Әбйәлилде күргән һәр кем уның матурлығына хайран ҡалалыр. Әммә был төбәктең иң сағыу биҙәге — дәртле һәм ихлас халҡы. Талантлы кешеләр йәшәй Әбйәлилдә: уларҙың рухы тауҙарҙан бейек, ә күңел киңлегенең иге-сиге юҡ. Шулай булмаһа, республикала барған “Әҙәби нағыш” марафонын шул тиклем юғарылыҡта үткәрерҙәр инеме ни?!Ошо ерҙә тыуып үҫкән талантлы шағирәләрҙең береһе, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева етәкләгән делегацияға әҙәбиәтебеҙҙең сағыу йондоҙҙары – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова, яратҡан шағирәбеҙ Таңһылыу Ҡарамышева, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы етәксеһе Тамара Искәндәриә, драматург һәм композитор Зөһрә Фәйзуллина — ингәйне. Шағирәләргә юлдаш булып Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанованың да килеүе сараға йәм һәм мәртәбә өҫтәне.
Әбйәлил районында Башҡортостан Яҙыусылар союзының биш ағзаһы йәшәй. Улар – Әсхәл Әхмәт-Хужа, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Иҙрис Ноғоманов һәм Зөлфирә Ҡарағужина. Шулай уҡ бында оҙаҡ йылдар “Йәйғор” әҙәби берекмәһе эшләп килә, һуңғы йылдарҙа Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарында һәм Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе ҡәләм тирбәтеүселәрҙе бергә туплаған “Ҡуңыр буға” ойошмаһы ла барлыҡҡа килгән. Күренеүенсә, төбәктә ижад утында дөрләп янғандар бихисап. Төрлө әҙәби конкурстар лауреаттары, бер нисә китап авторҙары Фәнүзә Биктимерова, Мәҙинә Йәғәфәрова, Зөһрә Кашапова, Айһылыу Хәсәнова, Хәҙис Ниғмәтуллин кеүектәрҙең исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
“Әҙәби нағыш” марафонында ҡатнашыусыларҙы район сигендә икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар. Байым ауылындағы “Күбәләк биҙәктәре” фольклор ансамбле ағзаларының таҡмаҡтары, кейеҙ менән бейеүҙәре юлда бер аҙ талсығып килгән арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға дәрт өҫтәне, күңелдәрен күтәрҙе. Артабан ҡунаҡтар район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәйлә Солтанова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлшат Лавренова, райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Линиза Сәғәҙиева һәм Ташбулат ауыл Советы хакимиәте башлығы Салауат Нафиҡов оҙатыуында Күсем ауылына юлланды. Унда яҙыусыларҙы кырандаслы арбаларға ултыртып алдылар ҙа Күсем урамы буйлап йөрөттөләр. Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөлфирә Ҡарағужина әҙерләгән матур әҙәби композицияны ҡарағандан һуң, ҡунаҡтар Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың йорт-музейында булды. Әйткәндәй, халҡыбыҙҙың ҡаһарман улының исемен мәңгеләштереү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, күркәм ижади йолаларҙы арттырыу маҡсатында Таһир Кусимов исемендәге призға төбәк-ара конкурс иғлан итеү инициативаһы менән район хакимиәте етәкселегенә тап күсемдәр мөрәжәғәт иткән.
Йәмле Яҡтыкүлдең, мәғрур Ҡырҡты тауының хозурлығын күреп һоҡланды әҙибәләр. Улар тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан түбәгә күтәрелеп, бар тирә-яҡтың матурлығын тамаша ҡылды.
Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, Өфө ҡунаҡтарын үҙ бүлмәһендә ҡабул итеп, төбәктең бөгөнгө тормошо менән таныштырҙы, Әҙәбиәт йылын әбйәлилдәрҙең дәррәү күтәреп алыуы хаҡында һөйләне.
Артабан яҙыусылар Асҡарҙың үҙәк китапханаһына юл алды. Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Илүзә Шәйәхмәтова етәкселегендәге хеҙмәткәрҙәр районда тыуып үҫкән яҡташ яҙыусыларҙың ижадын һәм ошонда йәшәп ижад итеүсе ҡәләмдәштәренең китаптарынан бай күргәҙмә әҙерләгән, Әбйәлилдең әҙәби картаһын төҙөгән. Әлмөхәмәт тулы булмаған урта мәктәбенең йәш сәсәндәре сығышы һүҙ көсөнөң баһаһын, районда сәсәнлек мәктәбенең уңышлы эшләүен күрһәтте.
