Ҡыҙыҡ, элегерәк был яҡтарҙа мал торлағын «аҙбар» тип йөрөтәләр ине. Хәҙер? Ә хә-әҙе-ерр... Һарай! Тас батша һарайы тиерһең! Ысынлап та, тиҫтә йыл элек кенә һалынған аҙбарҙар урынына торғаны батша һарайҙары ҡалҡа: стеналары – шлаклы блоктан да силикат кирбестән, ҡыйыҡтары өйҙөкөнә алмаштырғыһыҙ – профнастил да тимер черепица! Хәйер, эш төҙөлөш материалдарында, йәғни есемендә, хатта исемендә лә түгел, эш – башҡала...
Һарай...
Нәжметдин, ауылса әйткәндә, Нәжми, күптән, атаһынан ҡалған аҙбарҙы һүтеп, хыялында ғына йөрөткән, йәйғорҙоң ете төҫөнә инеп, төштәрендә һыҙмаларын күргән мал ҡышлағы төҙөргә йыйына. «Бар донъяны яңыртыуҙы һәүкәштәрҙән башлайым, күпләп мал аҫрайым, ҡош-ҡорт тотам, һуңынан батша һарайынан да кәм булмаған йорт һалам», – тип әйтергә яратыр булып китте. Ҡатыны Мәстүрә иһә, ризалығын белдереп, башын сайҡаған булыр ҙа: «Һинең ҡулыңдан килә инде ул», – тиер. Һуңынан былай тип өҫтәр: «Анау межаңа – ыҙаныңа еткереп һал. Юғиһә ике-өс метр эстә ултыра». Нәжми уйға ҡала, ысынлап та, атаһы, унан алда олатаһы ни ҡарағандыр, үҙ биләмәңә инеп, бағана аралыҡ урынды кесерткән үҫергә ҡалдырып, аҙбарыңды межа эсенә һал инде. Күпме урын әрәм! Юҡ, Нәжметдин улай итмәйәсәк, ситен межаның нәҡ уртаһына һаласаҡ. Улай иткәндә, аҙбар урынының арауығына кәртә-ҡура ла тоторға кәрәкмәйәсәк – үҙенә күрә экономия. Ҡатыны дөрөҫ әйтә ул, ике түтәл урынлыҡ ерҙә кесерткән, дегәнәк, әрем, киндер, тағы әллә нимәләр үҫтергәнсе, ҡыяр сәсһәң, тамағыңа аш булыр.
– Яңы төҙөләсәк аҙбарҙы бынан ары «һарай» тиербеҙ, йәме, Мәстүрә. Батша һарайынан һис кәм булмаясаҡ ул! – Нәжметдин тағы һыҙмаларын алды, калькулятор төймәләрен төрткөләне, телен шартлатты, танауын мышҡылдатып тартты. – Дә-ә, иҫәп-хисапҡа тура килеп бөтмәһә лә, иртә яҙҙан эш башларға кәрәк!
– Кәрәктик – кәрәк...
Мәстүрә эштән дә бигерәк икһеҙ-сикһеҙ, ләкин тиҙ генә үҙгәреүсән хыял диңгеҙендә йөҙөргә яратҡан Нәжметдиндең һүҙен бер ҡасан да йыҡмай. Белә ул: иренең уй-хыялдарының бик аҙы ғына тормошҡа аша. Күбеһе, иртәнге томан шикелле, күтәрелә лә юҡҡа сыға. Тик һалҡынлығы, ҡайһы саҡта селләләй ҡыҙыулығы ғына тороп ҡала. Аҙ ғына үтеүгә яңыһы ҡалҡып сыға, унан башҡалары алышына.
