Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдәр көҙәндәрҙең көҙгөһө?
Ауылдашым Зариф Сәйфетдиновтың “Көҙәндәрҙең көҙгөһө” тигән баҫмаһы сыҡҡанын ишеткәс, уны ҡайҙан табыу тураһында уйлай башланым. Салауатта китап магазиндарын йөрөп сыҡтым. Ҡайҙа инде ул, кәштәләрҙә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә Көҙәндә ауылдаштар осрашыу үткәргәнен ишетеү менән, ураҙала булыуға ҡарамаҫтан, тыуған яғыма юлландым. Барыуымдың төп сәбәбе Зарифтың үҙенән китабын алыу ине. Аллаға шөкөр, барҙым, күрҙем, алдым.

Зарифтың Көҙән тарихын йыйыуы тураһында электән үк белә инем, гәзиттәрҙә фәһемле мәҡәләләрен дә уҡығаным бар. Китапты бер тында тигәндәй тулҡынланып уҡып сыҡтым. Бына әле яҙғанда ла хистәремде һүрәтләргә һүҙ тапмайым. Бик күп асышҡа юлыҡтым.
Беҙҙең быуын кешеләре уҡырға әүәҫ булды. Быға ауылдың һуғыштан һуңғы ауыр тормошо ла йоғонто яһағандыр инде. Һигеҙ кластан һуң, сабата кейеп, йыраҡ тип тормай, Маҡарға, Йәнырыҫҡа йөрөп, урта мәктәпте тамамланыҡ. Аҙаҡ күбебеҙ техникум, институттан һуң ситкә киттек. Ә бына Зариф, ауылға ҡайтып, үҙе кеүек тырыш кешеләр менән ҡайнап йәшәгән икән. Улай ғына ла түгел, тарихты ла өйрәнгән. Ҡара­шының һәр ваҡыт уйсан булыуы ла шуға бәйлелер, бәлки. Китаптағы геройҙарының тормошо менән сағыш­тырғанда, беҙ, тыуған еребеҙҙән, тамырыбыҙҙан, ҡәҙерле ауылдаш­тарыбыҙҙан айырылып, сит кешеләр менән ҡатнашып, ниндәй төҫһөҙ, мәғәнәһеҙ ғүмер һөргәнбеҙ! Ул саҡта колхоз рәйесе Зәйләғи ағай миңә уҡырға китергә рөхсәт бирмәй аптыратҡайны. Бәлки, ул үҙенсә хаҡлы булғандыр. Ләкин белемһеҙ ҙә булмай бит. Совет заманында студенттарҙы эшкә йүнәлтмә менән ебәрәләр ине. Шуға халыҡ, тыуған төйәген ташлап, төрлө яҡҡа таралып бөттө. Ауылда Зариф кеүек илһөйәрҙәр генә ҡалған икән...
Уның китабын уҡығас, күҙем асылып киткәндәй булды. Ауылдан йәшләй сығып киткәс, күп кешеләрҙең исем-шәрифен онотҡанмын. Беҙҙә кешеләрҙең күбеһен исеме түгел, ә ҡушаматы менән беләләр ине. Китапты уҡыған һайын шул ваҡыттағы ауылдаштарым күҙ алдына килә. Улар араһында орден-миҙаллы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары күп икән. Баҡтиһәң, беҙҙең күрше “мандалин” Хәбибрахман бабай Әхмәтзәки Вәлиди ғәскәрендә батальон командиры булған. Зариф үҙе “Рәсәйҙең атҡа­ҙанған зоотехнигы” тигән исем һәм башҡа ҙур наградалар яулаған. Шулар­ҙы минең кеүек күптәр бел­мәгәндер. Үҙем иһә ауылдаш­тарым­дың бер ваҡытта ла ор­ден-миҙал­дарын шалтыратып, күкрәк ҡағып, өлгәшкән ҡаҙаныштары тураһында һөйләп йөрөгәнен күргәнем булманы. Зариф та китабында яҡташтарыбыҙҙың тыйнаҡ, тәртипле, эшсән икәнен билдәләй. Шуғалыр ҙа ауылыбыҙ ифрат матур, ташландыҡ өй күрмәҫһең.
