Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Нәжметдин иркенләп кирелде. Торғоһо килмәне. Дивандың стена яҡлап өлөшөндә ятҡан Мәстүрә уның аша атлап тигәндәй үтте. Шифоньер ҡырына барып, сүгәләп кенә төнгө күлдәген һалды, шундуҡ көндөҙгөһөнә үрелде. Эх, бер генә мәл! Ярата ошо күҙ асып күҙ йомғандай арауыҡ ваҡытта ҡатынын ҡарап ятырға Нәжми. Был ҡарашты Мәстүрә лә тоя: кәйефе булғанда юрамал теге кейемен эҙләгән булып ваҡытын һуҙа, был кейеменең ҡайһы ерелер оҡшамай. Ә кәйефе булмағанда: «Йә, тор! Нимә күҙеңде безерәйтеп ятаһың?! Төн етмәнеме һиңә, бурһыҡ шикелле йоҡо һимертмәҫкә ине!» – тип, ҡатын-ҡыҙҙы яратҡанда Аллаһы Тәғәлә төрлө йәнлектәрҙең бер һыҙатын һалғандарҙан йыландың ағыуын сығара.
Мотаһар төнө буйы йоҡламаны. Дөрөҫөрәге, йә тәрән соҡорға осто, йә баҫлығып уянды – һаташты. Төштәре төшмө ни – алғы тештәре төшкән ауыҙын йыра ла Нәжми килеп баҫа, боролоп ятып, йүнле төш күрәм тиһә – тағы ошо суҡынсыҡ пәйҙә була. Имеш, ҡаҙыҡтар тотҡан да, үҙ межаһын үтеп, Мотаһарҙың баҡсаһының буйынан-буйына ҡағып бара икән. Етмәһә: «Күрше, Ҡытай стенаһы төҙөйөм», – тип ыржая. Уныһы ни була торғандыр, причум бында Ҡытай стенаһы? Ғүмер буйы китап ҡосаҡлап, хыялый булды инде, әллә нимәләр уйлап таба, иш-шу, төшөмә кереп йонсота.
Мотаһар, торорға булашып, яй ғына һул аяғын төшөрә башлағайны, ҡапыл кире тартып алды. Ярай һулына баҫып өлгөрмәнем әле, тип, уңайһыҙ булһа ла уңының бармаҡтарын иҙәнгә тейҙерҙе. «Башты теге яҡҡа ҡуйып ятырға кәрәк, юғиһә гел һул аяҡ менән торола, әллә шуға борсаҡ бешмәй инде», – тигән уй үтте башынан.
– Мотя, ә, Мотя-а... – Ҡатыны өҫтөнән юрғанын асты. – Мотя, йә, ҡосаҡлап үпмәйһең дәме ни-и?..
Мотаһар ҡарашын Нәсимәһенең яланғас тәне буйлап йүгертте. Фу-у... Танауын сирылтып, йөҙөн ситкә борҙо. «Төнөн йоҡлағас, ниңә ошо тиклем дә йәмһеҙ була икән был ҡатындар», – тигән уй үтте мейе һырҙары буйлап.
– Һуң, сәғәткә ҡара, һыйырҙарҙы һауырға ваҡыт етте лә баһа!
– Бер генә «әп» ит, һуңынан тора-амм... – Нәсимә иренең муйынына аҫылынды, уны салҡан ятҡырҙы. Һурып үпте. Иркенләп кирелде. – Э-эхх, аңламайһығыҙ шул һеҙ, ирҙәр, ҡырҡ йәштә ҡатын-ҡыҙҙың самай һутлы сағы икәне-е-н...
– Балаларҙың бүлмәгә инеүе бар, кейен, ятаһың!
– Харап икән...
Салбарын элә һалып, Мотаһар тәҙ­рә­гә – Нәжметдиндәр яғына — уҡталды: «Нимә эшләргә уйлай һуң был иҫәүән – баҡса ҡоймаһына терәлеп үк ҡаҙыҡ ҡаҡты?!»
Яңы ғына ҡабығы һыҙырылған ағас­тан яһалған ҡаҙыҡтар таң ҡояшының нур­ҙарын сағылдыра. Уның һайын Мота­һарҙың һарыуы ҡайнай, ошо ҡаҙыҡтар үңәсенә ҡылсыҡ булып ҡаҙала бара һымаҡ. Юҡ, үңәсенә түгел, бәғеренә – йөрәге турыһына!
Шулай ҙа үҙен ҡулға алырға тырыш­ты. Барып, һуҡыр кесерткән төнәтмәһен, йәғни, медицина фәне әйткәнсә, “пустырник настойкаһы”н балғалаҡҡа тамыҙҙы. Бер, ике, өс... утыҙ.
– Һо-о...
Уның ҡыланышын ҡатыны үҙенсә юраны. Үә-әт, һурып үпкән ул! Э-эхх... Иркенләп кирелде.