Аҙбар менән улай булманы. Иҫкеһен Нәжметдин һүтмәне. Өйөнәрәк яҡынайтып, яҙын межаның ситенә үк нигеҙ булаһы ергә ҡаҙыҡ ҡаҡты. Уның ҡыланышын солан ярығынан ғына күршеһе Мотаһар күҙәтеп торҙо. Бәй, ни эшләй был йүнһеҙ, тип уйланы. Тик сығып һораманы. Түҙҙе. Эсе көтөрләне. Ләкин сыҡманы – ваҡланманы. Ғөмүмән, һуңғы ваҡыт (кем белә, бәлки, бер йыл элек булғандыр ул, бәлки, унан алдалыр ҙа) ике күрше араһынан ҡара бесәй үткәйне инде. Күҙгә күренмәҫ кенә ҡара бесәй. Әйтерһең, төндә араларын ҡыйған ул. Көндөҙ булһа, күренер, беленер ине. Ә төндә... Күренеүен күренмәне, ә ике күрше эсендәге ҡуҙҙы бер баҙлатып ҡуя, бер тағы, торомбашҡа әйләндереп, һыуындырта. Ҡайһы ваҡыт аралар тағы «яҡыная»: «Әйҙә, күрше, диван алғайным – йыуабыҙ!» «Әйҙә!» Береһе диванын йыуҙырыуы була, күп тә үтмәй, икенсеһе саҡыра: «Күрше, йомшаҡ мебель алдым, әйҙә йыуабыҙ!» Был көнсөллөк түгел, матур сәм. Тик, ниңәлер, аҡ түгел шул, яйлап керләнә, ҡарая бара...
* * *
Аҙбар урынына, Нәжмисә әйтһәк, һарайға нигеҙ һалаһы ергә ҡаҙыҡ ҡаҡҡан төндө ике йорттоң ике йорт-ҡура эйәһе тағы межала осрашты. Хәйер, был хаҡта яҙһам, уҡыусым, хикәйәтемде әкиәткә һанарһың. Имеш, өсөнсө мең йыллыҡты ваҡлайбыҙ, йыһанға сәйәхәткә генә барып ҡайтҡан, Зөһрә йондоҙонда ҡалалар төҙөргә хыялланған заманда кеше башын әкиәт менән ҡатыраһың, тиерһең, моғайын. Зинһар, ашыҡма...
Һәр төн шулай йорт эйәләре, үҙ биләмәләре ыҙандары буйлап йүгереп, өй хужаларына, хаҡ аҫралған мал-тыуарға именлек теләп, тыныслығыбыҙҙы һаҡлай. Был шулай булған, ышанабыҙмы-юҡмы – шулай буласаҡ. Бына әле лә Нәжметдин менән Мотаһарҙың атаһы, олатаһы, ете быуыны, унан арыраҡтары һымаҡ уҡ, ике йорт эйәһе осрашты. Осрашты ла:
– Бә-әй, күрше, минең биләмәгә индереп, һин һаҡлаған йорттоң хужаһы ҡаҙыҡ ҡаҡҡан – нигеҙ ҡорорға йыйына, – тип аптыраны ҡаршы яҡ өйҙөң эйәһе.
– Нишләп һинең биләмәгә инһен ти? Минең ата-бабам ошо эҙгә бермә-бер баҫып йөрөгән, һис кенә лә һеҙҙең эҙегеҙгә тейгән юҡ!
– Ныҡлап ҡара, бына минең кисәге эҙ!
– Ә бына минеке!
– Бәй, күрше, беҙҙең эҙҙәр бер-береһенә тейә лә баһа!
– Эйе шул, тейә! Тик һинеке нығыраҡ эскә үтә, минекенең өҫтөнә баҫа!
– Юҡ, һинеке!
Әлегә тиклем тыныс ҡына ғүмер һөрөп, бер-береһеҙ йәшәй алмаҫтай булып тойолған өй эйәләре төнө буйы талашты. Хатта оялышынан ай ҙа йөҙөнә болот пәрҙәһен тартты, йондоҙҙар, ерҙәге ғибрәтте күрмәҫ өсөн, күҙҙәрен йомдо. Тик Ҡояш апай үҙе күренмәҫ элек үк нурҙарын һындырып ергә ташлағас ҡына, тауыш тынды. Уларҙы таңғы ҡоштар алыштырҙы. Саҡ морон төртөп сыҡҡан үлән остарына эленгән ынйылай ысыҡ бөртөктәре түбән тәгәрәне. Таңғы әтәстәр борғоларын ҡысҡыртты. Уларҙың тауышына ике өйҙөң хужалары уянды.
(Дауамы бар).