Йүнәлтмә менән Петровскийҙағы банкта дүрт йыл эшләгән дәүерҙә барлыҡ колхоздарҙың иҡтисади хәлен тикшереп, анализлап тора инек. Беҙҙең “Шишмә” алдынғыларҙан һаналмай ине. Иң көслө колхоздар – “Трудовик”, “Интернационал”, “Ударник”. Уларға Рәжәпов, Ваһапов, Садиҡов, Хәбиров кеүек легендар рәйестәр етәкселек итә ине. 1964 йылда Көҙәндә лә шундай кешене – Абдраҙаҡ ағай Зариповты – һайлап ҡуйғандар икән. Ул эшләгән дәүерҙә колхоз күпкә алға киткән, бик ҙур эш башҡарылған. Китапта килтерелгән шул ваҡыттағы хужалыҡ күрһәткестәре лә шул хаҡта һөйләй. Байтаҡ кеше Башҡортостан һәм Рәсәй Хөкүмәтенән юғары наградалар алған.

Зариф электән үк тарихтағы мөһим ваҡиғаларҙы, яугирҙәрҙең һөйлә­гәндәрен йыйып барған һәм Көҙән тарихын улар менән бәйләп һүрәтләгән. Ғилми яҙмаларҙы, бөйөк Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ен ҡулланған. Ауылдың урман, ялан, йылға исемдәрен иҫкә төшөрөүе, уларҙың ҡайҙан килеп сығыуы тураһындағы мәғлүмәттәр күңелде йылытып ебәрә. Мәҫәлән, Көпсәк урманы тормошомдан ике ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө. X класты тамамлағас, ниндәйҙер белешмә алыр өсөн Маҡарға киттем. Әсәйем, бөгөн ҡайт, иртәгә бесән йыйырға кәрәк, тип киҫәтте. Ләкин белешмә алып булмағас, икенсе көн иртән ҡайттым. Әсәйем ныҡ әрләгәс, үпкәләп, Көпсәккә сығып киттем. Көнө буйы бесән йыйҙым, күбә яһаным. Ҡайтырға сыҡҡанда, күҙ бәйләнгән ине. Аяҡтарым мамыҡ кеүек: эйелеп бөрлөгән ашайым тиһәм, йығыла яҙам. Ҡара урман эсендә нисек ҡурҡмағанмын! Ҡараңғы төшкәс, ярты юлдан Мөхәррәм ағайым мотоцикл менән килеп алды. Ә хәҙерге балаларҙың күбеһе тамағы туҡ килеш тә бер нисә саҡрым араны йәйәү үтә алмайҙыр, тип уйлайым. Көҙәндә еләклектәр, муйылға, баланға бай урмандар йыраҡ булғас, йөрөп өйрәнгәнбеҙ икән.
Икенсе ваҡиға шул: Нурия менән Хәнә апайым Көпсәктән, балан тулы биҙрәләрен ырғытып, ҡурҡып ҡайтты. Оҙон буйлы, йөнтәҫ, ҡот осҡос бәрейгә осраныҡ, тиҙәр. Беҙ, мәктәп уҡыусылары, утауға ла шул яҡҡа йәйәү бара инек. Бына шулай китапты уҡыған һайын элекке хәлдәр, ауылдаштар иҫкә төшә.
Ауылыбыҙ революцияға тиклем дә бик ҙур булған, унда алты магазин, ике мәсет, ике мәҙрәсә, баҙар һәм башҡалар эшләгән. Һуғыштан һуң хужалыҡты аяҡҡа баҫтырып, матур итеп йәшәп ятҡанда, 90-сы йылдарҙағы ҡырғын “Шишмә” колхозына ла ҡағылды. Шулай ҙа 500 йылдан ашыулыҡ тарихы булған Көҙән бәҫен төшөрмәне. Был ер Әхмәтшаһ бабай (Әхмәтзәки Вәлидиҙең атаһы) һәм уның кеүек аҡыллы ата-бабабыҙҙың рухы, уларҙың доғалары менән һуғарылғанғалыр.
“Көҙәндәрҙең көҙгөһө” – беҙҙең ауылдың кешеләре генә түгел, район, республика халҡы өсөн дә бик кәрәкле, фәһемле китап.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573