. Үҙемә лә өлөш сығарырмын”. Фәннүр рөхсәт һорамаған өсөн ҡатынын тиргәргә иткәйне лә, туҡтап ҡалды. “Атайҙарыбыҙ һине миңә кәләш итеп әйттереү хаҡында һүҙ ҡуйышҡан өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтлемен”, – тип көлөмһөрәне. Сидиҡа ла йыл­майҙы. “Һин шулай тип уйлайһың да. Тик башта әсәйҙәребеҙ күрешеп һөйләшкән, ошо тәҡдимде атайҙары­быҙҙың да ҡолағына төшөргән, – тине йәш ҡатын. – Мин дә беҙҙе ҡауыштырған өсөн Хоҙай Тәғәләгә көн дә рәхмәт уҡыйым!” Фәннүр һөйгәненең ыҫмала еҫе һеңеп бөткән сәстәренән һыйпап ҡуйҙы. “Сидиҡа, беҙ йылғаға төшөп понтондарҙы ишкәндә, һин ситтәрәк тор, йәме. Яҡын килмә. Һинең бурыс – аттарҙы тотоп, күпер аша сығарыу. Аңланыңмы? Мин һиңә ышанам”, – тине ул етди итеп. Сидиҡа өндәшмәне, барыһын да аңлай ине ул. Ә Фәннүр ҡатыны өсөн хәүефләнде. Кәмәләрҙең тишелеүе йәки уларҙы көслө ағым алып китеүе, ҡаршы ярҙан дошмандың һөжүм итеүе бар. Ваҡытлыса күперҙе юҡ итеү өсөн ул тәү сиратта понтондағыларға ҡаршы ут асасаҡ. “Бер-бер хәл була ҡалһа, атҡа мен дә хәүефһеҙ ергә сап. Командирға бар. Тап шулай итәм, тип һүҙ бир!” Фәннүр, ҡатынының холҡон белгәнгә күрә, күҙенә текәлеп ҡарап: “Ант ит!” – тип ҡабатланы. Сидиҡа баш ҡаҡты. “Хоҙай Тәғәлә алдында ант итәм. Тик, яҙмыш беҙҙе айыра ҡалһа, мине эҙләп табырға тип һин дә ант ит!”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780