“Әҙәби нағыш”тың төп талаптарына ярашлы ҡулъяҙмалар тикшереү – ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн сараның иң тулҡынландырғыс мәлелер. Йәш ижадсыларға баш ҡаланан килгән яҙыусыларҙан һүҙ ишетеү, уларҙың фекерҙәрен тыңлау, кәңәштәрен алыу йыш тәтемәй. Был юлы дүрт ижадсының – Земфира Әбүшаһманова, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Лилиә Солтанова һәм Динара Ғәлләмованың — ҡулъяҙмаларына баһа бирелде.
Әбйәлилдәр күберәген йәштәрҙең, дөрөҫөрәге, уҡыусыларҙың ижадын тәҡдим иткән. Уларға өмөт юҡ түгел. Лилиә Солтанованың шиғырҙарында, мәҫәлән, үҙенә генә хас табыштар бар. Ҡыҙыҡай оҫта һүрәтләү һәләтенә эйә, ритм, рифма хаҡында ла бик яҡшы белә, сағыштырыуҙарҙы оҫта ҡуллана. Әйткәндәй, Лилиә – “Йәншишмә” гәзитенең һәм “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе лә. Динара Ғәлләмованың шиғырҙары әсәй, бесәй, көҙ, яҙ, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу тураһында. Ә бына ХI класты тамамлаған Нәркәс Ҡәйепҡолова ололарса фекер йөрөтөүе, фәлсәфәүи уйланыуҙары менән хайран итте.
Шуныһы һөйөнөслө: ҡулъяҙмаларҙы тикшереүҙә районда йәшәп ижад итеүселәр, шул иҫәптән Яҙыусылар союзы ағзалары ла бик әүҙем ҡатнашты. “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы етәксеһе Мәүлит Ямалетдинов уҡыусы ҡыҙҙарҙың һәр береһенең ижадына баһа бирҙе, үҙҙәрендәге берекмәнең эше, маҡсаттары менән таныштырып үтте.
– Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, әлеге ҡыҙҙар әүҙем яҙыша, уларҙың шиғырҙарын республика матбуғатына тәҡдим итергә кәрәк, – тине ул үҙ сығышында.
Олпат шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа ла йәштәргә кәңәштәрен бирҙе, республикала үткән “Әҙәби нағыш” марафоны яңы таланттар табыуға, яңы исемдәр асыуға үҙ өлөшөн индерер, тине.
Ҡунаҡтар Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалғандан һуң район мәҙәниәт йортона юл алды. Ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, яҙыусыларҙы тулы зал ҡаршы алды. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, сараны асып, ҡунаҡтарға, ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Йылъяҙма-китапты Әбйәлил районына тапшырыу өсөн Белорет районы мәҙәниәт идаралығы директоры урынбаҫары Татьяна Габова, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Рәшит Мөхәмәҙиев, Межгорье ҡалаһы китапханаһы мөдире Тамара Горькова, шағирҙар Александр Тутиков, Мансур Һиҙиәтов килгәйне.
Йыр-моң менән үрелеп барған кисәнең иң тулҡынландырғыс мәле “Йәйғор” әҙәби берекмәһе ағзаларының райондағы уҡыусылар араһында уҙғарылған “Минең беренсе китабым” конкурсында еңеүселәрҙең “Йырҙарыбыҙ һиңә, Әбйәлил!” тигән йыйынтығын йәш ижадсыларға тантаналы рәүештә тапшырыуы булғандыр. Апай-ағайҙарының ышанысы йәш ҡанаттарҙың нығыуына булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ, моғайын. Шулай уҡ кисәлә әбйәлилдәргә Мәүлит Ямалетдинов “Ҡуңыр буға” әҙәби ойошмаһы ағзаларының ижад емештәрен туплаған йыйынтыҡты бүләк итте, үҙенсәлекле шағир Хәҙис Ниғмәтуллин да “мейестән әле генә сыҡҡан” китабын ҡулына алып ҡыуанды.
Шағирә Гөлназ Ҡотоева яҡташтарына әҙәби марафонды юғары кимәлдә үткәргәндәре өсөн оло рәхмәт белдерһә, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова башҡорт халыҡ йыры “Түрәкәй”ҙе йырлап ишеттерҙе. Әсхәл Әхмәт-Хужа, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Иҙрис Ноғомановтарҙың сығышы ла көслө алҡыштарға күмелде.