Ҡала ҡыҙы шул Нәсимә. Ине. Эйе, ине. Ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡайны, үҙ һүҙле, ул саҡта уттай ҡыҙыу Мотаһар башына «тоҡ» кейҙерҙе лә ҡуйҙы. Урланы. Хәйер, улай уҡ түгел дә. Урам буйлап йөрөнөләр-йөрөнөләр ҙә, өшөгәс, йылынырға тип, көндөҙ яғылған мунсаға инделәр. Ну, унда йылы артығыраҡ булып сыҡты – ҡышҡы куртка менән ултырып булмай бит инде...
Ошолай ауыл килене булды ла ҡуйҙы Нәсимә. Тик холҡо ғына һаман ҡаланыҡыса ҡалды: иркәләткеһе, наҙлатҡыһы килә. Бигерәк тә иртән. Хәйер, ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙыҡы килмәй инде, ул тәңгәлдә Хоҙай Тәғәлә гүзәл затты ауыл менән ҡаланыҡына бүлмәгән. Айырма шунда ғына: тәүгеләренә һәүкәштәрен дә ҡушып биргән...
– Йә, тор, ана, – Мотаһар күршеләре яғына табан башын ташланы, бармаҡтары менән сәстәрен артҡа тараны. Ҡыҙһа, шулай итә ул. – Мәстүрә күптән ике һыйырын да һауып бөткән!
– Мәстүрә, Мәстүрә!
Ауыҙын турһайтҡан Нәсимә һикереп торҙо ла, яланғас тәненә халатын һалып, йыуыныу бүлмәһенә табан атланы...
* * *

Һарайҙың нигеҙенең иҙмәһе кипкәнен дә көтөп торманы, Нәжми шлаклы керамзит блоктар килтертте. Уныһы бигерәк ҡыҙыҡ нәмәҫтәкәй тағы. Кирбес һымаҡ дөбөр-шатыр бушатып ҡына китмәй шоферҙар, ә берәмләп, ҡатын-ҡыҙҙы наҙлағандай ғына, ҡул менән бушатырға кәрәк икән. Был сағында маңҡалары ла кипмәгән ике малайың менән (береһенә — ун дүрт йәш, икенсеһенә – ун бер) ул эште атҡарып ҡара! Етмәһә, шофер ҡабаландырып:
– Йә-йә, миңә сәғәтләп түләйҙәр, клиенттар баштан ашҡан, – тип фәстереп ебәрә.
Ана шул саҡта Нәжми, урам буйлап йөрөп, мужиктарҙы йыйҙы. Әлбиттә, күршеһен дә ситтә ҡалдырманы, боронғолар юҡҡа ғына «күрше хаҡы – тәңре хаҡы» тимәгән бит.
Эшкә бик атлығып тормаһа ла, теләп барҙы Мотаһар күршеләренә. Тир түгеп алыуҙан да бигерәк, ҡыҙыҡһыныуы еңде: нисегерәк була икән был блок тигәндәре, ҡайҙан алған, ҡасан, нисек, ни хаҡҡа килтерәләр?..
Нисауа ғына икән ул, юҡҡа ошоноң менән төҙөмәйҙәрҙер: бик ауыр ҙа түгел, ҡалас һымаҡ үҙе йылы ғына. Нәжми әйтеүенсә, ошо блоктан аҙбар төҙөһәң, малҡайҙар һөттө ҡышҡы һалҡындарҙа ла үләндең самай һутлы сағындағы һымаҡ бирә, имеш. Килтертеүе генә ҡиммәткәрәк төшә. Ни хәл итәһең, бензин хаҡы шулай булғас. Элегерәк рәхәт ине ул: канистр тотоп теләһә ҡайһы шоферға бар – бер «аҡ баш»ҡа алмашҡа тултыра ла бирә. Етмәһә, тағы берҙе өҫтәһәң, йәһәннәмгә лә барып, кирбес кенә түгел, батша һарайына тиклем төбө-тамыры менән ташырға риза булырҙар ине. Хәҙер “ярты” тураһында ауыҙыңды ғына асып ҡара, минең машина «полуторка» түгел, спиртҡа эшләмәй, тип кенә ебәрәсәктәр.
Мотаһар үҙенә кәрәгенең бөтәһен дә белеп бөттө. Ләкин уны был шлаклы (тимәк, күмер, уның уйынса, ябай ташкүмер көлө) блоктың ныҡлығы ҡы­ҙыҡ­һындырҙы. Ошо тынғылыҡ бирмәнеме, межаға килтереп һалынған аҙбарҙың хужаһынан үҙенсә үс алыу теләге көслөрәк инеме – шап бер блок ергә!
Ярылды...
Тынлыҡ. Башҡа ирҙәрҙең үҙ-ара кө­лө­шә-көлөшә ниҙер һөйләнеүенән, «давай-давай» тип бер-береһен ҡа­ба­ландырыуынан тыш, әлбиттә. Тынлыҡ. Ике күрше араһындағы был тынлыҡ ниңәлер бушлыҡты хәтерләтте. Ҡараштар осрашты. «Яңылыш», – ти ине тәүгеһенеке. Әммә шул уҡ ваҡытта уның артында ҡәнәғәтлек тә йәшерелгәйне.
«Сволочь!» – тигән осҡон атылды хужа кешенең күҙҙәренән. Шундуҡ уныһы «Ярар инде, бер блок өсөн...» менән алышынды. Әллә ниндәй, аңлатып булмаҫлыҡ шомло тынлыҡ ине ул. Быны ике күрше генә тойҙо. Уныһы ла һауаны йәшен һыҙығы телеп үткән ваҡыттағы һымаҡ ҡына булды. Тик был мәл икеһе араһында оҙаҡҡа һуҙылғандай тойолдо.
– Һе-һе, аптырама, күрше, – тип йылмайҙы Нәжми. – Тәҙрә араһына ла китә ул, башҡа ергә лә. Мейес сығарғанда бит мейессегә ярты кирбес өлгөртөп булмай. Шуның һымаҡ инде ул һарай һалыу ҙа...
Рәхәт булып китте Мотаһарға. Әллә ике аралағы әлеге бушлыҡ бөтөнләй булманымы? Бер-береһен телгеләгән ҡараштар осрашманымы?
Күршеһенең уңайһыҙланыбыраҡ торғанын күрепме, дәртләндерергә тырышыпмы, Нәжми алда әйткән һүҙҙәренә былай тип тә өҫтәне:
– Һәй, күрше, үҙең дә һарай һалырһың, шунда ярты-йорто блоктарҙың кәрәген күрерһең әле...
Дөббө-өрр... Ззы-ыңң... Йәшен һуҡтымы ни Мотаһарҙы – күршеһе ана нимәгә ишарала-айй... «Һин дә һарай төҙөрһөң әле, мин дә ярғылармын блоктарыңды», – ти бит ул... «Йо-оҡ! Блоктарҙы бушатҡанда Нәжмигә әйтергә кәрәкмәй, лутсы арғы ос Илфатҡа өндәшермен, бер ярты артығыраҡ китһә китһен, зато блоктар ярылмаҫ».
Был уйҙар ҙа бик тиҙ йөрөнө мейе һырҙары буйлап.
– Э-э, – тип һуҙҙы Мотаһар. – Шулай инде, ватығы ла, ҡотоғо ла кәрәк.
«Вертлюга» тип йөрөтөлгән оҙон арбалы машина күҙҙән юғалғас, мәгәрис­ләп, буласаҡ һарайҙы йыуҙырҙы Нәжми. Хужа үҙе ҡунаҡтарын һыйлай, үҙе пландарын – ҡалай мал аҫраясағын, ҡош-ҡорт тотасағын — асып һала, һыҙ­ма­ларын килтереп сығарып, би­на­ның эске өлөшө нисек булыры тура­һын­да һөйләй. Бөтәһе лә – блок бушатырға килгән биш ир, шул иҫәптән Мотаһар ҙа – йөҙҙәренә бик етди ҡиәфәт сығарып, тыңлап ултырған, тел шартлатҡан, баш сайҡаған була. Ләкин Нәжмиҙә бере­һе­нең дә эше юҡ – һәр кемдә үҙ ҡайғыһы: берәүҙәр “был тиҙерәк ҡойһон да һыпыртыр инек” тип уйлаһа, икенселәре “ҡомһоҙ, тағы бер ярты сығарырмы икән” ти. Ә Мотаһарҙа башҡа ҡайғы: нисек тә арттырып ебәрергә ине был хыялый маҡтансыҡтан, тигән үсме, сәмме ҡалҡып сыҡты. Ошо уй күңелендә бөрөләнде лә минут, юҡ, секунд һайын тынғылыҡ бирмәй башланы.

* * *
Был төндө лә йорт-ҡура эйәләре һүҙгә килеш­мәйенсә булдыра алманы.
– Һинең хужа аңламағас аңламай икән, ә? – тип «бөйөрө»нә таянды Мотаһар йәшәгән өйҙөкө.
– Һинеке аңламай ул. Минең биләмә ошонда ине, – тип яуаплай Нәжметдиндәр яғыныҡы.
Һүҙ әйтештеләр ҙә, һәр ҡайһыһы үҙ би­ләмәһенең именлеген тикшерергә – һыйыр­ҙарҙың быуаҙ ваҡыты яҡшы үтәме, көтөүҙә күп тығынып, ауы­ры­май­ҙармы, кәзә-һарыҡҡа ҡош-ҡорт теймә­гән­ме, тауыҡтар теүәлме, өй эсендәгеләр тыныс йоҡлаймы, бик күп, бик күп инде уларҙың эштәре – йүгерҙеләр. Шулай төн эсендә әллә нисәмә әйләнергә тейеш улар. Тик шуныһы: яңы һарай нигеҙенә етеүҙәре була, юл бирешә алмай аҙапланалар. Ошонан китә лә инде үҙ-ара талаш, ошо шауҡым әҙәм балаларына ла күсә. Быны өй эйәләре бик яҡшы аңлай. Тик бына кешеләр генә...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 635

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782